Разработка урока по башкирскому языку Изучение стихотворения Р. Бикбаева
МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
ГАОУ ДПО ИНСТИТУТ РАЗВИТИЯ ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Гимназия № 1”
городского округа города Салават Республики Башкортостан
Республиканский конкурс методических разработок,посвященный 75-летию
народного поэта Республики Башкортостан Равиля Тухватовича Бикбаева
Тема урока:
Изучение стихотворения
Равиля Бикбаева “Уралыма”
Выполнила:
учитель башкирского языка
и литературы
МБОУ «Гимназия №1»
Рахматуллина Альфинур Рифовна
г. Салават - 2013
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы
Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы ҡала округының 1-се урта дөйөм белем биреү гимназияһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Республика методик эшкәртмәләр конкурсы
(Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың 75 йәшлек юбилейына арнала)
Дәрестең темаһы:
«Рауил Бикбаевтың “Уралыма” шиғырын өйрәнеү»
Дәрестең девизы:
“Ҡыуған юлың – халҡың ҡыуған юл”…
Яҙҙы: Рәхмәтуллина Әлфинур Риф ҡыҙы,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Салауат - 2013
Дәрестең технологик картаһы
6 класс, туған (башҡорт) теле
Тема: Рауил Бикбаевтың “Уралыма”шиғырын өйрәнеү.
Уҡыусылар өсөн маҡсат:
1. Рауил Бикбаевтың “Уралыма”шиғырының
йөкмәткеһен үҙләштереү.
2. Парлап эшләргә, аралашырға өйрәнеү.
3. Бәйләнешле телмәр, логик фекерләүҙе үҫтереү, ижади һәләттәрҙе асыу.
4. Тыуған илде һөйөргә, тәбиғәтен ҡәҙерләргә, туған телде, халҡыбыҙҙы ихтирам итергә өйрәнеү.
Уҡытыусы өсөн маҡсат:
1. Рауил Бикбаевтың “Уралыма” шиғырының йөкмәткеһен аңлатыу.
2. Парлап эшләргә, аралашырға өйрәтеү.
3. Бәйләнешле телмәр, логик фекерләүҙе үҫтереүгә, ижади һәләттәрен асыуға йүнәлеш биреү.
4. Тыуған илде һөйөргә, тәбиғәтен ҡәҙерләргә, туған телде, халҡыбыҙҙы ихтирам итергә өйрәтеү.
Дәрес төрө: яңы тема өйрәнеү
Дәрес формаһы: әҙәби кафе
Ҡулланылған технологиялар: проблемалы уҡытыу, интеграциялы, дифференциаль, мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар.
Һүҙлек: һын – стан, фигура, ҡын – ножны, килмешәк – переселенец, баҡһам – когда смотрю, иңдәрендә – на плечах
Яңы мәғлүмәттәр:
Кешегә нимә йәшәү көсө бирә?
Ниндәй кеше ысын шәхес була ала?
«Һин беләһеңме?» рубрикаһы яңылыҡтары.
Контроль формаһы: карточкаларҙа проект эштәре башҡарыу
Йыһазландырыу: Мультимедиа йәки интерактив таҡта, Р.Бикбаевтың портреты, китаптары, яҙыусы тураһында презентация, ҡурай моңо яҙылған диск
Дәрес этаптары Уҡытыусының эшмәкәрлеге Уҡыусының эшмәкәрлеге Методтар, алымдар, формалар Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе
Ойошто-
роу мәле.
Иҫәнләшеү. –Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе йылмайышып сәләмләйек!
-Һаумы, ҡояш,
Һаумы, зәңгәр һауа,
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым,
Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!
. Метод: һөйләү
Форма: коллектив
Алым: диалог Аралашыу универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
-уҡытыусы менән уҡыусыларҙың уҡыу хеҙмәттәшлеген планлаштырыу Уҡыусыларҙың актив уҡыу эшмәкәрлегенә көйләнеүе (мотива
ция)
Тел шымартыу өсөн артикуля-цион күнегеү.
Слайдта яҙылған шиғыр юлдарын хор менән уҡытыу:
-Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым –
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
С.Юлаев
Шиғыр юлдарын хор менән тасуири уҡыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү. Метод: һөйләү
Форма: коллектив
Шәхсән универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
-мотивлаштырыу,
-уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсаты һәм уның мотивы араһында бәйләнеш булдырыу. Телдәрҙе шымартыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәренең әйтелешен нығытыу.
Дәрестең темаһын әйтеү, маҡсатын билдәләү.
Кроссворд систереү, теманы әйттереү.
