Я?ы йыл сценарийы ?т?с йылы
Яңы йылды көткәндә
Маймыл күңелле көй аҫтында һандыҡтан бүләктәр сығара. Уларҙы бәләкәй тоҡсайҙарға һалып барлап йөрөй. Тышта төлкө пәйҙә була. Ул төлкөнө күҙәтә.
Әәәәә, бына ҡайҙа икән бүләктәр ояһы! Был хәтлем байлыҡты таратып йөрөргә алйоттор ул был Ҡыш бабай. Маймылы ла килештергән, әҙерләшеп ултыра.Был бүләктәр бары миңә генә булырға тейеш.Ҡулға алырға кәрәк был эште, юҡҡа ғына мине Хәйләкәр төлкө тимәйҙәр бит!
Төлкө бахыр ғына төҫ ала һәм ишек шаҡый. Бер шаҡый, ике, ишетмәйҙәр. Ахырҙа, асыуланып китеп, ишекте тибеп ебәрә. Маймыл килеп ишекте аса. Төлкө кире тиҙ генә мәхлүк хәленә инә.
Ээээйй, һылыуҡай-маймылҡай, мин бик оҙооон юлдар үтеп килгән бер бисара йән эйәһемен. Йәшәр урыным, һыйыныр мөйөшөм дә юҡ. Бик асыҡтым, өшөнөм, мине индереп бер генә төн йоҡлатып сығар әле, өйөңдә...
Эй, бахырҡай, ин әйҙә, ин, тиҙерәк.
Төлкө йүгереп өйгә инә.
Тик беҙҙә артыҡ йылы түгел инде, был бит Ҡыш бабайҙың өйө.
Бара, бара, миңә нимә кәрәк инде, ышыҡ урын да, йылы һүҙ булһа-шул еткән.
Төлкө бер урынға ғына ултырып, тәртипле генә ҡиәфәттә маймылдың бүләктәр һалғанын ҡарап ултыра. Маймыл бер бүләкте алып төлкөгә күрһәтә.
Ошо бүләккә тағы ла матурыраҡ булһын өсөн ниндәйерәк биҙәк эшләргә икән?
Яңы ғына яуған ҡар бөртөктәре өҫтәргә кәрәк, маймыл. Тышта шундай матур ҡар яуа, бүләгеңде алып сыҡ та, тышта әҙерәк тотоп тор. Шул ваҡыт ул мең төрлө төҫтәр менән балҡып китер.
Рәхмәт, инде, төлкөбикә, бик аҡыллы икәнһең, шулайтайым әле.
Маймылдың сығыуы була, төлкө ишекте бикләп тә ҡуя. Маймыл асып ҡарай, аса алмай, туҡылдата.
Ни эшең был, Төлкө? Ас ишекте.
Асмайым да, йөрөмә лә! Әллә күпме бүләктәрҙе бушҡа таратып ултырырға ни, иҫәрме әллә һин?
Унда һиңә лә бүләк бар бит, ас инде ишекте.
Бар-бар, юлыңда бул, асмайым да, көтмә лә!
Маймыл илай
Ҡыш бабайҙың наказдарын үтәп тә өлгө рмәнем, нишләргә инде хәҙер. Күпме балаларҙы, йәнлектәрҙе бүләкһеҙ ҡалдырҙым.
Айыу инә.
Иҫәнме, маймыл, ниңә былай бойоҡһоң әле һин? Мин бында күңелле байрам баралыр, балаларыма бүләктәр алып ҡайтайым тип, йоҡомдо бүлеп килһәм...
Эй, айыуҡай, төлкө хәйлә менән өйөмә керҙе, йылынды, ашаны, шунан мине ҡыуып сығарҙы, бүләктәремде тартып алды. Ҡыш бабай булмағас, бер хәл дә итә алмайым.
Вәт, хәйләкәр, хәҙер иманын уҡытам мин уның! (Айыу ишек шаҡый)
Кем бар унда?
Төлкө-ҡыҙыл ҡойроҡ! Сыҡ, бушат, Ҡыш бабайҙың өйөн!Ҡойроғоңдо өҙөп алып шыршыға ҡаҙармын, әтеү!
Сығырмын, мин сыҡһам, ауыҙ – мороноң ҡан булыр!
Айыу ҡалтырап төшә: Ай-бай, был бит беҙҙең урман төлкөһө түгел, был бик ҡурҡыныс кейек.
Айыу сығып ҡаса. Маймыл битен ҡаплап ултыра, бүре килеп инә.
Иҫәнме, маймыл, ниңә былай бойоҡһоң әле һин? Мин бында күңелле байрам баралыр, һинең тәмле күстәнәстәреңде ашармын тип килһәм...
