Разработка сценария вечеринки девушек


Сигеү сигә ҡыҙҙар
Ҡыҙҙар сигеү сигеп ултыра.
Ҡыҙҙар йыры. Ай юғары, ай юғары,
Айға менәһем килә.
Айға үрләп, ергә ҡарап,
Һине күрәһем килә.
Таңдан тороп һыуҙар һиптем
Баҡсалағы түтәлгә.
Күҙем төшһә, күңелем төшмәй
Һинән башҡа бүтәнгә.
Оҙон ҡара сәстәреңә
Таҫма кәрәк үрергә.
Өҙөлөп һөйгән йәрең килгән,
Сыҡсы, зинһар, күрергә.
1-се ҡыҙ. Бәй, ҡыҙҙар, ниңә шулай моңайышып ултырабыҙ әле? Балтаһы һыуға төшкән кешеләй.
2-се ҡыҙ. Эйе лә баһа. Әйтерһең, донъя бөтөп бара.
3-сө ҡыҙ. Эй, ҡыҙҙар, ысынлап та. Өләсәйем әйтә, донъя бөтөргә лә мөмкин, ти. Донъя бөтөп ҡуйһа, ни эшләрбеҙ икән, ҡыҙҙар?
4-се ҡыҙ. Их, ҡыҙҙар, иңдәреңә ҡанаттар үҫһен дә, һауаларға осаһы ла китәһе ине. Ете диңгеҙ аръяғында ла донъя бар, ти бит. Осор инем шул яҡҡа.
5-се ҡыҙ. Ҡафтау артында ла кеше аяғы баҫмаған, кеше күҙе күрмәгән илдәр бар икән. Китер ҙә барыр инем шул тарафтарға.
2-се ҡыҙ. Ә мин ете ят ерҙәрҙә түҙә алмаҫ, һағыныуҙан һарғайыр инем.
3-сө ҡыҙ. Мин дә сит ерҙә йәшәй алмаҫмын ул. Шуға күрә донъя бөтә башлаһа, Шеүәҙеләге бейек ҡарағайҙар башына менермен дә ултырырмын инде. Үҙ ерең үҙ ерең инде ул.
1-се ҡыҙ. Эй, бынауҙарҙы, керештеләр. Әкиәт тиһәң, һеҙгә генә ҡуш. Донъя бөтә тиме ни? Быға тиклем бөтмәгәнде бөгөн дә, иртәгә лә, унан һуң да бөтмәҫ.
2-се ҡыҙ. Эй, Аллам, бөтмәһә генә ярар ине. Исмаһам, бынау ҡулъяулығымды сигеп бөтөрөр инем.
3-сө ҡыҙ. Йә, йә, шунан ни эшләр инең?
4-се ҡыҙ. Ни эшләһен, быныһын бөтөрөр ҙә яңыһына тотонор ине.
2-се ҡыҙ. Эй, ошоларҙы. Һүҙ әйтһәң, көлөргә генә торалар. Бүтән өндәшмәҫ тә ҡуйырмын.
3-сө ҡыҙ. Өндәшмәһәң дә беләбеҙ. Тиҙерәк кейәүгә сығырға талпынаһың.
4-се ҡыҙ. Эйе шул, ана, күҙҙәре үҙе әйтеп тора.
2-се ҡыҙ. Сыҡһам ни, сығырмын да. Маңлайға яҙылғандан ҡасып ҡотолоп булмай.
5-се ҡыҙ. Бәй, әхирәттәр, былай булғас, беҙгә лә ҡулъяулыҡтарыбыҙҙы тиҙләтергә кәрәк инде. Кешенән ҡалышып булмаҫ.
1-се ҡыҙ. Эй, киттеләр бынауҙар, эй киттеләр. Әйтерһең, күктән әмер төшкән. Һәр кемгә яҙғаны үҙ ваҡыты менән килер, тигән боронғолар. Ҡоралайҙай ирекле мәлдәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
2-се ҡыҙ. Дөрөҫ тә баһа, ҡыҙҙар. Йәшлек үтә лә китә ул.
3-сө ҡыҙ. Өләсәйем әйтә, ҡыҙ бала ата-әсә йортонда ҡунаҡ ҡына бит ул, ти.
4-се ҡыҙ. Ошолай кис ултырыуҙарыбыҙ һағындырыр әле бер заман.
5-се ҡыҙ. Илайым хәҙер, ҡыҙҙар, илайым. Әйҙәгеҙ әле, күңеллерәк нәмә хаҡында һөйләшәйек.
1-се ҡыҙ. Вәт, быныһы дөрөҫ, исмаһам. әйтерһең, бында балауыҙ һығырға йыйылғанбыҙ. Йәгеҙ әле, дәртле генә йыр йырлап алайыҡ.
Ҡыҙҙар йыры. Түңәрәк күл, түңәрәк күл,
Түңәрәк күл туғайҙа,
Ебәк ҡамыш, һыуы көмөш,
Бындай күлдәй күл ҡайҙа?
Күл өҫтөндә тәңкә –тәңкә Томбойоҡ сәскәләнә,
Алтын сабаҡ һикереп-һикереп
Ҡояшта иркәләнә.
Нисек урап йырламайһың,
Күле түңәрәк булғас,
Нисек бейемәй түҙәһең,
Күңел күбәләк булғас?