-Уҡыусылар, һеҙ хәҙер үҙегеҙҙе кафела тип хис итегеҙ. Был кафе ябай түгел, әҙәби кафе. Һәм беҙҙе унда арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе менән осрашыу көтә. Уның кем икәнлеген билдәләү өсөн, кроссворд сисәбеҙ. 1.Башҡорттарҙың милли музыка ҡоралы. 2.Ағиҙел йылғаһы башланған тау. 3.Башҡорт халыҡ йыры. 4.Белем шишмәһе. 5.Башҡортостандағы иң ҙур күл. 6.Тәүге башҡорт халыҡ яҙыусыһы. 7.Башҡортостандағы иң оҙон йылға. 8.З.Биишева тыуған район. 9.Башҡорттарҙың ҡыллы музыка ҡоралы. 10.Башҡорт халҡының милли батыры. 11.Республикалағы йәштәр гәзите. 12. Тыуған ил.
-Эйе, бөгөн әҙәби кафела беҙҙә ҡунаҡта Рауил Бикбаев. Туған халҡы, теле өсөн янып-көйөп йәшәгән көслө рухлы кешеләр араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев айырым бер урын биләй. Һорауҙарға яуап биреү. Кроссвордты сисеп,теманы әйтеү.
-Кроссвордта вертикаль буйлап, Рауил Бикбаев, тип яҙылды. Тимәк, бөгөн беҙ дәрестә Р.Бикбаевтың ижады менән танышасаҡбыҙ (слайдта портреты)
Р А У И Л Б И К Б А Е В Метод:
аңлатмалы- иллюстратив,
аралашыу.
Форма: коллектив. Алым: әңгәмә Логик универсаль эшмәкәрлек:
-төшөнсәгә килтереү,
-эҙемтә сығарыу. Фекерләү ҡеүәһен, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү
Яңы тема өҫтөндә эш.
Биографик белешмә (слайдта шиғырҙарынан өҙөктәр).
-Әйҙәгеҙ, уның тормош юлына бер аҙ байҡау яһап алайыҡ. Шағир үҙе тураһында бына нимә ти, уҡығыҙ әле:
а) -Тыуған йылың ҡайһы?
-Халҡым тыуған йыл.
-Ҡыуған юлың ҡайһы?
-Халҡым ҡыуған юл.
-Р.Бикбаевтың тыуған йылын кемегеҙ әйтер?
б) -Тыуған ерем, һаумы? Һағындырҙың…
Ҡайттым бына алыҫтарҙа булып.
-Шағирҙың тыуған ере тураһында нимә беләһегеҙ?
в) –Мөғжизәләр көтөп, алыҫ юлға
Ашыҡтым мин “Өфө, Өфө!” тип.
Шағирҙың тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһау.
г) –Яҙ, ҡәләмем, бер һүҙ.
Яҙған саҡта
Тертләп китһен дәфтәр биттәре.
Р.Бикбаевтың ниндәй әҫәрҙәре менән һеҙ танышһығыҙ?
Уларҙың тематикаһы тураһында ҡыҫҡаса әңгәмә.
Шиғыр юлдарын слайдтан уҡыйҙар.
Яуап биреү.
Шиғыр юлдарын слайдтан уҡыйҙар.
Яуап биреү.
Шиғыр юлдарын слайдтан уҡыйҙар.
Яуаптар биреү. Метод:
аңлатмалы- иллюстратив,
аралашыу.
Форма: коллектив. Алым: әңгәмә Логик универсаль эшмәкәрлек:
-эҙләнеү,
-анализлау,
-һығымта яһау. Шағирҙың тормош һәм ижад юлын иҫтә ҡалдырыу.
Пробле
малы уҡытыу Проблемалы һорау ҡуйыу:
-Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нимә кешегә йәшәү көсө бирә?
-Бөгөн һәр берегеҙ дәрес барышында ошо һорауға тулы яуап табырға тырышырһығыҙ. Һеҙгә яуапты табырға Р.Бикбаевтың “Уралыма” шиғыры ярҙам итәсәк.
Һорауға яуап эҙләү, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтеү.
Метод: проблемалы уҡытыу, эҙләнеү
Форма: коллектив һәм индивидуаль
Алым:диалог формаһында әңгәмә Логик универсаль эшмәкәрлек:
--проблема ҡуйыу, проблеманы аныҡлау һәм уны хәл итеү,
-һығымта яһау. Һүҙлек эше. Уҡытыусының уҡыуы (башҡортсаһын): һын – стан, фигура, ҡын – ножны, килмешәк – переселенец, баҡһам – когда смотрю, иңдәрендә – на плечах
Хор менән уҡыу, тәржемә итеү, һүҙбәйләнештәр төҙөү, һүҙлек дәфтәренә яҙыу.
