Баш?орт телен?н д?рес ?лг???: Г. ??лиева Икм?к Исемд?р?е? к?плек мен?н ??г?ре?е


Тема: Г. Ғәлиева “Икмәк”. Исемдәрҙең күплек ялғауы.
Маҡсаттар: 1. Белем биреү: Шиғырҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен аңларға өйрәтеү; аҙыҡ-түлекте белдергән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау; яңы һүҙҙәр менән танышыу һәм үҙләштереү;
2. Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, логик фекерләүҙе, хәтерҙе үҫтереү; коммуникатив мөмкинлектәрен киңәйтеү;
3. Тәрбиәүи: аҙыҡ-түлеккә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: экран, ноутбук, таратма материалдар, карточкалар, йылмайликтар.
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
Сәләмләү. Танышыу.
‒ Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!
Слайд 1. Үҙем менән таныштырып үтәйем. Мин 1-се гимназияның башҡорт теле уҡытыусыһы Камалова Эльвира Ғилман ҡыҙы булам. Ә һеҙҙең менән дәрес барышында ныҡлап танышырбыҙ.
‒ Уҡыусылар, күреп торам, кәйефтәрегеҙ ҙә яҡшы, хәлдәрегеҙ ҙә һәйбәт.
II. Фонетик күнегеү.
‒ Дәресте тел шымартыуҙан башлап ебәрәйек. (Мәҡәләдрҙе башта уҡытыусы шунан бер-ике бала уҡый, артабан хор һәм төркөмләп уҡыйҙар. Башҡорт теленең өн-хәрефтәрен иҫкә төшөрәбеҙ)
Слайд 2. Икмәк – ҙур байлыҡ.
Икмәк ҡәҙерен бел.
Икмәк – бөтәһенә баш.
‒ Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, мәҡәлдәрҙә һүҙ нимә тураһында бара? Икмәк һүҙе менән һөйләмдәр төҙөп ҡарайыҡ әле.
Ә русса һеҙ икмәк тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Хлеб батюшка, водица матушка. Хлеб да вода — здоровая еда.( уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау) Слайд 3.
‒ Тимәк, бөгөнгө дәрестә нимә хаҡында һүҙ барасаҡ? (Икмәк, аҙыҡ-түлек тураһында).
‒ Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән теманы асыҡланыҡ.
II. Төп өлөш.
‒ Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән Гүзәл Ғәлиеваның “Икмәк” шиғыры менән танышасаҡбыҙ.
Хәҙер бөгөнгө числоны һәм теманы дәфтәрҙәргә яҙып ҡуяйыҡ.
Дәреслектәрҙе асабыҙ, 99-сы бит.1-се күнегеүҙе табабыҙ.
Слайд 4. 1) Автор тураһында белешмәне уҡыйыҡ .(фотоһын күрһәтеү)
Слайд 5. Гүзәл Ғәлиева 1955 йылдың 28 ғинуарында Башҡортостандың Учалы районы Иманғол ауылында тыуған. Уның китаптары: “Ҙур бейәләй”, Мин йәшәйем Уралда”, “ Ирәмәл итәгендә”.
2) Г. Ғәлиеваның “Икмәк” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү. (Дәреслек менән эш.)
А) уҡытыусының уҡыуы;
Б) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
Слайд 6 В) һүҙлек эше;
Ҡыҫып ҡосаҡлайым – крепко обнимаю
Үҫкәнмен – вырос
Ҡытырлатып кимерергә - с грустом грызть
Мөйөш – угол
Тәртипһеҙ – невоспитанный
Түҙәм – терплю
Г) уҡыусыларҙың шиғырҙы тасуири уҡыуҙары;
Ғ) йөкмәткене үҙләштереү;
Д) һорауҙарға яуап биреү;
- Ә һеҙ икмәккә магазинға бараһығыҙмы?
- Уҡыусылар икмәк нисә һум тора?
-Уның ниндәй төрҙәре бар?
-Ерҙә ятҡан икмәкте күрһәгеҙ, нимә эшләйһегеҙ? (Икмәкте һаҡларға кәрәклек тураһында әңгәмә үткәреү)
‒ Шулай итеп, икмәк – ул хеҙмәт емеше. Уның ҡәҙерен белегеҙ, бер ваҡытта ташлап китмәгеҙ.
