Сценарий ко Дню народного единства для детей старшего дошкольного возраста на башкирском языке.


Сценарий “День народного единства” на башкирском языке.
Для детей старшего дошкольного возраста
Занавес закрыт. Звучит курай. На сцену в национальных костюмах выходят дети.
1 бала: Ҡайҙа бар икән доньялағы иң матур ер?
2 бала: Ҡайҙа икән доньялағы иң бай ер?
3 бала: Белмәйем, белмәйем. Бик күп ерҙәр үттек, күп һыуҙар кистек, әммә әлегә ундай ер осраманы.
Балалар ял итергә ултыралар. Ҡурай моңо яңғырай. Бүре килеп сыға. Ҡурай моңо тына. Балаларға ҡарап тора ла яй ғына атлап башлай.
4 бала: Әйҙәгеҙ, уның артынан барайыҡ. Бәлки ул беҙҙе доньяның иң матур еренә алып барыр.
Зал буйлап үтәләр, залдан сығып китәләр.
Песня "Күңелле сәйәхәт".
Дети входят, идут за волком, останавливается волк, за ним дети. Эргәһенә килеп баҫалар. Ҡурай моңо.
6 бала: Күпме тауҙар, һыуҙар күреп, илдәр кисһәм дә, табалманым әйбәтерәк ошо ерҙән дә.
7 бала: Ниндәй матур ер!
8 бала: Ниндәй бай ер!
9 бала: Ул еләге! Көмөштәй һыуы, балан урманы!
10 бала: Әйҙәгеҙ, ошонда төпләнәйек.
1 бала: Үҙебеҙ башҡорт булайыҡ. Сөнки, беҙҙе баш ҡорт- баш бүре ошо ергә килтерҙе бит.
Музыка көсәйә. Балалар сыға. Халыҡ йыры "Урал".
Ведущий. Шул замандан алып башҡорт халҡы башҡорт илендә - Урал тауҙары итәгендә көн күрә башлайҙар. Риүәйәттәр буйынса, Урал һүҙе "ур" - калкыу урын һәм "ал" - алтын һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Ер йө ҙөндәге иң боронғо тауҙар - ул Урал тауҙары. Донья яратылғандан уҡ башҡорт халҡы бабалары ошо ерҙә йәшәгән, изге тәүтөйгебеҙ ул күк Урал. Уралдың киң далалары, урмандары, саф һыулы йылғалары, ундағы балыҡтары, алтын - көмөшө, ҡиммәтле тиреле йәнлектәре башҡа милләт кешеләрен дә үҙенә тарта.
1 бала: Ай, Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған түбәһе-
Күккә ашҡфн Уралым!
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарым!
2 бала: Урал буйҡайҙары армыт-армыт,
Бар ергә лә әсә булған ул.
Сылтырап аҡҡан шишмә буйҙарына
Ырыуҙарын туплап йыйған ул.
Занавес открывается, дети выстроились в форме цветка курая.
Звучит курай.
Сәхнәгә балалар сыға.. Мини композиция. Улар ҡурай сәскәһе формаһында төҙөләләр. Үҙҙәренең ырыуҙары тураһында әйтәләр һәм ырыу тамғаларын күрһәтәләр.
Табын ҡыҙы ( Тулҡын төшөрөлгән һүрәт, Табын ырыуы тамғаһын тотҡан):
Табын ырыуы ҡыҙҙары
Кейгән матур итектәр.
Еләндәрҙә тулҡын биҙәк
Әберкәле итәктәр.
Түңгәүер ҡыҙы ( Тәкә мөгөҙө төшөрөлгән һүрәт һәм Түңгәүер ырыуы тамғаһын тотҡан ):
Түңгәүер ҡыҙы (исем)
Йөрәге уның ярһыу.
Камзулы тәкә мөгөҙлө,
Күлдәге сағыу, алһыу.
