Презентация по башкирскому языку на тему Оло шахес Мостай К?рим


Милләтебеҙҙең рухи йондоҙҙо Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәрим Донъяға шәхес тыуа. Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Ҡара Яҡуп волосы, хәҙерге Шишмә районы әлеге Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә, айырыуса Оло инәһе тәрбиәһендә, эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Белем алыу – киләсәккә юл. Тыуған ауылында тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937-1941 йылдарҙа ул- Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты. Күп яҡлы талант Мостай Кәрим - шағир, драматург, прозаик һәм публицист, стилист. “ Күкрәгемдән ҡоштар осорам…” «Тәҙрәңде ас та…», «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!», «Минең атым», «Таш өҫтөндәге гөлдәр», «Россиянмын», «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Әсәй!», «Тауҙар», «Уңдым», «Ҡоштар осорам», «Һоро турғай», «Имән», «Тимербулат өгөт», «Бабич өнө». Яҙыусының ижад ҡоштары. Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,Бар эшемдең сыҡтым осона.Шуға күрә бөгөн таңдан алыпКүкрәгемдән ҡоштар осорам. РОССИЯНМЫН Рус түгелмен, ләкин россиян мин,Россияның һыуын эскәнмен,Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,Үҙ еремдә шулай үҫкәнмен. Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн-Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! Хөрмәтенә күрә хөрмәте Мостай Кәрим –Башҡортостандың халыҡ шағиры,Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, СССР дәүләт премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты. Президентыбыҙ һүҙе. «… Для поколений башкортостанцев Вы стали гордостью родного края, идеалом доброты и честности, путеводной звездой в мире литературы, культуры и искусства, лучом света, озаряющим и согревающим сердца людей. Всю свою жизнь Вы посвятили людям и заслуженно снискали всенародную любовь и признание…». Мәңгелек йыр булып… Поэзия - «Отряд ҡуҙғалды», «Яҙғы тауыштар», «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр», «Минең атым», «Декабрь йыры», «Үлмәҫбай», «Ҡайтыу», «Ҡара һыуҙар», «Мөхәбәттең дүрт миҙгеле». Мостай Кәрим театры Драматургия – «Туй дауам итә», «Янғыҙ ҡайын», «Йырланмаған йыр», «Йәйәүле Мәхмүт», « Ҡыҙ урлау», «Дикторға ат бирегеҙ!», «Ай тотолған көндө», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!». Бала саҡ темаһы… Проза – «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ», «Ауыл адвокаттары», «Ярлыҡау». Һүҙ оҫтаһы «Мине әҙәбиәттең социаль үткер булғаны ҡыуандыра, ләкин матур әҙәбиәттән ҡай саҡ һүҙ матурлығы киткәне борсолдора, сөнки унда ҡоро төшөнсәләре генә ҡалыуы ихтимал.Борсолоуым шунан да: һүҙ бит аралашыу сараһы ғына түгел, ул гүзәлекте, әхләҡлелекте аңлатыр кеше рухының үлсәме, күрһәткесе». «Һөйөү һәм борсолоу – минең хәсрәтем, булмышым, төп шөғөлөм». Замандаштары,ҡәләмдәштәре Халҡыбыҙҙың, еребеҙҙең заманға лайыҡ улы – Мостай… Хәҙер инде әҫәрҙәре сит илдәрҙә лә юғары баһа алған атаҡлы әҙип…Мостай Кәрим ижады йәш һәм киләсәк быуын өсөн – юғары өлгө, беҙгә, композиторҙарға иһә, - көйҙәр яҙыу өсөн классик шиғриәт. ( З. Исмәғилов) Великий мой современник Я благодарю судьбу за то , что являюсь современницей великого, без всяких оговорок, поэта, мудрого, такого земного, и такого возвышенного человека, которого зовут Мустай Карим. Который сумел вознестись над мелочным бытом, привнести в театр, в нашу жизнь поэтическое начало, возвышенные страсти и повлиял на формирование художественного кредо Башкирского академического театра, научил, невзирая ни на какие тяготы, романтически воспринимать окружающий нас мир. А этому, наверное, и должно служить искусство. (Г.Мубарякова) Мөхәббәт илендә Мостай Кәрим иле – көслө рухлы, сафтарҙан-саф күңелле, ғәҙеллек һәм миһырбанлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәткә нигеҙләнгән донъя булып кәүҙәләнә. Был мөхәббәт донъяһы, мөхәббәтле тормош бөтә осор шиғриәтендә генә түгел, проза һәм драматургияһында ла баҙыҡ төҫмәрләнә. Уларҙа Мөхәббәт культы хакимлыҡ итә, сөнки, автор һүҙҙәре менән әйтәһәк, иң ҡурҡынысы – мөхәббәттән яҙлығыу, мөхәббәттән төңөлөү ул. ( З. Шәрипова). Ут күршеләрҙән… Башын ҡырын һалып атлап бара,Йөҙ йәшәрлек шыршы аҫтарынан.Ҡарлы таңда тыуған шиғыр юлыБашланыр шәреҡ дастанынан. Хәсән Туфан Эй, Мостай Таҡташһыҙ ҙа ҡалған юлдарымда,Йәлилһеҙ ҙә ҡалған йылдарҙа,Бик күңелһеҙ булыр ине миҫәҺин булмаһаң әгәр донъяла,Һин булмаһаң…Ниҙер етмәҫ, бик күп етмәҫ инеҺин булмаһаң илдә, эй дуҫҡай:Бар булыуың өсөн рәхмәт һиңә,Байлыҡ булған өсөн, эй Мостай, Байлыҡ булған өсөн. СОБХАНАЛЛА! Һин, донъяны урап йөрөй торғас,Ғибрәт, аҡыл йыйып уйыңа,Хызыр Ильяс һымаҡ киҫәк кенәКерҙең беҙҙең ҡунаҡ өйөнә.Алып керҙең Прометейҙар утын,Гүзәллеген Айгөл иленең,Шуҡлыҡ – шаянлығын, сабырлығынҺәм ғәйрәтен Урал иренең.Был донъяның аҫыл сифаттарыМираҫ булһын әле, тигәндәй,Оло башын кесе итеп шулайБер сабыйға башың эйгәндә,Уйланым мин: яҙмыш тулҡындарыҠайҙа илтмәҫ тормош көймәһен?..Һәм үҙеңә теләк теләнем мин:- Собханалла! Күҙҙәр теймәһен! Мостай Кәрим хаҡында китаптар. Дмитрий Хренков. Мустай Карим.1963.Ғайса Хөсәйенов. «Халыҡ шағиры Мостай Кәрим». 1965 й.Ахияр Хакимов. С веком наравне. 1972.Вәли Псянчин. «Мостай Кәрим – һүҙ оҫтаһы» 1972 й.Тимергали Кильмухаметов. Драматургия Мустая Карима. 1979.Маргарита Ломунова. Мустай Карим. 1988.Ғайса Хөсәйенов. «Мостай Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик.» 1994 й. Төҙөүсеһе Өфө ҡалаһы ҡала округының МБДББУ "123-сө Лицей"ының башҡорт теле уҡытыусыһыУраҡова Нурия Усман ҡыҙы.