Открытый урок по башкирской литературе на тему Башкирские народные песни (5 класс)
Тема. Башҡорт халыҡ йырҙары.
Зарипова М.Ә. Ишембай районы Көҙән урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Маҡсат. Уҡыусыларҙың халыҡ ижады буйынса өйрәнгәндәрен хәтергә төшөрөү, системалаштырыу; йыр жанырының үҙенсәлеген асыҡлау, өйрәнеү; фекреләү ҡеүәһен үҫтереү; халыҡ йырҙары аша Тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләү.
Йыһызландырыу: Башҡорт халыҡ йырҙары тураһында ДВД әсбап, “Башҡорт халыҡ йырҙары” китабы; ребус, мәҡәлдәргә ярашлы һүрәттәр.
Таҡтала яҙыу:
Ниндәй гүзәл халыҡ йыры,
Күпме көс, тәрәнлек бар!
Беҙҙе бөтә ғүмер буйы
Оҙатып килә улар!
Б. Бикбай.
“Халыҡ йырҙары – бабаларыбыҙ тарафынан ҡалдырылған иң ҡәҙерле һәм ҡиммәтле мираҫтыр. Халыҡ йырҙарының гәүһәр һәм яҡуттарҙан ҡиммәтле булғаны өсөн дә уларға әһәмиәт бирергә кәрәк. Уларҙы юғалтмаҫҡа тырышырға кәрәк. Халыҡ йырҙары халҡыбыҙ күңеленең һис тутыҡмаҫ һәм күгәрмәҫ саф көҙгөһөлөр”. Ғ. Туҡай.
Дәрес барышы.
Ойоштороу моменты.
Һаумыһығыҙ, балалар!
Уҡыусылар, бөгөн кәйефтәрегеҙ нисек?
Кәйеф күтәрелһен өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
(бер-береңә йылмайырға, бер-береңә уңыштар теләргә)
Күҙ алдына килтерегеҙ әле, ҡаршығыҙа бейек мәғрүр тау тора. Түбәһендә ҡояш нурҙары уйнай. Их шул тау башына менергә! Һеҙҙә шундай теләк бармы?
Булһа, әйҙәгеҙ, бөгөн дәрестә тырышып эшләйек, белемебеҙҙе күрһәтәйек, Ә тау башына кемдәр генә менә ала?
(Зирәктәр, отҡорҙар, тырыштар, егәрлеләр, иғтибарлылар)
Шуның өсөн бөгөн дәрестә бик тырышып эшләйек, фән тауҙарына артылайыҡ, белемегеҙҙе тикшереп китәйек.
1. Дәрестең темаһы, маҡсаты менән таныштырыу.
2. Үткән дәресте ҡабатлау.
Ребус сисеү. (компьютерҙа)
Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырыт.
Әңгәмәләшеү. Халыҡ ижадының ниндәй жанрын таптыҡ? (Мәҡәл)
Нимә ул мәҡәл?(Һөйләп кит)
Уларҙы ниндәй төркөмдәргә бүлергә була? (тәбиғәт, хеҙмәт, тыуған ил тураһында, көнкүреш тураһында)
Ваҡиғаға нигеҙләнеп мәҡәлдәр уйла. (бергәләп)
108-се бит. (Ҡыҙыҡлы грамматика)
А. Миләүшә ҡурсағына күлдәк текмәк булды. Әсәһенән бер киҫәк биҙәкле ситса һорап алды ла ҡырҡа башланы. Күлдәкте тегеп бөткәс, ҡурсағына кейҙерәйем тиһә, күлдәге тар булып сыҡҡан. Был урында Миләүшәгә ҡарата ниндәй мәҡәл әйтеп булыр ине. (Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ).
Б) Булат менән Самат балыҡҡа барырға һөйләштеләр, иртә тороп, суҡ тирәк яғында осрашырға һүҙ бирештеләр. “Һүҙҙе боҙмаҫһыңмы һуң?” – тип һораны булат. Самат мәҡәл менән яуап бирҙе. Уның ниндәй мәҡәл әйтеүе мөмкин? (Егет һүҙе бер булыр)
В) Йүгереү буйынса ярыш бара ине. Ғәзизйән команданы көтмәй йүгерҙе лә китте. Алдан килһә лә, уны еңеүсе итмәнеләр. Етмәһә, уның класының очкоһы кәмене. Ғәзизйәнгә ҡарата ниндәй мәҡәл әйтеп була. (Ашыҡҡан ашҡа бешкән).
Мәҡәлдәрҙе кем күберәк белә? Мәҡәлдәрҙе дауам ит, темаһын билдәлә:
Таҡтала карточка менән эш.
Егет кешегә --- (хеҙмәт)
Йөрөгән таш шымарыр - ( тәбиәғәт)
Ат – туйған ерендә , ир тыуған илендә (Тыуған ил )
Берлектә - тереклек. (көнкүреш тураһында)
Ҡалғандар һүрәткә ярашлы мәҡәл уйлай.
Ағас (ағас емеше менән, кеше эше менән)
Ат (Ир ҡанаты – ат була)
Айыу (Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар)
Бурек (Бурҙыңбүрке яна)
Инша уҡыу .”Берлектә – тереклек”.
II. Яңы тема өҫтөндә эш.
Дәфтәргә число, тема яҙабыҙ. Һүҙлек эше.
Олтан - үксә
Яһаҡ - һалым
Гәүһәр – аҫыл таш
Яҡуттар – бер төркөм аҫыл таштың дөйөм исеме.
Уҡытыусы йыр жанры тураһында һөйләй. “Йыр – көйгә һалып башҡарыла торған шиғри әҫәр. Йырҙар халыҡтың күңел кисерештәрен, уй-ҡараштарын сағылдыра. ……
Халҡыбыҙ оҙон көйлө йырҙары бик яратып башҡарған. Был йырҙар булыр үткән ваҡиғаға, тарихҡа бағышланған”.
3. “Илсе Ғайса” көйө яңғырай.
(тарихын һөйләү)
Йүгереп кенә мендем тау башына,
Ял итәм ултырып, ай, ташына.
Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма, тарих яҙыр инем ташына.
Халыҡ йырҙарын башҡарыусылар тураһында һөйләп китеү: И. Дилмөхәмәтов, Ф. Ҡудашова, Р. Йәнбәков, Ф. Гәрәев, Азамат Тимеров,
ДВД ҡарау. Райман Ишбаев тураһында.
Китап буйынса эш. 135-се бит.
III. Физминутка. Әйҙәгеҙ дәртле көй аҫтында ял итеп алайыҡ.
Беҙ нисек ял итәбеҙ. Алға бер уҡыусы сыға.
Беҙ нисек күңел асабаҙ?
Беҙ нисек тәбрик итәбеҙ?
Беҙ нисек көс туплайбыҙ.?
IV. Әле беҙ тыңлаған, хәрәкәтләнгән көй тәүгеһенән нимәһе менән айырылды?
(Ҡыҫҡа, дәртле)
Уҡытысы һөйләй. Ҡыҫҡа көйлө йырҙар.
Китап буйынса эш. 135-се бит.
V. Үҙ аллы эш.
Йырҙарҙы тулыландыр.
Беҙ һуғышҡа ингәндә,
Бәхилләштек барыбыҙ.
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,
Алдан сыҡты даныбыҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис
Ялсы, ялсы, Ялсығол,Ярышҡанда яусыл бул,—Ярышҡанда яусыл бул,—Ятма йоҡлап, Ялсығол.
Ҡыҙҙар яратмай ялҡауҙы,
Арғымаҡтан ярһыу бул
Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән,Йыуасаһы баллы икән,Ышанмаһаң, ашап ҡара,Шәкәрҙән дә тәмле икән.
Эй, эт өрҙө, эт өрҙө,Тышта берәү йүткерҙе.Ҡоҙағыйҙың йыуасаһыТамағымды бөтөрҙө.
Йомро матур тояғыңды
Дағалармын, юрға
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрсә ле, юрғам.
Һайт, ҡара юрғам, тайт ҡара юрғам
Дуҫым саҡырҙы ҡунаҡҡа,
Тауыҡ бирҙе бүләккә
Оҡшағанын һайлап алдым
Үҙе менеп төнәккә
Күршебеҙгә ҡунаҡ килгән
Инде ни хәл итәйек,
Туҡмаҡ ҡойроҡ ҡара бәрәс
Һуйып ҡунаҡ итәйек.
V. Үтелгән материалды тикшереү өсөн таблица тултыртыу.
1. Халыҡтың донъяға ҡарашын, хыялын бик мауыҡтырғыс итеп күпертеп һөйләп биреүсе жанр (Әкиәт тип атала)
2. Йөкмәткеһе буйынса яуабы уйлап табылырға тейеш булған образлы һөйләм (Йомаҡ)
Ул ҡыҫҡа, ләкин тәрән мәғәнәле була.
Нимә ул йыр. - көйгә һалып башҡарыла торған шиғри әҫәр. (ҡағиҙә сығарыу)
Йомғаҡлау. Бөгөн дәрестә нимәләр өйрәндек?
Өй эше өсөн эште уҡыу 69 –сы бит.