Открытый урок башкирского языка в 8 классе по теме Н.Мусин. Йырт?ыс тире?е


Тема: Ноғман Мусин,,ЙЫРТҠЫС ТИРЕҺЕ,,ЙОМҒАҠЛАУ ДӘРЕСЕ.
Маҡсат:повестың йөкмәткеһен үҙләштереү;
Тасуири уҡыу күнекмәләрен формалащтырыу;Уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ,ихтияр көсө,сабырлыҡ,тоғролоҡ сифаттарын тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:дәреслек,Н. Мусиндың портреты,проектор.
Дәрес барышы:
Ойоштороу моменты:
-Һаумыһығыҙ !Хәйерле көн!
Атай ,тигәндә лә һин кәрәк,
Әсәй тигәндә лә һин кәрәк
Күңелемдең һүнмәҫ нуры һин
Мәңге йырланасаҡ йырым һин
Моңло ,йырлы туған телем һин.
-Минең исемем Раушания Минетдиновна.беҙ бөгөн һеҙҙең менән Н.Мусиндың ,,Йыртҡыс тиреһе,,повесына йомғаҡлау дәресе үткәрербеҙ.
-Дәресебеҙҙе мин ошо девиз аҫтында алып барырға теләйем.
Кешеләр тауҙар шикелле
Бейек булған һайын
Тормоштары бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын,
Мин дәрәжәне әйтмәйем,
Ул мәңгелек түгел.
Юғарылыҡты билдәләй
Тик юғары күңел.
1-се слайд
2.Өй эшен тикшереү.
-уҡыусылар,бик күп яҙыусылар,шағирҙар тирә-яҡ,тыуған тәбиғәт тур-да әҫәрҙәр ижад иткәндәр.Һеҙ уҡыған повестың авторы ла бала саҡтанҡоштар,хайуандар,бөжәктәр,ғөмүмән тәбиғәт тормошо ,уның мөғжизәләре менән ҡыҙыҡһына.Күргән-белгәндәрен башҡаларға еткереү теләге уға ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр яҙырға булышлыҡ итә.Ул урманды,уның матурлығын,байлығын данлап,талантлы яҙыусы булып таныла.
-Уҡыусылар,өй эшен тикшереп алайыҡ.өйгә эш итеп нимә бирелгәйне?(йөкмәткеһен һөйләргә)
Йөкмәткеһен бүлектәргә бүлеп һөйләп китергә тәҡдим итәм.
.
3-сө слайд
1.Һолтанбайҙың яҙмышы
2.Яуымбайҙың тормош юлы.
3.Һунар
-эйе,кеше сифаттары айырыуса күп.Мөхәббәт,тыуған илде яратыу,ғәҙел булыу хистәре кешене һәр ваҡыт тулыландырып,шатландырып һәм борсоп тора.кешеләр боронғо замандарҙан бирле балаларында шул хисте булдырырға тырышалар,тыуған илгә тоғро,тирә-йүндәге кешеләргә ҡарата ғәҙел булырға өйрәтәләр.кешене кеше итә торған сифаттарҙың береһе-ғәҙеллек.Был повеста н.Мусин тап ошо сифатты бик асыҡ итеп сағылдырған.
3.төп өлөш:
1 Ролләп уҡыу(184-186 биттәр )
-Автор
-Һолтанбай
-Яуымбай
-Милиционер
-Ә был өҙөктә һүҙ нимә тураһында бара?
( Милиционерҙың ниндәй эш менән килгәнлеген онотоп,айыу тиреһенә һатылыуы тур-да.һолтанбайҙың тормошо яңы башланып тора.әммә ләкин ул кешеләргә бик иртә ышанысын юғалтҡан.ул бик оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң атаһы эргәһенә килә.Атаһы уға ниндәй кәңәштәр бирә.ошо юлдарҙы өҙөктөң 186-сы битенән табып уҡып күрһәтегеҙ.)
Бөтә кешене лә бер ҡалыпҡа һуҡма,яҡшы әҙәмдәр ҙә бөтмәгән.
Кешеләргә ышанысты юғалтыу-йәшәүгә ышанысты юғалтыу ға тиң,шуны онотма.
Күңелгә ятышһыҙ көйгә бейеү-ир кешенең эше түгел.
Ғорур бул,намыҫлы бул,кешеләргә изгелекле бул.