Ғәйнә ҡыҙы ( Ғәйнә ырыуы тамғаһын тотҡан):
Ғәйнә ҡыҙҙары кейеме
Әүернәле ҡушъяулыҡ,
Сыңлап тора ҡумыҙҙары
Тыңлап таң ҡала халыҡ.
Бөрйән егете (Бөрйән ырыуы тамғаһын тотҡан):
Таһир менән Азамат та
Бөрйән яғынан, дуҫтар,
Думбырасы, ҡурайсылар,
Еләндәрендә - ҡусҡар.

Ҡыпсаҡ ҡыҙы( Ҡыпсаҡ ырыуы тамғаһын тотҡан):
Ҡыпсаҡ кейеме йондоҙло,
Итектәре – еҙ үксә:
Ҡыҙҙарыбыҙ, һай, оҫта,
Бейеп, йырлап үҫә.
Юрматы ҡыҙы ( Юрматы ырыуы тамғаһын тотҡан): Юрматылар кейеменең
Биҙәге осло үркәс,
Матур шиғырҙар һөйләйҙәр,
Телде яратып үҫкән.

Меңле ҡыҙы (Мең ырыуы тамғаһын тотҡан): Еләндәре сағыу ҡояш,
Меңлеләр уйнай һорнай,
Тыпырлатып оҫта баҫа,
Һис тә оялып тормай.
Танец ___________________________________
Занавес закрывается. Звучит курай.
Инсценировка "Рождение Салават батыра".
Ведущий. Ровно261год тому назад в семье старшины Шайтан-Кудейской волости сибирской дороги Юлая Азналина родился сын. Нарекли его Салаватом. Ана, ҡаҡты ҡояш тауҙы батыр сыңлап китте бер моң. Бер яҡты йыр, тыуҙы бер ир, Урал күкрәгендә. Мөлҙрәмә тулы һөйөү йөрәгендә. Мөхәббәтле бала. Азат бала. Сәскәләрҙә аунап үҫкән, сәскәләрҙә аунар саҡтан ил аҡлын аңлап үҫкән. Ул тыуғанда ҡаты төҙҙөн тотоп торған саҡ аттарҙы сабый ҡушылып рән һалған, тауышына тояҡтарзың. Урал тауы тертләп киткән.Шул бәйгенең тулҡынына сабый йөрәк тулап һипкән. Азатлыҡ йыры ялҡынына.
На сцену выходят герои инсценировки.
Ҡыҙҙар. Э-һе-һе-һей! Ишеттегеҙ ме? Юлай ағайҙын улы тыуған!
Малай. Э-һе-һе-һей!Бәпес туйына рәхим итегеҙ!
Постепенно зал наполняется народом.
Ассаләм мағалейкум! Һаумыһығыҙ!
1 кеше: Юлай түрәнең улы тыуған!
Возгласы радости у присутствующих.
2 кеше: Шауламаҫҡа! Юлай түрә килә.
Юлай: Сәләм, сәләм узамандар!
Народ отвечает приветствием.
Юлай: Туғандарым! Һеҙҙен бәпес туйына килеп йыйылғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм!
Народ: Аллаға рәхмәт!
Юлай: Ә хәҙер, йола буйынса, бәпескә исем һайларға кәрәк булыр.
Народ: Әбдрәхмән булһын! Мөхәмәт! Юҡ, Азамат! Юлай түрә, Таштуғай булһын!
Юлай: Матур исем, матур!
Мужчина: Йәмәғәт, арағыҙҙа иң( ) булыраҡ, минең дә бер тәғдим бар. Балаға исемде ҡушҡанда уның мәғәнәһе булырға тейеш. Ул булһын маҡтаулы, намаҙлы, доғалы, а ул исем Салауат!
Народ: Салауат тип ҡушабыҙ! Салауат!
Юлай: Бына, хоҙайға тапшырып, исем дә һыйланыҡ! Ә, хәҙер һүҙҙе муллаға бирәйек! Исем ҡушып аҙан ҡыскырып алһын!