Метод: һөйләү
Форма: коллектив
Алым:диалог формаһында әңгәмә Аралашыу универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
-контроль,
-коррекция,
-үҙеңде баһалау.
Һүҙлек байлығын арттырыу, грамматиканы ҡабатлау.
1. - Электрон китаптан шиғырҙы тыңлау. (Башҡорт әҙәбиәте: 5-9 – сы кластар өсөн әҙәбиәт буйынса электрон ҡулланма)
2.Шиғырҙы аңлауҙарын тикшереү (проверка первичного восприятия): -Шағир был әҫәре менән беҙгә нимәләр әйтергә теләгән?
3. Сылбырлап уҡытыу. Тасуири уҡыуға иғтибар итеү.
4.Әңгәмә.
Һорауҙарға яуаптар алыу: -Уралдың үткәнен автор нисек һүрәтләй? Лирик герой Тыуған илебеҙҙең бөгөнгөһөнә ниндәй мөнәсәбәттә? Ул киләсәкте нисек күҙаллай?
Тыңлау.
Һорауға яуап биреү.
Сылбырлап, буксир менән уҡыу.
Һорауҙарға яуаптар биреү.
Яуаптарҙы шиғырҙан өҙөктәр менән дәлилләү.
Метод: электрон дәреслек ҡулланыу.
Форма: коллектив
Алым:диалог формаһында әңгәмә
Метод: эҙләнеү. Форма: индивидуаль
Алым:диалог формаһында әңгәмә Логик универсаль эшмәкәрлеге:
-анализ,
-сағыштырыу. Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Шиғырҙың йөкмәткеһен аңлау.
Текст өҫтөндә эш.
Ял минуты. Дискынан ҡурай моңон тыңлатыу. Ҡурай моңон тыңлау. Релаксация.
Актерлыҡ, артислыҡ сифаттарын үҫтереү.
Шиғырҙа һүрәтләү сарала-
рын табыу Һүрәтләү сараларын табырға ярҙам итеү. –Уҡыусылар, ассоциатив һүрәтләү сараларының иң күп таралған төрҙәрен иҫкә төшөрәйек әле?
-Эйе, әйҙәгеҙ, шиғырҙан уларҙы эҙләп ҡарайыҡ. -Сағыштырыу, йәнләндереү, метафора, эпитет.
Һүрәтләү сараларын эҙләү, табыу.
1.-Таш һыныңды, Урал, оҡшатамын
Ҡандан ҡынға кергән ҡылысҡа.
Был – сағыштырыу, шағир Уралды ҡылысҡа оҡшата.
2.-Шишмәләрең минең йөрәк аша
Сылтыр-сылтыр ағып үтәләр.
Йөрәгемә, гүйә, ҡаным түгел,
Шул шишмәләр йәшәү илтәләр.
Был юлдарҙа йәнләндереү ҡулланылған. Метод: эҙләнеү
Форма: коллектив һәм индивидуаль
Алым:диалог формаһында әңгәмә Логик универсаль эшмәкәрлек:
-эҙләнеү,
-сағыштырыу,
-төшөнсәгә килтереү,
-һығымта яһау. Шағирҙың үҙенең уҡыусыларына әҫәрҙең төп идеяһын тәьҫирле, образлы итеп еткереү өсөн ассоциатив һүрәтләү сараларын нисек итеп бик оҫта ҡулланыуын күрһәтеү.
“Һеҙ беләһегеҙме?” рубрика
һы Уҡытыусының күҙәтеүе.
-Уҡыусылар, һеҙ өйҙә Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһынан йә булмаһа Интернет селтәренән Урал тауҙары теҙмәһе тураһында мәғлүмәт эҙләргә тейеш инегеҙ, кемдәр тапты? Һеҙгә һүҙ бирелә. Өйҙә әҙерләп килтергән мәғлүмәттәрҙе уҡыу. Метод:
эҙләнеү, эвристик, күҙәтеү.
Форма: индивидуаль Логик универсаль эшмәкәрлек:
-эҙләнеү.
Проект өҫтөндә эш. Төркөм-дәр хеҙмәттәшлеге Проекттың темаһын тәҡдим итеү. –Хәҙер 3 төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ. 1-се төркөм үҙегеҙҙе этнограф-тикшеренеүселәр тип, 2-се төркөм ҡоролтай ағзалары тип, 3-сө төркөм - яҙыусылар итеп хис итегеҙ. Беренсе төркөм – халыҡ ижады ынйыларын барлап, улар араһынан Уралға арналғандарын табығыҙ, икенсе төркөм – дәрестә алынған белемдәрҙе файҙаланып, ҡарарҙар сығарығыҙ, өсөнсө төркөм үтелгәндәр тураһында иҫбатлауҙар яҙығыҙ. “Эҙләйем –табам”:
дәрестә белемдәрҙе үҙебеҙ эҙләйбеҙ һәм табабыҙ.
