Синыфтан тыш сара ?оштар байрамы


Ҡоштар байрамы
Маҡсат:
а) белем биреү – тыуған яҡта йәшәгән ҡоштар менән таныштырыу, уларҙы танырға өйрәтеү, ҡош исемдәренең башҡортса бирелешен ҡабатлау;
б) үҫтереү – тасуири уҡыу һәләтен үҫтереү, дөрөҫ әйтелеш нормаларын күҙәтеп, һөйләү күнекмәһе булдырыу;
в) тәрбиә – ҡош-ҡортҡа һаҡсыл ҡараш булдырыу, ярҙамға әҙер булыусанлыҡ, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: ҡоштар һүрәте төшөрөлгән плакаттар, “Башҡортостан ҡоштары” презентацияһы, магнитофон, ҡоштар тураһындағы йырҙар менән аудио-диск, төрлө ҡоштар костюмдары.
Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ матур байрамға – ҡоштар байрамына йыйылдыҡ.
1-се бала. Һауаларҙа көҙгө сыуаҡ күктә
Торройҡ-торройҡ килә торналар.
Әйтерһең дә, сафҡа теҙелешеп,
Еҙ моңдарын ҡоя торбалар.
2-се бала. Яландарҙың йәме бөткән кеүек,
Ташлап киткәс юлсы ҡоштары.
Ә бит тағы ҡыуандырыр бер көн
Шул уҡ моңдар, үткәс ҡыштарың.
Х.Әхмәтовтың Г.Юнысова һүҙҙәренә “Торналар” йыры башҡарыла.
Торройҡ, торройҡ,
Йөрөмәйек гел бойоҡ,
Күңелле яҙ килгән,
Беҙ килерҙе ул белгән.
Торройҡ, торройҡ,
Ояларҙы ҡорайыҡ.
Сығайыҡ ҡырҙарға
Уйнарға, йырларға.
Кешеләр көткәндер,
Һағынып та бөткәндер,
Ҡыуанып балалар
Ҡулдар болғап ҡалалар.
Торройҡ, торройҡ,
Ауылдарға барайыҡ.
Сәләмләп урайыҡ,
Һаубуллашып уҙайыҡ.
Ел килеп инә. Талғын ғына көйгә әйләнеп-әйләнеп бейей. Уның ҡаршыһына Сәпсек сыға.
Ел. Һаумы, Сәпсек дуҫ! Алда беҙгә ҙур эш тора – ҡоштарҙы йыйылышҡа саҡыр. Уларҙың ниндәй файҙалары бар, шуны асыҡларға кәрәк. Файҙалы ҡоштарға изгелек эшләрмен.
Сәпсек. Сәләм, сәләм ҡоштарға!
Сәләм, сәләм дуҫтарға!
Йыйылышҡа килегеҙ,
Хәлебеҙҙе белегеҙ!
Ҡоштар ҡанаттарын йәйеп осоп-осоп сығалар, әйләнеп-әйләнеп бейеп алалар.
Сәпсек. Йыйылышыбыҙҙы асып, беренсе һүҙҙе Һабан турғайына бирәм.
Һабан турғайы. Мин үҙемдең һайрауым менән йәй буйы игенселәрҙең күңелен күтәрҙем. Сәсеү ваҡытында уларҙың баш осона – юғарыға менеп һайраным.
Ҡарабаш турғай. Беҙ бөжәктәрҙе аулайбыҙ. Тик, башҡа ҡоштар кеүек, бөжәктәрҙең үҫеп ҙурайғандарын көтөп тормайбыҙ. Ҡыш көнө үк уларҙың йомортҡаларын сүпләп бөтөрәбеҙ. Йылы яҡҡа китмәйбеҙ, ошонда ҡалабыҙ.
Тумыртҡа. Беҙ йыл буйы бында йәшәйбеҙ. Ағастарҙы һәр төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлайбыҙ, уларҙың эсенә ингән ҡорттарҙы оҙон суҡышыбыҙ менән соҡоп алабыҙ.