Мулла: Ассаләм мағалейкум, Юлай түрә! Ассаләм мағалейкум, хөрмәтле йәмәғәт!
Народ: Алейкум ассаләм!
Мулла: Түрә! Бик яҡшы! Хәйерле сәғәттә исем биреүҙе. Аллаға тәғәләғә тапшырып башлайым!
Мулла читает молитву. Далее, в конце молитвы, говорит три раза "Исемең булһын Салауат".
Народ: Һай, афарин!
Юлай: Рәхмәт! Рәхмәт! Бына, исем дә ҡуштыҡ!
1 Мужчина: Юлай түрә! Миндән булыр ҡылыс! Үҙ халҡына тоғро булһын! Антынан бер яҡҡа ла ситкә китмәһен! (дарит меч)
Юлай: (берет меч) Рәхмәт! Рәхмәт!
2 Мужчина: Башҡорт булмай атһыҙ! Бүләк һиңә беҙҙән Салауат мөнөр атҡа көмөш суҡаллы йүгән! (дарит стремя)
Юлай: (берет стремя) Рәхмәт! Рәхмәт!
3 Мужчина: Ырыуҙаштар! Минән бүләк уҡ һаҙаҡ! (дарит лук)
Юлай: (берет лук) Рәхмәт! Рәхмәт, уҙамандары! Бына, исем дә ҡуштыҡ бәпескә, ә хәҙер, йылабыҙ буйынса, кендек инәһенә бирәйек. (Передают малыша женщине). Әйҙә, рәхим ит!
Женщина: Арыҫландай ҡыйыу бул! Ыласындай уйау бул! Ололарҙы олола, кеселәргә кесе бул. Әсәләрҙе рән итмә! Етемдәрҙе кәмһетмә! Минән һиңә теләк шул! Әйҙәгеҙ, бәпәйҙе иркәләп алайыҡ.
Ребенка кладут на большую ткань, держат ткань по углам, по кругу идут женщины, поют ребенку пожелания.
Һәпес, Һәпес, Һәпестә, бигрәк матур бәпестә.
Һәпес, Һәпес, Һәпестә, бигрәк матур бәпестә.
Үҫәр әле ҙурайыр, ғына тиғән ҡыҙ алып.
Һаҡал һыйпап атаһы түшем кире әсәһе.
Килен туйына барыр, илен туйына барыр.
Һәпес, Һәпес, Һәпестә, бигрәк матур бәпестә.
Һәпес, Һәпес, Һәпестә, бигрәк матур бәпестә.
ахмерҙә ал бирмәҫ, майҙандарҙа коламаҫ.
Ҡыуһа етер ҡыуғаны, атҡа алыр һунарын!
Батыр егет булыр ул, илгә теләк булыр ул.
Батыр йөрәк булыр ул, илгә терәк булыр ул.
На последних двух строчках гости и поющие уходят.
Ведущий. Салауат өс йәшендә атҡа атлана, биш йәшендә уҡый, яҙа белә. Ете йәшендә уҡ-һаҙаҡ тота. Ун дүрт йәшендә айыу һунарға сыға. Ун һигеҙ йәшлек Салауат Польша йауына киткән атаһы урынына старшина. Завод һәм ҡәлғәләр төҙөү өсөн башҡорт ерҙәрен баҫып алыу ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Салауат Юлай улы был талаусы иҫәпенә ҡаршы көрәштен аяуһыҙ буласағын белә. Шиғри күңелле, Салауат йырҙарында гүзәл тыуған ерҙәр һәм һөйғән ҡыҙы Әминә.
Входит мужчина и военные башкиры. Зал наполняется провожающими родственниками.Мужчина говорит пожелания:
Ал, батырым, Урал ҡылысын. Иле өсөн үлгән бабандан. Ал, батырым, Урал ҡурайын. Иле өсөн янған сәсәндән. (Дает меч и курай Салавату).
