Презентация на тему ?лк?нд?р ??р ва?ыт ?а?лымы?


Аҡыл эйәһе уҡыусыларҙан һораған:- Ни өсөн кешеләр әрләшкәндә бер-береһенә ҡысҡыралар?- Тыныслыҡтарын юғалталар, асыуланалар, үҙҙәренең хаҡлыҡтарын иҫбатларға тырышалар, - тигән уҡыусылар. Тик был яуаптарҙы аҡыл эйәһе ҡабул итмәгән.- Йәнәш торған кешегә ниңә ҡысҡырырға, ул былай ҙа ишетә бит, -тигән. Һәм оҙаҡ ҡына пауза эшләгәс, былай тип яуап бирә:- Кешеләр ҡысҡырған ваҡытта уларҙың йөрәктәре йырағая. Шул йыраҡлыҡты белдермәҫ өсөн, уларға ҡысҡырырға тура килә. Асыуланған һайын нығыраҡ ҡысҡыралар.Кешеләр асыуланышмаған саҡта йөрәктәре яҡын була, улар бер-береһен һүҙһеҙ аңлайҙар. Шуның өсөн бәхәсләшкән саҡта йөрәктәрегеҙ йыраҡлашмаһын. Араны ҙурайтырлыҡ насар һүҙҙәр әйтмәгеҙ, сөнки шундай көн килер, ара ҙур булыр, кирегә юл булмаҫ. Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетһен.Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.Кеше аҡылын ишет, үҙ аҡылың менән эш ит. Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама.Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла.