Мостай К?римде? тормош ??м ижад юлы тура?ында ??йл?ше?. «?с та?ан” повесын анализлау, У?ыусылар?а халы? ша?иры М.К?римг? ихтирам, т?би??тк? ?арата ?а?сыл ?араш, ??й??, уны терге?е? тел?кт?ре т?рби?л??.


Тема: Түбәләргә күтәрелегеҙ!..
Маҡсат: Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләшеү. «Өс таған” повесын анализлау, Уҡыусыларға халыҡ шағиры М.Кәримгә ихтирам, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, һөйөү, уны тергеҙеү теләктәре тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, китаптарының күргәҙмәһе, кроссорд, мультимедия.
Эпиграф: ...Йылдар үтер.. малайҙар егет булып етер... улар түбәләргә күтәрелерҙәр...
М.Кәрим
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
Хәйерле көн, уҡыусылар! Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ. (таҡтаға М.Кәрим портреты ҡуйыла). Балалар, портретта кем ул? Кем таныны? Ул ниндәй әҫәрҙәр ижад икән? Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта күренекле шәхес, Башҡортостанда ғына түгел, башҡа илдәрҙә лә киң танылған яҙыусыларҙың береһе. Әйҙәгеҙ уның шиғырын тыңлап ҡарайыҡ. Рәхим ит, Динар, уҡып сыҡ. ( “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры уҡыла). Уның шиғырҙарына йырҙар яҙыла. Шуларҙың береһен тыңлап үтәйек. (“Йылғалар төнөн серләшә” йыры). Кем һуң ул? Кем әйтер? Дөрөҫ, әлбиттә ул Мостай Кәрим. Биографияһын ҡабатлап китәйек. Иғтибарҙы мультимедия таҡтаһына йүнәлтәйек. (мультимедияға М.Кәримдең плакаты күрһәтелә)

Ул балалар өсөн бик күп әҫәрҙәр ижад итә. “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” , “Беҙҙең өйҙөң йәме” .Күренекле әҫәрҙәренең береһе – “Өс таған “.
М.Кәримдең Өс таған повесынан өҙөк сәхнәләштереү. Нәғимә инәйҙең ейәне Ғабдулла менән һөйләшеүе:
« .. Әйҙә, улым, өйгә инәйек әле.
Беҙ ни, өләсәй, Айҙар менән Ҡылыс башына...
Хәҙер китерһегеҙ, Айҙар бәләкәс кенә, сабыр итер.
Миҙал килешеп тора тағы үҙеңә.
Ысынлапмы, өләсәй?
Өләсәйең бушты һөйләмәҫ. Бына һин, биш ҡыш һабаҡ уҡыған кеше, өләсәйеңә төшөндөрөп бирсе: миҙалды ни өсөн бирәләр?
Батырлыҡ өсөн. Бында шулай тип яҙылған да, өләсәй. Урыҫса.
Ярай, быныһын аңлаттың, рәхмәт. Ә кемгә бирәләр уны?
Батырҙарға
Ә быны кемгә биргәндәр?
Беләһең дә инде, өләсәй... Атайыма.
Шулай булғас, уны кем тағырға тейеш?
Атайым да.. Ул ҡайтманы ла баһа. Мин ни уны, өләсәй, атайымдың төҫө итеп кенә таҡҡайным.
Улай булһа тыңла. Батыр үлһә, улына ҡылысы ҡала, мәргән үлһә, уҡ-һаҙағы ҡала. Кәрәк саҡта, ил ҡушҡанда, ата ҡоралын уландарыҡулға алғандар. Атанан мираҫ ҡалған һабан менән улдары ер һөрәләр. Ана һинең башыңда ла атайың мәрхүмдең кәпәсе. Әммә атанан ҡалған дан-шөһрәт кәпәс түгел. Балалары уны алмаш-тилмәш кейеп йөрөй алмай. Бына үҙең, атайыңа лайыҡлы булып, ил һоҡланырлыҡ, кешеләр хайран ҡалырлыҡ эштәр башҡрһаң икән..
Беҙ башҡарасаҡбыҙ, өләсәй. Бына күр ҙә тор. Үҙең дә шаҡ ҡатырһың хатта.
