Методическая разработка для проведения открытого классного часа по теме Х?тер битт?рен асып ( Листая памяти страницы )
ГБ ПОУ «Октябрьский коммунально-строительный колледж»
Методическая разработка
для проведения открытого классного часа
Тема:
Хәтер биттәрен асып
( Листая памяти страницы )Разработчик:
Аитова Алия Табриковна
Преподаватель башкирского языка
452616, Республика Башкортостан,
г.Октябрьский, ул.Ак.Королева,1
2015
СОДЕРЖАНИЕ
Пояснительная записка.
Сценарий мероприятия.
Литература.
ПЯСНИТЕЛЬНАЯ ЗАПИСКА
Методическая разработка « Листая памяти страницы» выполнена для проведения открытого классного часа для студентов отделения очной формы обучения.
Мероприятие подготовлено и проведено студентами группы МЭ14-1, преподавателем башкирского языка Аитовой А. Т.
Время проведения 13.05.15 г. В 900ч.
Место проведения – читальный зал ОКСК
Классный час был посвящен празднованию 70-ЛЕТИЯ ПОБЕДЫ
в ВОВ 1941-1945гг.
ЦЕЛИ и ЗАДАЧИ МЕРОПРИЯТИЯ:
- Воспитание патриотизма, уважения, отзывчивости к Ветеранам ВОВ, к истории России.
- Знакомство студентов со стихами нашего земляк, поэта Идрисова Т.М.
- Формирование нравственной культуры студентов.
- Развитие ответсвенного отношения за порученное дело.
- Привитие навыков групповой работы.
- Формирование дружеских отношений в группе.
- Развитие памяти, кругозора.
- Развитие устной речи на изучаемом башкирском языке.
ТЕХНИЧЕСКОЕ ОСНАЩЕНИЕ
Проектор, экран, ПК, презентации, клипы к песням.
Беренсе күренеш
Таң атып килә. Ҡоштар һайрай. Вальс бейеп, сәхнәгә Егет менә Ҡыҙ инә.
Ҡыҙ. Ниндәй матур таң!
Егет. Вәғәҙәлешкән көнөбөҙҙө мин мәңге онотмам.
Ҡыҙ. 22-се июнь беҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булыр.
Егет. 1941-се йыл хәтеребеҙҙән мәңге юйылмаҫ…
Ҡыҙ
Күр әле, салауат күпере һуҙылды,
Йәм булып ауылым үренә.
Егет
Бер яғы туғайлы инештә,
Бер яғы ҡарурман күлендә.
Ҡыҙ
Мөхәббәт күпере һуҙылған
Беҙҙең дә күңелдән күңелгә.
Егет
Бер башы- айырылыу төнөндә,
Бер башы-ҡауышыу көнөндә.
Кинәт ҡоштар тауышы тына. Музыка туҡтай. Йыраҡта туп шартлаған, мылтыҡ атҡан тауыштар ишетелә. Фонограммала –Һуғыш башланыу тураһында хәбәр итеүсе Левитан тауышы. “Изге һуғыш” йыры яңғырай( В.Лебедев-Кумач һүҙҙәре, А. Александров музыкаһы). Егет һалдат кейемендә.
Егет
Һуңғы тапҡыр кисә көлдө донъя,
Һуңғы тапҡыр ҡояш балҡыны.
Таң атманы бөгөн,таң атманы,-
Алды ерҙе һуғыш ялҡыны.
“ Һалдаттар” йырының ике куплеты башҡарыла.
Ҡыҙ
Ирҙәр китте, ҡыҙҙар йылап ҡалды,
Шаулап ҡалды иген өлгөрөп.
Баҫыу ҡапҡаһына тиклем оҙата барҙы
Йәше-ҡарты барһы өҙөлөп.
Фонограммала бомба шартлаған, туптар атҡан тауыштар ишетелә.
