Й?й?ор булып бал?ы тыу?ан ерем!


Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы
“З.Биишева исемендәге 140- сы Башҡорт гимназияһы”ның муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
“Йәйғор кеүек балҡый тыуған ерем”
(Р.Бикбаевтың “Башҡортостан бында башлана”шиғырын өйрәнеү.)
Искәндәрова Әлфирә Әнүәр ҡыҙы-
юғары категориялы башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Тема. “Йәйғор кеүек балҡый тыуған ерем” (Р.Бикбаевтың “Башҡортостан бында башлана”исемле шиғырын өйрәнеү.)
Маҡсат. 1) Яҙыусы әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен асыу;
2) тасуири уҡыу күнекмәләрен ойоштороу;
3) уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү һәм эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү;
4) тыуған республикаңды ҡәҙерләү, һөйөү тойғолары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: яҙыусының портреты, китаптарынан күргәҙмә, дәреслек, Башҡортостан картаһы, һүҙлектәр, плакаттар, фонохрестоматия.
Дәрестең девизы:

Дәрес барышы.
I. Ойоштороу моменты.1. Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу.
2. Плакатҡа яҙылған девизға иғтибар йүнәлтеү.
Уҡытыусы.
- Девиз ниндәй фигураны хәтерләтә? (Йәйғор.)
- Йәйғорҙа ниндәй төҫтәрҙе күрәбеҙ? (Йәшел, аҡ, зәңгәр.)
- Ә был төҫтәр нимәне аңлата?
Йәшел төҫ – азатлыҡ, мәңгелек тормош билгеһе.
Аҡ төҫ – тыныслыҡты һөйөү, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте белдерә.
Зәңгәр төҫ – сафлыҡ, яҡтылыҡты аңлата.
Ә хәҙер Рәсәй флагы төҫтәренең ниндәй мәғәнәгә эйә булыуын асыҡлап үтәйек.
Аҡ төҫ – тыныслыҡ, сафлыҡ.
Күк төҫ – ышаныс, тотороҡлолоҡ.
Ҡыҙыл төҫ – көс, ил өсөн ҡойолған ҡан, энергия.
II. Әңгәмә ҡороу (девизды бер –ике уҡыусынан тасуири уҡытыу, уның дәрескә ҡағылышлы әһәмиәтен билдәләп үтеү.)
Уҡытыусы.
Дәрестең төп темаһына ҡәҙәр, әйҙәгеҙ, ҡыҫҡаса тарихҡа туҡталып үтәйек (ҡурай таждары төшөрөлгән һүрәт-плакат менән эш итеү.)
- Унда яҙылған даталарҙың әһәмиәтлеге нимәлә?
1919 йылдың 23 марты – Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының төҙөлөүе.
1922 йыл, июнь – Башҡорт АССР-ның хәҙерге мәлдәге сиктәрен билдәләү һәм Өфөнөң баш ҡалаға әүерелеүе.
1938 йылдың 12 декабре – Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың тыуған көнө (биографик белешмә биреп китеү.)
1941-1945 йылдар – Бөйөк Ватан һуғышы.
1990 йылдың 11 октябре – Суверенлы Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүе. Беренсе Президентты һайлау көнө.
1992 йылдың 25 феврале - Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагын раҫлау.
- Дәүләт флагының авторҙары кем? (Ольга Евгеньевна Асабина, Урал Тимербулат улы Мәсәлимов)
1993 йылдың 12 октябре - Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы һәм гимны раҫланған көн.
- Дәүләт гербының һәм гимнының авторҙары кем? (Герб авторы – Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов, гимндың авторы - Фәрит Фәтих улы Иҙрисов, ә гимн тексы авторҙары – Рәшит Шәкүр, Рауил Бикбаев, тәржемәһе – Ф.Иҙрисов һәм Светлана Чураева. Гимндың тексы 2008 йылдың 18 сентябрендә раҫлана.)
- Был даталар нимәгә ишаралай? Ниндәй һығымта яһарға мөмкин?
- Эйе, һеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән килешәм һәм билдәле ғалим, халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре менән йөпләп ҡуям: “Тарих – халыҡ яҙмыштары төйөнө, заманалар ағышы, яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ, аң менән томаналыҡ, яҡшы менән яман көрәше”.
III. Президент тарафынан быйылғы йыл ниндәй йыл тип иғлан ителде? (Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы). Беҙҙең республика нисек атала?
Ә хәҙер бөгөнгө темаға – яңы әҫәр менән танышыуға күсәйек. Ул Р. Бикбаевтың “Башҡортостан бында башлана” шиғыры.
Һүҙлек өҫтөндә эш.
Офоҡ – горизонт (күк менән ерҙең тоташҡан һыҙығы)
Ҡитға –материк
Алыҫҡа бағыу – йыраҡҡа ҡарау
Ҡолас – размах.
- Уҡытыусының тасуири уҡыуы, һуңынан уҡыусыларҙан тасуири уҡытыу.
- Әңгәмә ҡороу. Һорауҙарға яуаптар алыу.
- Шиғыр һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар уятты?
- Автор ниндәй ер-һыу атамаларын телгә алып үтә?
- Эйе, йылғаларҙы. (Сөн, Яйыҡ, Юшатыр, Әй.)
- Был йылғалар Башҡортостандың ниндәй мөйөштәренән башлана? Был йылғалар тураһында “Башҡортосан географияһы” дәресендә үтәһегеҙ.
- Тағы ла Башҡортостандың ниндәй йылғаларын беләһегеҙ? (Башҡортостан картаһы һәм йылғаларға бағышланған плакат менән эш итеү.)
- Йәй көндәрендә ниндәй йылғаларҙа һыу инәһегеҙ?
- Р.Бикбаев тыуған иленә, республикаһына булған мөнәсәбәтен нисек сағылдырған? Ул үҙенең әҫәрен яңғырашлы, хисле, һығылмалы итеү өсөн ниндәй һүрәтләү саралары ҡуллана?
Һүрәтләү саралары яҙылған таблицаға таянып эш итеү.
IV. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе. Шулай итеп, балалар, беҙ бөгөнөгө дәрестә тыуған республикабыҙ – Башҡортостан хаҡында һүҙ йөрөттөк. Тарих, география фәндәренә бәйле күренештәр менән танышып үттек. Йәйғор рәүешендә ике илдең (Башҡортостан менән Рәсәй) флаг төҫтәре сағылышын һәм уларҙың иҡтисад, сәйәси, мәҙәни үҫеше берҙәмлегенең һүрәтләнешен күрҙек. Шулай уҡ даталар яҙылған ҡурай таждары аша ете ырыуҙың татыулығына, берҙәмлегенә юлыҡтыҡ. Олатай-атайҙарҙың мираҫына һәр саҡ тоғро булып ҡалыуҙы раҫланыҡ. Ә беҙҙең бурысыбыҙ – үҙ илебеҙҙең ысын хужаһы, патриоты булып ҡалыу һәм киләсәктә Республикабыҙҙың сәскә атыуын, уның байлыҡтарын һаҡлау һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың дуҫлығын, берҙәмлеген нығытыу.
V. Баһалау.
VI. Өй эше. Шиғырҙағы һүрәтләү сараларын яҙып бөтөрөргә.