Классный час ко дню рождения Рами Гарипова (на башкирском языке)


Класс сәғәтенең темаһы: “Рәми иленә сәйәхәт”
Маҡсаты:
1. Рәми Ғариповтың биографияһы һәм ижады менән танышыу;
2.Уның шиғырҙарын тасуири һөйләү;
3.Тыуған илгә,туған телгә ,милләткә ихтирам уятыу.
Йыһазландырыу: китаптары,”Йәшлек “ газетаһы, плакаттар, компьютер.
Класс сәғәтенең барышы:
I. Ойоштороу.(слайд 1)
-Һаумыһығыҙ! -Ултырығыҙ.
Бөгөн класс сәғәтенең темаһы: “Рәми иленә сәйәхәт”.Класс сәғәте Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми ағай Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуына арналған . Һеҙ Рәми Ғарипов һәм уның ижады менән танышырһығыҙ.Уның поэзияһында төп темаларҙы белеп үтерһегеҙ.
Эпиграф итеп Рәми Ғариповтың 1962 йылда яҙылған “Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин...”шиғыр юлдарын уҡып ишеттерер инем.(Слайд 2)
“Юҡ, намыҫты данға алмаштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма”
Был юлдарҙы һеҙ нисек аңлайһығыҙ. Рәхим итегеҙ, һөйләгеҙ, тартынмағыҙ, әүҙемерәк.
Эйе, һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙә дөрөҫлөк бар. Рәми Ғәрипов – халыҡ илсеһе, ысын мәғәнәһендә – халыҡ шағиры. Уның шиғри юлдары менән әйткәндә (Слайд 3)
Шағир – бер тамсыһы икән үҙ халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.
Шағир – шандауы ул заманының
Һәм көсө лә уның халҡында
Рәми ағай Ғарипов телем, илем, халҡым тип йәшәгән, бөтә ғүмерен һәм ижадын шуға бағышлаған. Мәҫәлән “Туған тел шиғырында”.(Слайд 4) “ТУҒАН ТЕЛЕМ КӨСЛӨ ЛӘ, БАЙ ҘА ,ЯҒЫМЛЫ ЛА” тип иҫбатлай.
Рәми Ғариповтың биографияһы (Слайд 5.),плакатын эләм,фотоларын күрһәтәм.
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Атаһы Йәғәфәр Мөхәмәтрәхим улы райондың беренсе доброволеце булып һуғышҡа китә, 1943 йылда Сталинград янында һәләк була. Әсәһе Гөлмәрйәм Хисбулла ҡыҙы алдынғы иген йыйыусы була.Улар, дүрт бала, әсәһе менән тороп ҡала. Рәми ғаиләлә ҙур бала булғанға бөтә ауырлыҡ уға төшә.Ул ат көтә, бесән саба, урман йыға. Уның тәүге шиғырҙары 1950 йылда күренә башлай. Беренсе китабы “Йүрүҙән” 1954 йылда баҫылып сыға.
Ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас Өфөләге 9-сы һанлы интернат-мәктәпкә уҡырға килә. 1950-1955 йылдарҙа Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтында белем ала. Тыуған иленә ҡайтҡас “Совет Башҡортостаны” газетаһы, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы “ журналдарында редактор булып эшләй.
Ҡыҫҡа ғүмер эсендә бик бай мираҫ ҡалдыра. Бер-бер артлы китаптары донъя күрә. “Таш сәскә”, “Һабантурғай йырҙары”, “Аманат” һ.б. Шулай ҙа уның бик күп әҫәрҙәре үҙе үлгәс баҫыла.”Табыныу”,”Умырзая йырҙары” һ.б. 1 томы-1996й., 11 томы-1998йылда сыға. (китабын күрһәтәм)
Р.Ғарипов тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй.Омар Хаям, Шекспир, Пушкин, Лермонтов, Есенин, Твардовский әҫәрҙәрен тәржемә итә.1990 йылда “Минең антологиям” исемле китабы баҫылып сыға.