Алып барыусы:
Бына шулай башланып китә тарихта тиңе булмаған Бөйөк Ватан һуғышы. Был 1945-се йылдың 22-се июнь таңы була. 1418 көнгә һуҙыласаҡ һуғыштың ни ҡәҙәр оҙаҡ бараһын да, миллиондарҙың яу ҡырынан әйләнеп ҡайта алмаяғасын да әле бер кем белмәй ине.
Икенсе күренеш
Сәхнә уртаһында һалдат һәйкәле. Ул егеткә оҡшаған.
1-се студент
Ауылыбыҙҙың иң-иң уртаһында,
Иң матур һәм күркәм урында
Һәйкәл булып баҫҡан һалдат тора,
Винтовкаһын ҡыҫып ҡулына.
2-се студент
Яҙ айҙары етһә,йөрәк һыҙлай.
Иҫкә төшә һуғыш йылдары.
Һеҙҙе оноторға юҡ хаҡыбыҙ,
Тыуған илдең батыр улдары.
3-сө студент
Баштанаяҡ ҡоралланған дошман
Азат илебеҙгә ташлана.
Тыныс тормош иткән халҡыбыҙға
Ватан өсөн һуғыш башлана.
4-се студент
Ҡулға ҡорал ала йәше,ҡарты,
Мәктәп йәшендәге оландар.
Селпәрәмә килә киләсәккә булған
Изге уйҙар,маҡсат,пландар.
5-се студент
Күптән йәшәһәк тә тыныс илдә,
Иркен тойолһа ла һулыштар,
Иртәрәктер әле әйтеү беҙгә
Туҡталды тип ҡанлы һуғыштар.
6-сы студент
Һуңғы һалдат бөгөн йерләнмәгән,
Ул тапмаған әле ҡәберен.
Иле өсөн башын һалғандарҙы
Һис онотмайыҡ,беләйек ҡәҙерен.
7-се студент
Иҫтәлеккә ҡуйған һәйкәлдәрҙә
Булмаһын тип хаталыҡ,
Беҙ уларҙы уртаҡ исем менән-
Еңеүсе тип атаныҡ.
Һәйкәл тауышы (Сәхнә артынан йәки магнитофондан яңғырай)
Туҡта,иптәш,туҡта! Минең яндан
Тыныс ҡына үтеп китмә һин!
Бик ҡыйбатҡа төштө һинең бәхет беҙгә!
Шул хаҡта гел һөйләп тороу өсөн
Һәйкәл булып ҡайттыҡ һеҙгә!
8-се студент
Күпме күҙ йәштәре күрҙе был һәйкәл! Күпме йәтим әсәйҙәр,һәйкәл янына килеп, был таш һынды “ балам” тип һыйпанылар. Күпме тол хатындар һәй- кәл янына килеп, наҙлы һүҙҙәрен пышылданылар.
Һәйкәл янында Әсә күренә.
Улым! Ғәзизем,берҙән-берем! “Мин бик тиҙ ҡайтырмын,әсәй” тип йылмая-йылмая сығып киттең дә-юғалдың.Ҡайтманың шул.Атайың менән бергә йыраҡта ҡалдығыҙ. Инде нисә тиҫтә йыл мин һеҙҙе көтәм. Балам,күҙ нурым, ҡышҡы оҙон төндәрҙә һуғыштан яҙған берҙән-бер хатыңды уҡып йыуанам.
Һәйкәл тауышы
- Иҫеңдәме, әсәй, мине оҙатып, ауыл күмелгәнсе барғаның. Мине әрнетмәҫкә тырышып, үҙең йылауыңдан тып булдың.
Әсә
Балам, һин яратҡан йырҙарыңды йырлап,күңелемде әҙерәк йыуатам.Һин дә ҡушылып минең менән бергә йырлашаһың кеүек йыраҡтан.
“Кисер , ҡайта алмауымды”(Р. Фәйзуллин һүҙҙәре, Л.Батыр-Болгари көйө)
йыры яңғырай. Йыр тамамланыуға Ҡыҙ-әбей керә.
