Сценарий праздника шежере (родословной)
Ырыу көсө, тамыр көсө – шәжәрә
(байрам сценарийы)
Зал өй кеүек биҙәлгән. Бер яҡ стенала шәжәрәләр күргәҙмәһе. Девизы: “Ырыу көсө, тамыр көсө – шәжәрә”.
Үҙәк стенала – ҙур шәжәрә. Уның эргәһендә – һандыҡ өҫтөндә милли башҡорт кейеме кейгән Хәмит олатай ултыра. Талғын ғына ҡурай моңона Ҡәҙим Аралбаевтың “Шәжәрә” шиғыры яңғырай.
Шәжәрә
Шәжәрә – ул байрам ғына түгел,
Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше,
Мең ғазаптар аша ҡан тартыуы,
Уттар аша ғүмер киҫеше.
Шәжәрә – ул йәшәү тантанаһы,
Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,
Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,
Боронғо ла, йәш тә, хәҙерге.
Шәжәрә – ул бөйөк, изге йортоң,
Уға тейеш һин бер ҡайтырға.
Унда һине туғаныңа Ер ҙә,
Йән дә, ҡан да тейеш тартырға!
Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.
Күкрәк киреп олон торбайтҡанда,
Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә!
Ҡыҙ бала инә.
Хәмит олатай. Ҡайттыңмы, ҡыҙым? Әйҙә, минең эргәмә ултыр ҙа ял итеп ал.
Ҡыҙ ултырғысҡа ултыра.
Бала. Олатай! Был ниндәй ағас?
Хәмит олатай. Был минең шәжәрәм.
Ҡыҙ. Ә нимә ул «шәжәрә»?
Хәмит олатай. Шәжәрә ул – ырыу ағасы. Элек кешеләр үҙ нәҫелен 7-се быуынға тиклем белергә тейеш булғандар. Улар туғандарының исемдәрен яҡшы белгәндәр. Ә ҡайһы берҙәре яҙғандар ҙа. Ырыуҙың ағас рәүешендә яҙылыуы, һүрәтләнеше шәжәрә тип атала. Мин дә, балам, һеҙҙең нәҫел ептәрен өҙмәүегеҙҙе теләйем. Бөгөн мәктәптә Шәжәрә байрамы була икән. Мине лә саҡырҙылар. Һин дә барыр инеңме?
Ҡыҙ: Эйе, олатай. Мин дә һинең менән байрамға барам.
Хәмит олатай. Улайһа, тиҙерәк булайыҡ. Һуңға ҡалыу матур эш түгел ул.
Сығып китәләр. Ҡурай моңо яңғырай. Алып барыусы инә.
Алып барыусы. Хәйерле көн, балалар, ата-әсәләр, килгән ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн Шәжәрә байрамына йыйылдыҡ. Байрамда ете ғаилә ҡатнаша.
Уҡыусы.
Атайҙар ҙа шат бөгөн,
Әсәйҙәр ҙә шат бөгөн,
Балалар ҙә шат бөгөн,
Ҡунаҡтар ҙә шат бөгөн,
Шәжәрә байрамы бөгөн!
Алып барыусы. Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алайыҡ.
Ҡатнашыусылар менән таныштырыу.
Алып барыусы. Ғаилә – кеше өсөн йылы бер оя. Ошо ояла балалар тыуа. Ғаиләгә йәм, нур, ҡыуаныс өҫтәлә. Һәр бер ата-әсә балаһына матур, оло мәғәнәгә эйә булған исем бирергә тырыша.
Беренсе сығыш «Һай, исеме лә исеме!».
Алып барыусы. Ә хәҙер уҡыусылар башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай” яңғырай.
“Ҡарабай” йыры.
Алып барыусы. Ете быуынға тиклем нәҫелен белеп, үҙ шәжәрәһен төҙөгән кешеләрҙе элек-электән үк хөрмәт итәләр. Хәҙер сарала ҡатнашыусыларыбыҙ үҙҙәренең шәжәрәләре тураһында һөйләйәсәктәр.
Икенсе сығыш «Минең шәжәрәм».
Өлкәндәр һәм уҡыусылар сығышы.
Алып барыусы. Рәхмәт, дуҫтар! Бик матур итеп һөйләнегеҙ. Хәҙер бер аҙ уйнап алайыҡ әле.
«Тирмә» уйыны.
Алып барыусы. Ғаилә ул бәләкәй генә ил, ә һәр илдең үҙ символикаһы бар. Беҙҙең ҡатнашыусыларыбыҙ ҙа үҙҙәренең ғаилә гербтары, девиздары менән таныштырып үтергә теләй..
Өсөнсө сығыш «Ғаиләм символикаһы».
Өлкәндәр һәм уҡыусылар сығышы.
Алып барыусы. Әйҙәгеҙ әле бармаