Методическая разработка. Мероприятия, Аулак ой


«Аулак өй»
«Аулак өй» йыры яңғырай.
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле студенттар!
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән башҡорт-татар халҡының ата-бабаларҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яңыртыу, халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен һәм уйындарын иҫкә төшөрөү, уларҙы өйрәнеү өсөн йыйылдыҡ.
Зал ауыл күренеше кеүек биҙәлгән (сигелгән һөлгөләр, самауыр, сынаяҡтар).
Ике ҡыҙ өйгә керә.
1-се ҡыҙ: Өйҙә кеше юғында аулаҡ өй ойошторабыҙмы әллә?
2-се ҡыҙ: Әйҙә. Ҡыҙҙарҙы саҡырайыҡ, егеттәр ҙә килер.
1-се ҡыҙ: Зөлфиәгә әйтәйек, ҡыҙҙарҙы саҡырып килһен.
Бергә: Зөлфиә! Зөлфиә!
Зөлфиә: Ниңә саҡырҙығыҙ?
Ҡыҙҙар аулаҡ өй ойошторорға теләүҙәре тураһында әйтәләр.
Зөлфиә:Әйҙә, кемдәрҙе саҡырабыҙ?
2-се ҡыҙ: Үҙебеҙҙең күрше ҡыҙҙарҙы барыһын да саҡыр, ә беҙ өйҙө йыйыштырабыҙ.
Ҡыҙҙар йырлай-йырлай өй йыйыштыралар, бейеп-бейеп тә алалар.
Бер аҙҙан ҡул эштәрен күтәргән ҡыҙҙар килеп керәләр. Ҡайһы берҙәрендә күстәнәстәр ҙә күренә.
Ҡыҙҙар иҫәнләшәләр:
- Мин күстәнәскә бауырһаҡ алып килдем.
- Ә мин ҡып-ҡыҙыл алма.
- Мин сәк-сәк.
1-се ҡыҙ: Бик ҙур рәхмәт. Ә бына беҙ ҡоймаҡ бешерҙек.
2-се ҡыҙ: Әйҙәгеҙ үтегеҙ, иң алда бер аҙ ҡул эше менән ултырып алайыҡ.
Ҡыҙҙар йыр башлайҙар, сигеү, бәйләм менән булалар.
Алып барыусы: Ҡыҙҙар аулаҡ өйгә йыйылғандар икән, егеттәр ҙә булмайса ҡалмаҫ. Ана үҙҙәре лә килә түгелме?
Ҡыҙҙар тыз-быз киләләр, кейемдәрен төҙәтәләр. Йырлай-йырлай егеттәр килә.
1-се егет: Ҡыҙҙар-йондоҙҙар, былбыл ҡоштар, инергә мөмкинме?
Ҡыҙҙар: Юҡ-юҡ кертмәйбеҙ.
Егеттәр: Керетегеҙ инде, беҙ мөйөштә генә ултырып торабыҙ.
2-се егет: Йә, керетмәһәгеҙ, беҙ түбән осҡа китәбеҙ, унда ла аулаҡ өй. Ана, үҙҙәре лә килә түгелме? Бәлки һеҙҙең менән бергә кереп тә ҡалырбыҙ.
1-се ҡыҙ: Ҡыҙҙар! Туҡтап тороғоҙ әле, Резеданың тауышы ишетелә түгелме? Уларҙа ла бөгөн аулаҡ бит.
Гөлназ: Ҡыҙҙар ! Беҙҙе керетәһегеҙме? Беҙ буш килмәнек, күстәнәскә йыр-бейеү алып килдек.
2-се ҡыҙ: Рәхим итегеҙ!
Ҡунаҡтар йырлап, бейеп күрһәтәләр.
1-се егет: Егеттәр! Беҙ ҙә бит төшөп ҡалғандарҙан түгел!
Егеттәр:
Селтәр элдек ситәнгә
Елфер-елфер итәргә,
Беҙ килмәнек буш китәргә,
Килдек алып китәргә.
Ҡыҙҙар:
Алын алырһығыҙ микән,
Гөлөн алырһығыҙ микән,
Урталарға сығып баҫып
Кемде алырһығыҙ микән?
Егеттәр:
Алдарын да алырбыҙ,
Гөлдәрен дә алырбыҙ,
Күңелебеҙгә кем оҡшаһа,
Шуны һайлап алырбыҙ.
Ҡыҙҙар-егеттәр көлөшәләр.
Гөлназ: Йә, ярай, һеҙҙә бик күңелле икән, шулай ҙа беҙ үҙебеҙҙең аулаҡҡа ҡайтайыҡ.
Ҡунаҡтар сығып китәләр.Шул ваҡыт ҡыҙҙың өләсәһе ҡайтып керә.
Әбей: Ниндәй матур йыр ишетелә тиһәм, үҙебеҙҙекеләр йырлай икән.
1-се ҡыҙ: Өләсәй, ҡайтып та еттеңме ни? Зинһар, асыуланма инде, ҡыҙҙарҙы аулаҡ өйгә саҡырған инем.
