Научно-исследовательская работа Значение пословиц в повести М. Карима «Радость нашего дома»


Башҡортостан РеспубликаһыМәғариф министрлығыМуниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы1-се һанлы гимназия
Башҡорт теле
М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында
мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәһе

Башҡарҙы: Шәйәхмәтова Эвелина, 6-сы в класс уҡыусыһы
Ғилми етәсеһе: Камалова Эльвира Ғилман ҡыҙы

2015
Йөкмәткеһе
1. Ғилми тикшеренеү эшенең бурыстары ...........................................3
2. Инеш һүҙ.......................................................................................4
3. М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәһе:
а) әҫәрҙәге мәҡәл-әйтемдәр, уларҙың төрҙәре;
б) был әҫәрҙәге мәҡәл-әйтемдәрҙең роле...........................................5
4. Кешеләр тормошонда мәҡәл-әйтемдәрҙең роле...............................9
5. Һығымта.........................................................................................10
6. Ҡулланылған әҙәбиәт......................................................................11

Ғилми тикшеренеү эшенең бурыстары
Тикшеренеүҙең  актуаллеге:
Мостай Кәрим ижадына хөрмәт, иғтибарҙың  артыуы;
М. Кәрим ижадын өйрәнеү, уларҙы  быуындан быуынға  тапшырыу.
Тикшеренеү   объекты:
Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесындағы мәҡәл-әйтемдәр, уның төрҙәре.
Тикшеренеү  эшенең   предметы:
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы.
Тикшеренеү  эшенең  маҡсаты:
М. Кәримдең повесында мәҡәл-әйтемдәрҙең ҡулланылышын тикшереү.
Әҫәрҙең  “күңел  иретерлек  һүҙҙәр  хазинаһы “ булыуын  иҫбатлау.
Тикшеренеү  алымдары:
  “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесын ныҡлы  өйрәнеп  анализлау, эҙләнеү, классификациялау анкета үткәреү, яуаптарҙы эшкәртеү, дөйөмләштереү, математик иҫәпләүҙәр, һығымта яһау.
Эштең  практик  әһәмиәте:
Эҙләнеү  эшендә  яһалған  һығымта  һәм  һөҙөмтәләрҙе башҡорт теле һәм  әҙәбиәте  дәрестәренә  әҙерләнгәндә,  сығыш,  докладтар,  рефераттар 
яҙғанда һәм әлбиттә беҙҙең телмәребеҙ матур, бай булһын өсөн  ҡулланырға  мөмкин.
Эштең   үҫеш   перспективаһы:
Тикшереү  өҫтөндә  эшләү  дауам  ителәсәк. Киләсәктә  М. Кәримдең башҡа әҫәрҙәрен өйрәнеү, мәҡәл-әйтемдәрҙе, афоризмдарын бер китап итеп туплау планлаштырыла. 

Инеш
Мостай Кәрим, (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1935 йылға тиклем тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәптә, унан ике йыл Өфөлә педагогия рабфагында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ғына 1941-се йылда Башҡорт Дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.   Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнә тиклем фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Ул орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.
Мостай Кәрим – әҙәби ижадтың бөтә өлкәләрендә лә әүҙем эшгләгән күп яҡлы талант эйәһе. Уның “Европа-Азия”, “Вьетнам яҙмалары”, “Болғар дәфтәренән” күек шиғыр шәлкемдәре, “Үлмәҫбай”, “Сер”, “йылмайыу”, “Ҡара” һыуҙар” поэмалары, “беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өстаған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ, “Ярлыҡау” повестары, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндә”, “Айгөл иле”, “Салауат” драмалары киң билдәле. Был әҫәрҙәр төрлө телдәргә тәржемә ителгән.
М. Кәримдең йөҙгә яҡын китабы донъя күргән. Ул – үҙ заманының иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе. Уның Тыуған ил алдындағы, башҡорт милли әҙәбиәтен һәм туғандаш халыҡтар менән әҙәби бәйләнеште, дуҫлыҡты үҫтереҙәге хеҙмәте юғары баһалана. 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелә.
Мостай Кәрим 86-сы йәшендә, 2005 йылдың 21 сентябрендә вафат булды. Өфөнөң Мосолмандар зыяратына ерләнде.

