УКЫУСЫЛАР?Ы? БАШ?ОРТСА ТЕЛМ?Р КОМПЕТЕНТЛЫ?ЫН ФОРМАЛАШТЫРЫУ ЮЛДАРЫ


Чтобы посмотреть этот PDF файл с форматированием и разметкой, скачайте файл и откройте на своем компьютере.
1 Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының “8 - се урта дөйөм белем биреү мәктәбе” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы РЕФЕРАТ УКЫУСЫЛАРҘЫҢ БАШҠОРТСА ТЕЛМӘР КОМПЕТЕНТЛЫҒЫН ФОРМАЛАШТЫРЫУ ЮЛДАРЫ Башҡарҙы: Илмир Харис улы Хужиәхмәтов , башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы “8 - се урта дөйөм белем биреү мәктәбе” Октябрьский - 2013 2 ЙӨКМӘТКЕҺЕ I. УКЫУСЫЛАРҘЫҢ БАШҠОРТСА ТЕЛМӘР КОМПЕТЕНТЛЫҒЫН ФОРМАЛАШТЫРЫУ ЮЛДАРЫ 1.1 Тел һәм телмәр. Телмәр төрҙәре ......................................................................3 1.2 Тыңлап аңларға ө йр ә те ү (аудирование) ........................................................12 1.3 Баш ҡ ортса һөйләшергә өйрәтеү ........................................................... .........24 1.4 Уҡырға өйрәтеү ...............................................................................................26 1.5 Яҙ ырға өйрәтеү ................................................................................................30 Ҡ УЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛ ЕГ Е ...................................................35 3 Инеш. 1 .1 Тел һәм телмәр. Телмәр төрҙәре Тел - үҙенең сикһеҙ байлығы һәм ғәжәп киң мөмкинлеге менән ысынбарлыҡты сағылдырыусы сара. Телдең был тик лем бай мөмкинлеге кешенең ҡатмарлы эшмәкәрлеге дауа мында үҫә барған, тел дә үткерләнгән, шымарған. Телдең функциялары күп төрлө, шулай ҙа иң элек тел - кешенең аралашыу сараһы. Шуға күрә лә ул, бер яҡтан, кеше нең күп төрлө һәм сикһеҙ ҡатмарлы эшмәкәрлеген ойоштороу сы. Икенсенән, кешелектең мәҙәни һәм хеҙмәт тәжрибәһен туплау, һаҡлау, шул тәжрибәне быуындан быуынға тапшы рыу ҡоралы ла булып иҫәпләнә. Телде донъяны танып белеү һәм аралашыу ҡоралы булараҡ файҙаланып, кеше һөйләй, тыңлай, яҙа, уҡый. Аралашыу формалары, төрлө критерий ҙарға нигеҙләнеп, түбәндәге төрҙәргә айырыла: 1) аралашыуҙың материаль сараларына нигеҙләнеп һөйләу һәм яҙма телмәр айырып йөрөтөлә; 2) аралашыу шарттарына ҡарап диалогик һәм монологик телмәрҙе айырып ҡарарға мөмкин. 4 Телмәр Һөйләү яҙма әңгәләшеүсе менән бәйләнеш Яҡындан аралашыу Йырактан аралашыу Телмәр ситуацияһы бар Юҡ Аралышыуҙың вербаль булмаған юлдары бар Юҡ Синхронлы кире бәйләнеш бар Юҡ 5 Аралашыуҙың һөйләү һәм яҙма формаларында мәғлүмәт тыңлап һәм уҡып ҡабул ите лә. Мәғлүмәтте тапшырғанда ла һ өйләү һәм яҙма юл файҙаланыла. Әйтеп үтелгән телмәр төрҙәре үҙ - ара тығыҙ бәйләнештә тора, ләкин улар үҙ аллы ла була ала. Телмәр формалары Һөйләү телмәре Яҙма телмәр Грамматик күҙлектән ябай Телмәр тулы, деталдәргә бай Диалог формаһы (полилог) Ҡатмарлы синтаксик конструкияларҙың ҡулланылуыуы Һөйләшеү ҙә килеп тыуған паузаны тултырып өсөн төрлө ярҙамсы һүҙҙәр ҡулланылыуы Ситуацияға ҡарап һөйләшеү темаһының үҙгәреүе Текстың стилистик һәм стру ктур яҡтан уйланылған булыуы 6 Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың телмәрен үҫтереү - уҡытыусы ның иң төп бурысы. Телмәргә өйрәтеү - ул аралашыу аша телмәр күнекмәһе булдырыу һәм тел саралары менән эшләүҙе системалы алып барыу тигән һүҙ. Кешеләрҙең телмәр эшмәкәрлегендә ҡатнаша алыу һәләте төрлөсә. Кемдер үҙе нимә әйтә белә, шуны ишетеп аңлай, ләкин ишетеп аңлағандың бөтәһен дә әйтеп бирә алмай. Икен селәре уҡығанда үҙе яҙа алғандың бөтәһен дә аңлай, ләкин у ҡығанда аңлағандың яртыһын да яҙа алмаҫҡа мөмкин. Икен - се телде өйрәнеүҙең маҡсаты ла төрлөсә: кемдер үҙ - ара арала шыу өсөн өйрәнһә, икенселәре үҙенең профессиональ эшмәкәрлегендә ҡулланыу өсөн кәрәкле тип иҫәпләй. Һ өйләү, яҙыу телмәре күнекмәһе йәмғиәт то рмошонда әүҙем ҡатнашыу өсөн генә түгел, мәктәптә уңышлы белем алыу өсөн дә кәрәк. Әгәр ҙә баланың телмәре үҫешмәһә, уның аҡыл үҫеше лә артта ҡала. Уҡыусыны уҡырға, яҙырға, һөй ләргә өйрәтеүҙә иғтибар, фекерләү һәләте, телмәре әһәмиәтле урын биләй. Телмәрҙ ең үҙенсәлектәре, төрҙәре, телмәргә өйрәтеү, уҡыу сыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү мәсьәләләренә арна л ған хеҙмәттәр байтаҡ. Был ө лкәлә айырыуса билдәле ғалимдар А. А. Акишина, В. В. Богданов, Е. М. Верещагин, Т. Г. Вино кур, JI. С. Выготский, В. Г. Гак, Г. Г. Городилова, И. А. Зимняя, Д. И. Изаренков, В. И. Карасик, Ю. Н. Караулов, М. В. Китай - городская, В. Г. Костомаров, JI. П. Крысин, Е. С. Кубрякова, Н. А. Купина, А. А. Леонтьев, А. Р. Лурия, Т. А. Ладыженская, Т. В. Матвеева, О. Д. Митрофанова, Е . И. Пассов, Ю. Е. Прохо ров, К. Ф. Седов, О. Б. Сиротинина, И. А. Стернин, С. А. Сухих, Д. Н. Узнадзе, Н. И. Формановская, Ф. Ф. Харисов, Е. Н. Ши ряев, Т. В. Шмелева һ. б. күп көс һалған. Башҡорт мәктәптәрендә рус теленә өйрәтеүҙә күренекле ғалимдарыбыҙ Л. Г. Саяхова, К. К. Закирйәнов, P. В. Әлмөхә мәтов, 3. Г. Сәхипова, Ф. Ф. Аҙнабаева, Р. Г. Ишимова һ. б. хеҙмәттәре ҙур ярҙамсы булып тора. 7 Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен икенсе тел / дәүләт теле булараҡ өйрәнеү проблемалары ға лимдар һәм методистар Ф. Ғ. Хисамитдинова, М. Ғ. Усма нова, X. А. Толомбаев, Р. Ә. Абуталипова, 3. М. Ғәбитова, М. С. Дәүләтшина һ. б. тикшеренеүҙәрендә ентекле яҡтыр - тылған. Тел ярҙамында фекер алышыу, аралашыу һөйләүсе менән тыңлаусының, яҙыусы менән уҡы усының, шулай уҡ фекерҙең й өкмә ткеһе булыуын күҙ уңында тота. Һөйләүсе йәки яҙыусы мәғлүмәтте тапшырыусы, ә тыңлаусы менән уҡыусы - мәғлүмәтте ҡабул итеүсе ролендә сығыш яһай. Артабан телмәр эшмәкәрлеге теорияһын өйрәнеүсе күп ғалимдар араһынан күренекле п сихологтар JI. С. Выготский һәм Н. И. Жинкиндың хеҙмәттәренә туҡталып китәбеҙ. JI. С. Выготскийҙың телмәр эшмәкәрлегенә бәйле ҡарашта ры «Фекерләү һәм телмәр» («Мышление и речь») исемле хеҙмәтендә эҙмә - эҙлекле яҡтыртылған. Ғалим билдәләүенсә, гекерҙән һүҙг ә күсеү кешенең ихтыяждары менән