Презентация по башкирскому языку Проект эшм?к?рлеге


Проект эшмәкәрлеге “Алға ташлау”Ниндәйҙер проектты барлыҡҡа килтереүБелем биреү процесын алдан күҙаллау Төрҙәре: Өҫтөнлөклө эшмәкәрлек төрө буйынса:информацион;ижади;уйын (ролле);практик йүнәлешле;инновацион;тикшеренеү һ.б. Уҡыусыларҙың һаны буйынса: индивидуаль (персональ); парлы; бәләкәй төркөмдәрҙә эш (биш уҡыусыға тиклем); төркөмдәрҙә эш (ун биш уҡыусы); класс; мәктәп; муниципаль; ҡала; республика кимәлендә. Ваҡыты йәки дауамлылығы буйынса: Мини-проектҠыҫҡа ваҡытлы проектОҙайлы проект Йөкмәткеһе буйынса: Монопредмет : әҙәби-ижади, тәбиғи-фәнни, экологик, лингвистик, мәҙәни, спорт, географик, тарихи, музыкаль һ.б.Метапредмет Уҡыу проекты уҡыу программаһы сиктәрендә алып барылған тикшеренеү;төп маҡсаты – конкрет белемдәрҙе практик ҡулланыу кимәлендә үҙләштереү; Социаль проект индивидуаль йәки коллектив эшмәкәрлек;маҡсаты - уҡыусылар булдыра алған тирә-яҡ мөхиттәге үҙгәрештәр, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү нигеҙендә уҡыусыларҙың гражданлыҡ әүҙемлеген формалаштырыу Социаль проекттарҙы баһалау һайланған проблеманың социаль әһәмиәте һәм актуаллеге;информацион тулылыҡ;идея оригиналлеге;проектты үҙ аллы башҡарыу;проблеманы хәл итеүҙең нигеҙләнгән булыуы;логик эҙмә-эҙлелек;экономлы, реаль, эффектив;перспективалы, һөҙөмтәле булыуы;презентация. Театр проекты: театр-уйын методтарын ҡулланыу нигеҙендә ниндәйҙер проблеманы хәл итеү. Этаптары: Этаптар Эш йөкмәткеһе Уҡыусы эшмәкәрлеге Уҡытыусы эшмәкәрлеге Әҙерлек Проекттың темаһын һәм маҡсаттарын билдәләү Фекер алышыу, тема һайлау Темалар тәҡдим итеү Ижади төркөмдәр булдырыу Төркөмдәргә берләшеү, бурыстарҙы билдәләү Уҡыусыларҙы төркөмдәргә бүлеү Проект эшенә материалдар әҙерләү Бергәләп проект эше өсөн эштәр, һорауҙар әҙерләү, әҙәбиәт һайлау Отчет формаһын һайлау, һөҙөмтәне баһалау критерийҙарын билдәләү Форма һәм критерийҙар буйынса фекер алышыу Форма һәм критерийҙар тәҡдим итә Планлаштырыу Мәғлүмәт йыйыу, анализлау сараларын асыҡлау Уҡытыусы тәҡдим иткәндәргә төҙөтмәләр индереү Төп әҙәбиәтте, мәғлүмәт йыйыу сараларын тәҡдим итә Проектты эшләү әҙәбиәт менән эшләү, анализ, эҙләнеү эше алып барыу Мәғлүмәт эҙләү, системаға һалыу, дөйөмләштереү Консультация, уҡыусылар эшенә төҙәтмәләр индереү Һөҙөмтәләрҙе әҙерләү Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү Консультация, уҡыусылар эшенә төҙәтмәләр индереү Презентация Башҡарылған эште тапшырыу Эш һөҙөмтәләре тураһында доклад Экспертиза ойоштороу, уҡытыусылар йәки башҡа класс уҡыусыларын саҡырыу Эште баһалау Алдан билдәләнгән критерийҙарға ярашлы эште баһалау Коллекти фекер алышыуҙа, баһалауҙа ҡатнашыу Баһалау, эште дауам итеү мөмкинлектәрен билдәләү Проект эшенең һөҙөмтәләре: газета, журнал, сценарий, презентация, видеофильм, доклад, буклет, йыйынтыҡ, һүҙлек, һүрәттәр, плакаттар, альманах, музыкаль альбом, макет, web-сайттар, фильмдар һ.