М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәһе
Халыҡ ижадының башҡа жанрҙарынан айырмалы рәүештә, мәҡәлдәр теге йәки был фекерҙе көсәйтеү, раҫлау йә булмаһа кире ҡағыу өсөн телмәр ағышына индерелә. Шуға ла боронғолар, мәҡәлде ололап, уның тормоштағы әһәмиәтен билдәләп, “Йөҙ күрке – һаҡал, һүҙ күрке – мәҡәл”, “Мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ”, тип әйтеп ҡалдырған. Мәҡәл тик һөйләү ағышында ғына үҙенең бөтөн тәрәнлеген асып, яҡтылығын сәсеп ебәрә.
Ҡулланыштары, йәшәү формалары яғынан мәҡәлдәргә әйтемдәр бик яҡын тора. Дөйөмләштерелгән фекергә ҡоролған, күпселектә өгөт-нәсихәт итеүсе мәҡәлдәрҙән айырмалы рәүештә, әйтемдәр теге йәки был конкрет күренеште образлы һәм ситләтеп атау менән сикләнәләр.
Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү - телмәрен биҙәү, матурлау өсөн уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн, образлылығын арттырыу сараһы булараҡ ҡулланылалар.
Йөкмәткеләре буйынса мәҡәлдәрҙе ҙур төркөмдәргә бүлеп ҡарарға була:
1. Кешеләрҙең хеҙмәт эшмәкәрлеген сағылдырған мәҡәлдәр.
2. Халыҡтың ижтимағи тормошо хаҡындағы мәҡәлдәр.
3. Көнкүреш, йолалар, ғаилә, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһындағы мәҡәләдр.
4. Шәхси сифаттар, әхлаҡ-әҙәп нормалары һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе һүрәтләгән мәҡәлдәр.
5. Донъя, ғүмер, яҙмыш тураһында уйланыуҙарҙы сағылдырған мәҡәлдәр.
Әйтемдәрҙең төрҙәре:
1. Батырлыҡ тураһында әйтемдәр.
2. Тыуған ил тураһында әйтемдәр.
3. Тормош- күнкүреш тәжрибәлеген сағылдырған әйтемдәр.
Мостай Кәрим дә “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында халыҡтың быуаттан-быуатҡа быуындан-быуынға күсеп, халҡыбыҙҙың үткән тормошо, ижад ҡеүәһе тураһында хәбәр алып килеүсе мәҡәл һәм әйтемдәрҙе урынлы итеп ҡуллана. Тәрән мәғәнәле, сағыу, шулай уҡ хәҙерге заманда һирәк осрай торған мәҡәл-әйтемдәр ҙә әҫәрҙә бар. Мәҫәлән: “Алтылағы сәфәрҙән ҡайтһа, алтмыштағы күрешә килһен”, “Бәндәләрҙе тел дә, байлыҡ та туғанлаштырмай, бәндәләрҙе йөрәк туғанлаштыра”.
Теләк-нәсихәт мәҡәл-әйтемдәр:
- Юл кешеһенә изге юл.
- Йылы тәнегеҙҙә туҙһын.
- Ҡош та бит һайрарға әкренләп өйрәнә.
Тормош-көнкүреш тураһында:
- Юл аҙабы – йән ғазабы.
- Алтылағы сәфәрҙән ҡайтһа, алтмыштағы күрешә килһен.
- Йәш оло түгел, аш оло.
- Ҡунаҡ йөҙөн күрмәгән кеше, шатлыҡ йөҙөн күрмәй ул.
- Күҙе күрмәһә лә, күңеле күрә.
- Үҙ ояһына осоп китте, ҡошсоғом минең.
- Етмәгән ере юҡ.
- Йөрөмәгән еребеҙ ҡалманы.
- Беҙҙең өйҙөң йәме.
- Емерелгәне төҙәлер, туҙғаны яңырыр.
Батырлыҡ тураһында:
- Тимер ҙә тутыға, был ауыр заманда тимерҙән ныҡ булырға кәрәк.
- Ярым-ярты эш эшләп йөрөү – ирлек түгел!
Ғүмер, яҙмыш тураһында:
- Бәндәләрҙе тел дә, байлыҡ та туғанлаштырмай, бәндәләрҙе йөрәк туғанлаштыра.
- Йөрәк итен телеп алған кеүек булыр инде.

