Баш?орт теле ??м ???би?те д?рест?ренд? универсаль у?ыу эшм?к?рлеген формалаштырыу
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу Уҡыусы портреты: Тыуған илен яратҡан, рус һәм туған телен яҡшы белгән, туған халҡын, уның мәҙәниәтен, рухи традицияларын хөрмәт иткән;Кешелек, күп милләтле Рәсәй халҡы, йәмғиәт, ғаилә, кеше ғүмере ҡиммәттәрен аңлаусы һәм ҡабул итеүсе;Тирә-яҡ донъяны әүҙем һәм ҡыҙыҡһынып өйрәнеүсе, хеҙмәттең, фәндең һәм ижадтың мөһимлеген аңлаусы;Белем ала белеүсе, уҡыуҙың һәм үҙ аллы уҡыуҙың мөһимлеген таныусы, алған белемдәрен тормошта ҡуллана белеүсе; Социаль яҡтан әүҙем, закон һәм тәртипте хөрмәт итеүсе, үҙенең эштәрен әхлаҡи ҡиммәттәргә ярашлы башҡарыусы, Тыуған ил, йәмғиәт, ғаилә алдында үҙенең бурыстарын аңлаусы;Кешеләрҙе хөрмәт итеүсе, аралаша белеүсе, хеҙмәттәшлек итә алыусы;Сәләмәт тормош алып барыусы;Профессиялар тураһында хәбәрҙар булыусы, кеше өсөн профессияның мөһим булыуын аңлаусы. Стандарт түбәндәгеләрҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән: Рәсәй гражданинын формалаштырыу;РФ белем биреү киңлегенең берҙәмлеген булдырыу, РФ күп милләтле халҡының мәҙәни төрлөлөгө һәм тел мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү, туған телде өйрәнеү хоҡуғы, туған телдә белем алыу мөмкинлеге;Сифатлы төп дөйөм белем алыу мөмкинлеге;Башланғыс, төп, урта, профессиональ белем алыу программаларының күсәгилешлеге; Рухи-әхлаҡи үҫеш, тәрбиә биреү һәм уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау;Мәғарифта дәүләт-йәмғиәт идараһының үҫеше;Төп дөйөм белем биреү программаһын үҙләштергәндә уҡыусыларҙың һөҙөмтәләрен баһалау критерийҙарын формалаштырыу;Уҡыусылар үҫеше өсөн шарттар булдырыу. Тейешле шарттар: кадрҙар;финанс-иҡтисади;материаль-техник;психологик-педагогик;мәғлүмәти-методик. Системалы-эшмәкәрлекле ҡараш яңы ижтимағи тормош талаптарына яуап бирерлек йәш быуын тәрбиәләү;- шәхестең универсаль уҡыу күнекмәләре аша донъяны танып белеүе, билдәле компетенцияларға эйә булыуы һәм белем биреүҙең һөҙөмтәгә йүнәлтелеүе ;эшмәкәрлек төрҙәрен, аралашыу формаларын уҡыусыларҙың шәхси һәм йәш үҙенсәлектәренән сығып һайлау, уларҙың шәхес булараҡ үҫешен тәьмин итеү; белем биреүҙең һәр баҫҡысында күсәгилешлектең мотлаҡ һаҡланыуы (балалар баҡсаһы, башланғыс, төп һәм урта мәктәп);- эштәрҙе ойоштороуҙа төрлө формалар тәҡдим итеү, үҙ аллы эшмәкәрлекте һыҙыҡ өҫтөнә алыу;- универсаль эш итеү ысулдарына өйрәтеү;- уҡыусының теоретик белемен генә түгел, ә танып-белеү, практик мәсьәләләрҙе уңышлы сисеүен баһалау. Дәрес принциптары: планлаштырыу;ойоштороу;тормошҡа ашырыу һәм контроль;коррекция (төҙәтмәләр индереү);анализ. Дәрес типтары: яңы белем менән таныштырыудәресе – уҡыусылар теге йәки был предмет буйынса белем менән тәүгетапҡыр танышалар, үҙләштерәләр. Бындай дәрестең һөҙөмтәһе булып уларҙың үҙ һүҙҙәре менән ҡағиҙәләр, төшөнсәләрҙе барлыҡҡа килтереүе тора; Предмет буйынса белемде ҡулланыу дәресе – алған белемдәрҙе ҡулланыу маҡсатында төрлө кимәлдәге күнегеүҙәрҙе эшләргә өйрәнергә тейештәр; Белемдәрҙе