Конспект урока на тему: К?р??те? алмаштары. Мине? б?лм?м


Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының
7-се дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Дәрес конспекты
Тема: Күрһәтеү алмаштары. Минең бүлмәм.
(5 класс)
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Насипова Гүзәл Фидус ҡыҙы
Нефтекама-2015й.
Тема: Күрһәтеү алматары. Минең бүлмәм.
Маҡсат: Күрһәтеү алматарын үҙләтереү; уҡыусыларҙың һөйләү телмәр күнекмәләрен үҫтереү; өй йыһаздарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
1.Йыһазландырыу: дәреслек, компьютер, проектор.
2.Ойотороу мәле:
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
-Кәйефтәрегеҙ нисек? Дәрескә әҙерһегеҙме?
-Беҙҙең бөгөнгө дәрескә ҡунаҡтар килгән, әйҙәгеҙ уларға үҙебеҙҙең белемдәребеҙҙе күрһәтәйек.
3.Артикуляцион күнегеү: (слайд 1)

-Уҡыусылар эстән генә уҡып сығығыҙ әле, был нимә?
-Был шиғыр нимә тураһында?
-Индивидуль уҡытыу.
-Хәҙер мин һүҙҙәрҙе йәшерәм, ә һеҙ шиғырҙы тултырып уҡырға тейеш булаһығыҙ.
(слайд 2)

(слайд 3)

-Афарин, уҡыусылар.
4. Үтелгәндә ҡабатлау:
-Ә үткән дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләштек?
-Был шиғырҙа алмаштар бармы?
- Алмаштан башҡа тағы ниндәй һүҙ төркөмдәре бар?
-Алмаштар ниндәй төркөмсәләргә бүленә?
-Зат алмаштарын һанап сығығыҙ .
-Улар улар һөйләмдә ниндәй функция үтәй?
5.Өй эшен тикшереү:
-Уҡыусылыр, өйгә эште тикшереп алайыҡ.
Балалар яҙып килгән хаттарын уҡый.
-Камил, һин яҙған хатта алмаштар бармы?
-Йондоҙ, тағы ла әйт әле, ни өсөн һөйләмдә алмаштар кәрәк?
6.Яңы теманы аңлатыу:
-Таҡтаға иғтибар итегеҙ.
-Бында ла алмаштар яҙылған.
(слайд 4)

-Улар алмаштың ниндәй төркөмөнә ҡарай икән, нисек уйлайһығыҙ?
-Дөрөҫ, күрһәтеү алмаштары.
7.Ял минуты
8.Дәфтәрҙә эш:
-Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙығыҙ.
-Күрһәтеү алмаштарын дәфтәрҙәргә күсереп яҙағыҙ.
Күрһәтеү алмаштары менән һөйләмдәр төҙөү.
-Ике һөйләмде дәфтәргә яҙыу. Таҡта алдында уҡыусылар эшләй.
9.Текст өҫтөндә эш:
161-се күнегеү өҫтөндә эш.
-Мин тексты уҡып сығам, иғтибар менән тыңлағыҙ, нимә тураһында һүҙ бара икән?
-Йөкмәткеһен аңланығыҙмы?
-Карина, һин нимәләр аңланың?
-Рината, һиңә ниндәй һүҙҙәр таныш?
Һүҙлек эше ойоштороу
(слайд 5)

Сылбырлап уҡыу, тәржемә итеү.
-Уҡыусылар, һеҙҙең бүлмәгеҙ нисек йыһазландырылған?
-Унда ниндай өй йыһаздары бар?
Текстан алмаштарҙы табыу. Уларҙың төркөмдәрен билдәләү.
Тәрбиәүи момент.
(слайд 5)

(слайд 6)

10.Йомғаҡлау.
-Шулай итеп, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләштек?
-Нимәләр эшләнек?
-Был дәрестән һеҙ үҙегеҙгә нимә алдығыҙ?
-Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?
11.Өй эше:
шиғыр ятларға «Өй», 68 бит.