Начальные классы внеклассное мероприятие на башкирском языке на День матери


Башланғыс кластар өсөн кластан тыш сара
Төҙөүсөһө:Хөснөтдинова Гөлназ Баймөхәмәт ҡыҙы
Тема:Әсәйем-ҡәҙерлем!
Маҡсат: ғаилә һәм мәктәп араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу;
уҡыусыларҙың телмәрен,һүҙ байлығын үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,ғаиләлә татыулыҡ,үҙ-ра аңлашыу һыҙаттарын тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Таҡтала: «Кешеләге бөтә гүзәллек-ҡояш нурҙарынан һәм әсә һөтөнән»М.Горький,уҡыусыларҙың әсәләренең портреттары,мәҡәлдәр,музыка.
Кластан тыш сараның барышы
Уҡыусылар теҙелешеп торалар(“Әсәй,ҡәҙерлем!”йырын башҡаралар)
-Һаумыһығыҙ, хөрмәтле,ҡәҙерле әсәйҙәр!Бөгөн беҙҙә байрам-Әсәйҙәр көнө.
-Уҡыусылар,ә һеҙ әсәйҙәрегеҙгә ниндәй яғымлы һүҙҙәр әйтә алаһыҙыҙ?(ҡәҙерлем,берҙән-берем,таянысым,һөйөклөм,ҡояшым,ышанысым..)
-Афарин, һеҙ әсәйҙәрегеҙҙе бик яратаһығыҙ икән.Уларға әйткән һүҙҙәрегеҙ әсәйҙәрегеҙҙе шатландырып,дәртләндереп торһон.
-Әсәй-доньяла иң яҡын,ҡәҙерле кеше ул.
27 ноябрь-Әсәләр көнө.Ул байрам презедентыбыҙ Владимир Путин тарафынан бойомға ашырылды.
-Ә әсәйҙәргә арнап шиғырҙар һөйләйек.
1-се уҡыусы.
Һәр йыл һайын килә был байрам,
Һәр көн ҡояш сыҡҡан шикелле.
Йылдар һайын данлай был байрам
Гүзәл кеше-әсә кешене.
2-се уҡыусы.
Әсә күңеле –тәрән диңгеҙ,тиҙәр,
Шикләнмәйем,ысын шулай бит.
Ул күңелгә күпме шатлыҡ һыйһа,
Ҡайғылар ҙа бик күп һыя бит.
-Уҡыусылар,ә был мәҡәлдәрҙе нисек аңлайһығыҙ?
Ата-әсәһенә изгелек күрһәтмәгән үҙе лә изгелек күрмәҫ.
Әсә хаҡы-тәңре хаҡы.

-Әсә..Тормошта ниндәй генә эштәр башҡармай ул.Һатыусы ла,табип та,уҡытыусы ла,тегенсе лә,төҙөүсе лә.Ниндәй генә эшкә тотонһа ла,үҙенең оҙталығы,һәләтлеге,бөйөклөгө менән таң ҡалдыра.
-Ә һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ ниндәй һөнәр эйәһе икәнлеге тураһында иншаларығыҙҙы тыңлап үтәйек.
-Тимәк,әсәйҙәр –ғаилә усағы,тормош йәме һәм төрлө һөнәр эйәләре.
-Әсәйҙәрҙән интервью алайыҡ.
Һорауҙар:
1.Бала тәтбиәләүҙә төп көс кемгә төшә?
2.Кемде тәрбиәләүе ауырыраҡ малайҙымы,ҡыҙҙымы?
3.Һеҙҙең ғаиләлә балалар тәрбиәләүҙәге иң уңышлы алымдар.
4.Әсә булыу рәхәтме?
5.Һеҙҙең ғаиләлә ниндәй байрамдар йыш үткәрелә?
-«Изге һүҙҙәр» уйынын уйнау.
-Ә хәҙер,уҡыусылар,мин һеҙгә һорауҙар бирәм,яуаптарын әйтегеҙ.
1.Балаға ғүмер биреүсе,уны яратыусы,иң ҡәҙерле кеше.
(әсәй)
2. Уның йылыһыҙ бер үҫемлек тә үҫә алмай. (ҡояш)
3.Күкрәк тултырып тын алаһың.Шунан йәшәү башлана. (һауа)
4.Ул булмаһа бөтә донья ҡорой. (һыу)
-Эйе,был һүҙҙәр доньяла иң изге һүҙҙәр булып һанала.Уларһыҙ йәшәү юҡ.
«Бер ҡыҙ бала йыр сығарған» йырын йырлау.
-Таҡтала һеҙҙең портреттарығыҙҙы балаларығыҙ төшөргән.Улар араһында үҙегеҙҙе табығыҙ.
-Уҡыусылар,әсәйҙәрҙе бәләкәй саҡта ғына хөрмәт итергә кәрәкме?
-Әсәйҙәргә тиңләп тағы ла кемдәрҙе ҡәҙерләргә кәрәк?
-Ә беҙ әсәйҙәргә яҡшылыҡтары,изгелектәре өсөн нисек яуап бирербеҙ?
Бөтәһе бергә.
Әсәйҙәрҙе яратабыҙ,
Һәр саҡ ярҙам итәбеҙ.
Атайҙарҙы яратабыҙ,
Улар беҙҙең терәк бит.
Тәртипле беҙ булырбыҙ,
Ныҡ тырышып уҡырбыҙ.
Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә
Уларҙы хөрмәтләрбеҙ.
-Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт!Ысынлап та,ата-әсәһен хөрмәт иткән кеше генә яҡшы кеше булып ҡала ала.Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалам.Һау булығыҙ!