системаға һалыу дәресе – уҡыусылар үҙләштергән материалға һығымта яһарға, системаға килтерергә өйрәнергә тейеш; Ҡабатлау дәресе – алған белемдәрҙе ҡабатлау, нығытыу маҡсаты ҡуйыла, уҡыусылар хатаһыҙ эшләргә өйрәнергә тейеш; Тикшереү (контроль) дәресе – уҡыусыларҙың белемен тикшереү маҡсатында практик эштәр тәҡдим ителә; Коррекция (төҙәтеү) дәресе – хаталар өҫтөндә эш үткәреү, уҡыусыларҙы үҙ хаталарын табырға, төҙәтергә өйрәтеү; Ҡатнаш дәрес – бер дәрес сиктәрендә төрлө кимәлдәге эштәр башҡарырға өйрәтеү; Уҡыу экскурсияһы – тирә-яҡ мөхит, йәмғиәт менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсаты ҡуйыла, уҡыусылар алған белемдәрен тормош менән бәйләргә өйрәнә; Практик дәрес йәки проекттар эшләү дәресе – уҡыусылар менән төрлө характерҙағы проекттар эшләү күнекмәләрен үҫтереү. Дәрес формалары Яңы белем менән беренсел таныштырыу дәресе:- Дәрес-лекция- Дәрес-сәйәхәт-Дәрес-экспедиция- Дәрес-инсценировка- Уҡыу конференцияһы- Дәрес-экскурсия- Проблемалы дәрес- Дәрес-әңгәмә- Дәрес-эҙләнеү- Дәрес-уйын Коррекцион (төҙәтеү) дәрес: Дәрес-практикумДәрес-диалогДәрес-эшлекле уйынДиспутУйынДәрес-хөкөмДәрес-консультацияДәрес-әңгәмә Контроль (тикшереү) дәрес: Дәрес-зачетДәрес-һорауҙарға яҙма яуап биреүКонтроль (үҙ аллы эш) дәресеДәрес-викторинаИжади эштәр, проекттар яҡлау дәресеИжади отчетТест эшләү Һығымта яһау (системалаштырыу) дәресе: Дәрес-практикумДәрес-семинарДәрес-лекцияДәрес-дискуссияДәрес-анализ Традицион һәм стандарт дәресе № Дәрес этаптары Традицион дәрес Стандарт дәресе 1 Дәрестең темаһын әйтеү Уҡытыусы иғлан итә Уҡыусылар үҙҙәре билдәләйҙәр 2 Маҡсат һәм бурыстарҙы әйтеү Уҡытыусы үҙе билдәләй һәм хәбәр итә Уҡыусылар үҙҙәре нимәне белмәүҙәренән сығып билдәләйҙәр 3 Планлаштырыу Маҡсатҡа ирешеү өсөн уҡыусылар ни эшләргә тейеш- уҡытыусы үҙе хәбәр итә Уҡыусылар үҙҙәре маҡсатҡа ирешеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк планлаштыра 4 Уҡыусыларҙың практик эшмәкәрлеге Уҡытыусы етәкселегендә уҡыусылар билдәле бер күнегеүҙәр эшләй (ғәҙәттә, фронталь) Уҡыусылар маҡсатҡа ярашлы эш алып баралар (индивидуаль метод) 5 Контроль Уҡытыусы уҡыусыларҙың эште башҡарып сығыуын контролдә тота Үҙ-ара контроль 6 Төҙәтмәләр индереү Уҡытыусы эш барышында һәм эш һөҙөмтәләрен нигеҙендә билдәле бер төҙәтмәләр индерә Уҡыусылар төҙәтмәләр индерә 7 Баһалау Уҡытыусы үҙе баһалай Үҙ баһа, үҙ-ара баһа 8 Дәрескә һығымта яһау Уҡытыусы уҡыусыларҙың нимәне иҫтә ҡалдырғандарын һорай Рефлексия 9 Өйгә эш Уҡытыусы хәбәр итә һәм комментарийҙар бирә (ғәҙәттә, бөтәһенә лә бер эш) Уҡыусыларҙың һайлап алыу мөмкинлеген (үҙҙәренең индивидуаль мөмкинлектәренә ҡарап) Дәрескә Стандарт талаптары Маҡсат ҡуйыу (SMART-технология): Эшмәкәрлек нигеҙендә уҡыусылар ниндәй конкрет белем һәм күнекмәләрҙе үҙләштереүҙәрен белергә тейеш. Шулай уҡ улар ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу алымдарын (план) да белергә тейеш. Мотивация: Уҡытыусы уҡыу эшмәкәрлегенә генә түгел, эш һөҙөмтәһенә ирешеүгә лә ҡыҙыҡһыныу уята. Эффектив ысулдар – актуаль