Презентация Мастер класс. Ерле материалдар аша у?ыусылар?а ил??й?рлек той?о?о т?рби?л??


Ейәнсура районы Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһыҠолмѳхəмəтова Гөлнара Зиннур ҡыҙы “Инновацион технологиялар һәм ерле материалдар ҡулланып, уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү”.(Мәлих Харистың «Хат» шиғыры буйынса оҫталыҡ дәресе) Оҫталыҡ дәресенең маҡсаты:- башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ерле материалдар ҡулланып, уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу;- инновацион технологиялар алымдарын ҡулланып, коллегаларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыу; -ижади фекерләүгә саҡырыу. Эй, Мәлих дуҫ! Беҙгә тигән баҡырҠасан әле ерҙән ҡаҙыла.Шул баҡырға батыр мохтажмы ни,Ҡомһоҙ булһаң ул тиҙ табыла.Һүҙҙәрҙән,тим, ҡойоп булһа икәнЯнып торған һинең һыныңды,Һәйкәл итеп мин күтәрер инемҒүмереңде, һинең йырыңды! Назар Нәжми. Кем булыр инең һин, Фәтих Исхаков? Рәссаммы? Шағирмы?Фәтих Ибраһим улы Исхаков 1924 йылда Ейәнсура районы Байыш ауылында тыуған. Уның атаһы Исхаков Ибраһим Ғата улы - ауылдың беренсе уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры. Ибраһим Ғата улы Зәйнәп апай менән 5 малай һәм 4 ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Байыш мәктәбендә 7 класты тамамлағас, күрше Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Сабатар урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Уның көндәлегенән өҙөк: “ Мин ҡояш менән бергә торам һәм мәктәпкә ашығам. Унда өйгә бирелгән эштәрҙе ҡабатлайым, класташтарыма тарихтан, географиянан ярҙам итәм”. Фәтих спортсмен, рәссам һәм шағир була. Буш ваҡыттарында һүрәттәр төшөрә, шиғырҙар яҙа, әҙәби китаптар уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Фәтих хәрби комиссариатҡа ғариза тотоп бара.Уны фронтҡа алмайҙар, сөнки уға 17 генә йәш була. 1942 йылда Фәтих фронтҡа китә. Ата-әсәһенә һуғыштан шиғыр менән хаттар яҙа. 1943 йылдың август айында 19 йәшендә һуғышта һәләк була. Уның шиғырҙары “Совет Башҡортостаны” газетаһында баҫылып сыға. (№97 1958 йыл, №190 1967 йыл, №253 1972 йыл, №215 1974 йыл). Фәтихтең хаттары Фәтихтең көндәлектәре Ф.Исхаковтың һүрәттәре 1-се төркөмгә эш: М.Харистың шиғырын тасуири уҡырға һәм һорауҙарға яуаптар табырға.2-се төркөмгә эш: Ф.Исхаковтың хат-шиғырын уҡырға һәм һорауҙарға яуап әҙерләргә.3 – сө төркөмгә ижади эш: ошо һалдаттарҙың береһенә яуап хаты яҙырға. М. Харис “Хат”Беләм, әсәй, беләм, ауыр һиңә,Борсолоулы уйҙар – иптәшең.Ҡарап минең киткән юлдарыма,Күптән, күптән һағынып көтәһең.Йыйырсыҡтар сәғәт, минут һайынТәрәнәйгән кеүек йөҙөңдә,Ләкин бел һин:Бөгөн иртә таңдаҺуғыш барҙы һинең өсөн дә.Һәм әле лә көслө канонада...Саҡыра һуғыш. Һау бул хәҙергә.Мин йығылһам әгәр, йәш түкмә һин,Ә тын ғына шулай хәтерлә:“Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендәУның данын, намыҫын яуланы,Ул йығылды, ләкин башҡаларғаҒүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”. ХатАтай, әсәй, бөгөн көйгә һалып,Яҙам һеҙгә хаттар ултырып.Ҡанлы һуғыш барған алыҫ ерҙәнАҡ ҡағыҙҙың битен тултырып.Сәләм минән һеҙгә, туғандарым,Сәләм һеҙгә алыҫ илдәрҙән.Туптар гөрһөлдәгән, пуля осҡан,Ауыр көрәш барған ерҙәрҙән.Мин иҫән-һау, туғандарым,Көрәшәмен һалып бар көсөм.Беҙ торабыҙ ҡорос стеналай,Үс алабыҙ яуыз дошмандан.Фашистарға хәҙер беҙ ҡуябыҙ:Үлем өсөн – үлем, ҡанға – ҡан.Беҙ дошманды бында туҡмағанда,Ә һеҙ тылда алдын булығыҙ.Фронт талап иткән һәр әйберҙе Ваҡытында биреп тороғоҙ. Иҫән-һау булығыҙ, атай, әсәй, Ошо ерҙә хатым бөтәмен, Һеҙҙән, туғандарым, барығыҙҙан, Оҙон- оҙон хаттар көтәмен. Ф.Исхаков. 1943 йыл, 3 июль {D7AC3CCA-C797-4891-BE02-D94E43425B78}М.Харис “Хат”һорауҙарФ.Исхаков “Хат”Формаһы буйынса нимә?Хат кемгә арнап яҙылған?Хат ҡасан яҙылған?Һуғышта кем булған?Ҡасан һәләк була? {D7AC3CCA-C797-4891-BE02-D94E43425B78}М.Харис “Хат”һорауҙарФ.Исхаков “Хат”хатФормаһы буйынса нимә?хатәсәһенәХат кемгә арнап яҙылған?Ата-әсәһенә, туғандарына1943Хат ҡасан яҙылған?1943Ябай һалдатҺуғышта кем булған?Ябай һалдат1944Ҡасан һәләк була?1943 Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!