Күрергә насип булһын, үҙеңә оҡшаһа, тағып йөрө, миҙалды әйтәм. Мин ҡаршы түгел.
Ғабдулла өндәшмәне. Күкрәгендәге миҙалды алды ла һүрәт аҫтына кире элеп ҡуйҙы.
Оҡшанымы өҙөк? Уҡыусылар, был әҫәрҙең төп геройҙары кем? ( уҡыусылар яуап бирә).
Автор был малайҙарҙы нисек тасуирлай? Текстан табып уҡып күрһәтегеҙ.
Әйе, был әҫәр үтә лә ҡыҙыҡ! Мауыҡтырғыс. Әйҙәгеҙ хәҙер башлыҡ һайлауын уҡып китәйек. Ни өсөн Ғабдулла башлыҡ булып китә. Әйҙә, Раушан, башлап кит.
Уҡыусылар, һеҙгә был һөйләшеү танышмы? Ниндәй әҫәрҙән алынған? ( балалар яуап бирә)
Өй эшен тикшереү: Уҡыусылар, әйҙәгеҙ өй эшен тикшереп китәйек. Өйгә һеҙгә ошо әҫәрҙән мәҡәлдәр, тапҡыр һүҙҙәр яҙып килергә ине. (телдән өй эшен тикшереү)
Ял минуты: Ҡап-ҡап ҡармаҡҡа, эләгерһең бармаҡҡа, эләкмәһәң ҡармаҡҡа, әйләнерһең һармаҡҡа. ( уҡыусылар һамаҡты бер-нисә тапҡыр ҡабатлайҙар)
Малайҙар ошо тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтеп, балыҡ тоталар. Шунан ысынлап та, балыҡ һәйбәт эләгә.
Дәресте йомғаҡлау: Уҡыусылар, повесть, дөйөм әйткәндә, нимә тураһында? ( яуап: был повеста ауыл малайҙарының күлде ҡоротмаҫ өсөн, унда балыҡ ебәреп, ҡотҡарыу тураһында һүҙ бара).
Был әҫәрҙең төп идеяһы ниндәй? ( яуап: был әҫәр тәбиғәтте һаҡларға, уға ҡул күтәрмәҫкә өндәй)
Дөрөҫ, уҡыусылар! Тәбиғәт бит ул, матурлыҡ, йәшәү сығанағы.
Кеше тәбиғәттә тыуған һәм йәшәй. Беҙ тәбиғәтте һаҡламаһаҡ, уға битараф ҡараһаҡ ул һулый, киләсәктә бөтөнләй ҡороу ҡурҡынысы янай.Шуның өсөн беҙ тәбиғәтте һаҡларға тейешбеҙ. Бөйөк яҙыусы М.Кәрим беҙҙе шуға өндәй. Ул үҙенең тыуған ерен яратҡан, Башҡортостанға тоғро булырға, уның тәбиғәтен һаҡларға саҡыра.
Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле эпиграфҡа әйләнеп ҡайтайыҡ, уны яңынан уҡып ҡарайыҡ һәм дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.( эпиграфты уҡыу)
Ошондай һүҙҙәр менән тамамлай М.Кәрим был әҫәрҙе. Был һүҙҙәргә ул тәрән фәлсәфә һала. Кеше был тормошта маҡсаттар ҡуйып йәшәй, уларҙы тормошҡа ашыра. Был малайҙар ҙа тик тау түбәләренә генә түгел, ә тормош бейеклектәренә лә күтәрелер тигән өмөттә ҡала ул. Ғөмүмән, һәр кеше бындай бейеклектәргә үрләргә тышырырға, тыуған илгә, халыҡҡа кәрәкле кеше булырға тейеш. Быға беҙҙе остазыбыҙ М.Кәрим дә өндәй, сөнки үҙе лә бының асыҡ үрнәге булып тора. Үҙенең тормошонда ошо бөйөк эшкә, тыуған илгә, телгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләүгә үҙенең тормошон бағышлай.
Өй эше: һеҙ үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙо нимәгә бағышлар инегеҙ, түбәләргә күтәрелер өсөн нимәләр эшләр инегеҙ, шул турала яҙып килегеҙ.