проблеманы хәл итеү, йөкмәткенең практик йүнәлешле булыуы һәм ерле материалға нигеҙләнеүе. Белемдәрҙең һәм эшмәкәрлек ысулдарының практик әһәмиәте: Уҡытыусы уҡыусыларға үҙләштерелгән белемдәрҙең практик эшмәкәрлектә ҡулланылыу мөмкинлектәрен күрһәтергә тейеш. Йөкмәткене һайлап алыу: Программала билдәләнгән дәрес һөҙөмтәләре ныҡлы уйланылған. Уҡыусыларҙың дәрестең һәр этабына йомғаҡ яһауы, кире бәйләнештең булдырылыуы: Дәрестә һәр бер башҡарылған эш артабан уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә кәрәкле төҙәтмәләр индереү маҡсатында уҡытыусы тарафынан контролдә тотолорға тейеш. Үҙ аллы белем алыу мөмкинлеге: Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү. Парлы йәки төркөмдәрҙә эш ойоштороу: Коммуникатив компетенцияның үҫеше һәм коллективта эшләү нормаларын үҙләштереү. Контроль һәм үҙ-ара контроль системаһын ҡулланыу: Рефлексия һәм үҙ эшмәкәрлегең һөҙөмтәләренә яуаплылыҡ формалаштырыу. Рефлексия: Эшмәкәрлек процесында үҙеңде “табыу”, билдәләү Уҡыусылар эшмәкәрлеген ыңғай баһалау: Ыңғай уҡыу мотивацияһын формалаштырыу Практик эш бурыстары: предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләренә өлгәшеүгә кәрәкле шарттар булдырыу; төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт туплау, уларҙы эшкәртеү, анализ, презентация, һөҙөмтәне баһалау һ.б. эшмәкәрлек төрҙәренең предмет һәм метапредмет алымдарына өйрәтеү;шәхси һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек компетенцияларының үҫешенә булышлыҡ итеү. Практик эштәр алгоритмы Мотивация – маҡсат ҡуйыу: Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу (йәки уҡыусылар менән бергә билдәләү) – Беҙ ниндәй конкрет һөҙөмтәгә ирешергә тейешбеҙ? Беҙ нимә тураһында конкрет һығымта яһаясаҡбыҙ? Был һөҙөмтә ни өсөн кәрәк? Мәғлүмәти-аналитик: Әңгәмә үткәреү – Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн ниндәй мәғлүмәт кәрәк? Беҙ ниндәй алған белемдәребеҙҙе ҡуллана алабыҙ? Ниндәй мәғлүмәт етмәй? Ниндәй мәғлүмәттәрҙе тағы ла ҡулланырға мөмкин? Ниндәй мәғлүмәт сығанаҡтары кәрәк буласаҡ, ни өсөн? Планлаштырыу-прогнозлау: Коллектив планлаштырыу – Эшмәкәрлек этаптарын билдәләү (эште башҡарыу планы). Был эҙмә-эҙлелектә башҡарыуҙың асылын аңлатыу. Һәр этапта түбәндәгеләрҙе билдәләү: мәғлүмәт сығанаҡтары, эшмәкәрлек алыдары, этаптың күҙалланған һөҙөмтәһе, һөҙөмтәләрҙе баһалау критерийҙары, башҡарыу ваҡыты. Ойоштороу-башҡарыу: Уҡыусыларға ярҙам итеү, бергәләп эшләүҙе ойоштороу – Уҡыусылар араһында бурыстарҙы билдәләү, планды тормошҡа ашырыу. Контроль-диагностика: Эш һөҙөмтәләре, һығымталары буйынса фекер алышыуҙы ойоштороу – Үҙконтроль, үҙ-ара контроль, уҡытыусы контроле. Ҡуйылған маҡсат менән алынған һөҙөмтәне сағыштырыу. Һығымталар яһау. Рефлексия (ҡыйынлыҡтарҙы, уларҙың сәбәптәрен, хәл итеү алымдарын билдәләү). Көйләү-коррекция: Белем биреү процесын көйләү, уҡыусылар эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индереү – Әле үҙләштерелгән белемдәрҙе нығытыу, практик эшмәкәрлектә ҡулланыу алымдарын билдәләү. Дәрес