Презинтация по башкирской литературе С.Мифтаховты? тормош ??м ижад юлы (9 класс)
«Данлы ғүмер, талантлы ижад»Сәғит Мифтаховтың тыуыуына 110- йыл (1907-1942)
БиографияСәғит Мифтах улы Мифтахов 1907 йылдың 10 ғинуарында Башҡортостандың Нуриман районы Ҡыҫыл Яр ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, 1919-1922 йылдарҙа С.Мифтахов Өфөлә педагогия курстарында уҡый,ә 1923 йылда Стерлитамаҡта бер йыллыҡ өлкә партия-совет мәктәбен тамамлай. 1923-1924 йылдарҙа Сәғит Мифтахов Мәскәүҫә Көнсыгыш хеҙмәтсәндәрҙең коммунистик университетында(КУТВ) уҡый, 1925 йылда , ВЛКСМ Үҫәк Комитетенең ҡушыу буйынса,комсомолдың Мәләкәс өйәҙ комитетендә инструктор булып эшләй. Шул йылдың көҙөндә уҡыуын дауам иттереү өсөн ул Мәскәүгә китә һәм 1927 йылда КУТВ-ты тамамлай.1927 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы башланағанға тиклем С.М.Мифтахов партия органында, культура һәм сәнғәт ойошмаларыда яуаплы эштәр башҡара. Урта мәктәптә, Башҡортостан комвузында уҡыта, театр техникумының директоры булып эшләй,партияның Баймаҡ районында агитация һәм пропаганда бүлеге менән етәкселек итә. Һуғыш алдынан Башҡорт академия драма театрының директоры була.Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, яҙыусы-патриот үҙ теләге менән фронтҡа китә. Батальон комиссары вазифаһын баҡарғанда,1942 йылдың февралендә Сәғит Мифтахов фронтта бтырса һәләк була.
Хеҙмәтсәндәрҙең коммунистик университетында( КУТВ)
С.Мифтахов башҡорт совет драматургияһы тарихендә күренекле урын алып тора. Ул йылда яҙа башлап, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә унлап һоҡландырғыс пьеса ижад итә. Сәғит Мифтахов башҡорт театрының заман репертуарын тыуҙырыуға ярҙам итә. 1929 йылда Башҡорт театры уның беренсе әҫәре- «Пандар илендә» драмаһын ҡуя. Был пьесала һүҙ Польша комсомолецтәренең капиталистик ҡоллоҡҡа ҡаршы көрәше хаҡында бара. Драматург “Балканда”(“Зимагорҙар”) әҫәрендә революцияға тиклемге башҡорт, татар хеҙмәтсәндәренең ҡаранғы тормошон яҡтыртырта, буржуазияның ҡомһоҫлоғон, Коньяҡ Уралдағы алтын приискеләрендә эшселәрҙең рәхимһез эксплутацияланыуын күрһәтә. Драма башҡорт һәм татар милләтенән булған сезонлы эшселәрҙең аңы үҫеүе, уларҙың рус эшселәр синыфы етәкселегендә тупланыуҙары идеяһы менән һуғарылған.
Сәғит Мифтаховтың башҡорт ауылын социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу, хеҙмәткә, тормошҡа, дуҫлыҡҡа һәм мөхәббәткә яңы мөнәсәбәт өсөн көрәштә яңы кешеләрҙең үҫеүе темаһына яҙылған драматик әҫәрҙәре айырыуса әһәмиәтле.С.Мифтахов үҙенең әҫәрҙәрендә актив рәүштә яңы тормош төҙөүсе, яңы совет ғаиләһе өсөн, иҫке ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡаршы көрәшеүсе яңы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының образын һоҡланырлыҡ итеп кәүҙәләндерә. Драматург “Һаҡмар” (1932), “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт “ (1939), “Ялан ҡыҙы” (1940) драмалары ана шундайҙар иҫәбенә инәләр.Быларҙан тыш С.Мифтаховтың бер нисә әҫәре әҙәби журналда баҫылып сыҡты (“Урал ҡаны”, “Куктән төшкән Хөрәйрә”). Ул башҡорт халыҡ легендаларында һәм әкиәттәрендә нигеҙләнеп “Аҡбҙат” операһы өсөн либретто яҙҙы.
Ай Сәғит Мифтахов иҫтәлегенә.Көнбайышҡа табан үттеЕрҙе, күкте ялмап ут,Ә хәҙер тамуҡ тынлығы –Меңдән бер генә минут.Төн. Атака уҙған ҡырға,Һуңлап, киттек ай төштө,Ул,тыныс ҡына эйелеп,Танышын эҙләй төҫлө.Сал комиссарҙы тапты улҮлектәр араһында,Тик ҡыҙғаныу ҙа, ҡайғы лаЮҡ ине ҡарашында.Комиссар... Күп йылдар элекУл матур һәм йәш ине,Мөхәббәте бәлләүендә Буласаҡ кәләш ине.Уларзы солғаған инеЯҙғы баҡса, төн генә,“Бәхет...Бәхет!” – ҠабатланыТөнгө татлы өн генә.Мәңгелек үтәме, әлләСекундмы –һиҙмәнеләр,Тик ай йөҙөнән һоҡланыу,Йылмайыу эҙләнеләр.Ах,юҡҡа,юҡҡа!. Ай мәңгеТоноҡ һалҡын гәрәбә,Унда бер ҡараш – һөйөүгә,Бер ҡараш – үлемгә лә. 1942йыл. Мостай Кәрим.
С.Мифтаховтың китаптары1.Пандар илендә.2.Һаҡмар.3.Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт.4.Ялан ҡыҙы.5.Балканда.6.Пьесалар.
Ихтибарығыҙ өсөн рәхмәт!