9-сы студент
Күҙҙәреңде тултырып, әбей, йәнем,
Кемде эҙләйһең һин, ҡарайһың?
Ҡыҙ-әбей
Ялғыҙ башҡа иптәш эҙләгән кеүек,
Тулған айға ҡарай күҙҙәрем.
Йондоҙҙарға ҡарап уйға талам,
Һине уйлап өҙөлә үҙәгем…
10-сы студент
Әнә шулай ғәзиз улдарын, аталарын,һөйгән йәрҙәрен, ғүмер иткән ирҙәрен көтә-көтә улар инде ҡартайҙылар, көтә-көтә үҙҙәре лә гүр эйәһе булдылар.
11-се студент
Иҫтә түгел һуғыш башланған көн,
Тапаманым уның яланын.
Ә шулай ҙа, һуғыш арҡаһында
Йәтимлектә үҫкән бала мин.
12-се студент
Туптар шартлағанын ишетмәнем,
Данлы йылға-Иҙел ярында.
Әсәйемдең, тыуар шатлығы мин
Ул сағында инем ҡарында…
13-сө студент
Күрмәһәм дә беләм,шул алышта
Күпме яугир ятып ҡалғанын.
Йәш егеттәр, ҡыҙҙар, атайҙарҙың
Иле өсөн башын һалғанын.
Өсөнсө күренеш
14-се студент
Тағын яҙҙар етә,йәмле яҙҙар,
Йөрәктәрҙән һағыш ағыла.
Байрам ҡояшының нурҙарында
Артта ҡалған хәсрәт сағыла.
15-се студент
Яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың
Ҡәберендә йәшел үләндәр.
Яҙҙар һайын улар шытып сыға,
Ҡайтмай бары яуҙа үлгәндәр.
16-сы студент
Тыныс, азат Россияла бөгөн
Көтөп алған Еңеү байрамы.
Ирекһеҙҙән күҙҙәрҙән йәш аға,
Ә ҡуллдарҙа сәскә бәйләме.
15
17-се студент
…Хәтер көкө бөгөн,Ватан һуғышының
Ҡорбандарын иҫкә алабыҙ.
Һәйкәл - таштар ҡаршыһында теҙ сүгәбеҙ,
Баштан бүректәрҙе һалабыҙ.
Алып барыусы: Ватаныбыҙ азатлығы, беҙҙең бөгөнгө тыныс көнөбөҙ өсөн яу ҡырында ятып ҡалған олатайҙарыбыҙҙы , яҡташтарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ.( Шул ваҡытта студенттар үҙҙәре менән алып килгән һуғышта ҡатнашҡан ата-бабаларының фотоларын күтәреп торалар).
Беҙ ошо әҙәби-музыкаль сараны әҙерләгәндә беҙҙең яҡташыбыҙ шағир, спортсмен, уникаль кешенең шиғырҙар йыйынтығы менән файҙаландыҡ. Хәҙер
Студенттар өсөн сюрприз-автор үҙе Тимирйән Низам улы Идрисов.
Һүҙ шағирға бирелә.
Алып барыусы: Тағын бер тапҡыр Еңеү көнө менән һеҙҙе, дуҫтар! Еңеү көнөн беҙ бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ.
Барыһыла бергә:
Х А Л Ы Ҡ Х Ә Т Е Р Е – М Ә Ң Г Е Л Е К !
Сара аҙағында барыһы ла “Еңеү байрамы” йырын башҡаралар.
ЛИТЕРАТУРА
1. Идрисов Т.Н. Оноторға мөмкин түгел.- Октябрьский.2014г.
2. З.М. Габитова, С.А. Тагирова. Башкирский язык, учебник. –Уфа: Издательство “Белая река”, 2009;
3. З.М. Габитова, М.Г. Усманова. Башкирский язык, учебник. –Уфа:
4.М.И.Багаутдинова,Г.Н.Ягафарова.Использование новых технологий обучения на уроках башкирского языка и литературы.- Уфа:НМЦ «Педкнига» - 2010;