Выступление на семинаре, посвященном творчеству Р. Бикбаева ???би ???р??р?е ?йр?нг?нд? проектлау технология?ын ?улланыу


Әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә проектлау технологияһын ҡулланыу
Хәҙерге уҡыу-уҡытыу процесында заман талаптарына яуап биргән яңы алымдар, технологиялар ҡулланыу мөһим. Ошондай яңы алымдарҙың береһе — проект методы. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлаша барған практик эштәрҙе баш¬ҡарыуҙы күҙ уңында тота. Был тормошта үҙеңде теге йәки был осраҡта дөрөҫ тота белергә өйрәтә.
Әҙәбиәт — бөгөнгө көндә уҡый торған китап ҡына түгел, ә тормош китабы. Сөнки туған тел дәрестәрендә уҡылған әҫәргә ҡарата шәхси мөнәсәбәт формалаша. Ысынбарлыҡты төшөнөү, танып белеү әҙәби герой менән бергә йәшәп, бергә борсолоуҙар аша шәхси әхлаҡи тәжрибәгә таянып барлыҡҡа килә. Бала был осраҡта уҡығанды ҡайтарып һөйләүсе генә түгел, ә әҙәби әҫәрҙе төрлө яҡлап аңлап тикшереүсе, герой¬ҙарға ҡарата үҙенең мөнәсәбәтен белдерә белеүсе шәхес булып сығыш яһай. Баланың ижади эшмәкәрлеген үҫтереүҙә проект¬лау технологияһын ҡулланыу ҙур роль уйнай. Ижади эшләү — үҙ аллы, бойондороҡһоҙ, үҙенсәлекле фекер йөрөтә белеп эшләү тигән һүҙ.
Проектлау методы менән эшләү барышында иң мөһиме нимә һуң?
1)Хыял итеү, фараз итеү, күҙ алдына килтереүҙе талап иткән ижади эшмәкәрлек аша уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыны-уын дәртләндереү.
2)Уҡыусы мәғлүмәтте механик рәүештә ятлап алырға түгел, ә мәғәнәһен аңлата, эстәлеген асып бирә, артабан үҙ тәжрибәһендә ҡуллана белергә тейеш. Проектлау технология¬һын ҡулланыу ошо мәсьәләләрҙе теүәл хәл итергә ярҙам итә.
—ҡуйылған мәсьәләне сисеү юлын эҙләй белеү оҫталығын, тәнҡитсел аҡыл эшмәкәрлеген үҫтерә,
—уҡыусыларҙа фаразлау, күҙ алдына килтереү, тикшере¬неү, анализлай белеү оҫталығын, үҙенсәлекле фекерләүҙе үҫтерә,
—балаларҙың үҙ баһаһын күтәреүгә булышлыҡ итә. Проектлау технологияһы һәр саҡ балаларҙың үҙ аллы (айырым, парлы, төркөмдәрҙә) эшмәкәрлеген ойоштороуға йүнәлтелгән.
Пректтың типтары:
Проекттағы төп эшмәкәрлек буйынса – мәғлүмәти
Йөкмәткеһе буйынса – моно – проект
Бәйләнеш характеры буйынса – мәктәп эсендәге проект
Проекттағы ҡатнашыусылар һаны буйынса – парлы проект
Башҡарылыу ваҡыты буйынса – ҡыҫҡа ваҡытлы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 11 класында 2 сәғәт уҡытыла. Программала Рауил Бикбаев ижадын өйрәнеүгә 5 сәғәт бирелгән. (Тормош юлы һәм фәнни эшмәкәрлеге тураһында белешмә. «Уралыма», «Ҡурай» шиғырҙарының, «Баҙар балтаһы» поэмаһынан өҙөктөң идея – тематик йөкмәткеһен, проблемаларын асыҡлау, «Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе» шиғырында замана, мораль – этик мәсьәләләр.) Проекттар яҡлауға әҙерлек өсөн дәрестәр түбәндәгесә бүленә:
1 – се дәрес. Проекттың башы һәм планлаштырыу.
