Презентация по башкирскому языку на тему ????е? тамыры ??м ял?ау?ары
Табаҫҡытамаҡ дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Ғилфанова Зөлфиә Хәмитйән ҡыҙының эше.
Дәрестең темаһы: Һүҙҙең тамыры һәм уның ялғауҙары. Маҡсат: 1. Һүҙҙең тамырын табырға, тамырҙаш һүҙҙәрҙе айыра белергә, ялғауҙар ярҙамында һүҙҙәр төҙөргә өйрәнеү. 2. Уҡыусыларҙың фекер йөрөтөү һәләтен, иғтибарлығын, һүҙлек составын байытыу. 3. Уҡыусыларҙа үҙ теленә ҡарата һөйөү тәрбиә биреү. Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым!Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!Мин сәләмәт, мин матур,Салауат кеүек батыр!Башҡорт телендә һөйләшәм-Минән ҡоштар көнләшә,Башҡорт телендә һөйләшәм-Мин ҡояшҡа тиңләшәм!
ЙөрөнөләрЙөрөштөрҙөләрЙөрөштөргөләнеләрЙөрөштөргөләштеләрЙөрөштөргөләштерҙеләр ТормошТормошобоҙТормошобоҙҙоҡоТормошобоҙҙоҡоноң Ялғауҙар үҙҙәре генә айырым мәғәнә аңлатмай. Улар ике төрлө була: яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғау Яһаусы ялғау һүҙҙең тамырын йәки нигеҙенә ҡушылып, яңы лексик мәғәнә менән һүҙ яһай. Һүҙгә ҡушылып, бер һүҙҙе икенсеһенә бәйләүсе ялғау үҙгәртеүсе ялғау тип атала