Баш?ортостанды? ете м??жиз??е. (2 класс)


Тема: Башҡортостандың ете мөғжизәһе.
Маҡсат:
Башҡортостандың ете мөғжизәһе менән яҡындан таныштырыу;
улар менән ғорурланыу тойғоһо уятыу һәм уларға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү;
уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү;үтелгән темаларҙы ҡабатлау.
Йыһазландырыу: Проект таҡтаһы, ноутбук, башҡорт теленең алфавиты.
Дәрес барышы.
1.Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
2. Фонетик күнегеү.
А,О,У,Ы,И,Ә,Ө,Ү,Э. Өндәрен бергәләп әйтеү, шым ғына ҡабатлау.
Был бармаҡ –олатай,
Был бармаҡ – өләсәй,
Был бармаҡ – атай,
Был бармаҡ – әсәй.
Был бармаҡ – мин
Сәп-сәп сәпәкәй
Минең ҡустым бәләкәй.
Ҡулын күтәргән була үҙе
Ҡыуанған була.
3 Инеш өлөш.
- Уҡыусылар! Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәткә сығасаҡбыҙ.Сәйәхәткә юланыр алдынан әйҙәгеҙ юлда осраясаҡ яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр менән танышайыҡ.
Мөғжизә – чудо
Һәйкәл – памятник
Мәмерйә – пещера.
Һыу - вода
Минерал һыуҙар – минеральные воды.
4. Һүҙлек эше:
Уҡыусылар, һеҙгә ниндәй һүҙҙәр таныш?
Был һүҙҙәр менән һүҙбәләнештәр, һөйләмдәр төҙөп ҡарау.
Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйыу.
5. Төп өлөш.
- Хәҙер беҙ һеҙҙең менән эксперемент үткәрәбеҙ. Ошо һауыт эсендә нимә бар икәнен белер өсөн уны тәмләп ҡарар кәрәк. Йә кем сыға?
- Был нимә инде? Беренсе мөғжизә - Башҡорт балы.
- Нимә ул бал?
- Бал үҙенең составы һәм дауалау көсө буйынса һирәк осрай торған уникаль продукт .
- Ә балды бал ҡорттары нимәнән йыя?
- Сәскәләрҙән.
- Ниндәй балдар була?
- Йүкә , ҡарабойҙай, сәскә балдары. 1слайд
Башҡорт балы – донъяла иң шифалы, иң файҙалы бал иҫәпләнә. Хатта Америка белгестәре лә башҡорт балының сифатына иң юғары баһа бирә. Үҙҙәрендәге бал беҙҙекенән күпкә ҡалыша икән.
-Йыр тыңлап алайыҡ. Кем тураһында?
Салауат Юлаев һәйкәле – Рәсәйҙә ат һынындағы иң ҙур һәйкәл, бейеклеге – 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлдең скульпторы – Сосланбек Тавасиев. 
Салауат Юлаев һәйкәле баш ҡалабыҙҙың символы. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, самолеттан да бик һәйбәт күренә.
Икенсе мөғжизә – Салауат Юлаев һәйкәле. 2 слайд
Өсөнсө мөғжизәне белер өсөн беҙгә алфавитты иҫкә төшөрөп алыр кәрәк.
Бына был башҡорт алфавиты.
Башҡорт алфавитында бөтәһе нисә хәреф?
Тик башҡорт теленә генә хас өндәр нисәү? Әйтеп үтегеҙ.
Һуҙынҡылар, тартынҡылар?
Ә хәҙер алфавит буйынса ошо ребусты сисегеҙ.
Ниндәй һүҙ килеп сыҡты
Өсөнсө мөғжизә – «Урал батыр»эпосы. 3слайд
“Урал батыр” эпосы – баш-ҡорт халҡының борон-борондан, телдән телгә күсеп, һаҡланып килгән ғәжәйеп һоҡланғыс эпосы – 4576 шиғри юлдан тора. Йәшәйешебеҙҙең, ғүмер итмешебеҙҙең, нигеҙе ул “Урал батыр” эпосы.
«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының баш китабы. Ул 1910 йылда Мөхәмәтшә Буранғолов тарафынан яҙып алына.
4слайд
-Ошо кроссвордты сисһәк, дүртенсе мөғжизәне белербеҙ.
-Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?
-Ә нимә ул ҡурай.
5 слайд Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.Ҡурайҙа моң һыҙҙыра алмаған башҡорт юҡтыр, моғайын. Мәҫәлән, 2007 йылда үткәрелгән Башҡортостан ҡурайсылары съезында иң бәләкәй башҡарыусыға 6 йәш, иң өлкәненә 83 йәш ине.
Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән
Дүртенсе мөғжизә – Ҡурай.
-Был слайдта нимә төшөрөлгән 6 слайд
- Һеҙ был һүрәттәрҙе күргәнегеҙ бармы?
Шүлгәнташ мәмерйәһе – Бишенсе мөғжизә.
Еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, 2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе. 1959 йылда унда таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40 – 10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяла танылыу таба. Мәмерйә стеналарында ҡыҙыл буяу (охра) менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән.
Был беҙҙең өсөн мөғжизәме , уҡыусылар? Эйе. Шулай булғас, дәфтәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ.
Шүлгәнташ мәмерйәһе – Башҡортостандың Бөрйән ра-йонында урынлашҡан. Палеолит эпохаһында йәшәгән тәүтормош кешеләре – беҙҙең ата-балаларыбыҙ тураһында һөйләй. Ер йөҙөндә икәү генә иҫәпләнгән һәм бик һирәк осрай торған мөғжизәбеҙ ул.
Әйҙәгеҙ ошо ребусты сисәйек. 7 слайд
Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?
Янғантау.
Тауҙың нимәһе мөғжизә булырлыҡ икән?
8 слайд Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла.
Алтынсы мөғжизә.- Янғантау.
-Кем һыуһап китте? Кемдең һыу эскеһе килә?
-Был ниндәй һыу ул?
- Эйе, был Красноусол минерал һыуҙары. Улар нимә менән дан тота?
- был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.
Тимәк , тағы ла бер мөғжизәбеҙҙе таптыҡ. Етенсе мөғжизә – Красноусол минерал һыуҙары.
6. Ҡабатлау. Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың ете мөғжизәһен табып бөттөк. Ҡабатлап үтәйек.

7. Тәрбиәүи момент:
- Эйе, Башҡортостандың ете мөғжизәһен дә таптыҡ, улар менән яҡындан таныштыҡ. Ләкин беҙҙең иң ҙур бурысыбыҙ ҡалған бит. Ул ниндәй бурыс?
Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау һәм һығымта яһау: Иң мөһиме - беҙ Башҡортостандың мөғжизәләрен һаҡлай белергә, үҙ республикабыҙҙы һөйөргә һәм уның менән ғорурланырға тейешбеҙ.
8. Дәресте йомғаҡлау:
Шулай итеп, беҙ бөгөн Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәт ҡылдыҡ. Юлда бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ, үҙебеҙҙең белгәндәр менән дә уртаҡлаштыҡ. Әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙа мөғжизә булырҙай тағы ла әллә күпме тәбиғәт һәйкәлдәре, ҡомартҡылары бар. Мөғжизәләр күпме генә булмаһын, беҙ уларҙы киләсәк быуынға ла ҡомартҡы итеп алып барып еткерергә тейешбеҙ. Уларға ҡарата ғорурланыу тойғоһо һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға бурыслыбыҙ.
9. Өй эше: Башҡортостандың ете мөғжизәһен белергә.
Ошоноң менән дәресебеҙ тамам.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
Һау булығыҙ!