Педагогическая инициатива Белем ??м т?рби? бире??? проект технология?ын ?улланыу


Педагогик инициатива
“Белем һәм тәрбиә биреүҙә проект технологияһын ҡулланыу”
Өйрәнелеүсе объект яҡын булһа, уҡыу уңышлы барыр.
К.Ушинский.
I.Инеш.
Заман мәктәп алдына яңынан-яңы талаптар ҡуя. Әлеге ваҡытта мәктәп үҙе лә, уның йѳкмәткеһе лә үҙгәрә: яңы мәғариф стандарттары үҙләштерелә, «Беҙҙең яңы мәктәп» милли мәғариф инициативаһы тормошҡа ашырыла. Былар барыһы ла бѳгѳн мәктәп партаһы артында ултырыусыларҙың уңышлы киләсәге ѳсѳн эшләнә, сөнки илебеҙгә, республикабыҙға белемле, һәр яҡлап үҫешкән шәхестәр кәрәк. Ошо талаптар уҡытыусынан ижади эшләүҙе талап итә. Ижади эшләгән уҡытыусының ғына уҡыусылары ижади эштәргә һәләтле була.
Һәр уҡытыусы ошо маҡсаттан сығып, үҙенең дәрестәрен
яҡшы сифатлы, һөҙөмтәле итеп үткәрергә, төрлө методик алымдарҙы файҙаланырға, уҡыусыларға төплө белем бирергә тейеш. Мин дә уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүҙә яңы алымдар һәм технологиялар ҡулланам.
Бөгөн һеҙгә “Белем һәм тәрбиә биреүҙә проект технологияһын ҡулланыу” тигән эшемде тәҡдим итәм.
II. Һәләтле балалар – илебеҙҙең киләсәге.
“Һәләтле балалар” республика программаһын тормошҡа ашырып, мин дә предметым буйынса “Һәләтле балалар”программаһын төҙөнөм, “Һәләтле бала” картаһын булдырҙым һәм эшемде ошо программаға ярашлы рәүештә алып барам.
Һәләтле уҡыусылар менән эште дәрестә һәм дәрестән тыш эштәрҙә ойошторам.
Дәрестә уҡыусыны уйландыра торған проблемалы һорауҙар ҡуйыу, үҙ аллы эштәр ҡулланыу ҙа һәләтле балаларҙы үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Шуға ла мин уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә нигеҙендә проблемалы һорауҙар ятҡан проект технологияһын ҡулайлы тип һанайым һәм башҡорт теле, әҙәбиәте дәрестәрендә уның алымдарын ҡулланам.
Эшемдең актуаллеге :
Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһына ярашлы йәмғиәтебеҙгә белемле, һәр яҡлап үҫешкән, әхлаҡлы, ижади фекерләүсе кешеләр кәрәк.
Проект эшмәкәрлек уҡыусыға автор, башҡарыусы ролен үтәргә мөмкинселек бирә, ижади эҙләнеү һәләтен үҫтерә, тирә-яҡты танып белеү генә түгел, ә тел һәм әҙәбиәт буйынса белемен киңәйтеүгә йоғонто яһай.
Ошоларҙан сығып шундай маҡсат һәм бурыстар ҡуйҙым:
Маҡсат:
-уҡыусыларҙың интеллектуаль, коммуникатив һәм ижади һәләттәрен үҫтереү;
-сифатлы белем алыуға ынтылыш тыуҙырыу.
Бурыстар:
уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыҡлау һәм үҫтереү, уларҙы ғилми - эҙләнеү эшенә йәлеп итеү;
– конкурентлыҡ һәләттәренә эйә булған, күп яҡлы үҫешкән шәхес тәрбиәләү;
– туған телгә, тыуған ергә, тыуған төйәккә һөйөү һәм арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Үрҙә ҡуйылған маҡсат һәм бурыстарға таянып, заман уҡыусыһының талаптарын иҫәпкә алып, үҙ эшемдә проектлы уҡытыу технологияһының иң ҡулайлы алымдарын ҡулланырға тырышам. Проект технологияһы уҡыусыларҙа әҙер белемде алып ултырыуҙан аңлы ижади белем алыуға күсеүҙе талап итә.