Сәхнәгә Салауаттың әсәһе сыға , Салауатҡа мөрәжәғәт итә
( башҡорт милли кейемендә):
1 вариант:
Балаҡайым, һине, ай , үҫтерҙем,
Ҡаршы килгән яуға сыҡһын, тип,
Илде дошман килеп баҫҡан саҡта
Уҡ- йәйәһен ҡулға алһын, тип.
Ай- һай ҙа йөрәгем яна ла,
Һалҡын һыуҙар һибегеҙ, тим,
Ил – дошманы килеп баҫҡан саҡта,
Уҡ – йәйәләр ҡулға алығыҙ, тим.
2 вариант:
Балаҡайым, хәйерле юл! Минән һиңә теләк шул:
Арыҫландай ҡыйыу бул, ыласындай уйау бул.
Намыҫыңды таплама, аҡлай ҙа бел ҡан менән.
Минән һиңә теләк шул, минән һиңә шул теләк.
Салават обнимает мать. Родственники обнимаются с военными башкирами. Провожают на войну.
Салават. Арҡабыҙға уҡ яуһа, ямғыр яуа тейербеҙ! Тәнебеҙҙән ҡан тамһа, тирем сыға тейербеҙ! Уҡҡа уҡ!
Военные. (поднимая руки вверх) Уҡҡа уҡ!
Салават. Тупҡа түк!
Военные. (поднимая руки вверх) Тупҡа түк!
Салават. Дошмандарҙан ҡурҡыу
Все вместе: юҡ!
Салават.Ҡайҙа минең ярамдарым!
Под марш Салавата или любую песню о Салавате исполняется танец.
Салават. Мин ҡайтырмын әле, Башҡорт ере! Мин ҡайтырмын әле, мин тере! Һин дә тере, халҡым, һин дә иҫән! Сөнки тере һинең хәтерең! Мин ҡайтырмын әле, Башҡорт иле! Салават уходит.
Ведущий. Һин, ил хәтере! Онотмайым, кеңелемдән һипюйҙыртмайым Салауаттын сәсән һүҙен! Салауаттын ҡурай моңон! Батыр йырым минем күңелемдә! Батыр һүҙе минем телемдә!
В это время за кулисами тирмә ҡоролған. Эргәләге ҡайын ағасында сәңгелдәк аҫылған, ситән ҡоймаға батман, көбөләр ҡуйылған. Ҡурай моңо яңғырай, өләсәй тирмә янында самауыр менән булаша. Ике ҡыҙыҡай сәңгелдәк йырын йырлап, уны бәүетәләр. Өс малай балыҡ ҡаптыра. Килендәр аш-һыу менән булаша…
Ат тояҡтары тауышы ишетелә, кешеләр шау-гөр киләләр. Сәхнәгә , йүгереп малай килеп инә, тыны тарығып:
Ҡунаҡтар киләләр!...-ти.
Өләсәй:
-Балалар! Көткән ҡунаҡтарыбыҙ килә! Ҡунаҡтарҙың да ниндәйҙәре! Алыҫтарҙан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар! Һыр бирмәйек! (исемләп килендәренә эш ҡуша) – Гөлйөҙөм, бар, самыуырыңдың ҡуҙын яңырт, Әсмә, ә һин яңы таҫтамалдарыңды эл! Ҡыҙҙар, итәк-сабыуығыҙҙы ябып ултырығыҙ! – тип күрһәтмәләр бирә.
Шул саҡ малайҙырҙың (ҡыҙҙарҙың) береһе:
-Өләсәй, ә күстәнәс ҡунаҡтарға?!...ҡаршы алыу йырын йырлайбыҙмы?
-Эйе, эйе, балалар!..матур итеп, тейешенсә ҡаршы алырға кәрәк!