Ел. Балалар, Г.Юнысова һүҙҙәренә Ш.Ҡолбарисовтың “Тумыртҡа” йырын йырлап алайыҡ әле.
Тумыртҡа туҡтауһыҙ ағасҡа һуға:
“Туҡ-туҡ-туҡ-туҡ!”
Һәр сүкеш, һәр балта уға ҡушыла:
“Туҡ-туҡ-туҡ, туҡ-туҡ-туҡ!”
Урманда шаулайҙар йырға ҡушылып:
“Та-та-та-та, та-та-та-та,
Та-та-та-та, та-та-та-та!”
Сәпсек. Һүҙ кәкүккә бирелә.
Кәкүк. Урманды ҡорота торған йөнтәҫ бөжәктәрҙе башҡа ҡоштар ашамай. Ә беҙ уларҙың береһен дә ҡалдырмайбыҙ.
Г.Юнысова һүҙҙәренә Ш.Ҡолбарисовтың “Кәкүк” йыры башҡарыла.
Яҙғы көндә тауышынан
Сыңлап тора ер һәм күк,
Беҙгә оҙон ғүмер теләй
Урал сәғәте – кәкүк.
Ағас башында ултыра кәкүк:
“Тыңлағыҙ мине, йырҙарым бик күп,
Кә-күк, кә-күк”.
Ҡарлуғас. Беҙ ҙә төрлө зарарлы бөжәктәрҙе бөтөрәбеҙ – кешләргә файҙа килтерәбеҙ.
Сәпсек. Һеҙ һәр ваҡыт осоп йөрөйһөгөҙ. Ә бөжәктәрҙе ҡасан тотаһығыҙ һуң?
Ҡарлуғас. Беҙ осоп йөрөгән бөжәктәрҙе ҡыуып етеп тотабыҙ.
Бер уҡыусы Г.Юнысова һүҙҙәренә Х.Әхмәтов яҙған “Ҡарлуғас” йырын башҡара.
Мин ҡарлуғас, ҡарлуғас,
Ҡайттым бына, яҙ булғас.
Йылы яҡтарҙа йөрөнөм,
Беҙҙә һыуыҡ ҡар булғасю
Мин ҡарлуғас, ҡарлуғас,
Ҡайттым бына, яҙ булғас.
Оя юҡ, тип ҡайғырмайым,
Бейек, текә яр булғас.
Мин ҡарлуғас, ҡарлуғас,
Эй күңелле яҙ булғас.
Гел һайрағы килеп тора,
Тыуған илде һағынғас.
Сыйырсыҡ. Мин дә төрлө зарарлы бөжәктәрҙейыям, сүпләйем – кешеләргә файҙам бик күп. Шуға, мин килеүгә, балалар оя яһап ҡуя.
1-се бала. Сыйырсығым, ҡошсоғом,
Хәҙер бында ҡыш түгел.
Матурым, һин кил инде –
Өйөң өлгөрҙө бөгөн.
2-се бала. Тәҙрәләре уйылған,
Ал, зәңгәргә буялған.
Сыйырсығым, һинең өсөн
Ҡуныр тал да ҡуйылған.
3-се бала. Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ!
Ояңдан осоп сыҡ!
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң-көйөң!
Ҡошсоғом сыҡты ла,
Ҡанатын ҡаҡты ла,
Һоҡланды ояға,
Таң ҡалды донъяға.
4-се бала. Ул һайрай мең телдә,
Булғанға күп илдә.
Дәртләнә, һөйөнә
Ҡайтҡанға өйөнә.
Сыйырсыҡ. Көньяҡтан оҙон
Юлдар ураным.
Һағышым артты,
Көн үткән һайын.
Шуға ла яҙҙы
Ашҡынып көттөм.
Көн йылыныуға,
Ҡайтып та еттем.
Гел иҫтә торҙо
Йәшел Уралым.
Күңелдә булды
Оялы ҡайын.
Бер уҡыусы АҒабдрахмановтың “Сыйырсыҡ” йырын башҡара.
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ,
Ояңдан осоп сыҡ!
Осоп сыҡ та бер һайра,
Беҙгә килер ҙур байрам.
