Конспект урока по истории и культуре Башкортостана для 7 класса на тему СССР-?ы? халы? артистары


Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы
муниципаль район Байыш ауылы
Ғайса Аҡманов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

«CССР-ҙың халыҡ артистары»

Төҙөнө: Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы Ҡолмөхәмәтова Г.З.

Байыш- 2014
Тема: СССР-ҙың халыҡ артистары.
Маҡсат: 1) СССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған драма артистары тураһында мәғлүмәт биреү;
2) уҡыусыларҙың телмәрен, фекерләүен үҫтереү;
3) сәнғәткә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: компьютер,мультимедия проекторы, интерактив таҡта, тест һорауҙары, карточкалар, китаптар.
Дәрес барышы:
Ойоштороу моменты.
Үткәндәрҙе ҡабатлау.
«Тәүге театрҙар» темаһына тест эшләү ( Һәр уҡыусы үҙ аллы эшләй. Һуңынан парҙар эштәрҙе алмашып, бер-береһенең эшен тикшереп, баһалайҙар).
Тема өҫтөндә эш.
Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү.
Был һүҙҙәр кемгә ҡарата әйтелгән?
«Сәнғәтебеҙ Арыҫланы»
«Сәхнә ҡаһарманы»
«Башҡорт театры бәһлеүәне»
Дөрөҫ, был һүҙҙәр Арыҫлан Мөбәрәковҡа ҡарата әйтелгән. Ул драма артистары араһынан беренсе булып СССР-ҙың халыҡ артисы тигән оло исемгә лайыҡ була. Унан башҡа БДАДТ-ның тағы ике артискаһы был исемде ала. Улар: З.Бикбулатова һәм Г.Мөбәрәкова.
Шулай итеп, бөгөнгө беҙҙең дәресебеҙҙең темаһы нимә?
Дөрөҫ, СССР-ҙың халыҡ артистары . Теманан сығып, дәресебеҙгә маҡсат ҡуйып китәйек. Бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Слайд 2. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу)
Уҡытыусы һүҙе.
-Әйтеп үтеүемсә, БДАДТ-ның өс артисы СССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булдылар. 1955 йылда был исемде А. Мөбәрәков, 1973 йылда З. Бикбулатова, 1990 йылда Г. Мөбәрәкова алдылар (Слайд 3)
Ә уларға был исем ни өсөн бирелгән?
Был һорауға яуапты иптәштәрегеҙҙең сығыштарын тыңлағандан һуң яуап бирерһегеҙ.
Уҡыусыларҙың сығышы.
а) 1. А.Мөбәрәков тураһында уҡыусы һөйләүе (Слайд 4-8)
2. - Ә хәҙер «Салауат Юлаев» фильмынан өҙөк ҡарап китәйек. Салауат ролендә А.Мөбәрәков уйнай. Уның актерлыҡ оҫталығы фильмда бик асыҡ күренә. («Салауат Юлаев» фильмынан өҙөк ҡарау.)
Уҡытыусы:
- Фильм 1940 йылда төшөрөлә, ә экрандарға 1941 йылда сыға. Был – Бөйөк Ватан һуғышы башланған йыл. Фильмды фронтҡа алып барып та күрһәтәләр һәм уның яугирҙарға тәьҫир итеү көсө бик ҙур була. Был турала Ф.Ғәскәровтың бер иҫтәлегендә асыҡ сағыла. (Өҙөк уҡыу.)
3. Һорауҙарға яуаптар алыу.
- А.Мөбәрәков ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
- Ул ҡайҙа уҡый?
- Ул ниндәй кинола төп ролде уйнай?
- А.Мөбәрәковҡа ҡасан һәм ниндәй роле өсөн СССР-ҙың халыҡ артисы тигән исеме бирелә?
б) З.Бикбулатова тураһында уҡыусы һөйләүе (Слайд 9)
- З.Бикбулатова ҡайһы яҡтан?
- Ул профессиональ белемде ҡайҙа алған?
Зәйтүнә Бикбулатоваға ниндәй роле өсөн С.Юлаев ис. премия бирелә?
- СССР-ҙың халыҡ артисы тигән исем ни өсөн бирелә?
в) Г. Мөбәрәкова тураһында уҡыусы сығышы (Слайд 10).
- Г.Мөбәрәкова ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнә?
Уға ниндәй роле өсөн С.Юлаев ис. премия бирелә?
Г.Мөбәрәковаға СССР-ҙың халыҡ артисы тигән исем ни өсөн бирелә?
Физминутка. Эште ҡуйып бер аҙға
Уҙғарабыҙ хәрәкәт.
Боронғолар әйткәндәр:
«Хәрәкәттә - бәрәкәт».
Төркөмдәр менән эш.
1-се төркөмгә һорау.
А.Мөбәрәков бер яҡлы ғына талант эйәһеме? Ул үҙен тағы ҡайһы яҡтан танытты?
2-се төркөмгә һорау.
А.Мөбәрәков исемен ниндәй театр йөрөтә? Ни өсөн?
3-сө төркөмгә һорау.
Г. Мөбәрәкова һәм З.Бикбулатова ниндәй ролдәре өсөн С.Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булалар? Ниндәй уртаҡлыҡ бар?
(Уҡытыусы өҫтәүе: 1976 йылда БДАДТ коллективы С.Юлаев ис. премия лауреаты була. Улар: режиссер Рифҡәт Исрафилов, драматург Әсғәт Мирзаһитов һәм артистар Г.Мөбәрәкова менән З.Бикбулатова)

4 – се төркөмгә эш (еңеләйтелгән)
А.Мөбәрәков ниндәй спектакль һәм киноларҙа С алауат Юлаев ролен башҡарҙы?
Йомғаҡлау.
Бөгөн дәрестә кемдәр тураһында һөйләштек?
Драма артистарынан нисә кеше СССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған?
Был исем уларға ни өсөн бирелгән?
Өйгә эш биреү:
1) 146-149 биттәрҙе уҡырға;
2) Рәғиҙә Янбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Зәкиә һәм Ғата Арыҫлановтар тураһында сығыштар әҙерләргә.