йөкмәткеһендә үҙгәрештәр Дидактика принциптарын, уларҙың иерархияһын, үҙ-ара бәйләнешен белеү;Дәрескә программа-методик талаптарҙы үтәү;Дәрес типологияһын белеү;Уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу;Дәрестең тәрбиәүи функцияларын планлаштырыу;Дәрестең бурыстарын комплекслы планлаштырыу;Уҡыусыларға өйрәнеләсәк материалдың шәхсән әһәмиәтен асыҡларға ярҙам итеү;Предмет-ара бәйләнештәргә таяныу; Белем биреү процесының практик йүнәлешле булыуы;Дәрес йөкмәткеһенә ижади характерҙағы күнегеүҙәр индереү;Оптималь уҡытыу методтарын һайлау;Үҫтереүсе уҡытыуҙың төрлө технологияларын белеү һәм уларҙы ҡулланыу;Класс менән эшләү менән бер рәттән төркөмдәрҙә һәм индивидуаль эш формаларын ҡулланыу;Белем алыуға мотивация формалаштырыу;Уҡыусыларҙың үҙ аллылығын асыҡлауға йүнәлтелгән шарттар булдырыу;Уҡытыу сараларын рациональ ҡулланыу ( дәреслектәр, пособиелар, техник саралар);Компьютерҙы эшмәкәрлектә ҡулланыу;Өйгә эштәрҙе дифференциациялау;Һаулыҡты һаҡлау, үҫтереү технологияларын белеү һәм ҡулланыу; Аралашыу – уҡыусы шәхесенә ихтирам һәм талапсанлыҡтың берҙәмлеге. Дәрес структураһы Белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү;Проблема ҡуйыу;Гипотезалар тәҡдим итеү;Проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү;Тәүге (беренсел) белемде нығытыу;Алған белемдең проект эшмәкәрлегендә сағылыуы. Яңы белемде үҙләштереү дәресе Ойоштороу моменты;Дәрестең маҡсат һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация.Белемдең актуаллеге.Яңы белемде тәү тапҡыр үҙләштереү;Уҡыусының аңлауын беренсе тапҡыр тикшереү;Тәү тапҡыр нығытыу.Өй эше буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж.Рефлексия. Дәрескә һығымта эшләү. Белем һәм күнекмәне комплекслы ҡулланыу (ҡабатлау дәресе) Ойоштороу моменты; Өй эшен тикшереү, уҡыусыларҙың белемен нығытыу һәм уларға ишеттереү. Белемде актуалләштереү. Дәрестең маҡсат һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация.Беренсе тапҡыр белемде нығытыу:а) таныш ситуацияла (өйрәнелгәнсе);б) үҙгәртелгән ситуацияла (конструктив). Белемде ижади ҡулланыу һәм яңы ситуацияла белемде алыу (проблемалы эш);Өй эше буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж. Рефлексия. (Дәрескә һығымта эшләү). Уҡытыусыға талаптар Эш биремдәрен асыҡ һәм аныҡ билдәләй.Уҡыусыларға яңы белемдәрҙе әҙер килеш бирмәй.Уҡыусыларҙан дәлилләнгән яуаптар талап итә.Уҡыусыларҙың яуабына комментарийҙар бирмәй – уҡыусылр үҙ хаталарын күрергә өйрәнергә тейеш.Уҡыусыларҙың ниндәй этапта ниндәй ҡыйынлыҡ кисереүен алдан күрә белә, дәрес барышында эш биремен үҙгәртә.Комплекслы эш биремдәре һайлай.