Урок по башкирскому языку на тему Халы? йыр?ары 4класс
Халыҡ йырҙары-халыҡ күңеленең көҙгөһө.
Тема.Тарихи йырҙар һәм ҡылым һөйкәлештәре.
Маҡсат. 1. Башҡорт халыҡ ижадының бер төрө булараҡ тарихи йырҙар тураһындағы белемдәрҙе системалаштырыу ҡылым һөйҡәлештәрен нығытыу.
2. Уҡыусыларҙың зирәклек, отҡорлоҡ сифаттарын арттырыу. Телмәрен үҫтереү.
3. Уҡыусыларҙа халыҡтың ауыҙ-тел ижадына, тарихына мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу.
Телевизор, видеомагнитафон
Магнитофон, синтезатор.
Плакаттар, карточкалар. Таблицалар.
Дәрес барышы. Ниндәй гүзәл халыҡ йыры,
Күпме көс, тәрәнлек бар.
Беҙҙе бөтә ғүмер буйы
Оҙатып килә улар.
Ойоштору моменты.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ҡунаҡтар. Әйҙәгеҙ дәресте йылмайыу менән башлайыҡ. Бер – беребеҙгә ҡарайык һәм йылмаяйыҡ. Һәр ваҡытта бер – беребеҙгә мәрхәмәтле, алсаҡ, ярҙамсыл булайыҡ.
Кеше ҡасан матур була.
Кеше матур була шул саҡта –
Башҡаларҙы саҡырғанда
Үҙе яҡҡан усаҡҡа.
Кем башҡорт телен ярата, арыбыҙ менән танышырға килделәр.
Кем теләй күп белергә.
Шулар бөгөн беҙгә килһен
Рәхим итһен дәрескә.
Дәрестең маҡсаты менән танышыу.
Бөгөн беҙ бер – беребеҙҙе тыңларға, уйларға, фекерләргә, үҙ фекеребеҙҙе әйтергә өйрәнербеҙ.
Һеҙгә ҙур уңыштар, дәрестә әүҙем генә ҡатнашып ултырыуығыҙҙы теләйем.
Өй эшен тикшерү,актуалләштерү.
Үткән дәрестә беҙ халыҡ ижады жанрҙарының ниндәй төрө менән танышҡан инек.
Сеңләүҙәр менән.
Һеҙҙең был теманы нисек үҙләштереүгеҙҙе тикшерү өсөн мин һеҙгә тест әҙерләнем. /Тест һорауҙарына яуап биреү./
Тест.
Сеңләүҙе кемдәр башҡарған.
а/ ата - әсәләр,
б/ егеттәр,
в/ ҡыҙҙар,
г/ балалар.
Сеңләүҙәрҙә теләк йырын кем башҡара
а/ ҡыҙҙың ата - әсәһе,
б/ әхирәттәр,
в/ ҡоҙағыйҙар,
г/ ҡәйнәһе.
Сеңләүҙәрҙә ниндәй тойғолар өҫтөнлөк итә
а/ шатлыҡ
б/ битарафлыҡ,
в/ рәхмәт әйтеү,
г/ үпкәләү.
Сеңләүҙәрҙә ниндәй һүрәтләү саралары осрай
а/ сағыштырыу,
б/ метафора,
в/ эпитет,
г/ гипербола,
д/ ирония.
Сеңләү ниндәй йола менән бәйләнгән
а/ Нардуған,
б/ Һабантуй,
в/ Ҡарғатуй,
г/ Туй.
/Парҙарҙа тикшереү, баһалау/.
Тема өҫтөндә эш.
Ә хәҙер, уҡыусылар, башҡорт теленең үҙенсәлектәрен иҫкә төшөрөп, нығытып китәйек.
Иғтибар менән уҡырға, аҫтына һыҙылған һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ.
Эштәреңдә үрнәк бул,
Ыласындай йыраҡ бул,
Ирең өсөн терәк бул,
Яман эштән йыраҡ бул.
/”Киленсәҡ”/
Бул – бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы.