III. Слайд 7. Әйҙәгеҙ, бергәләп аҙыҡ-түлек магазинына барайыҡ. Магазинда ниндәй бүлектәр бар? Слайд 8-19.
Һөт ризыҡтары бүлегендә, ҡамыр аштары бүлегендә, йәшелсә емеш-еләк бүлегедә нимәләр һатыла? ( Һүрәттәр күрһәтелә. Башланғыс кластарҙа үтелгән аҙыҡ-түлек иҫкә төшөрөлә).
Слайд 20. Ял минуты. Баҡсала. Хәҙер ял итеп алайыҡ. Барыбыҙ ҙа баҫтыҡ. Беҙ һеҙҙең менән баҡсаға килдек. Бына алма ағасы. Үрелеп ағастан алма алабыҙ. Бына сейә ағасы. Сейәгә үреләбеҙ. Ерҙән еләк йыябыҙ. Кәрзингә ҡыяр, кишер ҙә өҙөп һалабыҙ.
Беҙҙең кәрзиндәр тулды. Шым ғына ултырабыҙ.
Уҡыусылар, класта кем иғтибарлы, кем етеҙ икәнен беләйек. Нимә юғалды уйынын? (Что пропало?)уйнайбыҙ. Слайд 21-25.
IV. Уҡыусыларға карточкалар таратып бирелә. Улар рәттәр менән эшләйҙәр. Һәр рәттән бер уҡыусы таҡтаға сығып яҙа.
Һүҙҙәрҙе төркөмләп яҙығыҙ.
Йәшелсәләр:
Еләк-емештәр:
Һөт ризыҡтары:
Слова для справок: кәбеҫтәләр, алма, һөт, һуғандар, әфлисун, май, кишерҙәр, лимон, ҡатыҡ, эремсек, сөгөлдөрҙәр, ҡарағат, ҡаймаҡ, ҡыярҙар, сейә.
Уҡыусылар, был төркөмдәрҙә ниндәй айырмалыҡтар күрәһегеҙ? Дөрөҫ, исемдәргә күплек ялғауҙары ҡушылған. Иҫкә төшөрәйек ниндәй күплек ялғауҙарын беләбеҙ әле?
Слайд 26.
Хәҙер ҡалған һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушып сығайыҡ.
Уҡыусылар, һеҙ ниндәй аҙыҡ яратаһығыҙ? Шуның тураһында һөйләшәйек.
VI. Диалогты уҡығыҙ, оҡшаш диалог төҙөгөҙ.
Азат, һин кишер яратаһың?
Юҡ, мин кишер яратмайым.
Ә нимә яратаһың?
Мин алма, әфлисун, ҡарбуз яратам.
(Уҡыусылар үҙҙәре төҙөгән диалогты уҡыйҙар)
Слайд 27. Бөгөн өйрәнгән һүҙҙәрҙе нығытыр өсөн һеҙгә бер эш тәҡдим итәм. Әгәр кроссвордты дөрөҫ сисһәгеҙ башҡорт халҡының милли ашын уҡырһығыҙ.
Йомғаҡлау.
‒ Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән нимә үттек?
‒ Ниндәй яңы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙөк?
‒ Дәрес һеҙгә оҡшанымы?
VI. Рефлекция.
Слайд 28. Дәрестә үҙегеҙҙе нисек эшләнем, тип уйлайһығыҙ икән?
Әгәр бөтә эш тә еңел бирелһә, дәрес оҡшаһа – йылмайып торған смайликтар күрһәтегеҙ.
Дәрес бик ауыр булһа, нимәлер аңлашылмаһа – кәйефе төшкән смайликтар күрһәтегеҙ.
VII. Баһалау.
‒ Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ? Ни өсөн?
( Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуялар)
‒ Дәрестә барығыҙ ҙа әүҙем ҡатнашты. Афарин! Гел шулай актив булып ҡалығыҙ.
Слайд 29. Өйгә эш биреү.
1. Шиғырҙы тасуири уҡырға.
2. “Икмәк – бөтәһенә баш.” Тигән темаға һүрәтттәр төшөрөгөҙ.

Если корень существительного оканчивается на: Варианты окончаний множественного числа
Сущ. с твердыми гласными Сущ. с
Мягкими гласными
1. а, ә, ы, е, о, ө -лар -ләр
2. л, м, н, ң, з, ж -дар дәр
3. б, в, г, д, к, ҡ, п, с, ҫ, т, ф, х, һ, ц, ч, ш, щ -тар -тәр
4. ҙ, й, р, у, ү, и -ҙар -ҙәр