Р. Бикбаевтың тормош юлы һәм эшмәкәрлеге тураһында белешмә бирелә. Уҡыу өсөн программа буйынса ҡаралған әҫәрҙәр тәҡдим ителә. Проект әҙерләү өсөн темалар асыҡлана, маҡсаттар билдәләнә. Проблеманы анализлау, мәғлүмәт сығанаҡтарын билдәләү, бурыстар ҡуйыу, һөҙөмтәне баһалауҙың критерийҙарын булдырыу, төркөмдә ролдәрҙе бүлешеү ҙә 1-се дәрестә башҡарыла. Уҡытыусы уҡыусыларға проекттың маҡсатын аңлата, консультация бирә, уҡыусыларҙың һорауҙары буйынса ярҙам итә.
2 – се дәрес. Ҡарар ҡабул итеү.
Өйҙә әҙерләп алып килгән материалды тикшереү, «мейе штурмы», оптималь вариантты һайлау, эш планын асыҡлау, гипотеза ҡороу. Уҡыусылар мәғлүмәт менән эшләйҙәр, тикшеренеү үткәрәләр, йыйылған материалдарҙы анализлайҙар, кәрәклеһен һайлап алалар. Уҡытыусы күҙәтә, консультация бирә.
3 – сө дәрес. Эшләү.
Билдәле темалар буйынса проект өҫтөндә эшләү. Уҡыусылар проектлау барышында эҙләнәләр, тикшерәләр, һөҙөмтәләрен эшкәртәләр. Уҡытыусы күҙәтә, кәңәш бирә.
4 – се дәрес. Һөҙөмтәне баһалау.
Проектты анализлау, ирешелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау. Уҡыусылар проектты анализлауҙа һәм баһалауҙа ҡатнашалар. Уҡытыусы күҙәтә, кәрәк булғанда анализға йүнәлеш бирә.
5 – се дәрес. Проектты яҡлау.
Уҡыусылар проекттарын яҡлайҙар, һөҙөмтәне баһалауҙа барыһы ла ҡатнаша. Уҡытыусы проекттың һөҙөмтәһен баһалауҙа, анализлауҙа ҡатнаша.
5 – се дәрес.
«Теле барҙың – иле бар, иле барҙың – көнө бар»
(Рауил Бикбаев ижады буйынса
йомғаҡлау дәресе. Проекттар яҡлау)
Маҡсаттар: Рауил Бикбаев ижадын өйрәнеү; тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү;уҡыусыларҙы эште планлаштырырға, шул планды тормошҡа ашырырға, эшләгән эште анализларға, баһаларға, эштең практик әһәмиәтен аңларға өйрәтеү.
Йыһазландырыу: проектор, компьютер, фонояҙма, Р. Бикбаев портреты, экран.
Дәрес барышы
Психологик комфорт тыуҙырыу.
Хәйерле иртә, уҡыусылар. Бөгөнгө дәресте Р. Ғариповтың «Туған тел» шиғырын тыңлауҙан башлайыҡ. Шиғырҙы тыңлау өсөн компьютер ҡулланыу. (Слайдтар ҙа әҙерләргә була)
Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.
Бөгөнгө дәресебеҙ етди һәм актуаль темаға – тел яҙмышына, халыҡ яҙмышына бағышлана. “Иле барҙың - теле бар”, - ти халыҡ мәҡәле. Башҡорт халҡы борон – борондан үҙ ере, үҙ теле өсөн көрәшкән. Тыуған илебеҙҙе данлап, туған телебеҙгә һоҡланып, сәсәндәр генә түгел, төрлө быуын шағирҙары шиғырҙар ижад иткән.
Алдағы дәрестәрҙә һеҙ Рауил Бикбаев шиғырҙары һәм поэмаһы өҫтөндә эшләнегеҙ. Бөгөн дәрестә проекттарҙы яҡлау ҡаралған.
Проекттарҙы яҡлау. Уҡыусыларҙың сығышын тыңлау. Һөҙөмтәне баһалау.
Р. Бикбаевтың тормош юлы һәм фәнни эшмәкәрлеге.
«Уралыма»шиғырының идея-тематик йөкмәткеһе
«Ҡурай» шиғырының идея – тематик йөкмәткеһе
«Баҙар балтаһы» поэмаһындакүтәрелгән проблемалар
«Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе» шиғырында замана, мораль – этик мәсьәләләр.
Дәрескә рефлексив анализ
Өй эше. Р. Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөктө ятларға.