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы нимә аңлата.
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы бойороуҙы үтенеүҙе аңлата.
Йәмле генә Урал буйын ташлап
Киткеләрем килмәй илемдән.
/”Йәйләүлек”/
Йөрөһә - шарт һөйкәлеше ҡылымы.
Ул нимә белдерә.
Шарт һөйкәлеше ҡылымы эш – хәрәкәттең шарт булып килеүен белдерә.
Дошмандарҙан уны яҡлап,
Күп ирҙәр башын һала.
Ирҙәр үлә, башына һала,
Бөтмәҫ дандары ҡала.
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары.
Улар нимә аңлата.
Хәбәр һөйҡәлеше ҡылымдары эш – хәрәкәттең эшләнеүе йәки эшләнмәүе тураһында хәбәр итә.
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының тағы ниндәй үзенсәлеҡтәре бар.
Улар зат, һан заман менән үҙгәрәләр.
Әлеге ҡылымдар ниндәй заманда тора. /хәзерге./
Хәзер шул ҡылымдарҙы киләсәк заманға ҡуйып уҡып күрһәтегеҙ.
Һала – һалыр – һаласаҡ
Үлә- үләр – үләсәк
Ҡала – ҡалыр – ҡаласаҡ.
/киләсәк заман ике төрлө яһала/
Ә үткән замандагы хәбәр һөйкәлеше тураһында нимә әйтә алаһыгыҙ.
Үткән заманда хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары шаһитлы һәм шаһитһыҙ булырга мөмкин.
Беренсе вариант – Шаһитлы үткән заман.
Дошмандарҙан уны яҡлап,
Күп ирҙәр башын …… .
Ирҙәр ….., башын ….. ,
Бөтмәҫ дандары ….. .
Икенсе вариант - Шаһитһыҙ үткән заман.
Үҙ аллы эш.
Дәресебеҙҙең беренсе өлөшөн тамамлап ял итеп алайыҡ.
Ял минуты.
“Сәсәндәр әйтеше”
Бер тигәс тә ни яман
Бер дуҫың да булмаһа шул яман.
Ике тигәс тә ни яман.
Икеле алһаң шул яман.
Өс тигәс тә ни яман
Өс туғаның дошманлашһа, шул яман.
Дүрт тигәс тә ни яман.
Дүртлек яуап биреп өслө ҡуйһалар, шул яман.
Биш тигәс тә ни яман.
Бишле алып булмаһа, шул яман.
-Укыусылар, иғтибар итегеҙ әле, ҡылым һөйкәлештәрен ҡабатланғанда беҙҙең күнегеүҙәр ҡайҙан алынған ине.
- Йырҙарҙан.
- Тимәк, беҙ бөгөн тағы нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
- йырҙар тураһында.
Шиғриәт минуттары.
Ата – бабам күптән донъя ҡуйған,
Көл – тупраҡҡа инде әйләнгән.
Әммә йәнем мең-мең быуат аша
Улар рухы менән бәйләнгән.
Күкрәгемдә - ата-бабам көсө,
Ә ҡандары тибә тамырҙа.
Мин тыуғанмын ерҙә ғүмер буйы
Атайсал тип өҙөлөп янырға.
Юҡ. Юҡ. Рәнйетмәнем һис ҡасан да
Ата-бабаларҙың рухын…
Маҡтап йырлармын мин улар данын
Киң илемдең күркен, ырыҫын.
-Йәмле Урал тауы буйҙарында
Ҡымыҙлыҡтан йыуан йыуа.
Эскенәйең бошоп, йөрәген янһа,
Йырлап ала торған бар,
Тип йырлаған борон башҡорт халҡы.
Сөнки ул йыр яратҡан.
