Уртансы т?рк?м балалары ?с?н музыканан театраллаштырыл?ан белем бире? эшм?к?рлеге.Й?йге урманда тамаша


Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы «Йәйғор” балалар баҡсаһы- баланы үҫтереү үҙәге муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Уртансы балалар төркөмө өсөн театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге

480951714943471513066223949024580851493520303339580010
303403035560
Төҙөнө: I категориялы музыка етәксеһе
Денисламова Р.Р.
Аҡъяр-2015
Музыка аҫтында балалар музыка залына инәләр “Был-минең тыуған ерем” (авторы Ә.Зиннурова) исемле йырҙы башҡаралар һәм ултырғыстарға ултыралар.
Ҡыҙыл Кәпәс килеп инә.
Ниндәй матур урманда, йәм-йәшел ағастар, төрлө-төрлө сәскәләр,ҡоштар сут-сут һайрайҙар.
Муз.етәксеһе: Һаумы, Ҡыҙыл Кәпәс, ашығып ҡайҙа китеп бараһың?
Ҡыҙыл Кәпәс: Һаумыһығыҙ, балалар, мин урманда йәшәгән өләсәйемде тәмле бәлештәр менән һыйларға китеп барам.
Йәшен йәшнәгән тауыш ишетелә.
Ҡыҙыл Кәпәс: Уй, ямғыр яуырға уйлай шикелле, мин ошо ҡайын аҫтында йәшенеп торайым әле.
Ҡыҙҙар “Ямғыр уйнарға саҡыра” тигән йырҙы башҡаралар, төҫлө султанчиктар менән бейейҙәр.
Ҡыҙыл Кәпәс: Бына ямғыр ҙа туҡтаны, өләсәйемә бәшмәктәр йыйып алайым әле.
Малайҙар “Бәшмәктәр” бейеүен башҡаралар.
Музыка аҫтында кефир, консерва, кәнфит һалынған кәрзин тотоп Бүре килеп инә.
-Уф-ф-ф,саҡ килеп еттем, инде ошонда ғына ял итеп, тамаҡ туйҙырып алайым әле.
Бүре ашай,кәнфит ҡағыҙҙарын, консерва, кефир һауытын тирә-яҡҡа ташлап, йоҡларға ята.
Ҡуяндар инә.
1 Ҡуян: Ҡайһылай рәхәт урманда, саф һауа.
2 Ҡуян: Әйҙә бер бейе алайыҡ әле.
Ҡуяндар күңелле көй аҫтында бейейҙәр, бер Ҡуян аҫҡай башлай.
-Уй-уй-уй, аяғымды нимәгәлер баҫтым,тиҙерәк ярҙамға! (илай)
Ҡыҙыл Кәпәс килеп инә:
Ниндәй ҡурҡыныс күренеш, кем бында булды, кем ҡый ташлап китте? Хәҙер, Ҡуян, беҙ һине докторға күрһәтәйек тә, ә унан бергәләшеп урманды ҡыйҙан таҙартып алырбыҙ.
Сығып китәләр, ике Тейен килеп инә.
-Ау-у, һин исмаһам бер бәшмәк таптыңмы?
-Юҡ, бер бәшмәк тә тапманым әле, бында кемдер булған, бәшмәктәрҙе өҙөп, тапап бөткән, тирә- яҡҡа ҡый туҙҙырып киткән!
Шул ваҡытта Ҡыҙыл Кәпәс менән Бүре килеп инәләр.
Бүре: Яратмайым ҡыҙҙарҙы, кәрәкмәгән ергә танауҙарын ҡыҫтыралар, миңә иркенләп йәшәргә бирмәйҙәр.
Тештәремде ҡайрайым, ҡыҙҙарҙы мин ашайым!
Ҡыҙыл Кәпәс: Мин һинең тештәреңдән ҡурҡмайым, Бүре, яҡшылыҡ менән һорайым, кем урманда ҡыйҙар ташлап китте?
Бүре: Ә һиңә нимәгә, мин булдым бында, ошо ҡайын аҫтында ашаным, ял иттем.
Ҡыҙыл Кәпәс: Нисек һиңә оят түгел, Бүре, шундай матур тәбиғәттең ҡәҙерен белмәйһең, һаҡламайһың!
Тейендәр: Беҙ ҙә яратабыҙ урманда ял итергә, әммә ләкин беҙ ҡый ташламайбыҙ, һәр ваҡыт урманды тартып торабыҙ!
Бүре: Ярар-ярар, шауламағыҙ, һеҙ мине ғәфү итегеҙ. Инде урманды мин һаҡлармын, бар ҡыйҙан таҙартырмын, мине бит юҡҡа ғына урман санитары тип атамайҙар! (Үҙенең ташлаған ҡыйҙарҙы йыйып ала)
Ҡуяндар: Тәбиғәт менән һәр саҡ дуҫ булайыҡ, уны беҙ һаҡлайыҡ!
Тейендәр: Шунда ғына тәбиғәт беҙҙе һәр ваҡыт ҡыуандырып торор!
Бергә күңелле бейеү башҡаралар.