бәйле. Лкенсе төрлө әйткәндә, фекерҙең артында ихтыяж тора, тимәк, беҙ ихтыяж, теләк булғанда һөйләшәбеҙ. Телмәр тыуҙырыуҙа эске теләк (мотив) тәүге этәргес көс булып тора. Фекерҙең һүҙгә әйләнеүе ҡапыл ғына килеп сыҡмай, у л иң : - лек эске телмәрҙә сағылыш таба. «Эске телмәр - һис кенә үҙ алдыңа һөйләнеү ҙә, өнһөҙ телмәр ҙә түгел, - тип раҫлай Л. С. Выготский. - Уның үҙенсәлекле төҙөлөшө бар һәм ул :ифаты яғынан да тышҡы телмәрҙән айырыла». Эске телмәр мәғлүмәтте тотоп тороус ы һүҙҙәрҙән, хүҙбәйләнештәрҙән торған телмәр. Фекерҙә нимә тураһында һүҙ барасағы билдәле, шулай булғас а ртабан уның ниндәй тел : с аралары ярҙамында сағылыуы мөһим. Структураһы буйынса эске телмәр ситуатив аралашыуҙы хәтерләтә. Күҙ алдығыҙға ошо ситуацияны килтерегеҙ: авто бус туҡталышында бер төркөм пассажирҙар һуңлаған автобус ты көтөп тора. Ҡапыл араларынан берәү: «Килә!» - тип тхысҡырып ебәрә. Ошо һүҙ аша барыһы ла автобус килеүен аңлай. Икенсе ситуацияны алып ҡарайыҡ. Класс бүлмәһендә 8 уҡыусылар уҡытыусы ны көтөп ултыра. Бер уҡыусы кори дорға башын тығып ҡарай һәм «Килә!» ти. Әлбиттә, барыһы ла уҡытыусының килеүен аңлай, ә автобус килеүен түгел. Эске телмәр ҙә функциональ сифаттары менән оҡшаш. Ул ҡыҫҡа, ҡыҫылған, грамматик күҙлектән ҡарағанда йыш ҡына бәй ләнешһеҙ. Эске телмәр әйтеләсәк фекерҙең конспекты бу лып тора һәм ул конспект бер нисә секунд эсендә тышҡы телмәргә әйләнә. Мәктәпкәсә йәштәге балала эске телмәр үҫешмәгән була. Ул кескәй балаларҙың үҙҙәренә йүнәлтелгән тышҡы телмәренән үҫеш ала, яйлап шы бырлауға күсә һәм эске телмәргә әйләнә. Был процесс 10 - 11 йәштә генә формалашып бөтә. (Башҡорт халыҡ әйтемдәрендә лә был күренеш сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, «Баланың уйлағаны телендә», «Балалы өйҙә бур тормаҫ» һ. б.) Л. С. Выготскийҙың эске телмәрҙе өйрәнеүг ә бағышланған хеҙмәттәрен уҡыусылары, хеҙмәттәштәре дауам итә. Күренек ле психолог Н. И. Жинкин, эске телмәр проблемаларын өйрәнеп, кешенең аңында универсаль предмет коды барлығын дәлилләй. Н. И. Жинкиндың концепцияһына нигеҙләнеп шуны әйтергә мөмкин: феке рләүҙең төп компоненты булып интеллект теле тора. (Шуны ғалим универсаль предмет коды тип иҫәпләй ҙә инде.) Был код вербаль тәбиғәтле түгел, ул төрлө схема, образдар, импульстар теле. Телмәр универсаль предмет коды телендә формалаша баш лай. Ул интернацион аль тел. Шуға күрә УПК төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләрҙең берҙәй ҡаҙанышы булып тора һәм сит телдәге телмәрҙе аңлауға нигеҙ һала. Н. И. Жинкиндың эҙләнеүҙәре JI. С. Выготскийҙың кон цепцияһын тулыландыра ғына. Уларҙың тикшеренеүҙәре телмәр эшмәкәрлеге тео рияһының нигеҙе булып хеҙмәт итә. Артабан был теорияны йомғаҡлаусы, системаға һалыусы һәм бер концепция рәүешендә тәҡдим итеүсе - танылған психо лингвист А. А. Леонтьев. Н. И. Жинкиндың иң күренекле хеҙмәттәренең береһе булған «Телмәр механизмдары» («Механ измы речи») исемле хеҙмәтендә иң төп фекер - әйтеләсәк телмәр берәмегенең иң элек синтаксик бөтөн рәүешендә 9 формалашыуы. Был фекерҙе нейролингвист А. Р. Лурия ла раҫлай. Төрлө эксперимент тарҙан күренеүенсә, 70% осраҡта һөйләүсе фразаны йәки синтаксик стру ктураны үҙгәртмәй, ә лексик алмаштырыуҙар яһай: мәҫәлән, «иртән» - «таң атып килгәндә», «саҡ автобусҡа Һуңламаным » - «әй, яңылыш, трамвайға» һ. б. Шулай итеп, телмәр берәмегенең тыуыу процесы универ саль предмет кодында фекерҙең формалашыуынан башлана. Иң элек ул синтаксик бөтөн стадияһына күсә, һуңынан ул тышҡы телмәрҙә билдәле бер һөйләм төрөнә тура килә. Ошо нан һуң ғына синтаксик структура конкрет лексика менән тулылана башлай, дөрөҫ әйтмәгәндә һөйләүсе үҙен үҙе төҙәтә . Ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтөн фр аза ҡайтанан формалаша: « Ғәфү итегеҙ, мин улай тип әйтергә теләмәгәйнем». Фекерҙең телмәргә әйләнеү процесын түбәндәгесә күҙ алды на килтерергә мөмкин: 1) эске теләк тыуыуы - маҡсат - ни өсөн, ниндәй маҡсатта һ өйләйем? 2) телмәр берәмегенең йөкмәткеһен формалаштырыу: мәғәнә бар, ә синтаксик структура һәм конкрет лексика әлегә юҡ; 3) формалашып еткән эске программа үҙгәрә башлай: кон крет милли телдә тыуасаҡ телмәр берәмегенең синтаксик схе маһ ы барлыҡҡа килә. «Эске мәғәнә» һүҙҙәрҙең образына әйләнә һәм улар һәр береһе синтаксик күҙлектән үҙенең урынына баҫа; 4) конкрет лексика һайлана, грамматика күҙлегенән дөрөҫ формаларға ҡуйыла; 5) эске телмәр артикуляция һәм интонация ярҙамында тышҡы телмәргә әйләнә. 10 Шулай итеп, эске һәм тышҡы телмәр араһында шаҡтай айырмалыҡтар бар. Кеше уйлаған ваҡытта эске телмәр менән файҙалана. Ҡайһы бер осраҡтарҙа телмәр органдарының активлығы эске телмәрҙең булыуын дәлилләп тора. Уны эстән әйтеп ҡарау йәки шыбырлап һөйләү тип тә атарға мөмкин. Был активлыҡ бигерәк тә ниндәйҙер проблеманы сискәндә, ауыр материалды хәтерҙә ҡалдырырға кәрәк саҡта, бик етди сығыш яһау алдынан көсәйеп китә. Эске телмәр фекерләү менән тығыҙ бәйләнештә булһа ла, улар бер үк нәмә түгел. Телмәр эшмәкәрлегенең 4 төрөн дә эске телмәр оҙатып йөрөй. Сит телд ә телмәр төҙөргә өйрәтеү ҙә эске телмәрҙән тышҡы телмәргә үҫешә. Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү өс йүнәлештә алып барыла. 1 - се йүнәлеш - башҡорт әҙәби тел нормаларын үҙләштереү. Уға әҙәби әйтелеш нормалары, һүҙьяһалыш, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм төҙө ү, һүҙҙәрҙе лексик мәғәнәһенә һәм стилдәренә тура килерлек итеп ҡуллана белеү инә. Рус мәктәбендә уҡыусы балаларҙы башҡорт әҙәби тел нор маларына өйрәтеү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки был уҡыусыларҙың телмәрендә әҙәби тел нормаларының боҙо лоуы - ғәҙәт и күренеш. Бында рус теленең башҡорт теленә кире йоғонтоһо ныҡ һиҙелә. Уҡыусылар, башҡорт һүҙен белһәләр ҙә, йыш ҡына рус һүҙен ҡулланалар. Рус һүҙҙәрен башҡортсаға дөрөҫ тәржемә итмәйҙәр, һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырмайҙар. 