Урок по башкирскому языку 5 класс Кыш бабай бэлэкэй сакта М.Карим


Тема: М.Кәримдең “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” хикәйәһе.5 класс
Уҡыусылар өсөн маҡсат:
1. М.Кәрим “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” хикәйәһе буйынса анализ;
2. Төркөмдә эшләргә, аралашырға өйрәнеү.
3. Бәйләнешле телмәр, логик фекерләүҙе, иғтибарлыҡты үҫтереү, ижади һәләттәрҙе асыу.
4. Тәбиғәткә, тыуған яҡҡа һөйөү, матурлыҡты күрә белеү тойғоһо тәрбиәләү. Бер-береңде ихтирам итеү,изгелек эшләү теләген уятыу;
5. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу арттырыу.
Уҡытыусылар өсөн маҡсат:
1. М.Кәрим “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” хикәйәһе буйынса анализ 2.Төркөмдәрҙә эшләргә, аралашырға өйрәтеү.
3. Бәйләнешле телмәр, логик фекерләүҙе, иғтибарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү, ижади һәләттәрен асыу.
4. Тәбиғәткә, тыуған яҡҡа һөйөү, матурлыҡты күрә белеү тойғоһо тәрбиәләү. Бер-береңде ихтирам итеү,изгелек эшләү теләген уятыу;
5. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу арттырыу.
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
Предмет һөҙөмтәләре: текст, китап менән эш итеү алымдарын өйрәнеүҙе дауам итеү, кәрәкле материал туплау; белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу;
Шәхси һөҙөмтәләр: үҙеңде дөрөҫ контролләргә, баһаларға өйрәнеү; ижади-эҙләнеү эше менән шөғөлләнеү; үҙ-үҙеңә баһа биреү; башҡаларҙы тыңлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү;
Метапредмет: Төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү, алған белемде системалаштырыу;
дәрескә маҡсат ҡуя белеү, коллектив менән, төркөмләп, индивидуаль эшләү күнекмәләрен нығытыу, үҙләштерелгән белем менән эш итә белеү.
Дәрес төрө: белемде ,күнекмәләрҙе комплекслы ҡулланыу(нығытыу)
Эштең төрҙәре: төркөмләп, парҙар менән менән эшләү, фронталь эшләү күнекмәләрен үҫтереү.
Предмет-ара бәйләнеш: әҙәбиәт, тарих.
Йыһазландырыу: ноутбук, мультимедия проектор, экран, презентация
Дидактик материал: методик карточкаларДәрес формаһы: ҡатнашКонтроль формаһы: карточкаларҙа эшләүДәрес барышы
1.Ойоштороу өлөшө.
Психологик инеш: уҡыусыларҙы актив уҡыу эшмәкәрлегенә көйләү; дәрескә әҙерлеген тикшереү; был этаптың төп маҡсаты- балаларға яҡшы кәйеф, эшләһе килеү теләген тыуҙырыу. Бының өсөн уҡыусылар менән әңгәмә үткәрелә.
Сәләм биреп, сәләм алыу менән
Сит менән дә туған булаһың,
"Һаумыһығыҙ",тип тик башҡортса һаула,
Һин бит бөйөк башҡорт балаһы!

 -Һаумыһығыҙ, балалар, хәйерле көн! Ултырығыҙ!
Уҡыусылар, мин Зарипова Наталья Мансур ҡыҙы булам. Ҡаланың 11-се һанлы мәктәбендә һеҙҙең кеүек уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләшергә, яҙырға өйрәтәм. Иғтибар! экранға ҡарайыҡ!(видеояҙма ҡарау)
2.Ситуация тыуҙырыу.
-Уҡыусылар: 11-се мәктәптең 5 класс уҡыусыларынан 12-се мәктәпкә ҙур сәләм! Сәләм, мин Ғәбдулхаҡова Элиза булам, һеҙгә ошондай һорау әҙерләнем. Уҡып киткән өҙөктән геройҙың исемен иҫкә төшөрөгөҙ.
Нисә ҡарама, сыйырсыҡ ояһына дүрт күҙ төбәлгән була. Болдорҙа сәсенә ҡыҙыл таҫма таҡҡан ҡыҙ ултыра, уның исеме –
Уңыштар!
3.Маҡсатҡа сығыу.
- Уҡыусылар был ниндәй герой? (Дөрөҫ, Әлфиә исемле ҡыҙ).
- Ә ниндәй әҫәрҙән был өҙөк? (“Сыйырсыҡ балаһы” )
- Авторы кем?(М.Кәрим)
-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн беҙ Әлфиәне иҫкә төшөрөп киттек?
-(уҡыусылар) М.Кәримдең “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” әҫәрендә лә Әлфиә менән беҙ ҡабат осрашабыҙ. Был хикәйә шулай уҡ “Әлфиә хикәйәләре” китабынан алынған.
-Шулай итеп, өй эше итеп һеҙгә нимә бирелгән ине ?(Хикәйәне уҡырға, автор тураһында өҫтәлмә материал табырға)
-Тимәк, беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһын нимә тип билдәләргә мөмкин? М.Кәримдең “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” хикәйәһе.