1.: “Урал” халыҡ йыры, “Урал батыр” эпосы, “Урал батыр” әкиәте, “Урал ҡалымы” риүәйәте, һ.б.
2.: Халҡыбыҙҙың үткәне менән ғорурланайыҡ! Илебеҙҙең бөгөнгөһөн яратайыҡ! Уралыбыҙҙы, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!
“Урал батыр” эпосын уҡыйыҡ, өйрәнәйек!
3.: Урал булғанда – башҡорт та булыр! Урал – башҡорттарҙың изге төйәге!
Метод: эҙләнеү, эвристик, күҙәтеү. Форма: төркөмләп эшләү. Логик универсаль эшмәкәрлек:
-проблема ҡуйыу, проблеманы аныҡлау һәм уны хәл итеү,
-проект эшенең һөҙөмтәләрен анализлау. Проектты төҙөй һәм яҡлай белеү.
Дәфтәрҙә эш. Уҡытыусы күҙәтә, ҡарай, төҙәтә, иҫкәртә.
-Ҡарарҙарҙы, иҫбатлауҙарҙы дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ. Ижади уйлау, яҙыу, төҙөлгән һөйләмдәрҙе уҡыу. Метод: репродуктив
Алым: күнегеү эшләү (яҙма). Аралашыу универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
-контроль,
-коррекция,
-партнерҙың эшмәкәрлеген баһалау. Дөрөҫ ултырыу, матур яҙыу.
Йомғаҡ-
лау.
Һығымта яһарға өйрәтеү.
–Тимәк, лирик геройға нимә йәшәү көсө бирә?
-Эйе, уҡыусылар, Тыуған ил кешегә илһам, дәрт, йәшәү көсө бирә. Ә шағир тураһында ниндәй яңы мәғлүмәттәр белдегеҙ?
-2013 йылдың 12 декабрендә үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләүсе Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың Тыуған илен, халҡын ысын күңелдән яратыуы уның көндәлек эшмәкәрлегендә һәм шиғырҙарында сағыла. Һығымта яһарға өйрәнеү.
-Илебеҙҙең матур, һоҡланғыс тәбиғәте: сылтырап аҡҡан шишмәләре, бейек тауҙары, ҡуйы урмандары, һ.б. - беҙгә йәшәү көсө бирә.
Яуап биреү.
Метод: индуктив,
үҙ-үҙеңә анализ. Логик универсаль эшмәкәрлеге:
-анализ,
-сағыштырыу,
-һығымта яһау. Анализ, һығымта яһарға өйрәнеү.
Рефлек-
сия. Һорау биреү : -Дәрес барышында һеҙҙә ниндәй хис-тойғолар уянды? Киләсәк өсөн һеҙҙең күңелегеҙ тынысмы?
-Мин һеҙҙең дә Тыуған илегеҙҙе яратыуығыҙҙы, аҡыллы булыуығыҙҙы, аң-белемгә ынтылыуығыҙҙы теләйем. Илен, телен яратҡан кеше генә ысын шәхес була ала! Яуап эҙләү. Метод: аңлатыу
Форма: индивидуаль эшләү
Алым: әңгәмә
Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
-уҡыу маҡсатын нығытыу. Өй эше. Өй эше биреү: а) Урал тауы тураһында бәләкәй хикәйә йә шиғыр яҙып ҡарарға; б) Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр табып яҙырға; в) “Уралыма” шиғырын ятларға. Өйҙә өй эшен башҡарыу. Метод: аңлатыу
Форма:индивидуаль эшләү Шәхсән универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
-эшмәкәрлектең һөҙөмтәләрен нығытыу.
Алған белемдәрҙе нығытыу, үҙ-үҙеңде тикшереү.
Баһалау. Уҡыусыларҙы бер-береһен баһаларға өйрәтеү.
–Ә хәҙер дәрес барышында иң әүҙем ҡатнашҡан, тасуири уҡыған, һорауҙарға дөрөҫ һәм тулы яуап биргән уҡыусыларҙы билдәләп үтәйек. Кемдәргә бөгөн “бишле” билдәһе ҡуйыр инегеҙ? Бер-береңде баһалау. Метод: һөйләү
Форма: коллектив Аралашыу универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
-эшмәкәрлектең шарты һәм ысулдары рефлексияһы, эшмәкәрлектең һөҙөмтәләренә контроль һәм баһа. Баһалау оҫталығын үҫтереү.