Уҡытыусының төп эшмәкәрлеге дәрестә түгел, ә дәрескә әҙерлек, материал һайлау, дәресте планлаштырыу барышында сағыла. Дәрес һөҙөмтәлелеге критерийҙары: - Уҡытыусы уҡыусыларҙы рефлексия алымдарына өйрәтә: үҙеңдең әҙерлегеңде баһалау, белмәгән ерҙәрҙе, ҡыйынлыҡ сәбәптәрен асыҡлау);- Уҡыусыларҙың әүҙемлеген үҫтереүсе төрлө эш алымдары ҡулланыла;- Уҡытыусы репродуктив һәм проблемалы уҡытыу формаларын эффектив берләштерә, уҡыусыларҙы ҡағиҙәләр буйынса һәм ижади эшләргә өйрәтә;- Дәрескә бурыстар һәм аныҡ үҙконтроль һәм үҙбаһа критерийҙары билдәләнә; - Махсус эш алымдары нигеҙендә уҡыусыларҙың барыһының да уҡыу материалдарын үҙләштереүенә булышлыҡ итә;- Уҡытыусы махсус рәүештә дәрестең коммуникатив бурыстарын планлаштыра;- Уҡытыусы уҡыусының позицияһын, фекерҙәрен ҡабул итә һәм ҡеүәтләй, уларҙы сағылдырыуҙың кәрәкле формаларына өйрәтә;- Дәрестә аралашыу стиле хеҙмәттәшлек атмосфераһын булдыра;- Дәрестә уҡытыусы-уҡыусы бәйләнеше булдырыла. Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Уҡый белеү, йәғни баланың яңы социаль тәжрибәне аңлы һәм әүҙем үҙләштереүе һөҙөмтәһендә үҙүҫешкә һәм үҙкамиллашыуға һәләтлеге Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусыларҙа белем алыуға ыңғай мотивация булдырыу аша яңы белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы үҙ аллы уңышлы үҙләштереү, йәғни уҡый белеү мөмкинлеген биреүсе дөйөмләштерелгән эшмәкәрлек Төрҙәре: ШәхсиРегулятив (көйләүсе)Танып - белеүКоммуникатив Шәхси эшмәкәрлек Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын, социаль ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ ориентирлашыуын тәьмин итә. Дөйөм универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Үҙ аллы танып-белеү маҡсатын ҡуйыу;Кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм билдәләү;Конкрет шарттарға ярашлы теге йәки был эш ысулдарын һайлау;Эшмәкәрлек шарттарына һәм сараларына дөрөҫ баһа ҡуйыу;Аңлы уҡыу;Төп һәм ярҙамсы мәғлүмәтте айыра белеү;Төрлө стилдәге текстарҙы айыра белеү;Текстың йөкмәткеһен тулы, һайланма һәм ҡыҫҡаса һөйләй, текст төҙөй белеү. Логик универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Анализ;Синтез;Дөйөмләштереү, сағыштырыу, классификация эшләү;Төшөнсәләр, ҡағиҙәләр билдәләү;Логик фекер йөрөтөү;Дәлилләү;Гипотезалар ҡуйыу һәм уларҙы дәлилләү. Проблема ҡуйыу һәм уны хәл итеү Проблеманы билдәләү;Эҙләнеү һәм ижади характерҙағы проблеманы хәл итеү юлдарын, эҙмә-эҙлеклеген үҙ аллы билдәләү. Билдә-символ эшмәкәрлеге Моделләштереү;Билдәле бер моделде үҙгәртеү. УУЭ формалашыу этаптары Төрлө предметтарҙы өйрәнеү сиктәрендә беренсел УУЭ башҡарыу тәжрибәһе формалаша;Был тупланған тәжрибә нигеҙендә был УУЭ башҡарыуҙың дөйөм бер ысулы тураһында белем формалаша;Был УУЭ башҡарыу алгоритмына төҙәтмәләр индерелә;Был УУЭ формалашыу кимәлен билдәләүсе контроль ойошторола, артабан практик рәүештә ҡулланыла башлай. Проблемалы уҡытыу Уҡыусыларҙың аптырауын һәм юғалып ҡалыуын тәьмин итеүсе ҡапма-ҡаршылыҡлы ситуация;Теоретик белемдең практикала ҡулланып булмауы;Проблемалы һорау ҡуйыу; Хәл-ваҡиғаларҙы төрлө күҙлектән сығып баһалау;Йүнәлтеүсе диалог;Актуаллеккә баҫым;“Асыҡ тап”. Формалашыусы УУЭ: Үҙ эшмәкәрлектәрендә ҡыйынлыҡтарҙы билдәләү, уларҙың сәбәптәрен асыҡлау;Артабанғы эш йүнәлешен билдәләү; Ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы эш алымдары һәм ысулдарын һайлау;Кәрәкле мәғлүмәтте табыу;Сағыштырыу, анализлау, һығымта яһау;Үҙ ҡарашын