Повестағы ваҡиғалар һуғыш һәм унан һуңғы осорҙа бара. Был ауыр йылдарҙа кешеләр бөтәһенә лә әҙер ине. Уларҙы уңышһыҙлыҡ та, оҙон юл да, төрлө һынауҙар ҙа ҡурҡытмай. Повестың геройын, Көнбикәне, төрлө бәләләр юлда көтһә лә йыраҡ сәфәргә сыға. Шуға күрә М. Кәрим әҫәрендә ошондай мәҡәл ҡуллана: “Юл аҙабы – йән ғазабы”.
Ата – бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған тәрбиә сараларын М.Кәрим үҙенең әҫәрҙәре аша беҙгә еткерә. Әкиәттәме, мәҡәл-әйтемдәрме, легенда - риүәйәттәрме, ғөрөф - ғәҙәт, йола – байрамдары булһынмы – барыһы ла тәрбиә процесында ҙур роль уйнай.
“Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәрендә балалар мәктәпкәсә йәштә. Улар тормошто әкиәттәгесә итеп ҡабул итә. Йәмил өләсәһенең әкиәттәрен тыңлағандан һуң үҙең шул әкиәт доньяһында итеп хис итә, сөнки уның өләсәһе балаларға әкиәт доньяһы аша ысынбарлыҡты еткергән. Әкиттәге ҡарт та мәҡәл ҡуллана, һаулыҡ һорашҡан Тимербәккә: “Юл кешеһенә изге юл” тип яуап бирә.
“Ни өсөн Оксана минең менән һөйләшә белмәй?”- тип аптыраған Йәмилгә өләсәһе “Ҡош та бит һайрарға әкренләп өйрәнә”- ти. Шулай итеп ул тормошто аңларға ярҙам итергә тырышҡан.
Был повеста Мансур бабай менән Фәрхениса әбейҙең дә роле ҙур. Улар ҙа мәҡәл-әйтемдәр, йолалар, традициялар аша тәрбиәүи эш алып баралар. Башҡорт халҡының ҡунаҡсыл икәнлеген әйтергә теләп: “Ҡунаҡ йөҙөн күрмәгән кеше шатлыҡ йөҙөн күрмәй ул” - ти Мансур бабай. Фәрхениса әбейҙең яңы башмаҡ кейгән Йәмил менән Оксанаға “Йылы тәнегеҙҙә туҙһын инде”- тигән һүҙҙәре аша балалар яңы кейеме булған кешегә ошондай теләктәр теләргә кәрәк икәнен аңлайҙар. Шулай итеп, повестың башынан аҙағына тиклем Йәмилдең өләсәһе һөйләгән әкиәттәр Мансур бабайҙар әйткән әйтем - мәҡәлдәр, йолалар, традициялар аша тәрбиә эштәре алып барыла.
Һуғыштан һуңғы осор ҙа беҙҙең ил кешеләре өсөн еңелгә тура килмәй. Емерелгән, яндырылған ауыл-ҡалаларҙы төҙәтергә, яңынан төҙөргә кәрәк. Был турала М. Кәрим былай тип әйтә: “Емерелгәне төҙәлер, туҙғаны яңырыр. Тимер ҙә тутыға, был ауыр заманда тимерҙән ныҡ булырға кәрәк. Ярым-ярты эш эшләп
йөрөү – ирлек түгел. Етмәгән ере юҡ. Йөрөмәгән еребеҙ ҡалманы”.
Бөйөк Тыуған илебеҙҙең кешеләре дуҫ, татыу булып бер-береһенә ярҙам итеп йәшәгәндәр. Кешеләрҙең дуҫлығын, ярҙамсыллығын был әҫәрҙә Йәмилдең атаһы менән Петро ағай йөҙөндә күрәбеҙ. Был дуҫлыҡ, туғанлыҡ тураһында М. Кәрим былай тип яҙған: “Бәндәләрҙе тел дә, байлыҡ та туғанлаштырмай, бәндәләрҙе йөрәк туғанлаштыра.”
Был повеста мәҡәлдәр терәк материал ролен дә уйнай. Улар буйынса план төҙөргә һәм тексты һөйләргә лә була. Мәҫәлән, беренсе бүлек: “Юл аҙабы – йән ғазабы” – повестың геройы оҙон юлға сыға, бәлки уны сәфәрҙә төрлө ауырлыҡтар көтәлер.
Икенсе бүлек: “Ҡунаҡ йөҙөн күрмәгән кеше, шатлыҡ йөҙөн күрмәй ул” –геройҙарҙың йортонда һәр ваҡыт кеше күп була һәм ҡунаҡтарға улар һәр ваҡыт шаттар.
Өсөнсө бүлек: “Бәндәләрҙе тел дә байлыҡ та туғанлаштырмай, бәндәләрҙе йөрәк туғанлаштыра” – әҫәр геройҙарының тормошонда тел дә, байлыҡ та мөһим булмаған төрлө ваҡиғалар була.
М. Кәримдең әҫәрендә мәҡәл-әйтемдәрҙе урынлы ҡулланып, ентекле яҙыуы, уның башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белеүе, оло ихтирамы, иғтибары тураһында һөйләй.

