Сценарий посвященная библиотекарям и книгам


Әҙәби кисә:“Китап—кәңәшсең һинең”
Маҡсат: китапҡа һөйөү тәрбиәләү
Кисә барышы:
Ҡат-ҡат ҡатлама,
Аҡылың булһа ташлама.(китап)
2 апрель –балалар китаптары көнө. Ошо уңай менән барығыҙҙы ла ҡотлайым.
Беҙҙен ил халҡы – иң күп укыған ил. Китап уҡыу кешенең зауығын, эске донъяһын байыта, кешене матур, моләйем итә. Китапты һәр кем яратыға, хөрмәтләргә тейеш.
Китап тотмаған, китап уҡымаған кеше юҡ донъяла. Китаптар – беҙҙең рухи донъябыҙҙың, аң – кимәлебеҙҙең көҙгөһө. Дарвин һүҙҙәрен үҙгәртеберәк әйтһәк, китап кешене кеше иткән... Матур китаптар – аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе. Файҙалы китаптарҙы уҡыу күңелгә шатлыҡ килтерә, фекергә аҙыҡ була, зиһенгә ҡеүәт була.
О китап!Мин табынған илаһи зат! Ҡөҙрәтле, тылсымлы биттәрең алдыңда мин, бәндәң, баш эйәм.
Китап ғәли йәнәптәре! Үҙегеҙгә бөтә тарихты туплағанһығыз, йөрәгегеҙгә халыҡтарҙың аяуһыҙ көрәшен,аһ – зарҙарын, ҡайғы - хәсрәттәрен һыйҙырғанһығыҙ.
Мәрхәмәтле китап! Һеҙҙең киң куңелле булыуығыҙ бөтә кешелеккэ мәғлүм. Шулай булмаһа, үҙ ҡуйынығыҙға яуыз уйлы батшаларҙы, һуғыш суҡмарҙарын һалыр инегеҙме?
Мөхтәрәм китап! Һеҙгә ҡарата беҙ күңелебеҙҙэ мөҡәддәс тойғолар йөрөтәбеҙ. Тарихты тулы яҡтыртыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Мин был көн тугелмен инде, әй дуҫым, яңғыҙ башым.
Бына тора китаптар - минең саф юлдаштарым.
Минән улар һис ялҡмай, мин үҙем ялҡмаһам.
Улар менән ултырам, улар менән күңел асам.
Улар атам, улар әсәм, улар минең уҡытыусым,
Башҡа ерҙә юҡ бәхет тип, уларға мин туҡтайым.
Йөҙҙәрен минән йәшермйҙәр, уларҙа юҡ бөркәнсек.
Һәм улар байҙар түгел, асыҡ ята һәр ваҡыт.
Башыма килгән һорау, мәсьәләне сисә,
Һис тауышһыҙ улар менән ғәзиз ғүмерем утә.
(М.Ғафури)
Баҫма китап—кеше аҡылы тапҡан мөғжизәләрҙең береһе. Аҡыл- ғилем йыйылмаһы, ғүмергә юйылмаҫы. Кеше ил-ер, араларҙы иңләр тәгәрмәстәр, машиналар, самолеттар уйлап тапҡан, сыбыҡһыҙ радио, телефон уйлап сығарған. Ә ваҡыт-заманаларҙы иңләр әлегә бер генә әмәле бар. Ул—китап, баҫма һүҙ. Кәңәш кәрәктә—яҡын кәңәшсең, яңғыҙ булғанда—сер бүлешер дуҫың, ҡайғы килгәндә йыуанысың ул китап. Китап менән кәңәш иткән—әмәл тапҡан, серҙәр асҡан, белем туплаған.
Китаптың да, кешеләр кеүек, төрлөһө бар—күңел биргәне, зиһенде асҡаны, куңелде аҙҙырғаны. Китап һине әсир итер, дуҫтар таптырыр, дәрттәр уятыр, ғишыҡ уты ҡабыҙыр. Теләһә, йыуатыр. Китап менән дуҫтың күңеле бөтөн, зиһене бай. Китаплы илдең ғалимы бар, яҙыусыһыбар.
Китаплы илдең абруйы бар, китаплы халыҡтың киләсәге бар.
Ап-асыҡ тора һәр ваҡытта, эй китап,
Баҡһам һиңә ысын, аҫыл нигеҙле ерҙән
Күп белемдәр бир миңә!
Эй китап! Мин аңраны
Төҙ юлға күндерһәнә,
Мине баҫҡан йәһел утын
Һыу һибеп һүндерһәнә!
(Ш.Бабич)
Мәҡәлдәр беләһегеҙме?
Үҙ аҡылын юлбашсы булһын, Китап юлдашың булһын.
Һәр китаптың үҙ уҡыусыһы, һәр китаптың үҙ яҙмышы.
Китабына ҡарап эйәһен таныйҙар.
Китапҡа ҡарап фал да асалар, донъя ла асалар.
Китапты кеше асыр, күңелде китап асыр.
Китабы барҙың хәтере бар, хәтере барҙын кәҙере бар.
Китап – белем шишмэһе, белем – ғилем нигеҙе.
Китап-тормош көҙгөһө, күҙҙәр—күңел көҙгөһө.
Китапҡа яҙылған һүҙҙең ҡәҙере бар, уны уҡығандың үҙҡәҙере бар.
Китап –белем шишмәһе тип,
Әйткәндәр боронғолар.
Беҙ ҙә һәр саҡ уның менән
Булайыҡ ысын дуҫтар!
Ҡулға китап алыу менән
Күңелдәр үҫеп китә.
Һәр саҡ нимәлер беләһең
Байый бара зиһен дә.
Донъя ғилеме—китап эсендә.
Ғәбдөк – 2013 й