б. Баһалау критерийҙары: эштең йөкмәткеһенә ҡарата: актуаллек, проблеманың нигеҙләнешемәғлүмәти тулылыҡэштең тәрән, төплө алып барылыуы, ентекле анализлогик эҙмә-эҙлелекпрактик әһәмиәтебашҡарылыу сифатыэштең индивидуаллеге: эшкә үҙ аллы һәм ижади ҡарашэштә ҡатнашыу кимәлеэштең перспективаһы: һөҙөмтәләрҙе ҡуллана алыу мөмкинлегедауам итеү мөмкинлегедизайндискуссияға әҙерлекһорауҙарға яуап бирә алыу Уҡытыусының роле Фасилитатор – төркөм эшен ойоштороусыМодератор – дискуссиялар ойоштороусыТьютор – белем алыу процесын ойоштороусы Формалашыусы УУЭ: Проект эшенең шарттары Метапредмет Предмет Маҡсат һәм проблема Проблемаларҙы күрә, был проблеманы хәл итеү өсөн маҡсат һәм бурыстар ҡуя белеү Информацияны күрһәтеү өсөн кәрәкле саралар ҡуллана, эште планлаштыра белеү, Практик һөҙөмтәләр алыу кәрәклеге Алынған белемдәрҙе ҡулланыу Яңы информация йыя һәм анализлай белеү, билдәле бер өлкәлә белемдәрҙе тәрәнәйтеү Педагогик ситуациялар Ҡапыл килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү, стандарт булмаған хәл итеүҙәр тәҡдим итеү Эште ойоштороу, актив рәүештә белем алыу, практик бурысты танып белеү йәки тикшеренеү бурысына әйләндереү Танып белеүгә мотивация Проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын ҡулланышҡа индереү Төрлө сығанаҡтарҙан алынған белемдәрҙе дөйөмләштереү Коллектив эшмәкәрлек Төркөмдәрҙә эшләү, командаға етәкселек итеү, төркөмдөң осрашыуын, дискуссияларҙы ойоштороу, хәл итеүҙәр Сағыштырыу, анализ, дөйөмләштереү, классификация эшләү Аралашыу Хеҙмәттәшлеккә, аралаша белеү, тактҡа өйрәнеү, дискуссия алып бара, башҡаларҙың фекерҙәрен тыңлай белеү Информацияны ишетә, һорауҙар ҡуя, дәлилләй, телдән һәм яҙма рәүештә фекерҙәрҙе сағылдыра белеү Эшмәкәрлек ирке Яуаплылыҡ, эштән ҡәнәғәтлек тойғоһо Предмет-ара категорияларҙы үҙләштереү, үҙ эшмәкәрлегеңде билдәләнгән маҡсат-бурыстарға ярашлы контролдә тотоу һәм баһалау Эшмәкәрлек һөҙөмтәһен презентациялау Башҡарылған эш буйынса отчет эшләү Эште төрлө формаларҙа тәҡдим итеү, анализлай белеү Рефлексия Адекват үҙ баһа биреү, көслө һәм көсһөҙ яҡтарҙы билдәләү Танып белеү һәм шәхси рефлексия формаларын үҙләштереү Проект эшенең паспорты: проект эшенең исеме;ниндәй предмет сиктәрендә алып барылды?