?лк?нд?р т?рк?м? ?с?н белем бире? эшм?к?рлеге .Тема: “Ете т??к? й?ки дейе? илен? с?й?х?т”
Өлкәндәр төркөмө өсөн белем биреү эшмәкәрлеге .
Тема: “Ете тәңкә йәки дейеү иленә сәйәхәт”
Төп белем өлкәһе: музыка
Белем биреү өлкәһендәге интеграциялар: коммуникация, танып белеү, хәүефһеҙлек, физкультура, нәфис әҙәбиәт, хеҙмәт.
Маҡсаттар:
Белем биреүсе маҡсаттар: Тирә-йүндәге әйберҙәр, ваҡиғалар һәм күренештәр тураһында төшөнсәләр биреү аша балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу.
Балаларҙың телмәрен яңы һүҙҙәр менән байыҡтырыу.
Балаларҙың артикуляция аппаратын нығытыу, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү йүнәлешендә элек башланған эштәрҙе дауам итеү.
Балаларҙы Башҡортостандың тәбиғәте , Урал тауы, Ағиҙел йылғаһы менән таныштырыу,ребустар, логик уйындар, йомаҡтар аша белемдәрен киңәйтеү.
Музыка ҡоралдарын сағыштыра белеү, улар тураһында күберәк белеүҙе нығытыу.
Үҫтереүсе маҡсаттар: Балаларҙың фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү.
Балаларҙың диалогик һәм монологик телмәрен үҫтереүҙе дауам итеү, уларҙың әңгәмәгә ҡатнаша белеүҙәренә, бер-береһенә һорауҙар бирҙертеү, шул һорауҙарға яуап ҡайтара белеүҙәренә ирешеү.
Классик әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен аңлай белеү һәләтлеген үҫтереү, көйҙөң характерына ярашлы итеп ритмлы хәрәкәттәр башҡарыу һәләтен нығытыу.
Тәрбиәүи маҡсаттар: Балаларҙа тыуған тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Балаларҙа ярҙамсылыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Башҡорт халыҡ ҡоралы ҡурайға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Әҙерлек эше:
Йыһазландырыу: магнитофон, интерактив таҡта, дидактик уйынға карточкалар,ноутбук, ҡашмау, күпер өсөн төҫлө таҫма, аудио һәм видео яҙмалар, дарыу үләндәре һүрәттәре,
Һүҙлек эше: ярғанат, дейеү, ҡашмау,тәңкә.
Үткәреү алгоритмы
Балалар күңелле музыка аҫтында залға килеп инәләр.
Музыка етәксеһе: Һаумыһығыҙ, балалар! Мин һеҙҙе тағы ла күреүемә бик шатмын. Һеҙҙең кәйефтәр нисек? Әйҙәгеҙ әле беҙ барыһын да йыр менән сәләмләп алайыҡ.
“Сәләмләү” уйыны.
Алтын ҡояш, һаумы!
Зәңгәр һауа, һаумы!
Шаян елкәй, һаумы!
Кескәй имән, һаумы!
Беҙ йәшәбеҙ бер ерҙә
Сәләмләйем һеҙҙе лә!
(Шул ваҡыт смс тауышы ишетелә)
Балалар, минең электрон почтама ниндәйҙер хат килде ахрыһы.Әйҙә, уҡыйыҡ әле!
Музыка етәксеһе ноутбуктан видеояҙманы күрһәтә.
Айгөл: Балалар! Мин Айгөл исемле ҡыҙ булам. Бик тә йырларға һәм бейергә яратамын, шуға күрә һеҙҙең янға килергә сыҡҡайным, юлда килә ятҡанда, ҡапыл ел-дауыл күтәрелеп китте лә Ете башлы дейеү мине урлап алып китте, ете ҡат диңгеҙ аръяғының, ете ҡат ер аҫтында, ете йоҙаҡ менән бикләп ҡуйҙы.Минең башымдағы ҡашмауым ҡайҙалыр төшөп ҡалған, бәлки һин уның ярҙамында юлды табырһығыҙ! Ҡотҡарығыҙ мине, зинһар!
Видеояҙма һүнә.
Музыка етәксеһе: Ни эшләргә инде хәҙер? Балалар, һеҙ ярҙам итә алырһығыҙмы Айгөлгә?
Балалар: Эйе!