-Йыр – фольклорҙың киң таралған төрҙәренең береһе. Донъяла Кеше йырһыҙ йәшәй алмай. Йыр борон – борондан халыҡтың тоғро юлдашы булған. Кеше эш эшләгәндә лә, көтөү көткәндә лә йыш ҡына йырлап йөрөр булған. Әле лә шулай. Кеше сабый сағында әсәһе йырлаған сәңгелдәк йырҙарын тыңлый, туй һәм байрамдарҙа бейеү көйҙәрен, таҡмаҡ йырҙарын ишетә, мәжлестәрҙә төрлө оҙон, ҡыҫҡа йырҙарҙы йырлай.
Йыр – кешенең күңел күрке булып әүерелгән. Халыҡ үҙе әйткәнсә, йыр күңеллегә ҡыуаныс, Һағышлыға йыуаныс ул. Ул үҙенең шатлығын да, һағышын да йырға һалған. Йыр менән күңелеңдәген әйтеп биргән.
Ә халыҡ йырҙары моң, образлылыҡ яғынан ғәжәп бай. Улар ғәйәт зур илаһи көс, эстетик тойғо менән һуғарылған була. Шуға ла улар халык йөрәгенең иң түрендә тыуып, һаҡланып, беҙҙең көндәргә килеп еткән.
- халыҡ йырҙары араһында ниндәй йырҙар айырым урын алып тора. Улар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ.
- тарихи йырҙар.
Тарихи йырҙар – халыҡтың хәрби тарихына, ил яҙмышына бәйле мөһим ваҡиғалар хаҡинда һәм унда ҡатнашҡан халыҡ батырҙары, күренекле шәхестәр тураһында хикәйәләүсе ижад төре.
Тарихи йырҙарҙа халыҡ тарихында булып үткән иң һыналышлы осорҙар, быуындар күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған оло ваҡиҫалар сағылыш тапҡан.
Тарихи йырҙарҙың үҙәгендә йәшәп килгән тәртиптәргә ҡарата үҙәренең протесын белдергән колонизаторҙарға ҡаршы ҡанлы көрәш алып барған Салауат, Пугачев кеүек тарихи батырҙар образдары тора.
Тарихи йырҙарҙы беҙ ниндәй төрҙәргә бүлдек.
Тыуған ил тураһындағы йырҙар.
- Креҫтиәндәр һуғышы тураһындағы йырҙар.
- Ватан һуғышы тураһындағы йырҙар.
- Кантон башлыҡтары тураһындағы йырҙар.
- Был йырҙар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
Тарихи йырҙарҙың бер төркөмөн кантон башлыҡтары тураһындағы йырҙар тәшкил итә. Кантон башлыҡтарын кәһәрләгән йырҙар менән бер рәттә уларҙы данлаған, маҡтаған йырҙар ҙа күп кенә.
- Ҡасҡындар тураһындағы йырҙар.
- Ҡасҡындар тураһындағы йырҙар – башҡорт тарихи йырҙарының ҙур төркөмөн тәшкил итә. Ҡасҡын йырҙарының персонаждары тормошта ысынлап та булған кешеләр.
- Хәрби поход һәм әрмә тураһындағы йырҙар.
- Ҡатын – ҡыҙҙар тураһындағы йырҙар.
- Был йырҙар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
- Ҡатын – ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙарының бер төркөмөн боронғо йолалар буйынса һөйгәненән айырып көслөк менән малға һатып ебәрелгән ҡыҙҙарҙың әсе яҙмышы хаҡындағы йырҙар тәшкио итә. Ҡатын – ҡыҙҙар бер ниндәй хоҡуғы ла булмаған. Малға һатылған ҡатын – ҡыҙҙарҙың фажиғәле яҙмышы “Зөлхизә” йырында асыҡ сағыла.
Ҡатын – ҡыҙҙыр тураһындағы йырҙарҙың икенсе бер төркөмө шәхси фажиғә ерлегендә тыуған. Был “Ғилмияза” йырында асыҡ сағыла.
Ә ниндәй йыр башҡорт халҡында гимн ролен үтәгән.
“Урал” йыры.
Был йыр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ.
Укыусыларҙың яуабы:
Эйе, “Урал”дың ун бишкә яҡын төрө бар. Һәр төбәк үҙ батырын, үҙ ерен данлап үҙенсә йырлаған.
