А.Абдуллин 13-с? председатель Презентация
Азат Абдуллин (1930)
Тема: «Ғәйепләргә ярамай аҡларға!» А.Абдуллиндың ун өсөнсө председатель драмаһы буйынса дәрес-дебат.Маҡсат: әҫәрҙе анализлау, төп геройҙың ғәйебен асыҡлау (ярлыҡау йәки хөкөм итеү)Дебат – икенсе төрлө - дискуссия, ике ҡапма-ҡаршы яҡ өсөнсө яҡҡа үҙҙәренең хаҡлығын иҫбат итергә тейеш.
Драманы анализлау Темаһы: «Ҡыҙыл нур» колхозы председателен хөкөм итеү.Идеяһы: яуызлыҡты изгелеккә әйләндереп була.Конфликты: дәүләт закондарынан тайпылыу.Композицион яҡтан нисә өлөштән тора?Әҫәрҙең теле. Әҫәрҙе уҡыу күңелгә ятышлымы, түгелме? Һеҙҙең кәйефегеҙгә нисек тәьҫир итте?Әҫәр ни өсөн шулай атала?
Образға ҡылыҡһырлама 1. Геройҙың исеме нимә аңлата?2.Геройҙың өҫ-башын, ҡылыҡ-фиғелен һүрәтләгеҙ.3. Геройҙың холҡо ниндәй ҡыланыштарында яҡшыраҡ асыла?4. Уның тураһында башҡаларҙың фекере.5. Авторҙың фекере ниндәй?6. Ҡайһы яғығыҙ менән геройға оҡшарға (оҡшамаҫҡа) теләр инегеҙ?7. Геройҙың киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
Текст буйынса эштәрТүбәндәге һүҙҙәр кем тарафынан әйтелә, мәғәнәһен аңлатығыҙ.1-се төркөм. Халыҡ алдында үҙ өҫтөнән үҙе көлә, һәр үлгән колхозсыны илап оҙата, уҡыған-белгәнен беҙгә бирә, яна һәм алйый, берсә балҡый, берсә ағара ине. 2-се төркөм. Кеше, минең аңлауымса бөгөнгөһө менән баһалана. Уның бөгөнгөһөн үткәндәре менән аҡларға тырышыу һәйбәт түгел. 3-сө төркөм. Вәғәҙә үтәлмәһә, кешенең күңеле ҡала.
Белемдәрҙе тикшереү1. А.Абдуллин ҡайһы ауылда тыуған?2. Был әҫәрҙә Сәғәҙиевтың дуҫтарынан кем консерва цехын етәкләй? 3. Сәғәҙиев хөкөм ителгәндән һуң, уның урынына колхоз етәксеһе булып кем ҡала?
Йомғаҡлау, рефлексияДәрес миңә оҡшаны.Дәрес миңә оҡшаманы.Мин бер нәмә лә аңламаным.
Өйгә эш.«Мин Морат Сәғәҙиев урынында булһам...» темаһына инша яҙырға.