-Был һүҙҙәр менән яуымбай нимә әйтергә теләй.(Яуымбай улына донъяла ғәҙелһеҙлек менән бергә ғәҙеллек тә бар тип аңлата.ул улын ғорур булырға,намыҫлы булырға,кешеләргә ҡарата изгелекле булырға өндәй)
2.Төркөмдәргә бүлеп эшләү
Хәҙер уҡыуыусылар образдар системаһына туҡталып китәйек.Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны яҙып ҡуяйыҡ.Ниндәй образдар бар,һанап китәйек.
Төп образға кем инә
Ярҙамсы образға кем инә
Төп образ: Һағынбай
Ярҙамсы образдар:Яуымбай
Прокурор
1-се секретарь
Булашов
Эш: 1 Төркөм- Яуымбайға хар-ка
2 Төркөм- Һағынбайға хар-ка
3 Төркөм-1-се секретарь хар-ка
4 Төркөм- прокурорға хар-ка1
3 Әҫәрҙе анализлау :
-Повеста ваҡиғалар ҡасан һәм ҡайҙа бара?
(повеста ваҡиғалар урманлы райондарҙың береһендә,Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа бара.)
-Әҫәрҙең төп темаһы?(Тәбиғәт һәм кеше яҙмышы)
-Уның идеяһы нимәлә?(Был повеста Һолтанбай һәм уның атаһы Яманбай тур-да һөйләнә.Һолтанбайҙың ғибрәтле яҙмышын һүрәтләп,автор шул замандың дәрәжәле кешеләре һәм ябай халыҡ араһындағы мөнәсәбәтте асып бирә.автор был повеста яуызлыҡты фашлай,шәфҡәтлелеккә саҡыра.)
-Автор ниндәй проблемалар күтәрә?Һанап китәйек әле.
(Дәрәжәле кешеләр һәм ябай кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр,ысын кеше булыу,ғәҙелһеҙлек,ғорурлыҡ,намыҫлылыҡ проблемалары,тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы,йыртҡысылыҡ проблемаһы)
-Уҡыусылар,әҫәрҙә йыртҡысылыҡ проблемаһы ниндәй образдар аша сағыла?(айыу,прокурор,Булашов,секретарь)
-ни өсөн автор повесты ,,Йыртҡыс тиреһе,, тип атаған?
Йыртҡыс һүҙен һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
1.Башҡа хайуандарҙы тотоп,итен ашап йәшәгән хайуан.
2.Бик ҡаты бәғерле,мәрхәмәтһеҙ кешегә ҡарата әйтелә.
-уҡыусылар, автор повесында айыу һүҙен тағы ла ниндәй һүҙҙәр менән ҡулланған?Әйҙәгеҙ әле китаптың 177 -се битен асып,был һүҙҙәрҙе табайыҡ.
Тайыш аяҡ
Ҡәһәр һуҡҡыры
ләғнәт
сәмсел йыртҡыс
айыу хужа
дуңғыҙ
йыртҡыс
Хәҙер айыу тур-да яҙылған урынды өҙөктән табып уҡып бирегеҙ.(177-се бит).Уҡыусылар,айыу тур-да һеҙ нимәләр беләһегеҙ?(уҡыусы уҡый).
-Уҡыусылар һеҙ повестың өҙөгөн генә уҡынығыҙ?Повестың өҙөгөнә нисек исем бирергә була?:
-Һолтанбайҙың ғәҙел яҙмышы.
-Һунар.
Дәресте йомғаҡлап,үҙебеҙҙең портфелгә алған белемебеҙҙе тултырайыҡ.тест һорауҙарына яуап бирәйек.Һуңынан эштәребеҙҙе алмашып бер-беребеҙгә баһалар ҡуяйыҡ.
Тест һорауҙары:
1.Н.Мусин ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
А.
Б.
(баһалау)
Уҡыусылар,һеҙ нисек уйлайһығыҙ бөгөнгө көндә лә ошо повестағы геройҙар араһындағы мөнәсәбәттәр кеүек мөнәсәбәттәр бармы?(эйе,бар.)был повесть һеҙҙе ниндәй кеше булырға өйрәтә.?(ғәҙел,намыҫлы,ярҙамсыл булырға өйрәтә).
Дәрестең девизына әйләнеп ҡайтып шуны әйтергә була:кешене кеше итеүсе юғары дәрәжә түгел,ә юғары күңел.
Өй эшен биреү.
,,Яуызлыҡты фашлау,шәфҡәтлелеккә саҡырыу,,тигән темаға инша төҙөп килергә.