Бөгөн беҙҙә дәрестә Г.Әлмөхәмәтов конкурсы дипломанты Рәүф ағайығыҙ ҡунаҡта. Ул һеҙгә “Урал” йырының бер төрөн йырлап ишеттерер.
/Рәүф Кашапов башҡарыуында “Урал” йыр тыңлана./
Ә хәҙер мин һеҙҙе үҙем яратып тыңлаған йыр менән таныштырып китәм.
/В/ яҙманан “Сыңрау” торна йырын тыңлау./
Бөгөнгө дәрестә халҡыбыҙ ижадының бер төрө - йырҙың ғөжөп моңло, бай тарихлы икәненә тағы ла бер инандыҡ.
М.В. Лоссиевский башҡорттар хаҡындағы мәҡәләһендә “Башҡорттарҙа атай-олатайҙарҙан ҡалған йола буйынса батырҙар һәм уларға ҡағылышлы хикәйәттәрҙе, легендаларҙы, йырҙарҙы һәр бәлиғ кеше мотлаҡ белергә тейеш булған” – тип яҙған.
Халҡыбыҙың үҙенең рухи байлығын, боронғо тарихын һәм йырҙарын бына нисеҡ һаҡлап килгән.
Беҙгә лә был мираҫты һаҡларға һәм өйрәнергә кәрәк.
Ә хәҙер “Көйҙө тап” уйынын уйнап алайыҡ.
/магнитофондан халыҡ йырҙарының өҙөгөн тыңлап, ниндәй йырҙан икәнлеген белергә./
а/ “Урал”
б/ “Әрме”
в/ “Тәфтиләү”
г/ “Порт – Артур”
д/ “Зөлхизә”
/Үҙ эшеңде тикшерү, баһалау./
Рефлексия.
Дәрестә алған белемдәребеҙҙе йомғаҡлап, тест эшләп алайыҡ.
Тест Тарихи йырҙар.
Башҡорт халҡының гимны дәрәжәһенә күтәрелгән йыр
а/ “Урал”
б/ “Азамат”
в/ “Салауат”
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.
а/ “Тәфтиләү”
б/ “Ҡолой кантон”
в/ “Илсе Ғайса”
Сәсән, шағир, йырсы, импровизатор, көрәшсе исемдәрен бер юлы ниндәй шәхес йөрөткән.
а/ Батырша
б/ Ҡараһаҡал
в/ Салауат
Икенсе әрмә йыры ниндәй ваҡиғалар тураһында һөйләй.
а/ Герман һуғышы
б/ Азов һуғышы
в/ Француз яуы
Француздарҙың ғына ерҙәре
Түңәрәк тә икән күлдәре.
а/ “Любизар”
б/ “Әхмәт Байыҡ”
в/ “Ҡаһым түрә”
Был һәләтле егетте Буранғол кантон уҡырға ебәргән.
а/ “Буранбай”риүәйәте
б/ “Бейеш” риүәйәте
в/ “Таштуғай”риүәйәте
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
а/ “Эскадрон”
б/ “Йәйләүлек”
в/ “Урал”
Үҙ хөкөмдәре лә үҙ ҡулында,
Ни ҡылһа ла ирке бар, тиҙәр.
а/ “Ҡолой кантон”
б/”Абдулла ахун”
в/ “Ҡаһарман кантон”
/Парҙарҙа тикшереү, баһалау./
Өйгә эш. “Минең тормошымда йыр” темаһына инша яҙып килергә.
Укыусылар, дәрестә бик яҡшы эшләнегеҙ. Бөтәгеҙгә лә рәхмәт.
Дәресебеҙҙең девизын уҡып, эшебеҙҙе йыр менән йомғаҡлап куйһаҡ бигерәк тә яҡшы булыр.
/Таҡтаға яҙылған шиғирҙы хор менән укыу,
“Любизар” йырын йырлау./
Халыҡ йырҙары халыҡ күңеленең көҙгөһө.
“Тарихи йырҙар һәм ҡылым һөйкәлештәре “