Конспект внеклассного мероприятия Птицы -наши друзья на башкирском языке



Ҡоштар
беҙҙең дуҫтар
(ҡоштар байрамы иртәлеге)
Ҡоштар –беҙҙең дуҫтар
Маҡсат:
1) Балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһында белемдәрен тәрәнәй
теү,уларҙың көнкүрешенә,йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар биреү.
2)ҡоштарға һаҡсыл ҡараш,тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
3)балаларға тирә-яҡ мөхитте,хайуандар донъяһын һаҡлау сараларын аңлатыу.
Йыһазландырыу :
Ҡоштарҙың һүрәттәре,йомаҡтар һәм һорауҙар яҙылғанкарточкалар *Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ*темаһына һүрәттәр,*Тәбиғәтте һаҡлайыҡ* стенды .
Иртәлектең барышы :
Хөрмәтле балалар! Тыуған еребеҙгә шаулап-гөрләп яҙ килә!Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡайталар.
Эй талпынып ҡайтҡан ҡошҡайҙарым,
Тыуған еркәйҙәргә ни етә!
Һәр ботағы һәр япрағы яҡын,
Һәр һулышы күңел елкетә
Тыуған еркәйҙәргә ни етә.
1-се бала
Яҙ килә,яҙ!
Элекке түшел ҡар ҙа,
Ҡарайҙы ул баҫыуҙа
Йылғаларҙағы боҙ ҙа
Ярыла бит баҫыуға
2-се бала
Сыйырсығым ҡошсоғом,
Хәҙер бында ҡыш түгел.
Матурым, һин кил инде-
Өйөң өлгөрҙө бөгөн.
3-сө бала
Сыйырсыҡ-сыйырсыҡ !
Ояңдан осоп сыҡ!
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң көйөң!
4-се бала
Ул һайрай мең телдә,
Булғанға күп илдә.
Дәртләнә, һөйөнә,
Ҡайтҡанға өйөнә.
5-се бала
Йәшәрә үлән,йылмая ҡояш.
Тыуған яғына ,
Ҡайтты ҡарлуғас.
6-сы бала
Ҡарға әйтә ҡарр-ҡарр!
Һары себеш бар-бар.
Ул себеште алыр инем,
Инәләре бар-бар!
Ҡарлуғас .
Мин ҡарлуғас-ҡарлуғас,
Ҡайттым бына яҙ булғас.
Йылы яҡтарҙа йөрөнөм,
Беҙҙә һыуыҡ ҡар булғас
Турғай
Сирыҡ – сирыҡ сирҡылдай ,
Бәсм ботаҡҡа ҡунып.
Сирыҡ – сирыҡ үҙ телендә
Ниҙер һөйләй , ҡыуанып.
Һандуғасҡай
Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай,
Йыры моңло шул ҡәҙәр!
Эҙләнем йырсы ҡошсоҡто,
Таба алманым мәгәр
Сыйырсыҡ
Ҡайттың мы, сыйырсыҡ?
Мин һине гел көттөм –
Иң матур ҡайынға
Оя ла беркеттем.
Нисәмә таҡтаны
Бысып мин ташланым.
Тырыштым , барыбер
Ояны яһаным.
Тумыртҡа
Көнө буйы туҡ та туҡ,
Ағастан ҡорт табып туҡ.
Ағаста йыйылған ҡортҡа
Иң ҙур дошман тумуртҡа
Күгәрсен
Гөрләй күгәрсен
Тәҙрә башында.
Ике балаһы
Ҡанат аҫтында.
Бына бер айҙан
Улар үҫерҙәр.
Болоттар аша
Осоп үтерҙәр.
Әсәй ергә ем һипкән,
Бер турғай килеп еткән.
Бәләкәс туптай еңел,
Һикереп йөрөй ул гел.