Сәүкә. Беҙ, сәүкәләр, күмәкләп, бергә-бергә йәшәргә яратабыҙ. Ояларыбыҙ ҙа бер-береһенән алыҫ булмай. Бергәләшеп йәшәүҙе яҡыныраҡ күрәбеҙ. Иген, сөгөлдөр баҫыуындағы бөжәктәр күбәйеп китһә, бер юлы барып төшәбеҙ ҙә бер көндә бөтөрәбеҙ.
Башҡорт халыҡ йыры “Сәүкә” башҡарыла.
Уҡытыусы. Рәхмәт инде ҡоштарға. Бына ниндәй күп мәғлүмәт алдыҡ беҙ улар тураһында. Балалар, тағы ҡайһы ҡоштар хаҡында шиғырҙар беләһегеҙ?
Балалар, ҡоштарҙың һүрәтен күрһәтеп, шиғыр һөйләй.
Уҡытыусы. Бына мин һеҙгә лә бер шиғыр уҡыйым әле. Ниндәй ҡош тураһында был шиғыр?
Баҡ та баҡ ти, яҙғы кистә
Концерт ҡуя баҡалар.
Бағалар ҙа, баҡылдашып,
Йылы һыуға баталар.
Шунан тағы “батмайыҡ” тип,
Баҡылдашып ҡалҡалар.
“Беҙ ҙә һеҙҙән кәм түгел, - тип
Безелдәй серәкәйҙәр, -
Безелдәшеп йырлай-йырлай,
Ҡалманы йөрәккәйҙәр”.
Концерт бара күл буйында,
Барыһы тырышалар:
Безелдәйҙәр, баҡылдайҙар –
Үҙ-ара ярышалар.
Бына бер саҡ моңло тауыш
Сутылданы таллыҡта.
Шымды барыһы хайран ҡалып,
Тыңлай хатта балыҡ та.
Ниндәй ҡош ул, балалар?
Уҡыусылар. Һандуғас, һандуғас!
1-се бала. Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай,
Йыры моңло шул ҡәҙәр!
Эҙләнем йырсы ҡошсоҡто,
Таба алманым мәгәр.
2-се бала. Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай,
Ҡайҙа һуң тирәккәйе?
Ни тиклем моңдо һыйҙыра
Кеп-кескәй йөрәккәйе!
Башҡорт халыҡ көйө “Һандуғас” яңғырай.
Бөркөт. Саңҡ-саңҡ итеп осам,
Ҡаяларҙы ҡосам.
Ҡараштарым үткер,
Йәшен уғы төҫлө.
Болоттарҙы тишеп,
Үргә үрләйем мин.
Ҡараштарым үткер –
Ерҙе күҙләйем мин.
Ҡарғалар. Шаулашып килеп тә еттек Уралға,
Бында рәхәт һәм күңелле булғанға.
Алып килдек Тыуған ерг!
Яҙ, яҙ, яҙ!
Тиҙҙән бөтөр баҫыуҙарҙа
Ҡар, ҡар, ҡар.
Күктә ҡояш нурын сәсә:
Яҙ, яҙ, яҙ!
Ҡыуанышып ҡысҡырабыҙ:
“Ҡар, ҡар, ҡар!”
1-се бала. Тәҙрәләрҙән ҡарай сыпсыҡ:
“Әйҙә, Айрат, - ти, - сыҡ, сыҡ!
Мин өшөнөм, бик асыҡтым,
Миңә ашат, - ти, - валсыҡ”.
Ҡатырға киҫәктәренән
Тағараҡ яһай Айрат.
Ҡоштар күңелен күтәрә,
Сыҡ-сырыҡ итеп һайрап.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙ ҙә һеҙҙең менән тағараҡтар яһап элгәйнек, шулаймы? Ҡоштар беҙгә лә рәхмәт әйтәләрҙер әле.
2-се бала. Тәҙрәмдән ҡыш көнөндә
Осоп инде бер турғай:
Ем бирсе, - тиеп һорай.
Еләне һары ғына:
Ашайым тары ғына.
Суҡыны ул туҡ та туҡ, -
Тышта һыуыҡ, ем дә юҡ.