Анкета
(20 йәштән алып 60 йәштәр самһындағы 20 кешенән һоралды)
Мәҡәл-әйтемдәрИшеткәнегеҙ бармы? Үҙегеҙ телмәрҙә ҡулланаһығыҙмы?
Эйе юҡ эйе юҡ
Юл аҙабы – йән ғазабы. 17 3 15 5
Алтылағы сәфәрҙән ҡайтһа, алтмыштағы күрешә килһен. 11 9 7 13
Ҡош та бит һайрарға әкренләп өйрәнә. 18 2 14 6
Ҡунаҡ йөҙөн күрмәгән кеше, шатлыҡ йөҙөн күрмәй ул. 17 3 5 15
Йылы тәнегеҙҙә туҙһын. 20 0 19 1
Күҙе күрмәһә лә, күңеле күрә. 18 2 15 5
Емерелгәне төҙәлер, туҙғаны яңырыр. 18 2 5 15
Ярым-ярты эш эшләп йөрөү – ирлек түгел! 20 0 10 10
Етмәгән ере юҡ.
20 0 17 3
Йөрөмәгән еребеҙ ҡалманы.
20 0 16 4
Бәндәләрҙе тел дә, байлыҡ та туғанлаштырмай, бәндәләрҙе йөрәк туғанлаштыра.
6 14 2 18
Йөрәк итен телеп алған кеүек булыр.
12 8 7 13
Үҙ ояһына осоп китте, ҡошсоғом минең.
20 0 11 9
Беҙҙең өйҙөң йәме.
20 0 18 2
Шулай итеп, анкета һорауҙарына яуап биргән кешеләр үҙҙәренең телмәрҙәрендә күберәге ошондай мәҡәл-әйтемдәр ҡулланалар: “Юл аҙабы- йән ғазабы”, “Ҡош та бит һайрарға әкренләп өйрәнә”, “Йылы тәнегеҙҙә туҙһын”, “Күҙе күрмәһә лә, күңеле күрә”, “Етмәгән ере юҡ”, “Йөрөмәгән ере ҡалманы”. Ишеткәндәре лә һәм телмәрҙәрендә ошондай мәҡәл-әйтемдәрҙе ҡулланмайҙар: “Бәндәләрҙе тел дә, байлыҡ та туғанлаштырмай, бәндәләрҙе йөрәк туғанлаштыра”, “Йөрәк итен телеп алған кеүек булыр”, “Емерелгәне төҙәлер, туҙғаны яңырыр”.
Ошо күҙәтеүҙәрҙән сығып шуны әйтергә була, мәҡәл-әйтемдәр кешеләрҙә ғәҙел, мәрхәмәтле, тыйнаҡ, иманлы булыу, кешеләргә рухи байлыҡ, изгелек өлгәшеү кеүек сифаттарҙы тәрбиәләй.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. М. Кәрим. Әҫәрҙәр дүрт томда. III том. Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1987
2. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1980.
3. Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге/ Төҙ. И.М. Ғарипов. Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994.
4. Русско-башкирский словарь пословиц-эквивалентов. – Уфа: Китап, 2008.