класс;проект төркөмөнөң составы;проект эшенең етәксеһе, консультанты;проект төрө; маҡсат һәм бурыстар;проект һорауҙары;аннотация;проект эшенең этаптары;ваҡыты, сроктар;кәрәкле ресурстар, материалдар;эш һөҙөмтәләре. Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең ҡулда! Башҡортостан, һинең гүзәллеккәТиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй Ҡайһы илдә генә бар икән? ( З. Күлбәков).Башҡортостаныбыҙ иҫ китмәле матур һәм бай республика ул. Үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙ булыуы менән генә түгел, ә тәбиғәтенең, үҫемлектәрҙең, ҡош-йәнлектәрҙең байлығы, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләрҙең наҙы, йылға-күлдәрҙең күплеге, һыуҙарының муллығы һәм башҡа әллә күпме үҙенсәлектәре менән һоҡланғыс ул. Ярҙамға мохтаж хайуандар һәм үҫемлектәр беҙгә SOS сигналы бирә. Тәбиғәт – ул тормош. Тәбиғәт - сикһеҙ хазина. Тәбиғәт ярҙамында таҙа һауа һулайбыҙ, таҙа һыу эсәбеҙ. Тирә-яҡты ағыулы матдәләр менән бысратмайыҡ, ағастарҙы киҫмәйек, һындырмайыҡ, ҡош ояларын туҙҙырмайыҡ, сәскәләрҙе өҙмәйек! Әйҙәгеҙ, тәбиғәтте һаҡлайыҡ! Тәбиғәтте һаҡлау. Үҫемлектәрҙең юҡҡа сығыу сәбәптәре Ағастарҙы иҫәпһеҙ күп ҡырҡыуҮләндәрҙе сабыуСәскәләрҙән гөлләмә йыйыуУрман янғындарыЯландарҙы һөрөүМал көтөүҙәренең тапауыДарыу эшләү маҡсатында файҙалы үҫемлектәрҙе күпләп йыйыу  Тәбиғәт ҡосағында йөрөү ҡағиҙәләре. Тәбиғәттең матурлығын боҙмаТәбиғәттән артыҡ бер нәмә лә алмаАғастарҙы, ҡыуаҡтарҙы киҫмәҠош ояларын туҙҙырмаХайуандарға теймәЙәнлек балаларын өйгә алып ҡайтмаСәскәләрҙе хаҡһыҙ өҙмәҮҙеңдең артыңдан ҡый ҡалдырма Тәбиғәттең ҡәҙерен беләбеҙме? Һандарға күҙ ташлайыҡ. Бөгөнгө көндә Ер йөҙөндә 500 мең төр үҫемлек һәм 1,5 миллион самаһы төр йән эйәһе бар. Һуңғы йөҙ йылда ғына ла 106 төр һөтимәр, 150 төр ҡош Ер йөҙөнән мәңгелеккә юҡ ителгән. Тур, тарпан, диңгеҙ һыйыры, ҡанатһыҙ ҡағараҡ, ҡыҙғылт башлы өйрәк, тау бүҙәнәһе һәм шундай башҡа тиҫтәләгән йән эйәһе фәҡәт һүҙҙә генә тороп ҡалды. Тәбиғәт юҡҡа сыға. Бөтә был бәләләрҙең башы – битарафлыҡ, хужаһыҙлыҡ, уны һөймәү. Бәләкәй генә йән эйәләре менән дә, энә күҙәүендәй генә аҡ сәскә атып ултырған ҡаҙ үләне менән дә бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынмау, үҙ туған телеңдә уларҙың атамаларын өйрәнмәү, үҙенсәлектәрен белмәү, күңелгә яҡын итмәүҙән килә был. Һыу, һауа бысраныуы, кешеләрҙең ҡомһоҙлоғо, химик ашламалар тәбиғәтте юҡҡа сығара. Билдәле булыуынса, ҡоштарҙың күбеһе йылына ике-өс кенә йомортҡа һала. Ундайҙарҙың яҙмышы аяулы. Бынан тыш, ете диңгеҙ аръяғынан тыуған яғым тип талпынып