?урай баш?орт халы? йырын, ?урай мо?о баш?орт халы? ?ки?тен ?йр?не?
Тема: “Ҡурай” башҡорт халыҡ йырын, “Ҡурай моңо” башҡорт халыҡ әкиәтен өйрәнеүМаҡсаттар:
Йырҙың, әкиәттең йөкмәткеhен, тел үҙенсәлектәрен асыҡлау;
тасуири уҡыу, һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү
башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурайы hәм милли
көйҙәргә ҡарата ҡыҙыҡhыныу уятыу, сәнғәтебеҙгә hөйөү тәрбиәләү;
Йыһазлау: ҡурай моңо
Дәрес барышы
1.Психологикик комфорт атмосфераһын булдырыу.
Һаумыһығыҙ!
Хәлдәрегеҙ, кәйефегеҙ нисек?
Ошо яҡшы кәйефте дәрес һуңына тиклем һаҡлап алып ҡалырбыҙ, тип ышанам.
2. Артикуляцион күнегеү
Дәресте башлар алдынан бер аҙ телдәрҙе лә шымартып алайыҡ
Үҙ-үҙ-үҙ- Беҙ үҙебеҙ башҡорттар,
Үп-үп-үп- Күп ырыуға баш йорттар.
Ҡа- ҡа-ҡа- Беҙҙә ҡалын урмандар,
Ҙә-ҙә-ҙә- Беҙҙә данлы Урал бар.
Һе-һе-һе- Ҡурай сәскәһе ете таж,
Ҙе-ҙе-ҙе- Нигеҙе - ете ырыу –
Ға-ға-ға- Бар туғандар менән бергә
Ле-ле-ле- Бәхетле тормош ҡороуУңыш ситуацияһын ойоштороу. (ҡурай моңо яңғырай)
4. У ҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Был ниндәй көй?
Эйе, балалар, был күңелдәребеҙҙе сафландырыусы, рухыбыҙға көс биреүсе – ҡурай моңо!
Тимәк бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләшәбеҙ инде?
Нимә ул ҡурай? Уны ҡайҙан алалар? Нисек килеп сыға ул?
5. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
Ҡурай – борон – борондан башҡорт халҡының тоғро юлдашы, моңдашы булған. Йыйындарҙа ла, яуҙа ла ҡурай уны оҙатып йөрөгән. Башҡорт батыры уға ҡушылып йырлаған, моңланған, уйланған.ҡурай менән ул тыуған ерен данлаған. Сәсәндәребеҙ ҡурай аша халҡында башҡортлоҡ тәрбиәләгән. Бөйөк Салауат батыр ҡурайҙа уйнаған. Ҡаһым-түрә 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижға уның өсөн махсус яһалған көмөш ҡурайында уйнап барып кергән.
Ҡурай ата-бабаларыбыҙҙың моң-зарын, шатлыҡ-ҡыуанысын, ғөмүмән, башҡорт халҡының данлы ла, аяныслы ла яҙмышын, тарихын беҙҙең көндәргә тиклем түкмәй-сәсмәй алып килеп еткереүсе, быуындан-быуынға тапшырыусы изге мираҫ, аманат ул. Бына ни өсөн беҙҙең республикабыҙ гербында ла, флагында ла таҡыя башлы ҡурай һүрәте бар.
Бейеклеге 120-170 сантиметр. Ул Урал, Алтай, Саян тауҙарында, Яҡут-Сахала үҫә. Ә музыка ҡоралы булараҡ башҡорттарҙа ғына таралған. Ҡурайҙың бер нисә төрө бар: ҡурай, ҡыйыҡ ҡурай, сор ҡурай, сүл ҡурайы, еҙ ҡурай. Ҡурай, ҡурайсы Ю.Ғәйнетдинов әйтеүенсә, 18 быуат элек билдәле булған. Кемдәр уны уйнай?
Ниндәй ҡурайсыларҙы беләһегеҙ?
Элек-электән унда сәсәндәребеҙ уйнаған, уны быуындан-быуынға тапшырған, бөгөнгө көндә мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ ҡурай данын күтәреү, уны һаҡлап ҡалыу өсөн бик күп көс һалған һәм һала. Ҡурай моңо менән күптәрҙе таң ҡалдыралар.
Бына улар (слайд):
Йомабай Иҫәнбаев (1925 йылда атаҡлы ҡурайсы Парижда сығыш яhай, уны бөтә донъяға таныта) ( портреты күрhәтелә).