-Бөгөнгө дәрестә ниндәй маҡсат ҡуйырһығыҙ үҙегеҙгә?
Беҙҙең маҡсат:
Яңы теманы үҙләштереү, матур уҡыу, дөрөҫ яҙыу, дөрөҫ фекер йөрөтөү.
Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асығыҙ, бөгөнгө число, теманы яҙып ҡуйығыҙ.
Дәфтәрҙәрҙә эш.
дәфтәргә яҙыу Етенсе декабрь.
М.Кәримдең “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” хикәйәһе.
Дәрес ваҡытында үҙ эшмәкәрлегегеҙгә баһа ҡуйырға онотмағыҙ.
-Экранда бөгөнгө дәрестә нимәләр планлаштырылған, ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеген күреп барырбыҙ.

Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә
Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Ул-күренекле башҡорт яҙыусыһы,шағиры,драматург. Уҡыусылар, илебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәримдең йөрәге 2005 йылдың 21сентябрендә оҙайлы ауырыуҙан һуң тибеүҙән туҡтай...
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримгә 2013 йылдың 10октябрендә һәйкәл асылды. Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчук эшләгән һәйкәл БР Профсоюздар йорто алдында ҡуйылған.
Хикәйәнең башында беҙ кем менән танышып үтәбеҙ.(Әлфиә исемле ҡыҙ менән). Әлфиә тураһында нимәләр белдегеҙ? Ул ниндәй ҡыҙ? (ҡыҙыҡһыныусан, хыялланырға ярата, әкиәт тыңларғы ярата, ). Ә һеҙ быны нимәләрҙән белдегеҙ?(Әлфиә һорауҙар бирергә ярата, төрлө әйберҙәргә ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай)
3-cө бүлекте уҡығас һеҙ ниндәй геройҙар менән таныштығыҙ, һанап сығығыҙ әле. (Ҡыш бабай, Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай, Яман малай менән Илаҡ ҡыҙ)
- Улар бергәләшеп ниндәй уйын уйнай ине? (ҡар бәрешеү уйыны)
- Яҡшы малай иптәштәренә нимә эшләргә тәҡдим итте?
Балаларҙың быға бөтәһе лә ризалаштымы?
(Яман малай бер үҙе ситтә нимәлер тибеп йөрөнө, Илаҡ ҡыҙ бер аҙ маташҡас –Ҡулым өшөнө тип ҡайтып китте).
Һүрәткә ҡарайыҡ, был кемдәр?
-Китаптан Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай башҡарған эштәре тураһындағы кем уҡып ишеттерәм ти?
“… Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ минең кәүҙәмә бик аҡыллы бер баш ултыртты, үткер күҙҙәр ҡуйҙы, һиҙгер ҡолаҡтар тиште, ҙур ғына танау йәбештерҙе, ике эшлекле ҡул яһаны. Ҡыҫҡараҡ булһа ла аяҡтарым да бар ине. Торғаны менән кеше булдым.
Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай мине һәр саҡ бәләнән ҡотҡара торҙо. Һынған ҡул урынына яңыны яһанылар, китек танау урынына тағы ла яҡшыраҡ танау ҡуйҙылар. Бөтөнләй ҡолаҡһыҙ ҙа тороп ҡалманым.”
Ә был һүрәттәге малай һеҙгә кемде һәтерләтә? Текстан уның тураһында кем уҡый?
“…Тик Яман малай ғына миңа тынғы бирмәне. Кеше күрмәгәндә , йә ҡулымды һындырып ташлай, ҡолағымды ҡуптарып ала, йә танауымды китеп төшөрә, йә кәүҙәмә таяҡ тығып китә. Ҡыҙғаныу ҙа, оят та юҡ үҙендә. Ҡарҙан яһалған булһам да, мин дә кеше бит эле. Кешене шулай ыҙаларға яраймы ни?”
Хәрәкәттә-бәрәкәт тигән боронғолар. Ял минуты. “Тышта ҡар яуа” йырына
-Тимәк, Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ Ҡар бабайҙы эшләй алдымы?
- Улар Ҡар бабайҙы нисек эшләнеләр?(Эйе, бергәләп эшләгәндә эш килеп сыға, юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит,” Күмәкләп эшләгән, яу ҡайтарған”
Хәҙер беҙ һеҙҙең менән ике командаға бүленеп эшләйәсәкбеҙ.
Командирҙар һайлайбыҙ.
Командаларға исем бирегеҙ
(“Ҡар бөртөктәре”, “Боҙбармаҡтар”).
Командаларға ярҙамға терәк һүҙҙәр.
Эшебеҙҙе дауам итәйек.
- Ә был әкиәттәге Ҡар бабайға балалар оҡшаймы?
Уҡып киткән өҙөктәрҙән сығып, беҙ ни өсөн Ҡар бабайҙың уларға ошондай исем ҡушҡанын әйтә алабыҙ.