Музыка етәксеһе: Ете башлы дейеү ниндәй әкиәттәрҙә осрай? (Балаларҙың яуабы-башҡорт халыҡ әкиәттәрендә)
Тик, балалар, юлда беҙгә төрлө ҡаршылыҡтар, көтөлмәгән хәлдәр осрауы мөмкин. Һеҙ барыһына ла әҙерһегеҙме?
Балалар: Эйе!
Музыка етәксеһе: Улай булғас, әйҙәгеҙ юлға! Элек башҡорт батырҙарының һәр береһенең аты булған. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә һеҙҙең менән шул аттарҙа сабып барайыҡ, йәйәү барғансы, атта тиҙерәк булыр!
(Башҡорт халыҡ йыры “Ҡара юрға” яңғырай ярашлы хәрәкәттәрҙе башҡаралар).
Музыка етәксеһе: Балалар, ниндәй матур яланға килеп еткәнбеҙ, йән-яҡта хуш еҫле сәскәләр! Ҡарағыҙ әле мин тәңкә таптым, был Айгөлдең ҡашмауындағы тәңкәлер моғайын, тимәк беҙ дөрөҫ юлда. Бына һеҙҙең алдығыҙҙа төрлө-төрлө уләндәр, улар ябай түгел, дарыу үләндәре тип һанала.Беҙгә ошо яланды үтер өсөн, үләндәрҙе танып белергә һәм кеше нимә өсөн ҡулланғанын әйтеп үтергә кәрәк.
Тәрбиәсе интерактив таҡтала мәтрүшкә, ромашка, бәпембә һүрәттәрен күрһәтә, балалар дөрөҫ яуап эҙләйҙәр.
Йыр “Бәпембә” Ә.Зиннурова көйө һәм һүҙҙәре.
Музыка етәксеһе: Балалар, һеҙ дөрөҫ итеп яуап бирһәгеҙ, тәңкәнең сыңлауын ишетерһегеҙ. (Балаларҙың яуаптарынан һуң 1-се тәңкә сыңы ишетелә).
Артабан юлыбыҙҙы дауам итәйек. Беҙҙең алда Ағиҙел йылғаһы йәйрәп ята, уны үтер өсөн, ҙур күпер аша сығыр кәрәк. Тик был ябай күпер түгел, ә тылсымлы. Беҙ музыкаға бәйләнгән һорауҙарға дөрөҫ яуап биралһаҡ ҡына үтә алырбыҙ был күперҙе. Шулай итеп, иғтибар менән тыңлайбыҙ.
Музыкала нисә жанр бар? (йыр, бейеү, марш)
Ноталарҙың исемдәрен йырлап күрһәт (до, ре, ми, фа, сол, ля, си,до)
Ниндәй музыка ҡоралдары бер-береһенә оҡшаш? (баян, гармун, аккардеон. Рояль, пианино, орган. Балалайка, мандолина, думбыра)
Яуаптарҙан һуң 2-се тәңкәнең сыңлауы ишетелә.
Музыка етәксеһе: Әйҙәгеҙ инде күперҙе һаҡ ҡына аҙымдар менән атлап үтәйек.
Музыка яңғырай, балалар һаҡ ҡына күперҙе үтеп сығалар.
Музыка етәксеһе: Ҡарағыҙ әле, беҙ тау-таштар араһына килеп сыҡтыҡ.( Ҙур таштар урынына дүңгәләктәр һалына) Хәҙер беҙ ошо ҙур таштарҙан үтергә тейешбеҙ. Ә нисек үтергә икән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?(Яуаптар).
Балалар ҡулдарын билгә ҡуйып, ике аяҡта дүңгәләктән дүңгәләккә һикереп үтәләр.
Музыка етәксеһе: Балалар, бында беҙҙе тағы ла ниндәйҙер һынауҙар көтә!
Балаларҙың иғтибарын ребусҡа юнәлтә. Балаларға ребустағы “ҡояш”,”уҡ”, “ракета”, “ай”, һәм “йылан” һүрәттәренең тәү хәрефтәрҙән торған “ҡурай” һүҙен төҙөү талап ителә.
Ребусты сискәс 3-сө тәңкә сыңы ишетелә.
Музыка етәксеһе: Ҡурай тураһында һеҙ нимәләр беләһегеҙ?
(Балаларҙың яуаптары)
Ҡурайҙа бейеу көйө яңғырай, тәрбиәсе балаларға таныш бейеү хәрәкәттәрен башҡарырға тәҡдим итә.
