Презентация к исследовательской работе Мое родословное дерево Аккол


Муниципальный район Буздякский район Республики БашкортостанМОБУ СОШ с.Старые БогадыАкулова Гузель ЯгьфаровнаОбучающаяся 7класса Минең нәҫел ағасым - Аҡҡол ШӘЖӘРӘ – ЫРЫУ ТАРИХЫНЫҢ ЙЫЛЪЯҘМАҺЫ. БАШҠОРТТАРҘА БОРОН-БОРОНДАН ЫРЫУ ШӘЖӘРӘҺЕН ЯҘЫУ ҺӘМ ҺАҠЛАУ ЙОЛАҺЫ ЙӘШӘГӘН. ШӘЖӘРӘГӘ ЫРЫУҘЫҢ ИРҘӘР ИСЕМЕ ГЕНӘ ИНДЕРЕЛГӘН ҺӘМ УЛАРҘЫ ИҪТӘ ТОТОУ ТАЛАП ИТЕЛГӘН. НӘҪЕЛ, ЫРЫУ ХАҠЫНДАҒЫ МӘҒЛҮМӘТТӘР НЫҠЛЫ ҺАҠЛАНҒАН, БЫУЫНДАН БЫУЫНҒА АМАНАТ РӘҮЕШЕНДӘ ҠАЛДЫРЫЛҒАН.ҮҘЕҢДЕҢ ШӘЖӘРӘҢДЕ БЕЛЕҮ ҒӘҘӘТЕ БАШҠОРТТАРҘА БИК БОРОНДАН ҺАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН, СӨНКИ ЕТЕ БЫУЫНДЫ БЕЛЕҮ ЭЛЕК ҒӘҘӘТИ ҺАНАЛҒАН. ХАТТА БАБАЛАРЫН УН-УН ИКЕ БЫУЫНҒА САҠЛЫ БЕЛЕҮСЕЛӘР ҘӘ БУЛҒАН. МИНЕҢ БЫЛ ЭҘЛӘНЕҮ ЭШЕМДЕҢ ТӨП МАҠСАТЫ ҺӘМ БУРЫСЫ ИТЕП НӘҪЕЛЕМДЕҢ ШӘЖӘРӘҺЕН БЕЛЕҮ ҺӘМ ӨЙРӘНЕҮ , УНЫ КИЛӘСӘК БЫУЫНҒА ДӨРӨҪ ҺӘМ ТУЛЫ КИЛЕШ ТАПШЫРЫУ ТОРА. ЭШТЕ ЯҘҒАН ВАҠЫТТА ТУҒАНДАРҘЫҢ ХӘТЕР- ИҪТӘЛЕКТӘРЕ, ФОТОДОКУМЕНТТАР, ТАРИХ, МӘҘӘНИӘТ БУЙЫНСА ДӘРЕСЛЕКТӘР, “ТАМЫРҘАРЫҢДЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?”, “ШӘЖӘРӘ БАЙРАМДАРЫН ОЙОШТОРОУСЫЛАРҒА КӘҢӘШТӘР” ТИГӘН КИТАПТАРҘАҒЫ МАТЕРИАЛДАРҒА ТАЯНЫП ЭШ ИТЕРГӘ ТУРА КИЛДЕ. ЭҘЛӘНЕҮ ЭШЕНЕҢ СТРУКТУРАҺЫ. ЭШ ТӨП 3 ӨЛӨШТӘН ТОРА.1-СЕ ӨЛӨШТӘ АУЫЛЫМ ТАРИХЫ ЬИРЕЛӘ. 2-СЕ ӨЛӨШТӘ АҠҠОЛ НӘҪЕЛЕНЕҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ БӘЙӘН ИТЕЛӘ. 3-СӨ ӨЛӨШТӘ АҠҠОЛ НӘҪЕЛЕНЕҢ ШӘЖӘРӘҺЕ БИРЕЛӘ. Нәҫелебеҙгә нигеҙ һалыусы булып Аҡҡол Идрис улы тора. Билдәле булыуынса, Аҡҡол Биктимеров 1812 йылдарҙа кантон башлығы булған (Ниндәй кантон башлығы икәнен асыҡлай алманыҡ). Бик уҫал булған тиҙәр уны, бер нисә хәрбиҙе язаға тарттырған, үҙ мәнфәғәтенә яһаҡ та йыйған тигән хәбәр бар.Ошо осорҙа Аҡҡол өҫтөнән ялыу яҙылып, тикшереү башлана. Был эш, Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, туҡталып тора. 1820 йылға тиклем барған был тикшереү эше, тик судтың булыу-булмауы мәғлүм түгел. Үҙ төбәген ташлап киткән Аҡҡол Бүздәк районына килеп сыға. Аҡҡолдоң бер улы Ғабидулла булып, ул Х1Х быуаттың икенсе яртыһында йәшәй. Уның ғаиләһе ер эше һәм малсылыҡ менән көн күрә. Үҙ ерҙәрендә иген үҫтереп, уны эшкәртеп , йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ етештерә. Ғабидулланың тағы бер улы - Ғарифулла – минең олатайым. Ул 1911 йылда тыуған. Йәше еткәс, ауылыбыҙҙың Мөршиҙә исемле ҡыҙына өйләнә. Олатайым ер эшкәртеп, иген үҫтереп йәшәйһе килә, ләкин тыумыштан ғәрип булыуы уға был хыялын тормошҡа ашырырға мөмкинселек бирмәй. Шуға күрә ул, бухгалтерҙар курсын тамамлап,колхозда хисапсы булып эшләй, оҙаҡ йылдар склад мөдире вазифаһын да башҡара. Өләсәйем, шул йылдарҙағы башҡа ҡатын-ҡыҙ кеүек, баҫыу эштәренә йөрөй. Бәхетле ғаиләлә бер- бер артлы 9 бала донъя килә. ФотогалереяҒилми –тикшеренеү эше барышында эшләнгән фотолар Шәжәрә байрамынан күренештәр Акуловтар нәҫеле Төхвәтшиндар нәҫеле