Презентация к открытому уроку Рами Гарипов
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына – 80 йыл. Телең барҙа илең бар, Илең барҙа иркең бар, Иркең барҙа күркең бар, Ерең,күгең-икең бар, Утың,һыуың – дүртең бар.(Рәми Ғарипов.) “Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов һәр саҡ тура һүҙле,киң ҡарашлы булды.Әҫәрҙәрендә ул үҙ замананың иң үткер мәсьәләләрен ҡыйыу күтәрҙе,тормоштағы хәүефле хәлдәр тураһында йыш ҡына тәүгеләрҙән булып алдан иҫкәртте.”(Рауил Бикбаев) “...Йәп-йәш шағирҙың студент йылдарында уҡ халҡыбыҙҙың данлы ла ,зарлы ла тарихынан ,даръялай сикһеҙ ауыҙ-тел ижадынан,тылсымлы теленәнилһам табыуы ,үҙен ошо хазиналарҙың тоғро һаҡсыһы итеп тойоуы хайран ҡалдырырлыҡ…” (Әхиәр Хәким) “Мин үткән дә, киләсәк тә булдым, бөгөнгө лә-булдым бөтәһе!”