11 2 - се йүнәлеш - уҡыусыларҙ ың һүҙ байлығын арттырыу һәм әҙәби телдә һөйләргә өйрәтеү. Күҙҙәр өйрәтеү эшендәге әһәмиәтле талаптарҙың береһе - уҡыусыларҙы таныш булма ған һүҙҙәрҙе күрә белергә күнектереү, төрлө һүҙлектәр менән эш итеү ғәҙәтен тәрбиәләү. Уҡыусылар һәр дәрестә билдәле б ер күләмдә яңы һүҙҙәр үҙләштерә барырға тейеш. Ьүҙлек эше күп төрлө, тик дәрестә тәржемә итеү менән генә мауыҡмаҫҡа кәрәк. Яңы һүҙҙәр һүҙ лек дәфтәрҙәрендә генә яҙылып ҡалмаһын, уларҙы телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү мөһим. 3 - сө йүнәлеш - фекерҙе телдән һ әм яҙма рәүештә бәйлә нешле әйтә белергә өйрәтеү. Бәйләнешле телмәр үҫтереү әйтеләсәк фекерҙең йөкмәткеһен, төҙөлөшөн һәм сараларын формалаштырыу эшен күҙ уңында тота. 12 1.2 Тыңлап аңларға ө йр ә те ү (аудирование) Тыңлап аңларға өйрәтеү этабы - иң, ауыр телмәр эшмәкәр леге. Уны, «еңелдән - ауырға» принцибына нигеҙләнеп, этап - лап өйрәтергә кәрәк. Йыш ҡына беҙ «сит телде белеү» тигән төшөнсәгә был телдә һөйләшеүҙе генә индерәбеҙ. «Һеҙ сит телдә һөйләшәһегеҙме?» тигән һорауҙы йыш ишетергә тура к илһә лә, «Һеҙ сит телде аңлайһығыҙмы?» тигәнде аҙыраҡ ишетәбеҙ. Хатта ҡайһы бер педагогтар ҙа тыңлап аңларға өйрәтеүгә етди ҡарамай, уны үҙенән үҙе барлыҡҡа килеүсе күнекмә тип уйлай. Ғәҙәттә, уҡыусылар бирелгән һорауҙы аңламай, уҡытыусының телмәрен дә аңл ап етмәй, йыш ҡабат лап һорай. Сит кешенең үҙенә биргән һорауын төшөнмәй. Сит телмәрҙе аңлау өсөн тыңлай белеү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр дөрөҫ итеп тыңлай белмәй, ишеткәндең 30% ғына хәтерләп ҡала. Уҡыусыларҙың күреү хәтере тыңлау хәтеренә ҡарағ анда нығыраҡ үҫешкән, мәғлүмәт тә күреү каналдары аша алты тапҡырға күберәк алына. Әлбиттә, тыңлап аңларға өйрәтеүҙә хәтерҙең шәп булыуы, уҡыусыларҙың логик фекерләй белеүе, телде тойомлап аңлау һәләте лә ҙур роль уйнай. Тыңлап аңларға өйрәтеү процесында у ҡыусылар ниндәй ауырлыҡтарға осрай һуң? Иң мөһимдәренә туҡталып китәйек:  мәғлүмәттең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм бер тапҡыр ғына тәҡдим ителеүе;  сит кешеләрҙең телмәрен аңлау ауырлығы;  тауыштың индивидуаль һыҙаттары (тембр, темп һ. б.). Бер яҡтан ҡарағанда, тек стың тиҙ арала бер тапҡыр ғына яңғырауы аңлағанды контролләп өлгөрмәүгә килтерһә, икен сенән, сит телдә шәп һөйләү ваҡытында өндәрҙең дә үҙгәреше барлыҡҡа килә. Тексты аңлауҙағы лингвистик ауырлыҡтар фонетика, лек сика, грамматикаға ла ҡағыла: күп мәғәнәле һүҙҙәр, омофон - дар, омонимдар, 13 парлы төшөнсәләр (аса — яба, инә - сыға), яңғыҙлыҡ исемдәр, фразеологик берәмектәр. Тыңлау һәм аңлау хәтер үҙенсәлегенә бәйле: ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫтә ҡалдырылған мәғлүмәт һәм оҙайлы хәтергә һалынғаны. Оҙайлы хәтерҙә телмәр өлгө ләре бар икән, тимәк, мәтлүмәт тә таныш кеүек ҡабул ителә. Уҡыу процесында хәтерҙең төрҙәрен, күҙаллауҙы, телде тойомлап аңлау һәләтен үҫтереү бик мөһим. Тыңлап аңларға өйрәтеүҙә уҡытыусының телмәре ҙур роль уйнай. Ул эталон булып тора. Техник саралар ярҙа мында бирелгән мәғлүмәттән айырмалы рәүештә, уҡытыусының телмәре ситуатив һәм вербаль булмаған сараларға бай. Уҡытыусы, тыңлаусыларҙың хәленә кереп, телмәренең тем - пын һайлай, әйтелгәнде аңлатып китә, төрлө тел сараларын ҡуллана. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар аңлаһын өсөн һөйләү темпын бик әкренәйтеү ҙә маҡсатҡа ярашлы түгел, телмәр ғәҙәттәгесә яңғырарға тейеш. Шулай ҙа тик уҡытыусыны ғына тыңлап аңларға өйрәнеү башҡа кешеләрҙең телмәрен аңлауҙы ауырлаштыра, шуның өсөн техник саралар ҡулланыла. Магнитофон файҙаланғанда иң элек уҡытыусы үҙенең телмәрен һөйләп яҙҙыра (уҡыусыларға таныш бит!), артабан ирҙәр тауышын тыңлау, һуңынан ҡатын - ҡыҙ тауышы менән балалар тауышына күсеү ҡарала 1 . Тыңларға өйрәтеүҙең тәүге этаптарында аңлауҙы еңеләй теүсе күргәҙмәлелек фай ҙаланырға мөмкин, ул хәтерҙә ваҡи ғаларҙың логик эҙмә - эҙлелеген һаҡлауҙан ҡотолдора. Тыңлап аңларға өйрәтеүҙе иң элек бәйләнешле 3 - 4 һөйләм дән башларға мөмкин. Уҡыусыларҙың аңлау кимәлен һорау ҙар ярҙамында тикшереп була. Артабан эҙмә - эҙлекле рәүештә әкиә ттәр, хикәйәләр, йомаҡтар, диалогтар һәм һүрәтләү текстары тәҡдим ителә. Әгәр ҙә тыңланасаҡ текст күләмле икән, уны 3 - 4 өлөшкә бүлеп тыңларға һәм һәр өлөш аҙағында контроль һорауҙар менән нығытып китергә кәрәк. Уҡыусылар тотош текстың мәғәнәһен тулыһынса ү ҙләштергәндән һуң ғына һорауҙар тәҡдим итергә була. 14 Тексты тыңлауға тәҡдим иткәндә тәүге осорҙа ике тапҡыр тыңларға мөмкин, артабан текст бер тапҡыр ғына тыңлатыла. Текста таныш булмаған һүҙҙәр күп булмаҫҡа тейеш, бер һөй ләмдә 1 - 2 таныш булмаған һүҙ етә. Уҡыусыларға тыңлау өсөн тәҡдим ителгән тексты уҡып яҙҙырырға кәрәкмәй, һөйләп яҙҙырыу һәйбәтерәк, сөнки шул осраҡта уны аңлауы күпкә еңелерәк була. Тыңлап аңларға өйрәтеү өсөн әҙерлек күнегеүҙәре Фонетик ауырлыҡтар өҫтөндә эшләү өсөн түбәндәге күне геүҙә рҙе тәҡдим итергә мөмкин:  һүҙҙә һәм һөйләмдә билдәләнгән өндө табыу;  өндөң телмәрҙә үҙгәрешенә миҫалдар тыңлау;  тәҡдим ителгән мәғлүмәттең эмоциональ төҫмөрләнешен билдәләү (ирония, ихтирам, шикләнеү, ҡәтғилек һ. б.). Лексик ауырлыҡтар өҫтөндә эшләү өсөн күнегеүҙәр:  башҡа һүҙҙәр араһынан йәки һөйләм эсендә билдәле һүҙҙе ишетеүгә булған эштәр;  үҙенең өн яңғырашын үҙгәрткән һүҙбәйләнештәрҙе танырға өйрәтеү;  һүҙҙәрҙе контексҡа бәйләп аңларға өйрәтеү;  һөйләмдә омофондарҙы табырға әйрәтеү;  билдәле бер төркөмгә ҡараған һүҙҙәрҙе айыра белергә өйрәтеү һ. б. Синтаксик үҙенсәлектәрҙе айырырға өйрәтеү өсөн күне геүҙәр:  һөйләмдә эйә һәм хәбәр төркөмөн билдәләү;  һөйләмде синтагмаларға бүлергә өйрәтеү;  һөйләмдә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айырырға өйрәтеү; 15  һөйләмдә нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һәм фразеологик берәмектәрҙе танырға өйрәтеү. Тыңланған һөйләмдең төҙөлөшөн аңлау өсөн ул һөйләмде баш киҫәктәргә тиклем ҡыҫҡартырға; һөйләмдә нисә һөйләм киҫәге барлығын асыҡларға; ваҡытты, урынды һ. б. белдереүсе