һәм позицияһын яҡлау;Хеҙмәттәшлек итеү. Текст менән эшләү Тексҡа комментарийҙар биреү;План төҙөү;Тезистар яҙыу;Конкрет мәғлүмәттәр табыу;Кластер төҙөү;Текст йөкмәткеһенә ҡарата һорауҙар төҙөү;Тексҡа исем биреү;Эпиграфтар менән эшләү;Әкиәт төҙөү;Мәҡәлдәр менән эшләү;Лингвистик әҫәрҙәр яҙыу. УУЭ формалаштырыусы алымдар Дискуссия;Төркөмдәр менән эш;Парҙар менән эш;Проект һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге;“Дөрөҫ-ялған раҫлауҙар”;“Күҙаллау”;Рефлексия; УУЭ формалашыуҙы билдәләү критерийҙары Йәш һәм психологик норматив талаптарына тап килеү;УУЭ үҙенсәлектәренең алдан билдәләнгән талаптарға ярашлы булыуыЭшмәкәрлекте башҡарыу кимәле;Эшмәкәрлекте башҡарыу тулылығы;Эшмәкәрлекте аңлы башҡарыу;Дөйөмләштергәнлек. Дәрес сиктәрендә формалашыусы УУЭ Дәрес этаптары Формалашыусы УУЭ УУЭ формалаштырыусы метод-алымдар Дәрестең темаһын әйтеү Танып-белеү, дөйөм уҡыу, коммуникатив Проблемалы диалог ойоштороу (Е.Л.Мельникова) Маҡсат һәм бурыстарҙы билдәләү Регулятив – маҡсат ҡуйыу, коммуникатив Проблемалы диалог ойоштороу (Е.Л.Мельникова) Планлаштырыу Регулятив - планлаштырыу Дәрестең картаһы менән эшләү Уҡыусыларҙың практик эшмәкәрлеге Танып-белеү, регулятив, коммуникатив Төркөмдәр менән, парҙар менән, индивидуаль эш төрҙәре;Проект эштәре башҡарыу;Ролле уйындар үткәреү;Дәреслек менән эшләү;ИКТ, һүҙлек һәм белешмәләр ҡулланыу. Контроль Регулятив – үҙ контроль, коммуникатив а) Г.А.Цукермандың билдәһеҙ (баһаһыҙ) уҡытыу методикаһын ҡулланыу;б) яҙма һәм телдән эштәрҙе үҙ һә м үҙ-ара контролләү буйынса эш. Төҙәтмәләр индереү Коммуникатив, регулятив – төҙәтмәләр индереү Махсус күрһәтмәләр ҡулланыу;Бер-береңә ярҙам итеү. Баһалау Регулятив – баһалау, коммуникатив а) Г.А.Цукермандың билдәһеҙ (баһаһыҙ) уҡытыу методикаһын ҡулланыу;б) яҙма һәм телдән эштәрҙе үҙ һәм үҙ-ара баһалау буйынса эш. Дәрескә һығымта яһау Регулятив – үҙ-үҙеңде көйләү, коммуникатив Рефлексия Өйгә эш Танып-белеү, регулятив, коммуникатив Төрлө кимәлдәге эштәр;ижади, практик эштәр тәҡдим итеү. Т.Ғиниәтуллин “Мәтрүшкә еҫе” Регулятив: план буйынса эшләй белеү, дәрестең маҡсатына ярашлы эш алып барыу, төҙәтмәләр индереү, үҙ-үҙеңде баһалау;Коммуникатив: әңгәмә ҡора белеү, үҙ фекереңде сағылдыра алыу, икенсе кешеләрҙе тыңлай белеү;Танып-белеү: тексты уҡыу, йөкмәткеһе буйынса фекер йөрөтөү, кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү. Ҡулланылған әҙәбиәт: Формирование универсальных учебных действий в основной школе: от действия к мысли. Система заданий. / Под редакцией А.Г.Асмолова. – М., «Просвещение», 2011. Ахбарова Г., Скиргайло Т., Исмагилова Р. Что необходимо знать педагогу при переходе на ФГОС ОО // Мэгариф, №6-7, 2014.Мельникова Е.Л. Проблемный урок или как открывать знания с учениками. – М, 2012.Внеурочная деятельность учеников. Методический конструктор. – М, «Просвещение», 2011.Башкирский язык и литература в условиях ФГОС: опыт, проблемы и перспективы. / Материалы Межрегиональной научно-практической конференции. – Туймазы: Издательство ИРО РБ, 2014.