Конспект урока по истории и культуре Башкортостана для 9 класса на тему Салауат Юлаевты? тормошо, яу юлдары


Башҡортостан Республикаһының Мәғариф Министрлығы
Муниципаль ҡаҙна учреждениеһы
“Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы
муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге”
“Салауат Юлаевтың тормошо, яу юлдары”
Башҡарҙы: Ҡолмөхәмәтова Гөлнара Зиннур ҡыҙы, Ейәнсура районының Ғ.Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Өфө – 2016.
Тема:    Салауат Юлаевтың тормошо, яу юлдары.
Маҡсат:  
-Салауат Юлаевтың тормошо һәм яу юлдары менән таныштырыу;
-башҡорт халҡының милли батыры С.Юлаев тураһындағы белемдәрҙе тәрәнәйтеү;
- уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү  һәм һөйләү күнекмәләрен үҫтереү;
-үҙ фекерҙәрен әйтә белергә өйрәтеү;
- милли батырыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү;
- уның шәхесенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу. 
Йыһазландырыу:
Салауаттың портреты; китаптар күргәҙмәһе, , компьютер, экран, проектор.
 «Киске Өфө» гәзитенән материал, тема буйынса презентация.        
                                                  Эпиграф:
                                    «Батыр егет – яу күрке,
Сәсән егет – дау күрке».
(Халыҡ мәҡәле).
                         Дәрес барышы:
          I. Ойоштороу моменты.
“Психологик камфорт” ситуацияһын тыуҙырыу.
Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл- ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
Хәйерле көн һеҙгә, ҡунаҡтар!
Кәйефтәр яҡшы, күңелдәр көр булһын өсөн бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, хәйерле көн теләйек һәм урындарыбыҙға ултырайыҡ.
II. Тема һәм маҡсатты билдәләтеү.
- Әҙәбиәтебеҙ күгендә, үҙенә генә хас йондоҙлоҡта, үҙ балҡышы булған, баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә булып, аҫыл мираҫ ҡалдырған, талантлы шундай бер шәхесебеҙгә, уның яҡты иҫтәлегенә бағышлана бөгөнгө дәресебеҙ.
         1) - Мин һеҙҙең иғтибарығыҙҙы дәресебеҙҙең эпиграфына йүнәлткем килә.
                                    «Батыр егет – яу күрке, (Батырлыҡ ҡайҙа кәрәк?)
Сәсән егет – дау күрке”. (Сәсән егеттәр ҡайҙа һынала?)
Ошо мәҡәлде һеҙ нисек аңлайһығыҙ? (Һ.эше: күрке – биҙәге, дау – талаш, ыҙғыш, бәхәс)
Эйе, батыр егет илен, халҡын яҡлап, азатлыҡ өсөн көрәшкәндә дан ҡаҙана, сәсән егеттәр талашлы, бәхәсле урындарҙа ялҡынлы телдәре, телмәре менән, тыныс юл менән еңеү яулайҙар. Сәсән дә, батыр ҙа – икеһе лә илдең иң күренекле, хөрмәтле кешеләре була. Ә бына ошо ике сифатты ла үҙенә алған шәхестәр бик һирәк. Шундай шәхестәребеҙҙең береһе тур. дәресебеҙҙә һөйләшәсәкбеҙ.
-         Һүҙҙең кем тураһында барасағын белеү өсөн ошо шиғырҙы иғтибарлы тыңлағыҙ.
Был иптәшкә ике йөҙ йәш инде,
Ә ул һаман үлмәгән.
Исемен дә уның, эштәрен дә
Заман да, тупраҡ та күммәгән.
Ике йөҙ йыл буйы
халҡы менән
Бергә атлап килә был батыр.
Ҡырҡ өсөнсө йылда
ул, танк булып,
Фашист армияһын ҡыйратты.
Ошо иптәште беҙ
танк итеп тә,
Йыр итеп тә бик ныҡ яраттыҡ.
Ҡырҡ өсөнсө йылда
ул, йыр булып,
Яуға өндәне беҙҙең һалдатты.
Иҙел аша ҡарап һәйкәл тора.
Һағынам уны
оҙаҡ күрмәһәм.
Ә күрҙемме, уға:
-Һаумы, иптәш,
Һаумы, замандаш!- тип өндәшәм. (Р. Ниғмәти. 1952 йыл).
- 1952 й яҙылған Р.Ниғмәтиҙең был шиғырында ниндәй иптәш, ниндәй замандаш тураһында һүҙ бара?
- Салауат Юлаев тураһында.
- Дөрөҫ, уҡыусылар, бөгөнгө дәресебеҙ сәсән, шағир-импровизатор, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа бағышлана. Шулай итеп, бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы: “Салауат Юлаевтың тормошо, яу юлдары” . (Дәфтәрҙәргә числоны һәм теманы яҙҙырыу).
2)  - Уҡыусылар, теманан сығып, бөгөнгө дәресебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуйып булыр ине?
(- Салауат Юлаевтың тормошо, яу юлдары менән танышыу.