һүҙҙәрҙе табырға; һөйләм төрөн билдәләргә өйрәтеү мөһим. Ҡушма һөйләмдәр менән эшләгәндә баш һөйләм менән эйәрсән һөйләм араһындағы сикте билдәләй белергә, эйәрсән һөйләмдәрҙең формаль билдәләрен айырырға, эйәрсән һөйләм дең төрөн б илдәләтеүгә һ. б. күнегеүҙәр үткәрелә. Бөтөн төр фонетик, лексик, синтаксик күнегеүҙәр парал лель рәүештә алып барыла. Уҡыусыларҙа предметты йәки күренеште һүҙ менән сағыштырыу күнекмәһен булдырыу өсөн түбәндәге күнегеүҙәрҙе тәҡдим итергә мөмкин:  һүҙҙе йәк и һөйләмде тыңлап, кәрәкле предметты күрһәтергә йәки хәрәкәтте башҡарырға;  һүрәттәрҙе тексҡа ярашлы эҙмә - эҙлекле һалырға;  текстың өҙөгөн тыңлап, һүрәтләнеүсе объектты асыҡларға. Телмәр ағышын ҡабул итеүгә әҙерлек күнегеүҙәре:  бәйләнешле тексты һөйләмдәргә тарҡатыу;  һөйләмдәрҙең логик яҡтан бәйлелеген / бәйле түгеллеген тик шереү;  тәҡдим ителгән һөйләмдәр араһынан темаға тура килмәгән һөйләмде таптырыу;  башланған фразаны йәки һөйләмде тамамлап куйыу;  текстың йөкмәткеһенә ҡарата бирлгөн һорауҙарға яуап биреү;  бер нисә вариант яуаптан дөрөҫөн һайлап алыу. Әҙерлек күнегеүҙәре тыңлап аңларға өйрәтеү процесында беренсе баҫҡыс булып тора. Улар тел күренештәрен таныу һәм аңлау күнекмәһен формалаштыра, ҡабул ителгән сигнал дарҙы аңлағанға тиклем хәтерҙә тотоп торорға өйрәтә. 16 Телмәр күнегеүҙәре Телмәр күнегеүҙәре коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүгә йүнәлтелә. Улар тыңлап ҡабул ителгән телмәрҙән мәғлүмәтте аңлау һәләтен үҫтерә. Был күнегеүҙәр ситуатив нигеҙҙә төҙөлә һәм мөмкин тиклем тулыраҡ ғәҙәти аралашыу шарттарын сағылдыра. Телмәр күнегеүҙәренең тел формаһы һәм йөкмәт кеһе уҡыусыларҙың донъяуи һәм телмәр тәжрибәһенә тап килергә тейеш. Тыңлау өсөн тәҡдим ителгән күнегеүҙәрҙә уҡыусыларға бирелгән күрһәтмә (инструкция) мөһим әһәмиәткә эйә. Мәҫә лән, тексты тыңлап, ним ә тураһында һүҙ барғанын аңларға; тексты тыңлағас, планға таянып, ҡыҫҡаса һөйләп бирергә һ. б. Шул осраҡта тыңлау әһәмиәтлерәк була, уҡыусы үҙенән нимә көтөлгәнен алдан белеп тора һәм яуапҡа әҙерләнә. Ҡабул ителгән мәғлүмәтте уҡыусыларҙың төрлө кимәлдә аңл ауы мөмкин. Йыш ҡына һорауға яуап бирә алмау йәки текстың йөкмәткеһен һөйләргә ҡыйынһыныу аңламау менән генә бәйле түгел. Бында уҡыусыларҙың хәтеренең үҫешкән / үҫешмәгән булыуы, һүҙ байлығы, грамматик сараларҙы бел еү - белмәүе лә ҙур роль уйнай. Шуға күр ә иң уңайлы контролләү формаһы булып әңгәмә тора. Әңгәмә барышында уҡытыусы балаларға осраған төрлө ауырлыҡтарҙы анализлай, дөрөҫ йүнәлеш бирә. Телмәрҙе тыңлау, аңлау хәтерҙең үҙенсәлектәре менән бәйле икәнлеген әйтеп үткәйнек инде. Оҙайлы хәтерҙә стерео т иптар, һөйләм өлгөләре, әҙер телмәр ҡалыптары һаҡлана. Әгәр ҙә тәҡдим ителгән материалда әҙер телмәр өлгөләре осрай икән, ул таныш текст кеүек ҡабул ителә. Хәтерҙә ундай өлгө - ләрҙең булмауы аңлауҙы ауырлаштыра. Мәҫәлән, уйлап ҡарағыҙ, ниндәй осраҡта текста н ҡабул ителгән мәғлүмәт хәтерҙә тулыраҡ ҡала? 17 1. Тыңлаусы телмәрҙә нимә тураһында һүҙ барасағын алдан күҙаллай, үҙе өсөн телмәр мәсьәләһен ҡуя һәм нимәне иҫтә ҡалдырырға, сағыштырырға, асыҡларға икәнен билдәләй; 2. Тыңлай башлағанда текстың нимә тураһында булас ағын бөтөнләй белмәй, иң мөһиме, ул мәғлүмәттең үҙенә ни өсөн кәрәклеген аңламай. Тыңлап аңларға өйрәтеү күнегеүҙәре Тыңлап аңларға өйрәтеү этабында осраған ауырлыҡтарға тағы ла түбәндәге һүҙҙәрҙе индерергә була: һандар, айҙарҙың, аҙнаның исемдәре, яңғыҙ лыҡ исемдәр, географик атамалар. Был һүҙҙәр күп мәғлүмәт бирмәһә лә тәү тыңлауҙан хәтерҙә ҡалмай һәм аңлауҙы ҡыйынлаштыра. 1 - се күнегеү. Тексты тыңлағыҙ, географик атамаларҙы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырырға тырышығыҙ. Телефон - «алыҫ тауыш» XIX быуаттың икенсе яртыһында уйлап табыусылар тауыш ты алыҫҡа еткереү аппаратын эшләү менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған. Ниһайәт, 1876 йылда Америка уҡытыусыһы А. Г. Белл икенсе кеше һөйләгәнде ярты километрҙан ишетергә мөмкинлек биреүсе аппарат уйлап тапҡа н. «Теле» - алыҫ, «фон» - тауыш һүҙҙәренән уны «телефон» тип атағандар. Рәсәйҙә 1881 йылда Нижний Новгородта, 1882 йылда Мәскәүҙә коммутаторлы тәүге телефон станциялары төҙөлгән. ( «Башҡорт, теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы»нан) 2 - се күнегеү. Тексты диктор (уҡытыусы) артынан ҡабат лап барығыҙ. Иҫкәрмә: уны эшләү өсөн тексты ишетергә, синтагма ларға бүлергә, таныш һүҙҙәрҙе һәм структураларҙы табырға кәрәк. Һөйләмде диктор артынан ҡабатлап өлгөрһәләр бигерәк тә яҡшы. Текст башта нормаль темпта 18 у ҡыла, әкренләп темп үҫә бара. Уҡыусыларҙың бурысы: һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдыр майынса диктор артынан ҡабатлау. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар Ҡыш беҙҙең яҡта бик ҡаты була. Ыжғыр бурандар ҡоторо на, ел олой. Был ваҡытта сыйырсыҡ, ҡарлуғас, һандуғастар күптән йылы яҡҡ а киткән була. Беҙҙә ҡышларға сәүкә, һайыҫҡан, турғай, күгәрсен, һуйыр, ҡорҙар ғына ҡала. Улар ҡышты төрлөсә үткәрә. («Йәш натуралист» журналынан) 3 - сө күнегеү. Текстағы ҡабатланған һүҙҙе ишетеү менән берәй билдә күрһәтергә, әйтәйек, сәпәкәйләргә. Мәҫәлән, был текста «сәпсек» һүҙе ниндәй вариантта осраһа ла ишетеп сәпәкәйләргә кәрәк. Был күнегеү бер үк һүҙҙең төрлө формала килеүен ишетергә булышлыҡ итә. Сәпсектәр Америкала элек сәпсектәр булмаған. Беҙҙә бик ғәҙәти булған был ҡошто Ҡушма Штаттарға ундағы за рарлы бөжәк тәрҙе юҡ итеү маҡсаты менән индерәләр. Билдәле булыуынса, сәпсек ҡарышлауыҡтарҙы һәм баҡсаларға зарар килтерә торған башҡа бөжәктәрҙе ашай. Яңы урын сәпсектәргә бик оҡшай. Америкала был ҡоштар тиҙ арала үрсей башлайҙар. Зарарлы бөжәктәрҙең һаны һиҙелеп кәмей, ләкин тиҙҙән сәпсектәр шул тиклем күбәйеп китә, туҡланыу өсөн бөжәктәр етмәгәнлектән, улар сәсеүлек тәргә зыян итә башлай. Сәпсектәргә ҡаршы көрәш башларға тура килә. («Мәктәп календары» нан) 4 - се күнегеү. Был типтағы күнегеүҙәр хәтерҙе үҫтереү өсөн бирелә. а) тексты тыңлағас, әйтелгән фекер менән ризалашырға йәки кире ҡағырға. 