Баш?орт ???би?те д?рест?ренд? у?ыусылар?ы ы??ай ???би герой?ар ?лг???нд? т?рби? бире??? ??тере?се у?ытыу технологиялары ?улланыу ??енс?лект?ре тема?ына презентация
Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларға ыңғай әҙәби геройҙар өлгөһөндә тәрбиә биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологиялары ҡулланыу үҙенсәлектәре Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,Юҡтыр унда әүлиәлек, кирамәттәр. М. Аҡмулла. Художестволы әҙәбиәт - матур әҙәбиәт. Әҙәби әҫәр туған тел матурлығын тойорға, тәбиғәт, донъя, кешеләр менән һоҡланырға, һүрәтләнгән күренештәрҙән йәм һәм тәм табырға, хыял итергә булыша. Ғайса Хөсәйенов. Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыу уҡыусыға белем биреү менән бер рәттән, уның фекерләү һәләтен үҫтереүгә, донъяны төшөнөп белеүгә, тормошта үҙ урынын табыуға булышлыҡ итеүсе ыңғай сифаттар тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уҡытыу-тәрбиә, үҫеп килгән быуынға кешелек туплаған тәжрибәне, белемде тапшырыу – мәңгелек һәм һәр заманда ла мөһим проблема.Һәр дәүер уҡытыусы алдына үҙ заманы талаптарын ҡуя. Уҡытыусыға ҡуйылған талаптар: аңлы, сәләмәт рухлы, үҙ халҡының патриоты булған шәхес тәрбиәләү. Был үҙ сиратында ошондай бурыстар ҡуя: Һәр баланы шәхес итеп күрергә ынтылыу;Баланың үҙ көсөнә мөмкинселектәренә, һәләтенә ышанысын үҫтереү;Уҡыусыны үҙ аллы шөғөлләнергә, фекерләргә, ижади эшләргә өйрәтеү;Уҡыусыла милли үҙаң тәрбиәләү. Был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ошондай шарттар мөһим: Әҙәбиәт дәрестәренә уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеү;Эш алымдарын ҡыҙыҡһындырғыс, отошло, файҙалы, һөҙөмтәле булырҙай итеп һайлау һәм ҡулланыу. Ыңғай әҙәби геройҙар өлгөһөндә тәрбиә биреү нимәне күҙ уңында тота: Уҡыусыларҙың үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыуына ерлек әҙерләү;Эш-һөнәрҙәргә эйә, хеҙмәткә һәләтле булыуҙың мөһимлегенә төшөндөрөү;Заман кешеһе өсөн төплө белем зарурлығын уҡыусы күңеленә һеңдереү;Уҡыусы күңеленә изгелек, мәрхәмәтлелек, итәғәтлелек, кешелеклелек кеүек матур сифаттар туплау;Милли үҙаң тәрбиәләү. Үҫтереүсе уҡытыу технологияһы ошондай бурыстар ҡуя: Уҡытыуҙы һәм тәрбиәне берҙәм процесс итеп алып барыу;Һәр бала йөҙөндә айырым шәхес күрә белеү;Һәр баланың мөмкинселектәрен танып белеү һәм үҫтереү;Баланың үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо тәрбиәләү;Үҙ теленә, халҡына ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ хистәре, патриотик рух тәрбиәләү;Уҡыусының һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү һәм байытыу. Әйтелгәндәрҙән ошондай дөйөм маҡсат билдәләнә: Төрлө яҡлап та булдыҡлы шәхес тәрбиәләү һәм үҫтереү эш йүнәлеше Ижади Фәнни Эстетик Был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа ошондай эш йүнәлештәре ғәмәлгә яраҡлы:
Уҡыусыларыбыҙҙы белемле лә, тәрбиәле лә, үҙ аллы ла, хеҙмәт һөйөүсән итеп тә тәрбиәләп үҫтерергә бурыслыбыҙ