Музыка етәксеһе:: Ҡарағыҙ әле, балалар, беҙҙең алда ниндәйҙер бейек тау хасил булды. Был тау Урал тауҙары тип атала. (слайд)
Был ҡаршылыҡты үтер өсөн башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен иҫкә төшөрөр кәрәк. Кемегеҙ ниндәй мәҡәл белә?
Яҡынса яуаптар:
Тыуған илем- алтын бишек.
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
Күмәкләгән яу ҡайтарған.
Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән.
Теле барҙың- иле бар.
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй.
Мәҡәлдәр әйтелгәс, 4-се тәңкә сыңы ишетелә.
Музыка етәксеһе:: Балалар, иғтибар итегеҙ әле, бында тәбиғәт шундай матур, тирә-яҡта төрлө-төрлө сәскәләр. Тыңлайыҡ әле, ниндәйҙер тауыш ишетелә, нимә икән ул? ( Бал ҡорто бызылдағаны ишетелә. Балаларҙың яуаптары).
Әйҙәгеҙ беҙ ҙә бал ҡорттарына әүерелеп юлыбыҙҙы дауам итәйек.
Балалар “з-з-з” тип түңәрәк буйлап бал ҡорттары кеүек “осоп” йөрөйҙәр һәм мәмерйәгә килеп етәләр. Слайд.
Балалар, тағын ҡайҙалыр килеп еттек, кемегеҙ белә, был нимә ул?
Балаларҙың яуабы.
Музыка етәксеһе: Беҙҙе бында “Мин беләм” уйыны көтә. Кем дә кем дөрөҫ итеп яуап бирә, шулар ғына мәмерйәгә инә ала.
Балаларға ағастар, япраҡтар һәм орлоҡтар һүрәттәре төшөрөлгән төрлө карточкалар бирелә. Улар ниндәй ағасҡа ниндәй япраҡ һәм ниндәй орлоҡ тура килгәнен табырға тейештәр.
Ҡайын ағасы- япрағы- бөрөһө.
Ҡарағай ағасы- энәләре- тубырсығы.
Имән ағасы- япрағы- сәтләүеге.
“Йәшерәм яулыҡ” уйыны уйнала.
Уйын аҙағында 5-се тәңкәнең сыңы ишетелә.Балалар дуға аҫтынан шыуышып үтәләр. “В пещере горного короля” тигән көй яңғырай.
Музыка етәксеһе: Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, мәмерйәлә йәнлектәр йәшәй микән? Һеҙ нимәләр күҙ алдына килтерәһегеҙ? (Яуаптар)
Слайдта ярғанат, кеҫәртке, йылан, сысҡан, үрмәксен, тәлмәрйен һүрәттәре күрһәтелә һәм дөрөҫ әйтелеше талап ителә. Яуаптарҙан һуң 6-сы тәңкә сыңы ишетелә.
Музыка етәксеһе: Миңә ҡурҡыныс, шомло булып китте, әйҙәгеҙ әле парлашып төпкәрәк инәйек.
Балалар музыка аҫтында парлашып атлайҙар.
Музыка етәксеһе: Балалар, ниһайәт беҙҙең алда Айгөл әйткән дейеү батшалығына килеп еттек. Тик ете йоҙаҡтың асҡысын табырға беҙгә тылсымлы көй ярҙам итер.
Күңелле музыка ишетелә, асҡыс матур ҡумта эсендә йәшерелгән, балалар ҡумтаға яҡын килһәләр музыка шәбәйә, алыҫ йөрөһәләр –шым ғына яңғырай. Асҡысты тапҡас 7-се тәңкә сыңы ишетелә.
Музыка етәксеһе: Ә хәҙер, әйҙәгеҙ беҙ күмәкләп серле һүҙҙәр әйтәйек.
Бергә:
Әпсен-төпсөн,
Мөғжизә килеп сыҡһын!
Бер, ике, өс!!!
Музыка аҫтында балалар ҡулдары менән талғын хәрәкәттәр яһайҙар, ҡумта эсенән музыка етәксеһе ысын асҡысты килтереп сығара.Асҡыс менән ете йоҙаҡты “асалар, Айгөл килеп сыға, балаларға рәхмәт әйтә, күмәкләп йырларға тәҡдим итә.
Йыр “Әкиәт йомғағы”
Ҡашмауға ете тәңкәне урынлаштыралар.