Ж?лил Кейекбаев ижадына ба?ышлан?ан кис?


Жәлил Кейекбаев ижадына бағышланған кисә
Маҡсат:
1. Жәлил Кейекбаевтың тормошо, әкиәттәре менән ҡыҫҡаса таныштырыу.
2. Әкиәттәрен өйрәнеү. Әһәмиәтен аңлау.
1-се алып барыусы. Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар!
2-се алып барыусы. Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар!
1-се уҡыусы. Мәшһүр ғалим, танылған яҙыусы, педагог Жәлил Кейекбаевтың ижадына бағышланған кисәбеҙҙе асыҡ тип иғлан итәбеҙ!
2-се уҡыусы. Һәр халыҡтың йөҙөн билдәләй торған улдары була. Ж.Ғ. Кейекбаев – башҡорт халҡының шундай улдарының береһе. Ул башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә бөтө һалған ғалим.
- Ж.Кейекбаев – башҡорт теле буйынса тәүге фән докторы, тәүге профессор. Ул ғалим ғына түгел, яҙыусы ла, «илһамлы» шағир, ҡобайырсы, йор һүҙле әкиәтсе лә.
- Бөгөнгө кисәлә беҙ уның фәһемле әкиәттәре менән танышасаҡбыҙ.
- Жәлил ағай балаларҙы бигерәк тә яратты. Ул балаларҙы аҡты ҡаранан, дөрөҫлөктө ялғандан, яҡшылыҡты насарҙан, дуҫты дошмандан айыра белергә, тыуған төйәген, тәбиғәтен, эскән һыуын, тамыр тартҡан сәскәләрен – ҡыҫҡыһы үҙенең йәшәгән төйәктен әкиәттәге кеүек матурлығын яратырға,донъяны таный белергә өйрәтте.
- Ул балаларҙы бөтөн яҡтан үҫешкән, рухи яҡтан сыныҡҡан, үҙ иленең һәм халҡының патриоты итеп күргеһе килде. Ул балаларҙың әкиәт уҡырға яратыуын яҡшы белеп, һеҙҙең өсөн күп кенә әкиәттәр яҙып ҡалдырҙы.
- Һүҙ 5 синыфҡа бирелә.
- Рәхмәт һеҙгә! Ж.Кейекбаевтың «Ике әкиәт», «Әкиәттәр», «Терпе тураһында әкиәт», «Урман әкиәттәре» тигән әкиәттәре бар.
-Балаларға интернациональ дуҫлыҡ рухында тәрбиәләү маҡсатында ул немец яҙыусылары бер туған Гриммдарҙың әкиәттәрен башҡортсаға тәржемәләп 1940 йылда айырым китап итеп баҫтырып сығарҙы.
- «Дуҫтар» повесын, «Туғандар һәм таныштар» романын яҙҙы, партия, Ленин, халыҡтар дуҫлығы тураһындағы ҡобайырҙар ижад итте. Бына бер миҫал:
Алтындар, ҡоростар табылған
Тауҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ;
Ялҡындар, уттар ҡабынған.
Яуҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ;
Арыштар ыуылйып ултырған
Ҡырҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ;
Ярышта сәсәндәр йырлаған
Йырҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ.
Йырҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ.
- Ж. Кейекбаев унға яҡын фәнни хеҙмәт, дәреслектәр, йөҙҙән ашыу фәнни мәҡәлә яҙҙы, ул 20 артыҡ кешене фән кандидаттары һәм докторҙары итеп тәрбиәләп үҫтерҙе.
- Ул Башҡортостан халыҡ мәғарифын үҫтереүҙә күп көс һалды. Роман, повесть, хикәйә авторы, ҡобайырсы һәм әкиәтсе булараҡ, Жәлил Кейекбаев СССР Яҙыусылар Союзына ағза итеп һайлана.
- Хәҙер сәхнәгә 6 синыфты саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!
- Рәхмәт!
Фәнни эштәр һәм әҙәбиәт менән шөғөлләнеп кенә ҡалмайынса, Ж.Кейекбаев ҙур йәмғиәт эштәрендә алып барҙы. «Башҡортостан уҡытыусыһы» редколлегия ағзаһы булды, Башҡорт АССР-ы Верховный Советына депутат итеп һайланды.
- Башҡорт тел ғилемен үҫтереүҙәге, юғары белемле( кандидаттар) кадрҙар әҙерләүҙәге ҙур хеҙмәттәре өсөн Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев илебеҙҙең иң юғары наградаһы – Ленин ордены һәм «Почет Билдәһе» ордены менән наградланды, уға Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән почетлы исем бирелде.
- Хәҙер сәхнәгә 7 синыфты саҡырабыҙ.
- Рәхмәт! Һүҙҙе жюриға бирәбеҙ.
- Рәхмәт жюри ағзаларына.