Шул саҡ сәхнәгә тәүге номерҙарҙы башҡарыусы ҡатнашыусылар сыға - улар ҡунаҡтар. Өләсәй менән тирмә алдындағы йәштәр уларҙы матур йыр менән ҡаршы ала.
Йыр_____________________________
Йыр бөткәс, өләсәй:
-Әссәләмәғәләйкүм, балалар! Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Төклө аяғығыҙ менән изге Башҡортостан еренә!
Ҡунаҡтар төрлө телдә сәләмләй (по русски, татарски, марийски, может еще добавим народность).
Шул саҡ алға килендәрҙең береһе сыға:
-Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Беҙҙә – башҡорттарҙа, борон-борондан килгән изге йола бар! Илгә ингән һәр ҡунаҡ үҙенең һыулаған һыуын, атын, тамғаһын әйтеп, һөнәрен күрһәтергә тейеш! Шунһыҙ хужаның тирмә түренә үтеп булмай! – ти шаян тауыш менән. (ошо арала сәхнәнән ҡатнашыусылар яйлап ҡына саға башлай, за кулисы уходят незаметно, остаются только те, кто выступает первыми)
Аранан тауыштар:
-Әйҙәгеҙ, мах бирмәгеҙ!
-Кем беренсе?!
-Кемдең ниндәй һөнәргә маһирлығы бар?
Первым номером выступят дети в русских костюмах.
Ребенок:
У каждого листочка, у каждого ручья
Есть главное на свете, есть Родина своя.
А там, где мы родились, где радостно живем,
Края свои родные мы Родиной зовем.
Ребенок:
Новый день над городом рождается,
И по свету катится волна:
С монумента Дружбы начинается,
С дружбы начинается Уфа.
Ребенок:
Ну-ка, русский народ,
Становись в хоровод.
Поздравления принимай
Мой родной любимый край.
Дети исполнят русский танец. Уходят.
Вторым номером выходят дети в татарском костюме.
Ребенок:
Мы татары, я и ты
Поздравляем от души
Наш Башкортостан родной
Песни вместе с нами пой.
Дети исполняют татарский танец. Уходят.
Выходят дети в чувашском костюме.
Ребенок:
Башкортостан, поля твои пусть будут плодородны,
Пусть будут сыновья твои отважны, благородны.
Пусть яблоки твои к земле от тяжести склоняются,
И пусть в любой твоей семье в пять раз прибудет счастья!
Ребенок:
Русские, татары
Лихо здесь сейчас скакали
И марийцы хороши
Веселятся от души.
Хоҙайҙың беҙ үҙ балаһы –
Удмурт, марый, ҡаҙағы…
Дуҫлыҡ ебен өҙмәйенсә бары алға бараһы.
(Марый бейеүе алдынан әйтелә).
Дети исполняют марийский танец.Уходят.
Концерт номерҙары бөткәс, өләсәй:
- Һай, афариндар! Телсән йәштәрһегеҙ! Әйҙәгеҙ тирмәгә, табын әҙер, ҡымыҙынан ауыҙ итерһегеҙ! – тип тирмәгә барыһын да саҡыра. . Күңелле музыка уйнай. Сәхнәгә ике яҡтан алып барыусы килеп сыға.
Ведущий.
Үҙ телемдә һөйләшәм –
Миңә ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм –
Мин ҡояшҡа тиңләшәм!...
Ведущий.
Беҙ бөгөн гүзәл еребеҙ, гүҙәл телебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр данлар өсөн, дуҫлығыбыҙҙы барлар өсөн йыйылғанбыҙ! Оло Ватаныбыҙ шундай киң һәм ҙур. Ул һәр беребеҙҙең күңелендә әллә күпме быуаттарға, барлыҡ кешелек дәүеренә һуҙылған. Илем халҡы менән күркәм һәм бай. Әллә күпме тиңһеҙ шәхестәрҙе, ҡабатланмаҫ аҡыл эйәләрен биргән беҙгә Ер-Әсәбеҙ!
_____________________________________________________