Эй, Бүребай, төлкө хәйлә менән өйөмә керҙе, йылынды, ашаны, шунан мине ҡыуып сығарҙы, бүләктәремде тартып алды. Ҡыш бабай булмағас, бер хәл дә итә алмайым.
Вәт, хәйләкәр, хәҙер иманын уҡытам мин уның! (Бүре ишек шаҡый)
Кем бар унда?
Төлкө-ҡыҙыл ҡойроҡ! Сыҡ, бушат, Ҡыш бабайҙың өйөн! Ҡойроғоңдо өҙөп алып шыршыға ҡаҙармын, әтеү!
Сығырмын, мин сыҡһам, ауыҙ – мороноң ҡан булыр!
Бүре ҡалтырап төшә: Ай-бай, был бит беҙҙең урман төлкөһө түгел, был бик ҡурҡыныс кейек.
Бүре сығып ҡаса. Маймыл битен ҡаплап ултыра, эт килеп инә.
Иҫәнме, маймыл, ниңә былай бойоҡһоң әле һин? Мин бына һунарға сыҡтым да, урманда бүләктәр таратылғанын ишетеп, моғайын, маймыл мине лә онотмағандыр, тип килһәм...
Эй, Алабай, төлкө хәйлә менән өйөмә керҙе, йылынды, ашаны, шунан мине ҡыуып сығарҙы, бүләктәремде тартып алды. Ҡыш бабай булмағас, бер хәл дә итә алмайым.
Вәт, хәйләкәр, хәҙер иманын уҡытам мин уның! (Эт ишек шаҡый)
Кем бар унда?
Төлкө-ҡыҙыл ҡойроҡ! Сыҡ, бушат, Ҡыш бабайҙың өйөн! Ҡойроғоңдо өҙөп алып шыршыға ҡаҙармын, әтеү!
Сығырмын, мин сыҡһам, ауыҙ – мороноң ҡан булыр!
Эт ҡалтырап төшә: Ай-бай, был бит мин һунар иткән урман төлкөһө түгел, был бик ҡурҡыныс кейек.
Эт сығып ҡаса. Маймыл битен ҡаплап ултыра, Әтәс килеп инә.
Кики-ри-күүүүк! Иҫәнме, маймыл, ниңә былай бойоҡһоң әле һин? Мин бында күңелле байрам баралыр мине күптән көтәләрҙер тип килһәм...
Эй, Әтәскәйем, төлкө хәйлә менән өйөмә керҙе, йылынды, ашаны, шунан мине ҡыуып сығарҙы, бүләктәремде тартып алды. Айыу килде-ҡыуа алманы, бүре килде-сығара алманы, эт тә килде-сығара алманы. Ҡыш бабайҙы көтөүҙән башҡа сарам ҡалманы..
Вәт, хәйләкәр, дөрөп сығарам мин уны! Бөтә балаларҙы байрамһыҙ ҡалдырырға хаҡы юҡ уның!
Ҡурҡмаҫ ул һинән Әтәскәй, бик уҫал ул!
Төлкө-ҡыҙыл ҡойроҡ! Сыҡ, бушат, Ҡыш бабайҙың өйөнән, тиҙ бул!
Сығырмын, мин сыҡһам, ауыҙ – мороноң ҡан булыр!
Сыҡ, төлкө! Мин был йылдың хужаһы! Башҡалар кеүек ҡурҡып ҡына китмәҫмен! Мин был йылға хужа булырға килдем!
Төлкө тамам ҡурҡып, йүгереп килеп сыға.
Зинһар өсөн, кисерегеҙ инде, яңылыштым. Минең дә Яңы йылды күргем , йырлағым, бейегем килә...
Ярай, байрам хөрмәтенә ҡалдырабыҙ бер юлға, тик ҡара уны, тәртип боҙма!
Ҙур рәхмәт һиңә, батыр Әтәскәй! Һин килеп тә еттең, үҙеңде күрһәтеп тә өлгөрҙөң. Һиңә йылды ышанып тапшырырға була!
(Год петуха йыры)
Ә хәҙер, дуҫтарым, бергә бейеп-йырлап алайыҡ!(шыршы тирәләй йыр, бейеү)
Шул ваҡыт Ҡыш бабай инә.
Һаумыһығыҙ, балалар, һаумы, Әтәс батыр! Һинең эштәреңде ишетеп киләм! Йыл һинеке шулай булғас! Барыһының да именлеге һинең ҡулда! Ышанам һиңә!
Рәхмәт, Ҡыш бабай! Рәхмәт, дуҫтар! Мин һеҙҙең ышанысты аҡлау өсөн тырышырмын!