Һалырмын валсыҡ, ем дә,
Осоп кил миңә көн дә.
3-се бала. Үтә һалҡын селлә тышта,
Осҡан ҡоштар туңырлыҡ.
Ҡанатлы дуҫтарға кәрәк
Ярҙам, ысын тоғролоҡ.
4-се бала. Ем һибәйек беҙ ҡоштарға,
Ярмалар, икмәк вағын.
Яҙ көнө һайраһын улар,
Талпынып, ҡанат ҡағып.
Р.Хәйбуллин көйөнә “Мәрйендәр” йыры башҡарыла.
Уҡытыусы. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ – бик күп ҡоштарҙың тыуған төйәге. Барлыҡ ҡоштарҙы ла һанап та бөтөү мөмкин түгел
Ҡояшбикә. Балалар, минең нурҙарым аҫтында бөтә ҡоштар ҡойона, бал сығара, уларҙы осорға өйрәтә.
Мин барығыҙҙы, барығыҙҙы ла яратам, нурҙарымды тигеҙ өләшәм. Хәҙер һеҙгә ҡайһы бер ҡоштар хаҡында йомаҡ ҡоям, ә һеҙ сисегеҙ. Кем күберәк йомаҡ сисә, шуға – бүләк.
Балалар!
Күп ҡошто беләм,
Төрлө, күп төрлө ҡоштар.
Уларҙы мин бик йыш күрәм,
Яҙ йәки килгәс ҡыштар.
Ҡанаттары оҙон уның,
Тырнаҡтары дәү, баҙыҡ.
Оя яһай, ҡая тауҙың
Иң бейегенә бағып.
Унан ҡурҡа яландағы
Ҡуян һәм шаян төлкө.
Ниндәй ҡош? – тип һораһағыҙ,
Уҡыусылар. Уның исеме бөркөт.
Ҡояшбикә. Оҡшай суҡышы ҡармаҡҡа,
Түше, ҡанаты һарғылт.
Күҙҙәре бызылдай уттай,
Үҙендә ғәжәп таһыл.
Ул ҡош инде, балалар,
Күп йырҙарҙа маҡтала.
Ниндәй ҡош ул, йә, әйтегеҙ,
Уҡыусылар. Был ҡош ыласын тип атала.
Ҡояшбикә. Геү-геү итеп, яҙ көндәре
Гөрләп ултыра улар.
Ә ҡайһы бер төркөмдәре
Юрғалап йөрөй юлдан.
Һәм уларҙың тәпәйҙәре
Ҡыҙыл буяуға оҡшай.
Шул тиклем күркәм үҙҙәре
Уҡыусылар. Күгәрсен тигән ҡоштар.
Ҡояшбикә. Ҙур йылға һәм күл өҫтөндә
Бер сибәр аҡ ҡош оса.
Әгәр һыуҙа балыҡ күрһә,
Ул кинәт төшөп тота.
Күпте күргән ололарҙың
Йырында ул маҡтала.
Ниндәй ҡош ул, балалар?
Уҡыусылар. Ул аҡсарлаҡ тип атала.
Ҡояшбикә. Урман ярып ухылданы,
Төшкәс тә эңер.
Ике күҙе шәмдәй яна,
Таң атҡас һүнер.
Был йомаҡты кем тиҙ сисер?
Көтәм. Бер, ике...
Уҡыусылар. Был ҡошто беҙ ҙә беләбеҙ,
Исеме – өкө.
Ҡояшбикә. Кис булдымы, һөрән һалып,
Ул саҡыра үҙенә.
Яҡынайһаң, юҡҡа сыға,
Үәт алдаҡсы ...
Уҡыусылар. Бүҙәнә.
Ҡояшбикә. “Ҡыж-ҡыж” тиеп тауыш бирә,
Мороно, гүйә, көрәк.
Йылы яҡтан яҙын ҡайта,
Уҡыусылар. Исеме уның өйрәк.
Ҡояшбикә. Быйыл яҙҙар күкрәп килде,
Гөрләп торҙо урман-ҡыр:
Бер мөғжизә ҡарап тороу,
Туй үткәргән саҡта...