Гипотеза:
заманса технологияларҙы, атап әйткәндә, проект технологияһын ҡулланыу башҡорт телен уҡытыу сифатын арттырыуға килтерә;
һәр бала ниндәйҙер фән өлкәһендә эҙләнә алырлыҡ ижади шәхес булып формалаша.
1. Нимә ул проект? Нимә ул проект технологияһы?
М.Баһауетдинова һәм Г. Йәғәфәрова хеҙмәттәрендә күренеүенсә, проектлау технологияһы – педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау технологияһының төп асылын тәшкил итә.
Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ уҡыусыларҙың төрлө проект эштәрҙе башҡарғанда логик фекерләү, танып белеү һәләттәре, һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре лә үҫешә.
 Методик бурыстарҙан сығып, проекттың этаптарын һәм эш планын билдәләнем. Уларҙы һеҙ экранда күрәһегеҙ.......
Әҙерлек этабында технологияның теоретик нигеҙҙәре өйрәнелде. XX быуат башында уҡ америка философы, психологы һәм педагогы Джон Дьюи нигеҙ һалған проект технологияһы 90-сы йылдарҙа кире әйләнеп ҡайта һәм “XXI быуат технологияһы” тигән исем ала.
Был эшемде өйрәнгәндә мин ғалимдарыбыҙ Мирас Иҙелбаевтың, Рафаэль Аҙнабаевтың, Хәсән Толомбаевтың, шулай уҡ Баһауетдинова һәм Йәғәфәрованың методик хеҙмәттәренә, күп кенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эш тәжрибәләренә таяндым.

2. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә проект методы нимәһе менән отошло?
Уҡыусыға үҙ-үҙен раҫлауҙа ярҙам итеүҙә, телгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуҙа, ижади эшләүҙә проектлы уҡытыуҙың роле ҙур. Тағы ла был технологияның күптөрлөлөгө уҡыусыларҙа һайлау мөмкинселеге булдыра, ижади эштәргә этәргес бирә һәм ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә мөмкинлек тыуҙыра.
Проект методын башҡорт теле һәм әҙәбиәте курсында программала алынған һәр темаға ярашлы ҡулланырға мөмкин.
Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған осраҡта ҡулланырға тейеш.
Проект өҫтөндә эш билдәле бер тәртиптә тормошҡа ашырыла. Уның этаптарын һеҙ экранда күрәһегеҙ. ....
Проект идеяһынан презентацияға тиклем эш этаптары төрлөсә булыуы ла мөмкин. Ул проект эшенең йөкмәткеһенән тора.
Проект технологияның үтеп инеүе.
Мин проект технологияһы өҫтөндә ныҡлап эшләүҙе, уны дәрестәрҙә ҡулланыуҙы 2012-2013 уҡыу йылында башланым.
Әммә беренсе проект, күпкә алдараҡ, 2008 йылда уҡ эшләнде. “Тыуған яҡтың ер-һыу атамалары” тигән эҙләнеү эше менән Ҡолмөхәмәтова Юлиә район фәнни-ғәмәли конференцияһында сығыш яһаны, киләһе йылда ул “Ҡаҫмарт буйы топонимдарының төҙөлөшө”тигән проект эше менән уҡыусыларҙың Бәләкәй Фәндәр Академияһының республика фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты.
Ә 2010-2011 уҡыу йылында Юлиә уҡыусыларҙың Бәләкәй Фәндәр Академияһының республика фәнни-ғәмәли конференцияһында еңеүсе булды. Уның был проекты Баһауетдинованың “Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эшен ойоштороу” тигән китабына ингән.
Ә хәҙер мин үҙемдең эшемдә йыш ҡулланған проект технологияһының ҡайһы бер төрҙәренә туҡталып китмәксемен.
