Презентация по башкирскому языку “?оштар -бе??е? ?анатлы ду?тарыбы?” К?р??те? алмаштары
Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,Уяналар ауыл, ҡалалар. Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
Һаумы ,ҡояш, Һаумы,дуҫым, Һаумыһығыҙ,уҡытыусым!
Яҙын йырлап киләләр, Беҙҙе моңға күмәләр, Көҙөн тағы күмәкләшеп Йылы яҡҡа китәләр.
Йомаҡтың яуабы
-Эйе, бөгөнгө дәрестә Тыуған илебеҙ тәбиғәтенә йәм биреүесе, матурлыҡ үҫтәүсе ҡанатлы дуҫтарыбыҙ – ҡоштар тураһында һөйләшербеҙ. Элек-электән кешеләр ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған. Улар һымаҡ бейектә осорға, моңло итеп йырларға хыялланған. Шуға ла халыҡ араһында оҫта йырсыны – һандуғас, ҡыйыу көрәшсене – бөркөт, һылыу ҡыҙҙарҙы – ҡарлуғас, аҡҡошом тип йөрөтәләр.
Һынамыштар: Ҡарлуғас түбән осһа, ямғыр яуа.Ҡарғалар ағастың аҫҡы ботағына ҡунһа, ел булыр.Һайыҫҡан шыҡырыҡлаһа, кеше килә.Сыйырсыҡтар алдан килһә, иген уңыр.Һауала ҡоштар күп осһа, ҡарлы көнгә.
- Элек-электән беҙҙең гүзәл тәбиғәтле Уралыбыҙ ҡоштарға бик бай булған. Ер йөҙөндә, ғалимдар иҫәпләүе буйынса, 100 млрд. ҡош йәшәй, кешеләргә ҡарағанда 20 тапҡыр күберәк тиерлек. Ә Башҡортостанда шуларҙың 300 төрөн осратырға мөмкин.
Тәржемә эше
Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ
КарточкаларЗат алмаштары. Личные местоимения Эйәлек алмаштары.Притяжательные местоимения Һорау алмаштары.Вопросительные местоимения Мин-яҺин-улУл-он,(она,оно)Беҙ-мыҺеҙ-выУлар-ониМинең-мой ,моя,мое,мои,у меня.Һинең-твой,твоя,твое,твои,у тебя Уның-его,ее,у него ,у нееБеҙҙең-наш,наша,наше,наши,унас,Һеҙҙең-ваш,ваша,ваше,ваши,у васУларҙың-их,у нихКем?-кто?Нимә?-что?Ниндәй?-какой?Нисек?-как?каким образом?Ҡайһы?-который?Кем менән?-с кем?Ҡасан?-когдаНиңә?ни өсөн?-почему?Нисә?күпме?-сколько?Нисәнсе?-который?Ҡайҙан?-откуда?Ҡайҙа-где?куда?Был-этоБылар-этиОшо-этот,эта,этоОшолар-этиТеге-тот,та,тоТегеләр-теШул-этот,эта,этоШулар-эти
Был-это Теге-тот,та,то Былар-эти Тегеләр-те Ошо-этот,эта,это Шул-этот,эта,это Ошолар-эти Шулар-этиКүрһәтеү алмаштары.Указательные местоимения.
Уҡыусылар, бирелгән йомаҡтарҙы уҡып, яуаптарын дәфтәрегеҙгә яҙып барығыҙ.1.“Ҡар” ҙа “ҡар” тип осоп йөрөй,Ҡысҡыра юҡҡа-барға.Исеме уның ... .2. Ҡолға башында йорто,Эсендә тора йырсы. 3.Үҙе йомортҡа баҫмай,Балаһында баҡмай.4. Йылы яҡҡа ирекһеҙҙәнОсоп китә ҡар яуғас.Яр буйында, ҡыйыҡтарҙаОя ҡора ... .
5. Яңғыратып һыу буйҙарынҺайрай, алһыу таң тыуғас,Моңло, дәртле ... .6. Кәкре муйын, аҡ йомғаҡ,Йөрөй күлдә яр буйлап,Йәлеп итә үҙенә,Зарлы көйҙәрен уйнап.7. Торҡо-тарҡы тора ла,Күккә менеп юғала.8. Аҡ уймағым һыуға төштө,Балдаҡтары уйыла төштө.
Яуаптарығыҙҙы тикшерегеҙ1.Ҡарға2. Сыйырсыҡ3. Кәкүк4. Ҡарлуғас5. Һандуғас6. Аҡҡош7. Торна8. Аҡсарлаҡ
Ял итеү минуты Мамыҡ кеүек ап-аҡ ҡарҙар ,Яуалар ҙа яуалар,Йылайбыҙ ҙа ,бейебеҙ ҙә Беҙ бәхетле балалар!
“Гөр-гөр” йырлай ул,Ҡыҙыл ситек кейә ул,Күлдәктәре күгелйем,Татыулыҡты һөйә ул.
- Элекке замандарҙан уҡ төрлө илдәрҙә почта элемтәһендә күгәрсендәр файҙаланылған. Батшаларҙың ашығыс фармандарын да, ғашиҡтарҙың йөрәк серҙәрен дә тейешле урынға улар еткергән. Бөйөк Британияла бер күгәрсенгә бронзанан һәйкәл ҡуйылған. Ул 1942 йылдың яҙында һыу аҫты кәмәһенән хәбәр алып килеп ҡотҡарышҡаны өсөн иң юғары хәрби бүләккә лайыҡ булған.Ел ыңғай иҫкәндә, почта күгәрсене сәғәтенә 300 км тиҙлек менән оса.
Телеграмма:Һаумыһығыҙ,дуҫтарым! Беҙгә ҡышын ауыр һәм һыуыҡ.Беҙгә ем кәрәк!Шулай уҡ оялар эшләүегеҙҙе һорайбыҙ! Һеҙҙең ҡанатлы дуҫтарығыҙ.
Һүҙлек эше:Файҙалы-полезныйИген-зерноБөжәктәр-насекомыеТөҙәтеү-исправлять ,поправлятьҠыйыҡ-крыша
Һүҙ бирәбеҙ:1. Ҡош ояларын туҙҙырмаҫҡа.2.Ҡоштарҙы һәм уларҙың балаларын тотмаҫҡа.3.Урманда үҫемлектәрҙе, бөжәктәрҙе, ҡош ояларын тапамаҫ өсөн һуҡмаҡтан ғына йөрөргә .4.Урманда һәм паркта шауламаҫҡа, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе ҡурҡытмаҫҡа 5.Ҡоштарҙы яратырға!
Тиҙәйткес:Ҡара ҡарға ашамаһа,Ала ҡарға ашаһын.Ала ҡарға ашамаһа,Ҡара ҡарға ашаһын.
Өй эше :1.ҡоштар һүрәте төшөрөргә;2.ҡоштар тураһында шиғыр табып,тасуири уҡырға.Һәр кем үҙенә оҡшаған эште һайлап башҡара ала һәм барығыҙға ла ҡоштарға хат яҙып килергә.