Уҡыусылар. Ҡор.
Ҡояшбикә. Аяҡтары уның оҙон,
Әйт, ниндәй ҡош, уйлап торма.
Яҙын ҡайтҡас, ниңә көҙөн китә,
“Тор-райыҡ” тиһә лә...
Уҡыусылар. Торна
Ҡояшбикә. Әсәй көтә был ҡоштарҙы,
Улар тоя һөйөү, наҙ.
Бәпкәләрен сығарғанда,
Шатлығынан бейей...
Уҡыусылар. Ҡаҙ.
Ҡояшбикә. Тау-ҡаяны төйәк итә,
Бер ниҙән тормай өркөп.
Кемдең уны күргәне бар?
Ҡош батшаһы ул - ...
Уҡыусылар. Бөркөт.
Ҡояшбикә. “Тарттым, тарттым”, - тип ҡысҡыра,
Үҙе бер йөк тә тартмай.
Ҙур эш башҡарған кеүек
Маҡтана көн дә...
Уҡыусылар. Тартай.
Ҡояшбикә. Аяғы аҡтай, ҡойроғо ҡоромдай,
Мороно боҙҙай, күҙе тоҙҙай.
Уҡыусылар. Һайыҫҡан.
Ҡояшбикә. Ағас башы туҡылдыҡ,
Туҡый-туҡый туҡ булдыҡ.
Уҡыусылар. Тумыртҡа.
Ҡояшбикә. Балаһын баҡмай,
Сит ояға ташлай.
Уҡыусылар. Кәкүк.
Ҡояшбикә. Ҡойроғон ҡамсылап,
Ауыҙын тамсылап,
Ағасһыҙ, мөйөшһөҙ
Өй һалды, еүешләп.
Уҡыусылар. Ҡарлуғас.
Ҡояшбикә. Ҡолға башында йорто,
Эсендә йәшәй йырсы.
Уҡыусылар. Сыйырсыҡ.
Ҡояшбикә. Кәкре муйын, аҡ йомғаҡ,
Йөрөй күлдә яр буйлап,
Йәлеп итә үҙенә,
Зарлы көйҙәрен уйнап.
Уҡыусылар. Аҡҡош.
Ҡояшбикә. Һай, булдыҡлы балалар! Мең рәхмәт төшкөрҙәре! Бик күп беләһегеҙ икән дә.
Һәр төрлө ҡоштар ерҙә бар,
Һанап бөткөһөҙ улар.
Ҙурайғас, күп ерҙәр үтеп,
Барын белерһең, туған.
Балаларға күстәнәстәр тарата.
1-се бала. Күк үлән араһынан
Ҡош йомортҡаһын таптым,
Таптым да, уға ҡарап,
Аптырап, уйға баттым...
Бер ҡыҙыҡ булһын өсөн,
Кеҫәгә генә һалып,
Ҡайтырға микән әллә
Ҡош йомортҡаһы алып?
Юҡ, юҡ, улай итергә
Баҙманы минең йөрәк,
Йомортҡаларҙы алһам,
Илар турғай йә өйрәк!
Ерҙә ятҡан йомортҡа
Күктә осар ҡош булһын!
Ҡоштарҙың барсаһы ла
Минең менән дуҫ булһын.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, ҡоштарҙың йомортҡаларына ҡағылырға яраймы?
Уҡыусылар. Юҡ, ярамай.
Уҡытыусы. Ҡоштарға ҡарата, тимәк, ниндәй булырға кәрәк?
Уҡыусылар. Уларға тағараҡ яһарға, оя эшләргә, ашатырға кәрәк, уларҙы рәнйетергә ярамай. Улар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ, ярҙамсыларыбыҙ.
Г.Юнысова һүҙҙәренә Т.Шәрипов яҙған “Хушығыҙ, ҡошҡайҙарым” йыры яңғырай.
Уҡытыусы. Ошоноң менән беҙҙең ҡоштарға арналған байрамыбыҙ аҙағына яҡынлашты, ҡарап ултырыуығыҙ өсөн рәхмәт!