- Уның тураһында белгән белемдәребеҙҙе тәрәнәйтеү.
- Салауат Юлаевҡа ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.
- Унан  өлгө алыу һ.б.)
- Яҡшы.
         III. Теманы актуалләштереү.
- Хөрмәтле, уҡыусылар, беҙ Салауат Юлаев тураһында күп беләбеҙ. Шулай ҙа әйтегеҙ әле
Кем ул Салауат Юлаев? Ни өсөн халыҡ уны онотмай?
(- 1773-1775 йй Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе.
- Башҡорт халҡының милли геройы.
- шағир һ.б.)
- Уның тураһында беҙ ниндәй әҫәрҙәр уҡыныҡ?. (М.Иҙелбаев “Юлай улы Салауат”, Б.Бикбай “Салауат”драмаһы, Б.Рафиков“Эйәрләнгән ат”, С.Шәрипов “Яҙмыш менән алыш”һ.б.)
- Салауат Юлаевты сәсән телле шағир тип беләбеҙ. Уның ниндәй шиғырҙары иҫегеҙҙә? (Уҡ. Һандуғас. Тирмәмдә. Уралҡайым. Зөләйха. Егеткә һ.б.)
(1-2 уҡыусынан шиғырҙарын ятлатыу)
         IV. Төп өлөш.
- Ә хәҙер, уҡыусылар, дәресебеҙҙең төп өлөшө - С.Юлаевтың биографияһы менән танышырҙан алда, һүҙлек эше эшләп алайыҡ. (дәфтәрҙәргә яҙҙырыу)
фарман – күрһәтмә, указ
ахун – дин әһеле
манифест – яҙма мөрәжәғәт
дәррәү – берҙәм
каторга- язаға хөкөм ителгән кешеләр торған урын
таһыллы- эште белеп, ыңғайына, яйына килтереп эшләү сифаты
2). - Салауаттың биографияһын, йәки тормошон һәм яу юлдарын инсерт (тамғалы уҡыу) алымы менән өйрәнәбеҙ. Эште төркөмдәрҙә ойошторабыҙ.
1-се төркөм: Салауаттың бала сағын, ниндәй ғаиләлә үҫеүен, үҫмер йылдарын өйрәнә.
2-се төркөм: уның яу юлдары менән таныша.
3-сө төркөм: уның язаға тарттырылыуы, тотҡондағы ваҡыты тур. мәғлүмәт таба.
- Аҙаҡ һәр төркөмдән бер уҡыусы сығыш яһай, башҡалар урында тамғалап баралар. Инсерт алымын иҫкә төшөрөп китәйек. (Слайд: + беләм, V – яңылыҡ, ! – һоҡланам, ? – һорау тыуҙы).
а) 1-се төркөм сығыш яһай.
- Ниндәй яңылыҡ алдығыҙ? ( - С.Ю. ауылының юҡҡа сығыуы
- Пушкин Салауаттың атаһын ҡарт боласы тип әйткәнен
- Юлай Аҙн. ҡыйыу һуғышсы булыуын һ.б.)
- Нимә һеҙҙе һоҡландырҙы? (- Нефедовтың Салауат тур. әйткән һүҙҙәре).
б) 2-се төркөм яу юлдары менән таныша.
- Ниндәй яңылыҡ алдығыҙ? (- Салауат ғәскәрендә төрлө кешеләр булыуын;
- Хәҙ. генерал дәрәжәһе элек булғадир(бригадир) ;
- Салау-ң ҡайһы ерҙәрҙә һуғышыуын белдем һ.б.)
- Нимә һеҙҙе һоҡландырҙы? (Пугачев ҡулға алынғас та Салау-ң һуғышып йөрөүе)
в) Ял минуты.
г) 3-сө төркөм уның язаға тарттырылыуы, тотҡондағы ваҡыты тур. сығыш яһай.
- Ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?
- Нимә һеҙҙе һоҡландырҙы? (-25 йыл буйы каторганың ауыр тормошона сыҙап йәшәүе).
3) Уҡытыусы:
- Эйе, батша хөкүмәте Салауатты Уралынан айырҙы, ғаиләһен туҙҙырҙы, аяҡ-ҡулына бығау һалды, тотҡонлоҡта аяныслы үлемгә дусар итте. Тик барыһы ла бушҡа. Ул халыҡ күңелендә мәңге тере йәшәй. Халҡына ул легендаларҙа, йырҙарҙа әйләнеп ҡайтты. Халыҡ уның шиғырҙарын 200 йыл буйы күңелендә һаҡлап йөрөткән.
“Салауаттың тарихи ҡаһарманлығы – шиғырҙарын онотмаҫҡа, ә шиғырҙары иһә уның исемен һәр саҡ хәтерләргә мәжбүр иткән…”- тип яҙҙы был турала М.Кәрим.
С.Юлаевтың исемен мәңгеләштереү өсөн бик күп эштәр башҡарылды. Бөгөн Салауаттың исеме Башҡортостан Республикаһының рухи паспортына, ғорурлығына, символына әйләнде.