3-сө ҡыҙ. Әйт шуны. Үҙ күңелеңде үҙең күрмәһәң, бүтәндәр күрмәҫ. Кеше ҡайғыһы төштән кире, ти минең өләсәйем.
4-се ҡыҙ. Өләсәйең асыуланмаһа, әллә бейеп тә ебәрәһе инде, тим. Табандар ҡысытып китте ләсе.
5-се ҡыҙ. Әйҙә әле, беҙ ҡумыҙ сиртербеҙ.
4-се ҡыҙ. Их, ҡурай ҙа булғанда, зәһәр сығыр ине.
Шул саҡ ҡурай тауышы ишетелә. Уйнаусы үҙе лә күренә.
1-се ҡыҙ. Бына һиңә мөғжизә! Кем һин? Әүлиәме әллә?
Ҡурайсы. Әүлиә түгелмен. Мин – һеҙҙең хыялдағы ҡурайсы. Ҡурайым да ябай түгел - тылсымлы.
4-се ҡыҙ. Ҡыҙыҡ. Бәлки минең алдан күреү һәләтем барҙыр?
3-сө ҡыҙ. Минең өләсәйем әйтә, үлеп ғашиҡ булған ҡыҙҙарҙың юрағаны юш килеп, һәр теләге тормошҡа аша, ти. Тимәк, һин ғашиҡтарҙың ғашиғы.
Ҡурайсы. Ҡурайымда минең
Күңелдәрҙе елкетер,
Моңһоҙҙарға моң бирер,
Ҡыйыуһыҙға дәрт бирер,
Баҙнатһыҙға сәм бирер,
Ғашиҡтарҙың күңелен
Дөрләтерлек ут бирер
Шундай сихри көс бар.
4-се ҡыҙ. Улай икән, бик яҡшы. Тылсымлы ҡурайыңды тартып, бер бейетеп ал әле.
5-се ҡыҙ. Күп һүҙ китапҡа яҡшы, әйҙә, уйна, давай.
Ҡурайсы. Төш, һылыуым, ҡурай тартам,
Тыпырлатып баҫ.
Ҡурай тартҡан егеткә, һылыуым,
Бер генә күҙеңде һал.
Ҡурай уйнай. 4-се ҡыҙ бейей.
Ҡурайсы. Һеҙ саҡырҙығыҙ – мин килдем,
Теләнегеҙ – бейеттем,
Күңелегеҙ булғандыр –
Хәҙер инде мин киттем.
Сыға.
2-се ҡыҙ. Әллә төш булды, булдымы әллә өн?
3-сө ҡыҙ. Күренде лә юҡ булды, әйтмәне лә исемен.
4-се ҡыҙ. Булһын ине булғас, ана шундай егетең.
5-се ҡыҙ. Ысындарға ашһа икән хыялдағы өмөтөң
1-се ҡыҙ. Онотолоп китмәгеҙ әле,
Төшөгөҙ ҡабаттан ергә.
Өлөшөнә төшкән көмөшө
Килер бер саҡ һәр кемгә.
Йә-йә, моңайышмағыҙ.
Башлайым хәҙер таҡмаҡ,
Һеҙгә уны дауам итергә кәрәк.
Бейе, бейе, бейеүсе,
Иҙән булап йөрөүсе.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейеүсе шәп – беренсе. (2-се ҡыҙ алдына баҫа). Дауам ит.
2-се ҡыҙ. Тыпыр-тыпыр тыпырлап,
Бергә баҫайыҡ әле.
Уйнап- көлөп, йырлап-бейеп,
Күңел асайыҡ әле. (3-сө ҡыҙ алдына баҫа). Дауамы һинән.
3-сө ҡыҙ. Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары
Аҡлы күлдәк кеймәйҙәр.
Егет булһа, уңған булһын,
Ялҡауҙарҙы һөймәйҙәр. (4-се ҡыҙ алдына баҫа). Хәҙер һиңә сират.
4-се ҡыҙ. Стенала сәғәт һуға
Минутын белеп кенә.
Төштәремә һин керәһең
Йылмайып-көлөп кенә. (5-се ҡыҙ алдына баҫа). Әйттер әле, әйҙә.
5-се ҡыҙ. Итек кеймәгән тимә,
Ситек кеймәгән тимә.
Быймаларға боҙҙар ҡатһа,
Итек тауышы килә. Бергәләп.
Бергәләп. Иҫке лә шырпы ҡабы,
Яңы ла шырпы ҡабы.
Матур бейей, матур баҫа,
Бейеһен әле тағы.
Әйҙә, баҫайыҡ әле,
Бергә баҫайыҡ әле,
Бейейек тә, йырлайыҡ та,
Күңел асайыҡ әле.
1-се ҡыҙ. Йә, ҡыҙҙар, бейенек. Тағы ла ҡул эшенә тотоноп алайыҡ әле.
2-се ҡыҙ. Аулаҡ тип егеттәр йөрөй торған.
3-сө ҡыҙ. Бимазалап йөрөмәһендәр әле.
4-се ҡыҙ. Килһәләр – ишек асыҡ. Килмәһәләр, яулыҡ һалыр уйым юҡ.
5-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, егеттәр килгәнсе ваҡытыбыҙҙы әрәм итмәйек. Сигер, ҡайыр эштәребеҙҙе барлайыҡ.
Ултырышалар. Тәүге йырҙы яй ғына көйләйҙәр.
2 декабрь, 2013 й.