ҡайтҡан ҡоштарҙы илдәрендә үлем һағалап торған осраҡтар ҙа аҙ түгел. “Ҡыҙыл китап” тип аталған йыйынтыҡҡа бик күп төр үҫемлектәр, йәнлектәр индерелә. Ә был китапҡа, билдәле булыуынса, Ер йөҙөнән юҡ ителеү ҡурҡынысы янаған төрҙәр индерелә. Тиреһе өсөн һирәк осрай торған йәнлектәр ҙә, бер ҡабым ите өсөн ҡоштар йәки балыҡтар, һунар ҡомарын ҡандырыу өсөн урмандарға сығып “күңел асҡанлыҡтан” байтаҡ кейектәр балаларының алдағы көнитмештәрен уйламаған кешеләрҙең үҙ ҡулдары менән йәшәйеше юҡҡа сығарыла. Башҡорт – тәбиғәт балаһы. Халҡыбыҙ борон-борондан тәбиғәтте күҙәтеп, һығымта яһаған, һынамыштар сығарған. Һынамыштар ҙа донъяны танып белеүҙең бер сағылышы. Был ғилемдең көндәлек тормошта кәрәк булыуы бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Ҡыш башланған саҡта күк күкрәһә, ҡыш ҡаты килә.Көҙ ағас япраҡтары ҡойолоп бөтмәһә, ҡыш ҡаты килә. Көҙ көнө ағас япраҡтары ергә арты менән төшһә, ҡыш ҡаты килә.Ҡуян һимергән йылда ҡыш оҙайлы һәм һыуыҡ була.Яҙ ҡуҙғалаҡ күп булһа, ҡыш йылы килә.Тейен ояһы юғары ҡоролһа, ҡыш йылы килә.Ҡоштар өйгә яҡынлаһа, көн йылыға тарта.Ҡайын һуты мул булһа, йәй ямғырлы килә.Ҡарама олононан һут аҡһа, яҙғы һалҡындар бөтә. Япраҡ ағас башынан башлап һарғайһа, көҙ иртә килә. Торналар бейек осһа, көҙ оҙайлы була. Халҡыбыҙ тәбиғәткә бәйле мәҡәлдәр ҙә сығарған. Бына шуларҙың бер нисәүһе.  1. Бер сәскә яланды матурламай. 2. Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, Ул ун ҡат туйҙырыр.  Башҡорт халҡы тәбиғәтте үҙ йорто тип ҡараған. Тәбиғәттәге һәр үҫемлек, һәр йән эйәһе, йылға-күле уның өсөн бик ҡәҙерле булған. Бала бәләкәйҙән уларҙың ҡәҙерен белһен, яҡын итһен, иғтибарлы булһын өсөн әкиәттәренә ҡушҡан, йырҙарға һалған, улар тураһында матур легендалар сығарған, күркәм атамалар ҡушҡан. Уларҙың йәшәйешен өйрәнгән, шуларҙы хикәйәләгән. Баланың күҙ алдына һәр сәскә, һәр таш, ағас, йылға-күл тере йән булып баҫҡан. Уның тәбиғәтте бысратырға йәки йән эйәһен ҡыйырһытырға ҡулы күтәрелмәгән. Ә Хәҙер ҡоштарҙы, үләндәрҙе исемләп, үҙенсәлектәренә ҡарап айыра беләбеҙме? Тәбиғәт матурлығы кеше өсөн. Кешенең күңеле наҙға ни тиклем тула, йөрәге моңға төрөнә, шул хәтлем кешелеклек өҫтәлә. Мең төрлө сәскә, ҡош тауыштары, шишмә сылтырауы, һыҙылып таң атыуы, сихри биҙәктәр яһар болоттар йөҙөүе – бөтәһе лә минең өсөн, һинең өсөн, беҙҙең өсөн, Кеше өсөн! Тәбиғәт – йәшел йортобоҙ. Ул яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Битараф булмайыҡ. Тирә - яҡ мөхитте бысратмайыҡ, ҡәҙерләйек. Тәбиғәтебеҙҙе киләһе быуындарға саф, матур итеп тапшырыу – беҙҙең бурыс.