1987 йылда (үҙе үлгәс) “Табыныу”,”Умырзая йыры” китаптары өсөн Р.Ғарипов БР Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
1989 йылда тыуған ауылы Арҡауылда йорт музейы асыла. Музей йыл әйләнәһенә ҡараулы. Шағир тыуған-үҫкән йорт, өй эсендәге ҡаралты – элек нисек булған – шулай тергеҙелгән. Йыл һайын бында яҡынса 7000 кеше була. (Слайд 6).
Йорт музейы алдына шағирҙың бюсты ҡуйылды.
1992 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелә.Бөгөн ул уҡыған мәктәп-интернат Рәми Ғәрипов исемендәге беренсе республика гимназия интернаты тип үҙгәртелгән.(Слайд 7). Уға арнап “Рәми Ғарипов уҡыуҙары”, кисәләре үткәрелә.
2012 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артистары яҙыусы Зөһрә Бураҡаеваның сценарийы буйынса “Февраль.Буран...” исемле әҙәби проектын сәхнәләштереп күрһәтте.
Уның шиғырҙарын үҙе иҫән саҡта уҡымаһалар ҙа,ул һәр ваҡыт үҙ һүҙен әйтергә, уны нисек халыҡҡа еткерергә белгән
ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ.-ЕЛДӘРҘӘ,ГӨЛДӘРҘӘ,ҺЫУҘАРҘА,ТАУҘАРҘА. .(Слайд 8) ти ул “Һүҙем бар” шиғырында.
Шағирҙың иң яратҡан миҙгеле- яҙ, иң яратҡан сәскәһе- умырзая, иң яратҡан күренеше-ағын һыу, иң яратҡан ҡошо-һабантурғай булған. Былар барыһы ла яңырыу, уяныу билдәләре.
“Йырҙарыма ҡайтам” шиғырында ул үҙенең тыуған төйәге Салауат районына ҡайтыуы тураһында һөйләй, өс йыл уға ауылда эшләргә тура килә. Кеше ерҙә ни өсөн йәшәй һорауына яуап эҙләй һәм “КЕШЕ БӘХЕТЛЕ ИЛЕ МЕНӘН.” (Слайд 9)-тигән һығымтаға килә. БӘХЕТЛЕ ИТЕП КҮРӘ, КИЛӘСӘКТЕҢ МАТУР КЕШЕҺЕН. (Слайд 10). Ысынлап та бөгөн ошо һүҙҙәрҙең ысынлығын,дөрөҫлөгөн күрәбеҙ. Рәми Ғариповтың бик күп шиғырҙары кешеләргә бағышлап яҙылған: уҡытыусыһы Мәрйәм апайға,скульптор С.Тавасиевҡа, ҡатыны Надяға, балалары: Салауат,Азамат,Гөлнараға, әсәһенә, Ғ.Туҡайға, С.Юлаевҡа һ.б. Уның шиғыр юлдарына композиторҙар көй ижад иткән.”Кәкүк”,”Үтте лә китте йәшлегем.”,”Сыңрау торна” һ.б. “Салауат батыр “ йырын тыңлатырға була
Ваҡытында уға яҙырға,матбуғатта шиғырҙарын баҫтырырға бирмәйҙәр.Уны милләтсе тип һанайҙар, ғәҙеллекте ,дөрөҫлөктө яҡлаусыны яратмайҙар.Ә ул һаман ҡасандыр китаптарымды уҡырҙар, ҡулъяҙмаларымды баҫтырырҙар тип, хыяллана.
Киләсәк шиғыры
Донъя
Йырҙар менән ҡойонмаһа,
Йә суммаһа шиғри моңдарға
Кеше, сәскә күреп һоҡланмаһа,
Һоҡланмаһа алһыу таңдарға,
Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булып,
Фәҡир булһа уның күңеле,
Тынғыһыҙ бер уй булмаһа унда,
Хисе бөтһә майға күмелеп, -
Барлыҡ революциялар миңә -
Мәғәнәһеҙ тик бер ҡан ҡойош
Һәм буш нәмә булыр инеләр ҙә
Алмаҫ инем бащҡа мин һулыш...
Ләкин ошо яҡты ҙур донъяла
Даһи ижады бар кешенең,
Ошо ижад уны кеше итә
Һәм шағиры итә эшенең
Бына ,Рәми Ғариповтың ҡәләмдәштәре нимә тигәндәр.(Слайд 11)Уҡыйҙар.
“Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов һәр саҡ тура
һүҙле,киң ҡарашлы булды.Әҫәрҙәрендә ул үҙ замананың иң үткер
мәсьәләләрен ҡыйыу күтәрҙе,тормоштағы хәүефле хәлдәр тураһында йыш
ҡына тәүгеләрҙән булып алдан иҫкәртте.” (Рауил Бикбаев)
(Слайд 12)
“...Йәп-йәш шағирҙың студент йылдарында уҡ халҡыбыҙҙың данлы ла ,
зарлы ла тарихынан, даръялай сикһеҙ ауыҙ-тел ижадынан,тылсымлы
теленән
илһам табыуы ,үҙен ошо хазиналарҙың тоғро һаҡсыһы итеп тойоуы хайран
ҡалдырырлыҡ…” (Әхиәр Хәким)
(Слайд 13)
Әлбиттә был һөйләгәндәрем күптәргә билдәле, күп тапҡыр ҡабатланған, бәлки һеҙ был турала күптән уҡып танышҡанһығыҙҙыр. Хәҙер мин һеҙгә бик билдәле булмаған бер нисә факт асып һалам. Мәҫәлән, үҙе үлгәндән һуң тыуған ауылы Арҡауылда шағир тураһында фильм төшөрөлә. Әйтегеҙ әле фильмда Рәми Ғәриповтың әсәһе ролен кем уйнай?
Тағы ла бер – Рәми Ғәриповтың бөтә ижады буйлап үткән сылбыр, ул – мөхәббәт. Мәҫәлән, был юлдар кемгә арналған
Эй, билдәһеҙ ҡатын! Был донъяға
Нисә быуат инде бағаһың?
Бағаһың да күпме күңелдәргә
Саф мөххәбәт утын һалаһың
...
Матурлыҡҡа ҡырыҫ был донъяла
Һаҡлап ҡалыу күркен кешенең
Һәм билдәле итеү билдәһеҙҙе-
Бәхетелер ижад эшенең
(Крамскойҙың “Билдәһеҙ ҡатын” картинаһына ҡарап яҙылған шиғыр был) (Слайд 15)
Йәки бына тағы бер шиғыр
Йүрүҙәнем, йүр үҙәнем,
Һағындым һине,
Сәңгелдәктәй тулҡындарың
Бәүетһен мине!..
Күрергә тип тыуған ерҙең
Зәңгәр сыуағын,
Күк Уралдың күкрәгенән
Урғып сығаһың
Сығаһың да урғып-ярһып,
Һыймай ярҙарға,
Югерәһең, йүрүҙәнем,
Әллә ҡайҙарға!
Бормаланып-бормаланып
Ҡурай моңолай,
Ағаһың һин алыҫтарға,
Мәңгегә тынмай...
Был юлдарҙы ижад иткән вағытта шағир яратҡан йылғаһына ниндәй тау башынан ҡараны икән? (Слайд 15) Шылалтау.
Ә хәҙер һығымта яһайыҡ, класс сәғәте башында эпиграф итеп әйткән шиғыр юлдарын иҫкә төшөрәйек: нисек уйлайһығыҙ
Шағир үҙ һүҙенә тоғро ҡалдымы?
Шағирҙың ҡасандыр китаптарымды уҡырҙар, ҡулъяҙмаларымды баҫтырырҙар тип хыялланыуы бушҡа булманымы? Ниндәй шиғыр юлдары быны иҫбатлай ала?
Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
Танымайһың әллә? Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин — Рәми.
Ниңә шулай һуңлап ҡайттың егет?Булды юлда төрлө кәртәләр...
Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
Бәлки, танырҙар, тип әйтәләр.
Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс?
Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, Мөхәббәт һәм Ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...
Ҡулланылған әҙәбиәтРәми Ғарипов. Умырзая йыры. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө - 1981 й.
Башҡортостан. Республиканың ижтимағи-сәйәси гәзите. махсус сығарылыш. № 549. 2007 йыл. Интернет селтәренән алынған материалдар