4) Ә хәҙер, уҡыусылар класташығыҙ …… “Салауаттың исемен мәңгеләштереү” тип аталған эшен тыңлап китәйек. (Презентация ҡулланып, 1 уҡыусының сығышы.)
5) Я.Протазановтың “Салауат” фильмынан өҙөк ҡарау.
- Уҡыусылар, был өҙөктө ҡарағандан һуң Салауат һеҙҙең күҙ алдығыҙға нисегерәк баҫты?
- Төп ролдә уйнаған А.Мөбәрәков Салауат образын нисегерәк бирҙе? (Ҡыйыу, батыр, ойоштороу һәләтенә эйә булыуын күрҙек).
6) Электрон дәреслектән фото-һүрәттәр, видеоролик ҡарау.
7) Төркөмдәрҙә ижади эш башҡарыу.
1-се төркөм:Салауатҡа хат яҙа..
2-се төркөм: шиғыр яҙа.
3-сө төркөм: синквейн төҙөй.
V. Өйрәнгән материалды нығытыу.
Тест. Биографияһы буйынса тест һорауҙары
I.Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?
1.1754 йыл , Өфө провинцияһы Шайтан –Көҙәй волосы Тәкәй ауылы
2.1752 йыл , Өфө провинцияһы Шайтан –Көҙәй волосы Тәкәй ауылы
II.Нисә йәшендә бригадир була?
1.20 йәшендә
2.22 йәшендә
3.25 йәшендә
III.Көрәштәше кем?
1.Алдар
2.Ҡараһаҡал
3.Бүгәсәү
IV.Салауат нисәнсе йылда Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе була?1.1771- 1772 йылдар
2.1774-1775 йылдар
3.1773-1775 йылдар
V. Кем ул Салауат?
1.шағир-импровизатор,сәсән, ҡурайсы, милли батыр, йырсы2.шағир, сәсән, ҡурайсы, бейеүсе, йырсы, баянда оҫта уйнаусы, батыр
VI. Милли батырыбыҙ нисәнсе йылда һәм ҡайҙа яҡты доньянан китә?
1.Эстляндия губернаһы(хәҙерге Эстония),Рогервик ҡәлғәһе
2.Испания,Палдиски ҡалаһы, Рогервик төрмәһе
VII. Ағиҙел ярындағы Салауат һәйкәленең авторы кем?
Т.П.Нечаева
С.Д.Тавасиев
Ф.И. Ғаянов
Тест эштәрен тикшереү. Үҙбаһа ҡуйыу.
      VI. Йомғаҡлау.
Уҡыусылар, беҙҙең дәресебеҙ аҙағына яҡынлаша. Дәресебеҙҙең эпиграфына кире әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Мин уны ҡобайыр юлдары менән үҙгәрттем.
   «Батыр егет – яу күрке,
Сәсән егет – дау күрке.
Икеһе лә һин инең,
Уралымдың бөркөтө.
Һай, Салауат – ил күрке,
Һай, Салауат – ер күрке».
(Ҡобайырҙан).  
- Салауаттың ошо ике сифатҡа ла эйә булыуы хаҡында халҡыбыҙ бик матур ҡобайыр ижад иткән. Бөгөн дәрестә уның тормошон, яу юлдарын өйрәндек. Киләһе дәрестәрҙә уның ижады, шиғырҙары менән танышасаҡбыҙ.
- Беҙ дәрестә ниндәй маҡсат өҫтөндә эшләнек?
-       Салауат тураһында нимәләр белдегеҙ?
-       Ни өсөн халыҡ уны бөгөн дә онотмай?
-        Бөгөнгө дәрестән үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?
- Дәрестең ҡайһы өлөшө нығыраҡ оҡшаны?
- Салауаттың ниндәй сифаттарын үҙегеҙгә алыр инегеҙ?
(Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, зирәклек, аҡыллылыҡ, ойоштороу һәләтенә эйә булыу- егеттәр өсөн һәр ваҡытта ла кәрәк булған, күркәм сифаттар..)
VII. Уҡыусыларҙың белемен баһалау.
IX. Өй эше биреү.
Дәреслектән Салауаттың шиғырҙарын уҡып килергә
1-се, 2-се төркөмдәргә уның ижады буйынса өҫтәлмә материалдар алып килергә
З-сө төркөмгә кроссворд төҙөргә.
X. Йомғаҡлау.
- Уҡыусылар, үҙегеҙҙең бөтә эштәрегеҙҙә, уй-хыялдарығыҙҙа Салауатҡа лайыҡлы булығыҙ.
С.Юлаевтың батырлығы, ҡыйыулығы һәр кем күңелен ҡанатландырыр, уның әҙәби мираҫы – шиғриәттең сағыу өлгөһө, йыр-моң булып һәр кемдең күңелен елкендерер, талпындырыр, уның һыны, алыҫтағы йондоҙ яҡтыһы булып, тормошта янып йәшәү юлын күрһәтер. Дәресебеҙ тамам, әүҙем ҡатнашып ултырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.