(төп геройҙарға характеристика биреү, таблица тултырыу)
Ыңғай геройҙар Уларға хас сифаттар Кире геройҙар Уларға хас сифаттар
- Һеҙҙең арала Уңған ҡыҙҙар бармы? (Уларҙың һәйбәтлеге нимәлә беленә? Ни өсөн һәйбәт тип әйтәһегеҙ?).
- Һеҙҙең арала Яҡшы малайҙар бармы?(ни өсөн яҡшы малай тип әйтегеҙ?)
-Ә һеҙ үҙегеҙ бөгөн,йәки кисә ниндәй яҡшылыҡ эшләнегеҙ (Бәлки һеҙ таҡта һөрткәнһегеҙҙер, гөлдәргә һыу һипкәнһегеҙҙер, бәлки берәүҙең төшкән ручкаһын алып һалғанһығыҙҙыр, быларҙың барыһы ла яҡшылыҡ бит инде).
Һеҙҙең арала Яман малай, Илаҡ ҡыҙ юҡ. Шулаймы. балалар? Сөнки, һеҙҙең класта Яҡшы малайҙар, Уңған ҡыҙҙар уҡый. Улар тырышып уҡыйҙар.
7.Нығытыу күнегеүҙәре.
2.Төркөмдәрҙә эш. Бирелгән һөйләмдәрҙең башын һәм аҙағын табырға, мәғәнәһен аңлатырға кәрәк.
·     Яҡшынан ҡасма, яманға аяҡ баҫма.
Уҡыусылар һеҙ төҙөгән һөйләмдәрҙе беҙ икенсе төрлө нисек итеп атайбыҙ?(мәҡәлдәр). Мәҡәлдәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? (аҡылға) Һәр команда үҙенең килеп сыҡҡан мәҡәлен таҡтаға сығып яҙа. Мәғәнәһен аңлата.
Мәҡәлде дәфтәргә яҙып ҡуйығыҙ. Һығымта яһала.
-Балалар, дәресебеҙҙең аҙағы ла килеп етте. Тиҙҙән беҙҙең Ҡыш бабайыбыҙ ҙа килеп етер… (дәреслектән уҡып китәм 116-сы бит).
Шунан бирле, дуҫтарымды эҙләп, мин йыл да бында киләм. Бына хәҙер ҡартайып та бөттөм. Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малайҙы әле булһа таба алғаным юҡ. Әммә уларға ныҡ оҡшаған балаларҙы бик-бик күп осраттым. Улар менән таныштым, дуҫлаштым.
Яман малай менән Илаҡ ҡыҙҙы ла килгән һайын күрәм. Улар бер ҡайҙа ла китмәгән. Үҙҙәре һаман шул уҡ көйө тора: үҫмәгәндәр ҙә, үҙгәрмәгәндәр ҙә…
Дәресебеҙҙе йомғаҡлап шуны әйтәһем килә.Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ кеүек кешеләр тормошта үҙ урындарын, юлдарын табалар, каршылыҡтарҙан ҡурыҡмайҙар, ә Яман малай менән Илаҡ ҡыҙ кеүектәр бер нигә лә өлгәшә алмайҙар.
Беҙҙең тормошта ниндәй генә ҡурҡыныс, фәжиғәле күренестәр булмай. Кешеләр янғынға осрай, һыуҙа бата . Әммә ошо Яҡшы малайҙар һәм Уңған ҡыҙҙар бер нимә лә ҡурҡмайынса башҡа кешкләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарып ала.( 14 йәшлек Айнур Ғәлиев  Ишембай ҡалаһынан һыуҙа батырға яҙған ҡыҙ менән малайҙы ҡотҡара. ) Йылайыр районынан Илназ Байбактин, янғыннан ҡатын ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡара.Донъялағы берҙән-бер булған балалар наградына лайыҡ булған өсөнсө класс уҡыусыһы Саша Братанова дүрт сабыйҙы янғыннан ҡотҡара.
8)Рефлексия. - Дәрескә ҡуйған маҡсаттарыбыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Беҙ үҙебеҙгә ҡуйған маҡсаттарға ирештекме?
Һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшанымы? Нимәләр оҡшаны? Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?
Бөгөнгө дәрестә мин нимә белдем?
Миңә иң ҡыйыны.....было трудно…
Мин нимәне аңлап ҡалдым…
Иң ҡыҙығы…
Иң аптратҡаны
Мин һеҙҙең яҡшы кеше булып үҫеүегеҙгә ышанам.Көндө - сағыу ҡояш, ағасты - япраҡ, кешене - яҡшы уйҙар, изге эштәр биҙәй.
Донъяла тәүге ҡалыр эш-
Ул да булһа яҡшылыҡ,
Күккә лә осор-яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ - яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ - яҡшылыҡ.
Өйгә эш биреү, инструктаж үткәреү:
1. Йөкмәткене тулы итеп һөйләргә өйрәнергә.
2. Үҙегеҙгә оҡшаған урындың һүрәтен төшөрөргә.
3. 118-се биттәге 11-се һорауға яуап әҙерләп килергә.
 
Баһалар ҡуйыу.