Внеклассное мероприятие Мой край-Башкортостан


БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ
ТАШБУЛАТ УРТА МӘКТӘБЕ
«Сәскә ат, гүзәл Башҡортостан!»
(Республика көнөнә арналған байрам сценарийы)
Яуаплылар: Баязитова И.И.
Бәрәкова Л.Н.
«Сәскә ат, гүзәл Башҡортостан!»
(Республика көнөнә арналған байрам сценарийы)
Зал байрамса биҙәлгән. Башҡортостан Республикаһының гимны яңғырай. Балалар баҫып торалар.
Презентация “Башҡортостан Республикаһы”
Монтаж.
Башҡортостан,
Тыуған – үҫкән ерем,
Маҡтаһамда күпме йырымда,
Әйтә алмам кеүек йөрәк һүҙен
Ғәжәп матурлығың турында.
Тыуған илем, тим дә һүҙ башлайым,
Тыуған илем – Башҡортостаным.
Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә
Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин.
Сирек быуат инде беҙ йәшәйбеҙ
Суверенлы Башҡортостанда.
Ҡайҙа баҡма: илем сәскә ата,
Күпме сабый тыуа һәр таңда
Зәңгәр күк – ул тыныслығы илдең
Ҡурай моңо түккән еремдә.
Герб, гимны булған минең илдең,
Үҙ һүҙе бар илдәр түрендә.
Гербыбыҙҙа атлы Салауатым,
Ҡояш балҡый офоҡ ситендә.
Сәскә атһын Башҡортостан
Рәсәй тигән бөйөк илемдә!
Башҡортостан - һин хөрмәтле,
данлы ил,
Еңеү яулап алғабараһың.
Киләсәккә яҡты нур – моң сәсә
Һинең ғорур рухлы байрағың.
Башҡортостан\ №ин икм2кле тупраҡ,
Й2шел урман, болон, тау, дала.
Й2н3е6г2- й2н, й2м3е6г2 й2м бирг2н,
№ин ут 32м 3ыу, 3ауа 32м дауа.
Тыуған көнөң менә, Республикам,
Татыулығы һәр бер милләттең.
Тыныс йәшәү һинән – минән тора,
Тыныс йәшәү менән ҡиммәтһең.
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал ере,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан –ҡымыҙ сере.
Республикам, йондоҙ булып балҡы,
Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.
Тыуған ерҙә һүнмәҫ усағыбыҙ,
Туған телдә тынмаҫ йырыбыҙ.
Башҡортостан – минең йәнтөйәгем,
Башҡортостан – минең ырыҫым!
Башҡортостан йәмен, ҡотон һаҡлау
Һинең, минең изге бурысым!(хор менән)

Йыр «Башҡортостан илгенәм».(презентация йыр-караоке)
Уйын «Башҡортостаныңды беләһеңме?»
(презентация)
Концерт.
Концерт барышында презентация “Башҡортостандың ете мөғжизәһе”
Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙ,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын,
Һиҙҙерт,ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы
Һөйҙөрт һөйләп башҡорт моңдарын!
Һеҙҙең алдығыҙҙа “Ҡурай ”бейеүе менән 2А класы уҡыусыһы Фәйзуллина Алина.
Башҡортостан - башҡорт иле
Ағиҙелкәй, Уралҡай.
Мең михнәттәр күргәндә лә
Дуҫлыҡ утын ул һаҡлай.
Малайҙар башҡарыуында йыр” Минең Ватаным”
Бейе әйҙә, бейе әйҙә,
Иҙәндәре һелкенһен.
Иҙәндәре һелкенһен дә
Күңелдәре елкенһең.
3А класы ҡыҙҙары башҡарыуында “Шәл” бейеүе.
Тыуған илем – Башҡортостаным!
Маҡтаһам да күпме йырымда
Әйтә алмам кеүек йөрәк йырын
Ғәжәп матурлығың турында.
“Башҡортостан - гөлбостан” бейеүе менән 2 А класс малайҙары.
Туған илем, тим дә һүҙ башлайым
Тыуған илем – Башҡортостаным.
Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин
Ҡыҙҙар башҡауырында йыр “Башҡортостан - илгенәм»