Презентация по башкирской литературе Урал батыр
ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ РУХИ ҠОМАРТҠЫҺЫ Башҡорт халҡының бөтә донъяға киң билдәле атаҡлы эпос-ҡобайырын 1910 йылда хәҙерге Баймаҡ районы Иҙрис ауылында Ғәбит Арғынбаев (1856-1921) һәм II Этҡол ауылында Хәмит Әлмөхәмәтов (1861-1923) сәсәндәрҙән Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған. 4576 поэтик юлдан тора.“Урал батыр”
Борон-борон борондан, Кеше-маҙар килмәгән,Килеп аяҡ баҫмаған,Ул тирәлә ҡоро ерБарлығын һис кем белмәгән,Дүрт яғын диңгеҙ уратҡанБулған, ти, бер урын.
Тора-бара был икәүИке уллы булып киткән, ти,-Шүлгән булған олоһо,Урал булған кесеһеУнда булған, ти, боронЙәнбирҙе тигән ҡарт менән,Йәнбикә тигән ҡарсыҡ
Менәренә-арыҫланды,Балығына-суртанды,Ҡан һурырға һөлөктөҮҙ иштәре һайлаған
Бала үҫеп еткәнсе,Үҙе йәнлек тотҡансы,Баш-йөрәкте ашауҙан,Һыуһынға ҡан эсеүҙәнУландарын тыйғандар.
Йәнбирҙе ҡарт, ҡабырсаҡтың бүҫкәргәнен күреп, уландарынан ҡанды кем эскәнен ҡыҫып һорай башлаған. Шүлгән, берәү ҙә эсмәне, тип алдаған. Йәнбирҙе ҡарт, һуйыл таяҡ алып, балаларын алмаш-тилмәш һыптырырға тотонған. Урал шунда ла, ағаһын ҡыҙғанып әйтмәй серәшһә лә Шүлгән түҙмәгән, үҙ ғәйебен һөйләп биргән. Йәнбирҙе ҡарт тағы ла өҫтәп һуҡҡылай башлағас, Урал атаһының ҡулынан тотҡан да, былай тигән, ти:Бөгөн ағамды үлтерһәң,Иртән мине үлтерһәң,Үлем тигән яуыздыҠаршыларға торлаҡта,Атай, тура килмәҫме?
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Йәнбирҙе ҡарт Шүлгәнде туҡмауҙан туҡтаған. “Үлемдең күҙгә күренмәй килеүе лә бар; шул Үлем килгәндер, мине шул ҡоторталыр; шулай ҙа Үлемде берәйһе күрмәй булмаҫ, йәнлек, ҡош-ҡортто йыйҙырып һорашырға кәрәк”, тип уйлаған. Урал кейектәргә, ҡош-ҡортҡа үҙ-ара татыу йәшәргә, дошманлыҡтан мәңгелеккә арынырға һәм ошоноң менән Үлемдең үҙен үлтерергә саҡырып мөрәжәғәт итә. Ошо хәлдән һуң Йәнбирҙенең бөтә ғаиләһе һунарға сыға һәм ауланған ҡош-ҡорт араһында яралы аҡҡош алып ҡайта, ул иһә Самрау батшаның ҡыҙы Һомай булған була. Ул йәншишмәнең ҡайҙа икәнлеген белгәнен әйтә.
Һулға китеү УралғаУңға китеү ШүлгәнгәШыбағалы юл булған
Уралдың Ҡатил батша еренән китеп барыуы.
Ҡатил батшаның ҡыҙы үҙенә егет һайлайҠатил батша
Урал батырҙың беренсе тапҡыр Үлем менән осрашыуы.
Урал батырҙың икенсе тапҡыр Үлем менән осрашыуы. Яуыз Ҡатил батшаны һәм уның янындағы дүрт ғифритте еңеүе.Ярандар ҙа, батша ла,Олаҡтырған батыр ҙа Он-талҡанға ҡалған, ти.
Урал батырҙың өсөнсө тапҡыр Үлем менән осрашыуы.Өсөнсө тапҡыр килгән Үлем дейеүҙәр һәм йыландар ҡиәфәтендә һынлана
Уралдың аждаһа-йылан илендә Ҡәһҡәһәнең таяғына эйә булыуы.
Әзрәҡәнең Шүлгәнде ҡаршы алыуы.
Һомай менән танышыуы.Урал батыр менән Шүлгәндең Самрау батша ерендә осрашыуы
Һомайҙың майҙан ҡороп батырҙарҙың көсөн һынауы, Аҡбуҙат бүләк итеүе
Һомай менән УралБөтә илде йыйғандарҘур туй ҡорғандар
Шүлгән таяҡ менән берҙе һуҡҡан да, барыһын һыуҙан баҫтырған,һәләкәттә ҡалдырған.
Күп дейеүҙәрҙе һәм Әзрәҡәне еңеүе, халыҡтың ҡотолоуы.
Дейеүҙәргә ҡаршы һуғышҡанда уға ярҙамға Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел улдары һәм Шүлгәндең улы Һаҡмар килеп ҡушыла.Аталы-уллы биш батыр,Бер-береһенә иш батыр,Дейеүгә яу башлағанҠыйратып ташлаған.
Урал юлға, сыҡҡан ти; Йәншишмәгә барған, ти, Һыуын уртлап алған, ти;Үҙе сапҡан юлына, Дейеүҙән өйгән тауынаҺыуҙы шунда бөрккән, ти.
Батыр Йәншишмә һыуы бөрккәс, тәбиғәт терелә. Тау-урмандар йәшәрһен, Мәңге үлмәҫ төҫ алһын, Ҡошо һайрап маҡтаһын, Халҡы йырлап хуплаһын, Ерҙән ҡасҡан дошмандар Бары күреп һоҡланһын, Ил һөйөргә ил булып, Ер һөйөргә бағ булып, Дошман күҙен ҡыҙҙырып, Балҡып торор ер булһын!