Әбей: Ярай-ярай, уйнағыҙ, көлөгөҙ. И-и-и беҙҙең дә йәш саҡтар бар ине бит. Беҙ ҙә шулай аулаҡ өйгә йыйыла торған инек.
2-се ҡыҙ: Әбей, һин күп кенә киҫәтеүҙәр беләһең бит, әйт әле бер нисәһен.
Әбей: Элек-электән иң оло ниғмәт икмәк булған (икмәк ала).
Бер ҡасан да икмәк өҫтөнә әйбер ҡуймағыҙ.
Икмәктән өҫтөн нәмә юҡ.
Икмәктең валсығы ла беҙҙән оло, ҡойоп ашамағыҙ. Бына шулай икмәкте ололағыҙ, балаҡайҙарым.
Ҡыҙҙар-егеттәр: Ололайбыҙ, әбей, ололайбыҙ.
Әбей: Өҫтәлде ҡағыҙ менән һөртмәгеҙ, тауыш сығыр.
Оло кешегә үҙең башлап сәләм бир.
1-се ҡыҙ:Өләсәй, беҙ ҙә мәҡәлдәр беләбеҙ бит.
Ағас емеше менән, кеше эше менән татлы.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
Һөнәрле үлмәҫ,һөнәрһеҙ көн күрмәҫ.
Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
Ҡалған эшкә ҡар яуыр.
Әбей: Бигерәк булдыҡлы егеттәр, уңған ҡыҙҙар икәнһегеҙ. Булдырҙығыҙ бит.
Алып барыусы: Әйе, булдырҙылар шул. Шулай итеп, беҙ аулаҡ өйҙөң бер өлөшөн ҡарап үттек. Әйҙәгеҙ хәҙер күмәк уйындар уйнап алайыҡ.
Йөҙөк һалыш уйыны.
Уйында ҡатнашыусылар теҙелешеп ултыралар. Бер студент “йөҙөк һалыусы” була. Ул ҡулдарын ҡуш услап ултырған студенттарҙың барыһына ла йөҙөк һалып сыға, йөҙөктөң кемгә тура килеүен бер кем дә һиҙергә тейеш түгел, унан ситкә китеп: “Йөҙөк кемдә, һикереп сыҡ”-ти. Йөҙөклө кеше һикереп торғанда, ике яҡ күршеһенең береһе тотоп ҡала алһа, йөҙөклө кешегә яза бирелә.
“Һуҡыр тәкә” уйыны
2-се ҡыҙ: Әйҙәгеҙ, инде “Һуҡыр тәкә” уйынын уйнап алабыҙ.
Бер егеттең күҙен бәйләйҙәр ҙә, һамаҡлай-һамаҡлай әйләндерәләр:
Әбей-әбей, әптер,
Береһен алып эләктер.
Дөбөр-дөбөр-дөптөр,
Тибер-тибер-тип-тип.
Һамаҡты әйтеп бөтөү менән, барыһы ла йүгереп таралышалар. Егет эҙләй. Береһен тотоп алһа, исемен әйтергә тейеш. Исемен дөрөҫ әйтһә, тотолған кешегә “яза” әйтәләр: бейергә, йырларға, ҡурайҙа, уйнарға, йондоҙҙарҙы яратҡан ҡыҙ менән һанап керергә, түбә таҡтаһын һанарға, әтәс булып ҡысҡырырға һ.б.
Яза үтәлгәндән һуң, тотолған егеттең күҙен бәйләйҙәр, уйын дауам итә.
1-се ҡыҙ: Уф, арытты. Инде бер аҙ ял итеп, сәй эсеп алмай булмаҫ.
2-се ҡыҙ: Минең күптән ашағым килә инде.
Егеттәр: Беҙ сәйләп ултырмайбыҙ, ҡыҙҙар. Мейестәге бәлеште ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырайыҡ та таяйыҡ.
Егеттәр йырлай-йырлай ҡайтып китәләр.
Былай итергә кәрәк.
Хужаларға рәхмәт әйтеп
Ҡайтып китергә кәрәк.
1-се ҡыҙ: Бигерәк күңелһеҙ булып ҡалды бит әле егеттәр киткәс.
2-се ҡыҙ: Уның ҡарайһы, рәхәтләнеп сәй эсербеҙ хәҙер.
1-се ҡыҙ: Ә һеҙгә күңелле булдымы? Оҡшанымы? Оҡшаһа, иртәгә Нәркәстәрҙә аулаҡ!
“Аулаҡ өй” йыры уйнай.
2-се өлөш.
Ҡайынға суҡ бәйләү йолаһы.
“Кәкүк” йыры.
3-сө өлөш.
Һуғышҡа оҙатыу йолаһы.
“Мин фронтҡа китәм иптәштәр” шиғыры.
4-се өлөш.
Еңеү байрамы.
“Колхоз йәштәре” бейеүе.
Үлемһеҙ полк. “Һәйкәл” шиғыры.