Образовательный проект по башкирскому языку по теме Халык ижады аша телм?р ??тере?
Халыҡ ижады аша телмәр үҫтереү
«Миңә әйт – мин онотормон, миңә күрһәт – мин иҫтә ҡалдырырмын, мине ҡыҙыҡһындыр – мин өйрәнермен», - тигән бөйөк ҡытай халҡы.
Актуаллеге Бөгөнгө көндә урыҫ телле балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, уларҙың һүҙлек запасын арттырыу һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе актив ҡулланырға өйрәнеү бик актуаль мәсьәлә.
Уҡыусыларҙың лингвистик аң-даирәләрен киңәйтеп, телде өйрәнергә ынтылыш тәрбиәләү, ижади эшләү барлыҡ мәҙәниәтле кеше өсөн дә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөү – һәр уҡытыусы алдында торған бурыстар. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе – дәрестә халыҡ ижадын ҡулланыу.
Маҡсат: халыҡ ижады аша телмәр, ижади һәләттәр үҫтереү
Бурыстар:- халыҡ ижадына бағышланған әҙәбиәтте өйрәнергә;- халыҡ ижадының төрҙәре менән танышырға, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға теләк уятырға;- халыҡ ижады аша башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу арттырырға;- уйындарҙы, мәҡәлдәрҙе, таҙаәйткестәрҙе, йырҙарҙы хәтерҙә ҡалдырыу өсөн кластан тыш саралар ойошторорға;
Проекттан көтөлгән һөҙөмтәләр:- халыҡ ижадының төрҙәрен белеү;- төрлө сараларҙа, көндәлек телмәрҙә мәҡәлдәрҙе ҡулланыу;- байрамдарҙа (тәнәфестәрҙә) халыҡ уйындарын уйнау, әкиәттәр сәхнәләштереү;- хикәйәләр, шиғырҙар, таҙаәйткестәр ижад итеү, китапсыҡтар сығарыу.
Анкета һорауҙары:- Нимә ул халыҡ ижады?- Нисек беҙҙең көнгә килеп еткән?- Ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?- Халыҡ уйындарын беләһегеҙме?- Һанамыштар ҡулланаһығыҙмы?- Ниндәй һынамыштарға иғтибар иткәнегеҙ бар?
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт