Сочинение по башкирскому языку Ду?ыма хат


Дуҫыма хат

Бында ерҙең ниғмәттәре,
Хуш еҫле шиңмәҫ гөлдәре,
Тынғы белмәҫ урман шауы,
Алтындай көн һәм төндәре.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
Башҡарҙы: Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте мәғариф бүлеге
муниципаль автономиялы дөйөм биреү учреждениеһы
1-се гимназияның 10-сы в класы уҡыусыһы Камалова Әҙилә.
Уҡытыусыһы: Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте мәғариф бүлеге
муниципаль автономиялы дөйөм биреү учреждениеһы
1-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Камалова Эльвира Ғилман ҡыҙы

Һаумы минең ҡәҙерле дуҫым! Ҡырымда ял иткәндә танышҡан инек. Һинең тыуған илем тураһында һөйләргә ҡушҡан үтенесеңде ҙур теләк менән башҡарам.
Мин Башҡортостан республикаһында йәшәйем. Картаға ҡараһаң, минең илем япраҡҡа оҡшаған. Эйе, бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим дә шулай тип яҙған:
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Беҙҙең республикабыҙҙың тәбиғәте лә иҫ киткес ғәжәйеп матур. Ниҙәр генә юҡ унда: нефть, күмер, баҡыр, тимер, алтын, көмөш... Яландарҙа күкрәп игене үҫә. Болондарҙа көтөү-көтөү мал-тыуары йөрөй. Бейек тауҙар ҙа, тәрән күлдәр ҙә, сылтырап аҡҡан шишмәләр ҙә, караптар йөҙгән йылғалар ҙа бар беҙҙә.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ был ерҙәрҙә боронғо замандарҙан бирле йәшәгән. Башҡорт халҡының гимны булған “Урал” йырында ошондай юлдар бар: “Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын”. Ысынлап та халҡым һәр саҡ илбаҫарҙарға ҡаршы күтәрелгән. Тарих биттәрен байҡаһаң нимә күрәбеҙ: урыҫ батшаларының башҡорт ерҙәрен тартып алып, халҡын ҡол хәленә ҡалдырырға ынтылыуына ҡаршы 89 тапҡыр оло яуға күтәрелгән. Тыуған ере, иле өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙҙың исемдәре ҡанлы тарих биттәренә мәңгелеккә яҙылған: Салауат, Ҡараһаҡал, Батырша, Кинйә... Ауыр юлдар үтеп халҡыбыҙ үҙен генә түгел, рухын, сәсән телен, моңло йырын, милли әҙәбен, иманын һаҡлап ҡалған.
Миңә үҙемдең тыуған ерем бик тә яҡын һәм ғәзиз. Ә мин йәшәгән Бәләбәй ҡалаһы донъялағы иң гүзәл ҡалаларҙың береһелер. Беҙҙә йәшәгән шағир Камил ағай Фазлыйҙың шиғырын уҡыһаң, һиңә нимә әйтергә теләгәнем аңлашылыр.
Бәләбәйем – наҙлы йәйем,
Еләкле дуҫлыҡ иле.
Бөҙрә ҡайындарҙы һыйпап,
Иркәләй йомшаҡ еле.
Әгәр дуҫтар килеп төшһә,
Ултыртыр ашын – сәйен.
Ҡолас йәйеп ҡаршы алыр
Ҡунаҡсыл Бәләбәйем.
Беҙҙең яҡты “йырлаусы шишмәләр иле” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ә мин: “Яков Ухсай, Константин Иванов кеүек талантлы сыуаш шағирҙары булаһың килһә, беҙҙең шишмәләрҙең шифалы һыуын эс” - тип өҫтәр инем.
Ә иң мөһиме – беҙҙә ҡунаҡсыл, тырыш, ярҙамсыл, эшсән кешеләр йәшәй. Төрлө милләт вәкилдәре йәшәүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең арала дуҫлыҡ, татыулыҡ хөкөм һөрә.
Мин ябай башҡорт ҡыҙы 10-сы класта уҡыйым. Сәскә атҡан, нурланған ерҙә тыуғанға сикһеҙ ғорурланам. Артабан да тыуған илемдең алға китеүен, балҡыуын, үҫеүен теләйем. Бының өсөн тырышып “5” билдәләренә генә уҡыйым. Белемле, аҡыллы кешеләр генә үҙ илдәренә файҙа килтерә алыуын яҡшы аңлайым. Башҡортостаныбыҙ үҫһен, халҡыбыҙҙың тормошо алға китһен өсөн белемле, бай рухлы, көслө ихтиярлы кешеләр кәрәк! Белем алып халҡыма, туғандарыма кәрәкле белгес булып, илемдең данын, ҡеүәтен үҫтерәсәгемә һис шикһеҙ ышанам.
Хөрмәтле дуҫҡайым, хатымды тамамлайым. Мин яҙған шиғырҙы уҡыһаң, мотлаҡ беҙҙең яҡтарға килерһең тип уйлайым.
Тыуған илем – Башҡортостан,
Тыуған ҡалам – Бәләбәй.
Ғорурланып үҫә, ҙурая –
Урманға бай, һыуға бай.
Тәбиғәтте моңға күмә
Аҫыл ҡош тауыштары.
Көҙҙәре һары алтындай,
Ап-аҡ ҡарлы ҡыштары.
Күрәһең килһә ҡаламды
Бер килеп урар инең.
Серле моңдар ағылғанын
Кистәрҙә тыңлар инең.