Презентация исследовательской работы Ни ?с?н мин ?мин??


Әҙерләне: 3 б класс уҡыусыһы Шәкирова ӘминәЕтәксеһе: Айытбаева Тамара Хәлфитдин ҡыҙыНи өсөн мин Әминә? Маҡсат: Ни өсөн миңә Әминә исемен ҡушҡандарын һәм исемемдең нимә аңлатҡанын асыҡлау. Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстарҙы билдәләнем:1.Үҙәк китапханаға барыу;2. «Башҡортостан энциклопедияһы»нан, «Таң» газетаһынан материалдар туплау;3.Танһылыу Кусимованың «Исемдәр донъяһында» китабы менән танышыу. 4.Әминә исеме менән булған район һәм республикабыҙҙағы кешеләрҙе асыҡлау.5. Һығымта яһау. «Ҡыҙ бала исемендә йондоҙ балҡышы, сәскә нәфислеге, ир-ат исемдәрендә ҡылыс сыңыһәм аҡылы сағылһын» Рәсүл Ғамзатов Ономалистика- исемдәрҙе өйрәнеүсе фән Миңә Әминә исемен ҡарт өләсәйем хөрмәтенә ҡушҡандар.Заманына күрә өләсәйем уҡымышлы, ауылда хөрмәтле кеше булған.Минең исемем парлы исемдән алынған: Әмин –Әминә, Фәнис-Фәнисә, Зәки –Зәкиәһәм башҡалар.Парлы исем йөрөткәндәр ҡыйыу, наҙлы, матур ҙа була тип иҫәпләйҙәр. Кешенең исеме тер­кәл­гәс тә, төрлө йәһәттән уға ҡот, байлыҡ юл ала тип иҫәпләнгән. Исеме асылына тура килмәһә, уға тәғә­йенләнгән ҡот яҙлығып китә тиҙәр. Диненә, милләтенә, халҡына тап кил­мәгән исем йөрөткән кешенең яҙмышы боҙола, ғүмере мәғә­нәһеҙ үтә, асылынан ситкә ки­тә ти, халыҡ. Пәй­ғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: “Баланың исеме тормошона тәьҫир итә. Шуға күрә улығызға йәки ҡыҙығыҙға матур исемдәр ҡушығыҙ”, – тигән. Минең исемем пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең әсәһенең исеме.Әминә – ғәрәп теленән алынған,аңлатмаһы ике вариантта: 1.ЫШАНЫСЛЫ, ТОҒРО 2.ТЫНЫС ТӘБИҒӘТЛЕ Мин - исемем есемемә тап килә тип уйлайым, сөнки тыныс тәбиғәтле, ышаныслымын. Исем төҫөм –алһыу Уңышлы көнөм -йома Ташым -изумруд Сәскәм – ирис сәскәһе. Ҡыш көнө тыуған Әминәләр бәхетле тормошҡа лайыҡлы, ә мин яҙ көнө тыуғанмын, мин-көслө рухлы, һыр бирмәҫ ҡыҙмын. Минең планетам -Венера 1 цифралы кеше – көслө шәхес, эшсән, көслө рухлы, төрлө нәмәләр менән ҡыҙыҡһына, уңышҡа еңел ирешә, ғорур, киң күңелле, лидер,башҡалар менән еңел аралаша.Минең цифрам - Амина исемен цифралар менән алыштырам: 1+3+10+4+1=19, 1+9=10,1+0=1Шакирова :4+1+1+10+7+5+3+1=32, 3+2=5Яуаптарҙы ҡушам: 1+5 =6. Планетамды билдәләйем:Ҡояш1, Ай 2, Марс 3,Меркурий 4,Юпитер 5,Венера-6, Сатурн-7, Уран-8, Нептун-9,Плутон-10.{5C22544A-7EE6-4342-B048-85BDC9FD1C3A}1234567891011абвгдеежзийклмнопрстуфхцчшщъыьэюяПланетамды, таблица ярҙамында, рус алфавитын ҡулланып белдем Тыуған көн, ай, йыл даталары буйынса характерымды билдәләнем.26.04.2005 , ошо цифраларҙың барыһын бергә ҡуштым.2+6+0+4+2+0+0+5=19, 1+9=10, 1+0=1, минең цифрам -1.1 цифралы кеше – көслө шәхес,эшсән, көслө рухлы, төрлө нәмәләр менән ҡыҙыҡһына, уңышҡа еңел ирешә, киң күңелле, ғорур, лидер, башҡалар менән еңел аралаша. А - бөйөк, көслө, власть, комфорт.М - хәстәрлекле, оялсан, эшсән.И - рухлы, нескә күңелле, ихтирамлы.Н – ижади ҡарашлы, һаулығын ҡайғыртыусы, аҡыллы.А - бөйөк, көслө, власть, комфорт.Хәрефтәр ярҙамында үҙемдәге сифаттарҙы асыҡланым Тикшереү барышында: - мәктәбебеҙҙә Әминә исемен йөрөтөүселәр бармы, нисәү икәнен асыҡланым. Әминә исемен йөрөтөүселәр: башланғыс кластарҙа – 2, өлкән кластарҙа – 5. Әминә исемен йөрөтөүселәр бик күп Әминә Шафиҡова Ивний ҡыҙы - бөрйән ҡыҙы, Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры Әминә исемле данлыҡлы кешеләрӘминә Зарипова –Рәсәй спортсменкаһы, художестволы гимнастика буйынса спорт мастерыӘминә Фигарова -(джаз пианисы һәм композиторы) Европанын ин талантлы композиторҙарынын береһе Әминә исемле данлыҡлы кешеләрӘмина Паша кызы Дильбази – азербайджан совет бейеүсеһе, хореограф, Азербайджан ССР-нын халыҡ артискаһы Әминә Оморзакова – театр һәм кино артисы, СССР-ҙын халыҡ артискаһы Һығымта- Мин ата-әсәйемдең ни өсөн миңә Әминә исемен ҡушҡандарын белдем;- Ниндәй данлыҡлы кешеләр минең исемемде йөрөткәндәрен белдем;-Исемемдең нимә аңлатҡанын асыҡланым;- Исемемә ярашлы төрлө тикшереүҙәр үткәрҙем, үҙемә хас сифаттарҙы асыҡланым. Исем –ата-әсәнең балаға ғүмерлеккә биргән бүләге. Исем — халыҡ тарихының, ту­ған телдең күп быуаттар буйы тупланып кил­гән алтын-көмөштәй ҡиммәт­ле, ҡәҙерле бер хазинаһы. Әй­ҙәгеҙ ошо хазинаны һаҡ­ла­йыҡ, байытайыҡ! Туған теле­беҙҙә яң­ғыраған исемдәр ме­нән ғорурланайыҡ. Ҡулланылған әҙәбиәт: Танһылыу Кусимованын «Исемдәр донъяһында» китабы. Интернет селтәре материалдары.Хигир А. «Имя, характер, судьба». Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!