Уйын йәки сәхнәләштереү проекты.
Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуация уйлап сығара,проекттың проблемаһы, маҡсаты, уҡыусы нимә өйрәнергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Аҙаҡтан сәхнәләштерелгән уйын буйынса һығымта яһала.
Проекттың был төрөн уҡыусыларым бик ярата.
Эҙләнеү проекты. Был проект - фәнни-тикшеренеү эшенең бер төрө ул. Һуңғы ваҡытта уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәренә иғтибар ныҡ артты.
Был проект менән эшләү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ерле материалдарға нигеҙләнеп башланған мини-проекттар ҙур тикшеренеү эштәренә алып килде. Антитезаларҙы үткәндә яҡташ шағирҙарҙың ижадына таянам. Мәҫәлән, яҡташ шағир Хәсән Назарҙың ижадындағы антитезаларҙы өйрәнеү уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҡыусыларым был темалар буйынса район һәм республика фәнни-ғәмәли конференцияларында үҙ проекттарын яҡланылар.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” әҫәрен өйрәнгәндә ауылдашыбыҙ, Әхмәтзәки Вәлидиҙең арҡаҙашы Зыяитдин Уразов (йәки Зыя Өҫҡайнаҡ) тураһында белешмә биреү – уҡыусыларҙа тикшеренеү эштәренә булған ҡыҙыҡһыныуҙарын көсәйтте.
Әлеге мәлдә Мөхәмәтйәнова Бүләк “Зыя Өҫҡайнаҡ һәм Зәки Вәлиди Төркиәлә”тигән проект өҫтөндә эшләй.
Ижади проект презентация, видеофильм, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һ.б. формаларҙа булырға мөмкин. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора.
Уҡыусыларым яратып “Минең шәжәрәм” проекты өҫтөндә эшләйҙәр, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Әлбиттә, был эштә ата-әсәләр ҙур ярҙам күрһәтә.
Әҙәби түңәрәк етәксеһе булараҡ, уҡыусыларымды ижад серҙәренә өйрәтәм. Һәләтле уҡыусыларымдың шиғырҙары республикабыҙҙа сыҡҡан балалар баҫмаларында һәм район гәзитендә даими баҫылып тора.
Информацион проект.
Исеменән күренеүенсә, ул мәғлүмәт менән бәйле. Уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе газета, доклад, презентация рәүешендә баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә урынлаштырыла.
Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы кластағы һәр уҡыусы үҙенең яугир туғанының фотоһын таба, уның тураһында мәғлүмәт туплай һәм Бәйләнештәге “Үлемһеҙ полк” төркөмөнә урынлаштыра. Беҙгә был эштә лә ата-әсәләр ныҡ ярҙам итәләр.
Йомғаҡлау.
Проекттар уҡыусыларҙы әүҙемләштерә, улар презентациялар, видеороликтар эшләйҙәр, яҙалар, һүрәт төшөрәләр, интернетта эҙләнәләр, төрлө кешеләр менән аралашалар.
Һөҙөмтә:
Был технология менән эшләү уҡыусыларҙа
- туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырҙы;
- улар олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар;
- ғилми – тишеренеү эше менән шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың да һаны күбәйҙе; улар район, республика, төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашалар.
Шулай уҡ быйылғы уҡыу йылында мин яңы алымдар ҡулланып үткәрелгән дәрес эшкәртмәләре төҙөү өҫтөндә эшләйем. Уларҙы конкурстарға ла ебәрәм.
1) Мостай Кәрим тыуыуының 95 йыллығына арналған дәрес эшкәртмәләре конкурсында “Тасуирлауҙа антитезаларҙы файҙаланыу” темаһына әҙерләнгән дәрес проектым III урын яуланы һәм Мәғариф Министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.
Борон-борондан уҡытыусы, тик уҡытыусы ғына түгел, тәрбиәсе лә, кәңәшсе лә, халыҡты әйҙәүсе лә булған. Был бурыстар бөгөн дә уҡытыусының иңендә.
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.