19 Өләсәйем Минең өләсәйем элек заводта эшләгән. Хәҙер ул өйҙә генә тора. Өләсәйем бик уңған. Ул тәмле итеп бәлеш бешерә. Ҡой маҡты өләсәйем кеүек ҡойған кешене тапм аҫһың. Өләсәйем дең ҡулдары һис тик тормай. Ул йә йөн иләй, йә ойоҡбаш бәйләй. Беҙ өләсәйемде бик яратабыҙ. б) һөйләмдәрҙе раҫлағыҙ йә кире ҡағығыҙ. 1) Минең өләсәйем элек фабрикала эшләгән. ( - ) 2) Хәҙер ул өйҙә генә тора. (+) 3) Әсәйем бик уңған. ( - ) 4) Ул тәмле итеп бәлеш бешермәй. ( - ) 5) Ҡоймаҡты өләсәйем бик тәмле ҡоя. (+) 6) Өләсәйемдең аяҡтары һис тик тормай. ( - ) 7) Ул йә йөн иләй, йә ойоҡбаш бәйләй. (+) 8) Беҙ олатайыбыҙҙы бик яратабыҙ. ( - ) 5 - се күнегеү. Текстағы барлыҡ исемдәрҙе, даталарҙы, географик атамаларҙы иҫтә ҡалды рырға һәм бирелгән эҙмә - эҙлелектә ҡабатларға. Иҫкәрмә: һәр класс өсөн йәш үҙенсәлектәрен, әҙерлек кимәлен иҫәпкә алған текстар тәҡдим итергә. Башҡорттар 1812 йылғы Ватан һуғышында 1812 йылғы Ватан һуғышында 28 башҡорт - мишәр полкы төҙөлә. Башҡорт полктары Бородино һуғыштарында Дон казак тары менән берлектә Вязьма менән Дорогобуж юлында француз отрядына һөжүм итә. 150 француз үлтерелә, 44 - е әсир алына. ( «Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы»нан) 6 - сы күнегеү, һүҙҙәрҙе тыңлап, нинд әйҙер билдәһе буйынса, бер һүҙҙе лә төшөрөп ҡалдырмайынса, төркөмләгеҙ. 20 кесерткән, күбәләк, меңьяпраҡ, ҡуңыҙ, ҡомалаҡ, сиңерткә, ҡамҡа, әрем, ҡарышлауыҡ а) үләндәр: кесерткән, меңьяпраҡ, ҡомалаҡ, әрем; бөжәктәр: күбәләк, ҡуңыҙ, сиңерткә, ҡамҡа, ҡарышла уыҡ ; б) «ҡ» хәрефенә башланған һүҙҙәр: ҡуңыҙ, ҡомалаҡ, ҡарышлауыҡ; в) өс ижектән торған һүҙҙәр: кесерткән, күбәләк, меңьяп раҡ, - ҡомалаҡ, сиңерткә; г) нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәр: кесерткән, күбәләк, сиңерткә, әрем һ. б. варианттар. Был күнегеүҙәр өлгө өсөн генә тәҡдим ителде. Ошоға оҡшаш күнегеүҙәрҙе лексик темаға, кластың үҙенсәлектәренә ярашлы һәр дәрескә һайлап алырға мөмкин. Аудиотекстар менән эшләү системаһы Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә «Туған тел» һәм «Туған әҙәбиәт» дәреслектәренә ярашлы төҙөлгән аудиокассеталар бар. Улар башҡорт мәктәптәре өсөн тәғәйенләнһә лә, тыңлап аңларға өйрәтеү өсөн файҙаланырға мөмкин. Унан тыш, мәктәптәрҙә башҡорт теле кабинеттарында маг нитофон, видео, телевизорҙар бар. Шуларҙы файҙаланып та тыңлап аңларға өйрәтеү этабын ойошторорға мөмкин. Юғары кластағы уҡыусылар уҡытыусыға үҙҙәре лә ҙур ярҙам күрһәтә ала. Магнитофондан тексты тыңлағанға тиклем уҡыусылар менән һорауҙарҙы тикшереү. Әлбиттә, яуаптарҙың дөрөҫлөгөн тыңлағас ҡына белергә була, шулай ҙа уҡыусыларға үҙҙәренең к үҙаллауҙарын һынап ҡарау ҡыҙыҡлы буласак. Был эш төрө нимәһе менән ҡыҙыҡлы, кәрәкле? 1. һорауҙың эсендә үк ниндәйҙер мәғлүмәт була. Һорауҙы ишетеп, уҡыусылар аҙаҡ текста осраясаҡ һүҙҙәр менән таны ша тора, шул һүҙҙәр аша 21 текстың йөкмәткеһе күҙаллана. Ләкин маҡсат ҡуйып тыңлау ғына етмәй, текст буйынса ҡуйылған һорауҙар ҡыҙыҡлы, уйланырлыҡ булырға тейеш. 1 - се күнегеү. а) Һорауҙарға яуап бирегеҙ. 1.һеҙ шәкәр яратаһығыҙмы? 2.Шәкәрҙе нимәнән эшләйҙәр? 3.Шәкәрҙе иң элек ҡайһы илдә ҡуллана башлағандар? б) Нисек у йлайһығыҙ, текст нимә тураһында булыр икән? Шәкәр Тарихтан билдәле булыуынса, шәкәрҙе бынан 2300 йыл элек Александр Македонский Һиндостанда ауыҙ иткән. Шуға саҡлы Европала шәкәр тигән нәмәне белмәгәндәр, сөнки шәкәр ҡамышы тик көньяҡ илдәрендә генә үҫкән. Тора - бара был үҫемлек Европаға килеп етә, һуңғараҡ уны Америкала күпләп үҫтерә башлайҙар. Сөгөлдөрҙән дә шәкәр алырға өйрәнгәс, шәкәр ғәҙәттәге ашамлыҡҡа әйләнгән. («Башҡортостан календары»нан) в) Һорауҙарға яуап бирегеҙ. 1.Һеҙҙең фараз дөрөҫ булдым ы? 2.Ни өсөн Рәсәйҙә элек шәкәр булмаған? 3.Шәкәрҙе нимәнән эшләйҙәр? 2 - се күнегеү. Текстың исеменә ҡарап (яңы һүҙҙәргә, һүрәттәргә һ. б.) йөкмәткеһен күҙаллау. 1. Нисек уйлайһығыҙ, текста нимә тураһында һүҙ бара? 2. Хәҙер һеҙгә яңы һүҙлек һүҙҙәрен тәҡдим и тәм, шул һүҙҙәргә ҡарап текстың йөкмәткеһен күҙаллап ҡарағыҙ. инженер - инженер ғалим - ученый 22 һәйбәт күреү - хорошо видеть күҙ талмай - глаза не устают уйлап тапҡан - придумал күрәшлек - близорукость 3. Был текст тураһында уҡытыусы үҙе белешмә бирә ала: текста һүҙ парта уйлап табыу тураһында бара. 4. Тексты тыңлау. Парта Беләһегеҙме, партаны инженер түгел, ә рус врачы Федор Федорович Эрисман уйлап тапҡан. Эрисман Рәсәйҙә берен - селәрҙән булып балаларҙың күрәшлеген тикшергән ғалим булған. Ул һәйбәт күреүҙе һаҡлап ҡалыр есөн берәй сара табырға тырышҡан һәм тапҡан. Ундай сара — парта булған. Партаны ул уҡыған ваҡытта китап күҙҙән 30 - 35 см алыҫ лыҡта ятырлыҡ итеп эшләгән. Шул килеш күҙ талмай һәм боҙолмай икән. ( «Хочу все знать» журналынан) Шулай итеп , тыңлап аңларға өйрәтеү этабы телмәр эшмәкәрлегенең иң мөһим этаптарының береһе. Таныш бул маған тексты тыңлап аңлау өсөн кәмендә 3000 һүҙ белергә кәрәк. Шуның өсөн был төр эштәр һәр дәрестә мотлаҡ үткәре лергә тейеш. Тик шундай хаталаныуҙан һаҡ булырға к әрәк: әгәр ҙә уҡыусы дәрестә тикшерелгән, өйрәнгән, өйҙә ятлап килгән диалогты йәки монологты ишетеп аңлай икән, әле ул тыңлап аңларға өйрәнгән тигән һүҙ түгел. Был осраҡта тыңлау өсөн кәрәкле күнекмә генә булдырыла. Уҡыусылар дәрестә, дәрестән һуң да икен се кешенең телмәренә иғтибарлы булһа, аңламаған урындарын һорауҙар ярҙамында асыҡлай белһә, һөйләүсенең төп фекерен тотоп ала алһа, уға үҙенең ыңғай мөнәсәбәтен, 23 ҡыҙыҡһыныуын күрһәтһә генә тыңлап аңлау күнекмәһе формалашҡан тип әйтергә мөмкин. Уҡыусыларға өйҙә лә тыңлау өсөн эштәрҙе билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, телевизорҙан башҡортса тапшырыуҙы ҡарар ға, радио тапшырыуҙарын тыңларға һ. б. Уҡытыусы, үҙ сиратында, уҡыусыларҙың тыңлап аңлау кимәлен даими тикшереп торорға бурыслы. Уның өсөн төрлө эштәрҙе контроль тикшереүҙәргә, зачеттарға һ. б. индерергә мөмкин. 