Презентация по башкирскому языку на тему Салават Юлаев
Салауат Юлаев (1774-1800)Төҙөнө:Иҫәнғолова Светлана Салауат ҡыҙы Салауат Юлаевтың йорт- музейында. Музейға килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылау. С. Юлаевтың Малаяҙҙағы йорт- музейы. “Салауаттың бала сағы” экспозицияһы. Музейҙағы диораманан бер күренеш. Музейҙағы нығытма. Ишембай районы Маҡар ауылы янындағы Салауат мәмерйәһе. Салауат Юлаев – шағир, сәсән, импровизатор. Егеткә.Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,Унан бейек осор ыласын бар.Ыласындан да бейек оса торғанҠош батшаһы - ҡыйғыр бөркөт бар.Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,Тайғаныңда таян дуҫтарға.Яуҙа арыҫландай ажғырып,Йән аямай ташлаш дошманға.С. Юлаев Тыуған илем.Минең тыуған ҡырҙарым, Балдай татлы һыуҙарым, Яландарым, урманым,Күккә ашҡан Уралым, - Минең изге төйәгем, Һеҙҙе һөйә йөрәгем.Күгәреп, күккә үрелгәнҠарлы башын Уралдың,Күҙҙең яуын алырҙайМатурлығын ҡырҙарҙыңМәңге маҡтар инем мин мин,Мәңге данлар инем мин…С. Юлаев Салауат Юлаев образы – сәнғәттә 1941 йылда “Салауат Юлаев” фильмы төшөрөлә. Төп ролдә- А.К. Мөбәрәков. Т. П. Нечаеваның “Салауат Юлаев” бюсы. Ғ. С. Мостафин “Салауат Юлаев” картинаһы Р. У. Ишбулатовтың “Һынмаҫ рух” картинаһы. З. Исмәғилевтың “Салауат Юлаев” операһынан бер күренеш. Ролдәрҙә Б.Н. Вәлиева, Х.Л. Ғәлимов. М. Кәримдең “Салауат” трагедияһы. Төп ролдә Р.Р. Ҡарабулатов. М. Кәримдең “Салауат” трагедияһынан бер күренеш. Р.С. Зәйнетдинов менән Г.Ғ. Калитовтың “Ер рухы” картинаһы. С. Юлаев - уртала. Ф.М. Бүләковтың “Гөлбәзир” спектакленән бер күренеш. И.Г. Фрих – Хар эшләгән “ Салауат Юлаев” бюсы. Салауат Юлаев образы – әҙәбиәттә. Степан Злобиндың С. Юлаев хаҡындағы китаптары С. Злобиндың балалар өсөн яҙылған китабының титул бите