Ғата Сөләймәнов
Ишмулла Дилмөхәмәтов
Кәрим Дияров
Сәйфулла Дилмәхәмәтов
Әҙеһәм Исҡужин
Юлай Ғәйнетдинов
Азат Айытҡолов
Риф Ғәбитов
Ришат Рәхимов
Рәсүл Ҡарабулатов
Рәмил Ғәйҙуллин
Роберт Юлдашев һ.б.
Халыҡ үҙенең моңдашы ҡурай тураhында йырҙар ҙа сығарған. Бөгөн шул йырҙарҙың береһе менән танышып үтербеҙ. Дәфтәрегеҙҙе асып бөгөнгө датаны, көндө, теманы яҙып ҡуйығыҙ.
Йыр һүҙҙәрен мин уҡып ишеттерәм иғтибар менән генә күҙәтеп барығыҙ.
Үҙаллы уҡып сығығыҙ
Сылбырлап уҡыйҙар.
Йыр һүҙҙәре аша халыҡтың кәйефен күреп буламы?
- Эйе, ауыр тормошта йәшәhә лә, күңеле ҡайhы ваҡыт төшөнкө булhа ла, халҡыбыҙҙың рухы ныҡ булған. Тап ошо йыр-моң, ҡурай уларға рухын hаҡлап ҡалырға ярҙам иткән дә инде.
6. Физминутка. (бейеү көйөнә хәрәкәттәр эшләйбеҙ)
“Ҡурай моңо” башҡорт халыҡ әкиәтен уҡыйбыҙ.
Ҡурай башҡорт халҡының тормошона шул хәтлем үрелеп, үтеп ингән.
Боронғолар шулай уҡ ҡурай тураhында мәҡәлдәр, йомаҡтар сығарғандар. Кем әйтә алыр?
Ҡурай тартhаң, көй булыр,
бүрәнә тартhаң, өй булыр, — мәҡәл.
Ҡырҙа үҫкән бер бала
ел иҫкәндә моң hала.
Күпте күргән — күҙе юҡ,
Бер кемдән дә сере юҡ.
Ауыҙы бар — hүҙе юҡ,
Тауышы бар — теле юҡ, - йомаҡ
Ҡурайҙы сағылдырған тағы ниндәй ижад төрҙәрен беләhегеҙ?
Әкиәттәрҙә сағыла: «Урал батыр», «Ҡурай тураhында әкиәт».
Легендаларҙа: «Ҡурай тураhында легенда».
Рәссамдар картиналарында сағылдырған: Мәҫәлән, Рәшит Нурмөхәмәтовтың «Батыр тураhында легенда» hүрәтендә.
Ә композитор Рим Хәсәнов «Ҡурай тураhында легенда» балетына көй яҙған. БРның дәүләт гербы символикаhына ингән.
Өфө ҡалаһында 1974 йылда ҡурайсы малай исемле һәйкәл асылған (авторы - Маргарита Александровна Соловьева-Ефимова),
Баймаҡ районында ла ҡурайға һәйкәл ҡуйылған(Авторы - М.А.Байрамгулов,)
— Хәҙер шундай hорауҙарға яуап бирегеҙ: Ҡурайға hеҙҙең ҡарашығыҙ нисек? Ҡурай хәҙерге заманда кәрәкме ул?
7. Өйгә эш.
1.Ҡурай тураһында шиғыр, өҫтәлмә мәғлүмәттәр табырға,
2. Йыр йөкмәткеһенә иллюстрация төшөрөргә
3. Йырҙы ятларға
4. әкиәтте һөйләргә
8. Рефлексия.
- Бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләштек?
Нимәләр белдегеҙ?
Башҡорт халыҡ йыры “Ҡурай”, “Ҡурай моңо” әкиәте һеҙҙә ниндәй тәйьҫораттар ҡалдырҙы, хис тойғолар уятты?
Кем дәрестә нисек эшләне? Кемгә ниндәй баһалар ҡуябыҙ, ни өсөн?
Дәресебеҙҙе Ш.Бабичтың “Ҡурайға”шиғырынан өҙөк менән тамамлағы килә.
Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт , ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт һөйгән башҡорт моңдарын. (Шәйехзада Бабич)
Уйнарға теләге булғандар өйрәнерҙәр, ҡурай моңдарын тыңлап күңелдәрегеҙҙе йыуатып, уны киләһе быуынға ла еткерерһегеҙ тип ышынам.