24 1 .3 Ба шҡ ортса һөйләшергә өйрәтеү Һөйләшергә өйрәтеү - телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеүҙә үҙәк урында тора. Сөнки кешенең икенсе телде белеү кимәлен һорашҡанда иң элек: «һин башҡортса / инглизсә һөйләшә беләһеңме? » - тигән һорау йышыраҡ яңғырай. Ата - әсәләр ҙә, балаһының телде белеү кимәлен баһалағанда, иң элек уларҙың шул телдә һөйләшә белеүенә иғтибар итә. һөйләшергә өйрәтеүҙә диалогтың да, монологтың да роле ҙур. Шулай булыуға ҡарамаҫт ан, рус мәктәбендә башҡорт телен өйрәнеүҙең төп практик маҡсатынан сығып ҡарағанда, өҫтөнлөк күберәк диалогик телмәргә бирелә, сөнки аралашыу ваҡытында күберәк диалогта йәки полилогта ҡатнашырға тура килә. Шулай ҙа был монологик телмәрҙең әһәмиәтен һис тә кәметмәй, диалогта аралашыу процесында беҙгә йыш ҡына монологик телмәр тоторға ла тура килә. Һ өйләшергә өйрәтеү процесында ниндәй проблемалар тыуырға мөмкин? 1. Уҡыусылар икенсе телдә / башҡорт телендә һөйләшергә тартыналар, сөнки хата һөйләү арҡаһында уҡытыусынан һәм иптәштәренән насар баһа ишеткеләре килмәй. 2. Тикшерелгән ситуация / проблема тураһында уҡыусы ларҙың әйтер һүҙҙәре юҡ, сөнки был турала мәғлүмәтте туған телдәрендә лә әйтә алмайҙар. 3. Уҡыусылар телмәр мәсьәләһен аңламай, шуға күрә нимә эшләргә белмәй. 4. Ҡуйылған телмәр мәсьәләһен сисеү өсөн уҡыусыларҙың һүҙ байлығы, телмәр сараларын белеүе етмәй. 5. Бер уҡыусы һөйләгәндә ҡалғандары өндәшмәй генә ул тыра, аралашыуҙан төшөп ҡала. 6. Парлап һәм төркөмләп эшләү барышында уҡыусылар йыш ҡына туған телдәрендә һөйләшеүгә күсә һәм күп хата яһай. 25 Был проблемаларҙы хәл итеүҙә уҡытыусыға ниндәй кәңәштәр бирергә мөмкин? 1. Класта бер - береңә ышаныс, түҙемлелек, ярҙамсыллыҡ атмосфераһын булдырыу. Балалар хата яһауҙан ҡурҡмаһын, сөнки һөйләргә һөйләп, яҙырға яҙып ҡына өйрәнергә мөмкин. Уҡыусылар ҙа, бер - береһенең хатаһына төртөп күрһәтеп, көлөү урынына, ярҙам ҡулы һуҙһын ине. Уҡытыусыға ла сабыр булырға, дәрескә әҙерләнгәндә үк һәр күнегеүҙе ентекле уйлап, төрлө эш формаларын, дәртләндереү сараларын дөрөҫ һайларға кәрәк . Уҡыусыларҙа «уңыш» ситуацияһын тыуҙы рыу әһәмиәтле, сөнки бала дәрестә нимәгә өйрәнгән, тиҙ арала шуның һөҙөмтәһен күргеһе килә. Яҡшы һөҙөмтәгә ирешеү алдағы дәрестәргә лә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. 2. Телмәргә әҙерлек күнегеүҙәренә етди иғтибар бирергә кәрәк. Уҡы усылар лексик берәмектәр, грамматик структура ларҙан тыш телмәр ҡалыптарын, инеш, мөнөсөбөт һүҙҙәрҙе, төрлө репликаларҙы, асыҡлаусы һорауҙарҙы ла белһен. Телмәр төҙөүҙә төрлө күргәҙмәлелекте файҙаланыу ҙа ярҙам итә: схемалар, таблицалар, план, терәк һүҙҙәр , һүрәттәр һ. б. 3. Дәрестә диалогтың / монологтың ниндәй төрөнә өйрә теүҙе алдан уҡ билдәләп, асыҡлап ҡуйыу яҡшыраҡ. Уҡыусы ларға ҡуйылған талаптар аныҡ һәм аңлайышлы булһын. Был осраҡта үҙеңде уҡыусы урынына ҡуйып ҡарау ярҙам итергә мөмкин. 4. Дәрес барышында барлыҡ уҡыусылар ҙа аралашыуҙа ҡатнаша алһын өсөн төркөмләп / парлап эштәр тәҡдим итеү урынлы. Бер уҡыусы һөйләп торғанда ла икенселәре эш менән мәшғүл: тыңлайҙар, яҙалар, схемаһын төҙөйҙәр һ. б. Дәрестең һәр бер моментында уҡыусы үҙенең ниндәй эште, ниндә й маҡсатта эшләгәнен белеп торорға тейеш. 26 1.4 Уҡырға өйрәтеү Кешенең тормошонда һәм хеҙмәт эшмәкәрлегендә уҡыу аралашыу һәм донъяны танып белеү сараһы булараҡ ифрат ҙур роль уйнай. Уҡыу кешегә белем бирә, тирә - йүнде тәрәне рәк аңларға ярҙам итә, уның шәхес булып формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Шуға күрә лә икенсе телгә өйрәтеүҙең иң төп маҡсаттарының береһе - уҡыу күнекмәһе булдырыу. Телмәр эшмәкәрлегенең был төрөн үҙләштермәй тороп, икенсе телде өйрәнеүе бик ауыр, сөнки уҡыу менән нығытылмаған телмәр күнекм әһе 1 - 2 йыл эсендә юҡка сығырға мөмкин. Тексты уҡыған ваҡытта нилдәйҙер һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләм - i.i|) баланың хәтеренә һеңеп ҡала. Һуңынан уҡыусы уларҙы һойләү телмәрендә актив ҡуллана ала. Шуға иғтибар итергә корөк: уҡыу өсөн бирелгән текст грамма тиканы йәки үҙләште релгән лексиканы тикшереү сараһы булырға тейеш түгел. ;)гәр ҙә уҡытыусы текст аҙағынан телдең грамматик төҙөлө - 1 1 1 өнө ҡағылышлы һорау бирә икән, уҡыусы, текст йөкмәтке һенә иғтибар итмәйенсә, күберәк һүҙҙәрҙе тикшерәсәк. Телдән һөйләү менән сағыштырғанда, уҡыуҙың телмәрҙе кабул итеүгә ярҙам иткән һәм, киреһенсә, кире йоғонто яһаған үҙенсәлектәре лә бар. Уҡыуҙың төп өҫтөнлөгө шунда: кәрәкле темпты уҡыусы үҙе һайлай, аңлашылмаған урындарын ҡайтанан уҡып сығыу мөмкинлеге бар. Психологик кү ҙлектән ҡарағанда, күреү хәтере ишетеү хәтеренән нығыраҡ үҫешкән, мәғлүмәтте күреп аңлауы еңелерәк. Кире йоғонто булып текстарҙың ҙур күләмле һәм ҡайһы Г>ер һөйләмдәрҙең аңлау өсөн ҡатмарлы булыуы тора. Мәҫәлән, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр. Тексты уҡыусы аңлы ҡ абул итһә яҡшыраҡ. Әгәр ҙә бала ның хәтерендә һүҙҙең мәғәнәһе, һөйләм типтары, әҙер телмәр конструкциялары оҙаҡҡа һаҡлана икән, тимәк, аңлау күпкә еңеләйә. Психофизиологик характеристикалары буйынса уҡыуҙың ике төрө бар: ҡысҡырып уҡыу һәм эстән уҡыу. Ҡысҡы рып уҡыу өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, тейешле интонация менән уҡырға, һөйләмдәрҙе логик яҡтан дөрөҫ итеп 27 мәғәнәүи өлөштәргә бүлергә, кәрәкле фекерҙе айырып күрһәтергә өйрәтә, һүҙҙәрҙәге ондәрҙе дөрөҫ әйтмәүгә ҡарағанда ла һөйләмде ритмик төркөмдәргә дөрөҫ бүлмәү т екстың йөкмәткеһен аңлауҙы ауыр лаштыра. Шуға күрә уҡырға өйрәтеүҙең тәүге этабында хор менән уҡыу, дөрөҫ интонация табыу, паузаларҙы билдәләү, логик баҫым ҡуйыу кеүек эштәргә ҙур иғтибар бирелә. Уҡыуҙың үҙенсәлекле механизмдары ла бар: мәҫәлән, эстән уҡыу , эстән әйтеп ҡарау. Иң тәүге осорҙа телмәр органдары ның хәрәкәте асыҡ күренеп торһа, яйлап уҡыу күнекмәһе автоматлашҡан һайын, уларҙың хәрәкәте кәмей бара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эстән әйтеп ҡарау - уҡыуҙың мотлаҡ шарты булып тора. Тәү башлап уҡырға өйрәнгәндә уҡыусы тексты күрә, уны эстән йәки ҡысҡырып уҡый бара, шулай итеп ул үҙенең уҡыуын контролдә тота. Йыш тына эске артикуляция шы бырлауға әйләнә. Уҡыу техникаһы камиллашҡан һайын эстән уҡыу иркенерәк була бара. Әкренләп ҡысҡырып уҡыу артҡы планға күсә, сөнки ул текстың йөкмәткеһен аңлап үҙләште реүҙе тотҡарлай башлай. Уҡыуҙың тағы ла бер мөһим үҙенсәлеге булып текстың йөкмәткеһен алдан күҙаллау тора. Уҡыусыларҙың туған телендә ул күнекмә формалашҡан була, шуға таянып, тек стың мәғәнәүи үҫешен күҙа ллауҙы үҫтерергә кәрәк. Икенсе тел / дәүләт теле булараҡ башҡорт телендә уҡырға өйрәтеүҙә тәржемәле һәм тәржемәһеҙ уныу төрҙәрен айырып ҡарарға мөмкин. Башҡорт теле дәрестәренең төп бурысы - тексты тәржемәһеҙ аңларға өйрәтеү. Тәржемәне контролләү сараһы итеп кенә файҙаланырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп уҡытыусылар тексты уҡып тәржемәләүгә дәрестең күп өлөшөн сарыф итә, шул айҡанлы башҡа маҡсаттар тормошҡа ашмай ҡала. Төрлө тел үҙенсәлектәренең, ауырлыҡтарының булыу - бул - мауына ҡарап әҙерлекле һәм әҙерл екһеҙ уҡыуҙы айырып йөрөтәләр. Уҡыу алдынан 28 әҙерлек ваҡытында текста осраған төрлө лексик һәм морфологик, синтаксик ауырлыҡтар икенсе текст миҫалында аңлатыла, шунан һуң текст уҡыла. Урынына ҡарап, класта һәм өйҙә уҡыуҙы айырып ҡарап китергә мөмкин. Уҡыу о ҫталығы артҡан һайын, класта уҡылған материал ҡыҫҡара бара, дәрестә уҡыу өй эшен тик шереү формаһы булып ҡала. Өйҙә уҡыу өсөн айырым китап / журнал тоторға мөмкин. Был уҡытыусыға уҡыу күнекмәһен контролләүҙе еңеләйтә. Уҡылғанды аңлау өсөн у ҡ ыу техникаһына эйә булыу кәрәк. Уҡыу техникаһы - ул тексты дөрөҫ итеп ҡысҡырып йәки эстән уҡыу. Уның өсөн өндәрҙе дөрөҫ әйтә белергә, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ баҫым менән, синтагмаларға бүлеп уҡыу оҫталығына эйә булыу талап ителә. Уҡырға өйрәнеү хәрефтәрҙе танып, өндө д өрөҫ әйтеүҙән башлана. Бында интерференция күренеше тотҡарлыҡ яһарға мөмкин: мәҫәлән, бер үк хәрефтәрҙең рус һәм башҡорт телдәрендә әйтелештәре төрлөсә: а, ы, о. Алфавитты үҙләштергәндән һуң ижекләп, һүҙләп ҡыҫҡа һөйләмдәрҙе, кескәй текстарҙы уҡыу башлана. Уҡытыусының уҡыуы уҡыусы өсөн өлгө булып тора: өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, ҡысҡырып, һөйләм эсендәге паузаларҙы дөрөҫ билдәләп, башҡорт теленең интонацияһына, орфоэпия нормаларына ярашлы уҡыу тигән һүҙ. Бында һөйләмде син тагмаларға бүлә белеү ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ул тексты аңлауҙы еңеләйтә. Тексты иң элек уҡытыусы уҡып күрһәтә, уҡыусылар эйәреп эстән генә уҡып ултыра. Шунан һуң аңлашылмаған тел күренештәренә аңлатма бирелә, йөкмәтке буйынса һорауҙар бирергә мөмкин. Ҡабатлап уҡығанда бергәләшеп текста төрлө б илдәләр ҡуйып баралар: һүҙҙәргә баҫым, мәғәнәүи төркөмдөң сиген күрһәтеүсе һыҙыҡ, интонацияны күрһәтеүсе уҡтар һ. б. Таныш булмаған тексты уҡыу өсөн 2300 - 2500 һүҙ белеү кәрәк. Уҡыу тиҙлегенең артыуы был күрһәткестең үҫә барыуын дәлилләй. 29 Уҡыу техникаһын тикшереү өсөн программала хәрефтәр һәм һүҙҙәр һаны билдәләнгән, унан тыш һорауҙар ярҙамында текстың йөкмәткеһе тикшерелә. Журналда ул күрһәткес яҙыла бара. Маҡсатына ҡарап, уҡыу төрлөсә булырға мөмкин:  мәғлүмәт алыу өсөн (тексты ҡарап сығыу);  тексты аңлап, һөйләп биреү өсөн. Шуға таянып, уҡыуҙың түбәндәге төрҙәрен айырып йөрөтә ләр: 1) тексты дөйөм мәғлүмәт алыу өсөн йәки ниндәйҙер һорауға яуап эҙләп күҙ йүгертеп уҡып сығыу. Уның өсөн текстың исемен, тәүге абзацын, ҡайһы бер һөйләмдәрҙе уҡыу ҙа етергә мөмкин; 2) иҫтә ҡалдырыу, кәрәкле мәғлүмәтте эҙләп табыу өсөн тексты уҡып сығыу. Был осраҡта текст өлөшләтә түгел, ә тулыһынса уҡыла, текстың дөйөм йөкмәткеһе асыҡлана; 3) аңлап уҡыу - текстың йөкмәткеһен тулыһынса үҙләште реүҙе талап итә. Текст ашыҡмайынса, һәр абзац ентекләп уҡыла, аңлашылмаған урындар ҡабаттан уҡып сығыла. Был тор уҡыуҙы уҡытыусы тексты анализлағанда файҙалана ала. 30 1.5 Яҙырға өйрәтеү Яҙыу - өҫтәлмә аралашыу сараһы булып тора, ул телдең | рафик формаһы. Кешеләрҙең уй - фекерҙәрен ваҡыт һәм ара уыҡ (пространство) аша еткерергә ынтыл ыуы яҙыу барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булған. «Яҙыу - телмәр эшмәкәрлегенең бер төрө», - тип әйткәндә, Оеҙ, әлбиттә, яҙма телмәрҙе күҙ уңында тотабыҙ. Шуға күрә i on маҡсат: бала туған телендә ниндәй текстар төҙөп яҙа бе лһә, шундай уҡ текстарҙы башҡорт телендә лә төҙөп яҙырға ойрәтеү мөһим. Яҙма телмәр төрҙәре: 1) анкеталар тултырыу; 2) төрлө хаттар яҙыу һәм килгән хаттарға яуап төҙөү; 3) автобиография яҙыу / резюме; 4) ғариза яҙыу; 5) рецензия яҙыу / аннотация; 6) доклад яҙыу / сығыш; 7) ҡотлау открыткалары яҙыу; 8) инша / эссе яҙыу; 9) записка яҙыу һ. б. Был типтағы текстарҙа төп иғтибар йөкмәткегә һәм төҙөлөшөнә бирелә. Яҙма телмәр төҙөлөшө менән монологка оҡшаш, шуға күрә монологка хас булған һыҙаттар яҙма телмәргә лә хас: бәйле лек, логик эҙ мә - эҙлелек һ. б. һәр яҙма телдең орфографик ҡағиҙәләре бар. Телдә ҡабул ителгән һәр орфографик ҡағиҙә билдәле бер принциптан сығып төҙөлә. Төрлө телдәрҙең орфографик принциптары ла төрлөсә. Телдең ҡатмарлылығы телдәге теге йәки был прин циптың өҫтөнлөк ите үенә ҡарап билдәләнә. Хәҙерге башҡорт теле орфографияһының төп принцибы булып фонетик принцип һанала. Инглиз һәм француз телдәре күберәк традицион принципҡа нигеҙләнә. Немец телендә мор фологик принцип өҫтөнлөк итә. 31 Башҡорт телендә тағы ла, фонетик принциптан тыш, мор фологик, тарихи - традицион, дифференциаль һәм график принциптарҙы айырып йөрөтәләр.  Фонетик принцип. Был принцип буйынса һүҙҙәр нисек әйтелә, шулай яҙыла, [бала] — бала [әтәс] — әтәс [сәғәт] — сәғәт Рус теленән һәм ғәрәп - фарсы телдәренә н үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ҡалын йәки нәҙек аффикстарҙың яҙылышы ла фоне тик принципҡа нигеҙләнгән. фестивалде, декабрҙә, секретарға  Морфологик принцип. Әйтелеше буйынса һүҙҙең грамматик формаһы нисек кенә үҙгәрмәһен, уның составындағы морфемалар үҙгәрешһеҙ яҙыла. клуб - [клуп] - клубҡа гараж - [гараш] - гаражда бойороҡ - [бойроҡ] төнгө - [төңгө] һ. б.  Тарихи - традицион принцип. Боронғо осорҙа нисек ҡабул ителгән, бөгөн дә шул тради ция буйынса яҙыу. Ул бер ниндәй ҡағиҙәгә лә буйһонмай. Ундай һүҙҙәрҙе һүҙлек кә яҙҙырып, хәтерҙә ҡалдырырға кәрәк. һаулыҡ [һаулыҡ], Вәли [уәлэй], валсыҡ [ыуалсьгк]  Дифференциаль принцип. Әйтелеше буйынса бер төрлө йәки бер - береһенә яҡын булған ике һүҙҙе айырыу өсөн ике төрлө яҙып йөрөтөү, туған (туған тел) - тыуған (тыуған ауыл) н әмә (предмет, әйбер) - нимә (һорау алмашы) кампания (һайлау кампанияһы) - компания (дуҫтар ком панияһы) һ. б. 32  График принцип. Икенсе телдәрҙәге үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең нигеҙ телдәге графика һәм орфография ҡағиҙәләре буйынса яҙылышы, ғаилә, рәссам, әсбап, жюри, парашют Һ ис шикһеҙ, яҙма телмәр күнекмәһен булдырыу башҡа телмәр төрҙәре менән бәйләнештә һәм этаплап алып барыла 1 . Беренсе этапта төп иғтибар яҙыу техникаһын үҙләштереүгә йүнәлтелә: алфавиттың хәрефтәрен яҙа белеү; һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыу; тексты күсереп яҙыу; текстан һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнеш, һөйләмдәрҙе һайлап яҙыу; тексты тергеҙеү; өлгөгә ҡарап таблица тултырыу, текст һорауҙарына яҙма рәүештә яуап биреү; ябай анкета тултырыу; ҡотлауҙар яҙыу; хат яҙыу / өлгөгә ҡарап, конверт тышын тултырыу. Икенсе этапта яҙыу күберәк аралашыу сараһы булып тора: текстан кәрәкле мәғлүмәтте күсереп алыу, анкета тултырыу, интервью өсөн һораулыҡ төҙөү һ. б. Өсөнсө этапта яҙма телмәр тексҡа таянып аннотация төҙөү, хат яҙыу, уҡылған текстың планын төҙөү, изложение, мини - инша яҙыу һ. б. өсөн кәрәк. Шулай итеп, һүҙ яҙыу күнекмәһен булдырыу тураһында гына түгел, ә яҙма телмәр күнекмәһен булдырыу хаҡында бара. Ә яҙма телмәр аҡыл эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйле, уның үҙ ;«акондары, ҡағиҙәләре бар. Шуға күрә лә уҡыусыларҙы яҙма текст төҙөргә өйрәтеү мөһим: тексты ҡараламала яҙыу, мохәррирләү, структураһын иҫтә тотоп текст төҙөү (1 - се абзац - инеш, 2 - 3 - сө абзацтар - төп өлөш, 4 - се абзац - һығымта). Уҡыусылар яҙма телмәрҙең үҙенсәлекле аралашыу сараһы икөнен яҡшы аңларға тейеш : яҙылған хәбәр уны уҡыусы кешегә бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә барып етә, бында ым - ишара юҡ, шулай уҡ хәбәрҙә уҡыусының реакцияһы ла Пилдөле түгел. Яҙма телмәр күнекмәһе булдырыуҙың ҡатмар - иылығы шуның менән аңлатыла ла инде: 33  я ҙма телмәр өсөн хас булға н грамматик конструкцияларҙы емтекле һайлап алыу кәрәклеге;  айырым һөйләм, абзац, текст төҙөү өлгөләрен яҡшы белеү Һирәклеге;  фекерҙе йәки мәғлүмәтте тапшырғанда ойоштороу кимәле ме ң юғары булыуы һ. б. Тағы ла шуға иғтибар итергә кәрәк: яҙма телмәр күнек - ivmliOH булдырыу башҡорт халҡының мәҙәниәтен, үҙенсәлекле йолаларын белеү менән тығыҙ бәйле. Б еҙ уҡыусыларҙы сит халыҡтың мәҙәниәтен дә, шул уҡ макытта үҙ халҡының мәҙәниәтен дә хөрмәт итергә өйрәтергә т е й еш . Мәҙәниәттәр диалогы аралашыуҙың нигеҙе булып тора. Ул фекерҙәр, идеялар менән алмашыу өсөн мотлаҡ кәрәк. Уҡыусыларҙы аралашҡанда һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы темалар табырға өйрәтеү мөһим. Был әйтелгәндәр һөйләү телмәренә лә, яҙма телмәренә лә ҡағыла. Шул осраҡта ғына тел аралашыу сараһы һәм гуманитар белем биреү сығанағы буласаҡ. Яҙма телмәргә өйрәтеү күнегеүҙәре 1. Төрлө типтағы һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу. 2. Яттан яҙыу күнегеүҙәре. 3. Һөйләмдәге һүҙҙәрҙең затын, заманын, һанын, килешен үҙгәртеп яҙыу. 4. Һөйләмдәрҙе ҡыҫҡартыу, тулыландырыу. 5. Ике - өс һөйләмде берләштереү. 6. Тексҡа таянып һорауҙарға яуап яҙыу. 7. Төрлө эш ҡағыҙҙары төҙөү. 8. Ҡотлауҙар яҙырға өйрәтеү, хат яҙыу. 9. Мини - иншалар төҙөргә, мөхәррирләргә өйрәтеү. 10. Төрлө диктанттар яҙырға өйрәтеү: һайланма, аңлатма лы, иҫкә ртмәле, график һ. б. 34 Шулай итеп, яҙырға өйрәтеү этабы уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереү менән бергә үрелеп бара. Бында иғтибар ор фографик күнекмә менән бергә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә йүнәлтелә. Уҡыусы үҙенең уйлағанын, уҡығанын, ишеткән ен, күргәнен яҙма телмәрҙә дөрөҫ итеп Пирә белергә тейеш. Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсә лекле. Шуға ла яҙма эштәр, уларға ҡуйылған баһалар бала ларҙың белемен тикшереү менән бер гә уларҙың телде ойрәнеүендә дәртләндереү сараһы булып та хеҙмәт итһен ине. 35 Ҡ УЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛ ЕГ Е : 1. Акишина А. А., Каган О. Е. Учимся учить. М.: Рус.яз. Курсы, 2008. 256 с. 2. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулл аныу. Өфө, НМЦ Педкнига, 2008. 204 бит. 3. 5 - 9 - сы кластарҙа башҡорт телен уҡытыу мстид икаһы/ P . F . Аҙнағолов редакцияһында. Өфө: Китап, 199 6. 320 бит. 4. Воронов В. В. Педагогика школы в двух словах. М.: Педагогическое общество России, 2002. 192 с. 5. Выготский Л. С. Мышление и речь. Избранные психологические исследования. М., 1996. Т. 2. 6. Ғәлиева Ғ. Ғ., Нафиҡова 3. Ғ. Башҡорт б алалар баҡсаһы өс ө н уҡытыу - тәрбиә программаһы. Өфө, 1999. 120 бит. 7. Давыдов В. В. Проблемы развивающего об учения . М., 1986. 8. Демьяненко М. Я. и др. Основы общей методики обучения иностранным языкам. Киев: Высшая школа, 1976. 280с. 9. Жинкин Н. И. Механизмы речи. М., 1958. 310с. 10. Закирьянов К. 3., Саяхова Л. Г., Альмухаметов Р.В. Методическое руко водство к учебнику «Русский язык» для 7 - 8 клас сов башкирской школы. Уфа: Китап, 2001.154с. 11. Закирьянов К. 3. и др. Методика преподавания русского языка в 5 - 9 классах башкирской школы. Уфа : Китап , 1996. 352 с. 12. Капитонова Т. И., Московкин Л. Н., Щук и н А. П. I Методы и технологии обучения русскому языку как иностран ному / под ред. А. Н. Щукина. М.: Рус.яз. Курсы, 2008. 312с. 13. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар Йыйынтығы. Өфө: Китап, 2002. 158 бит.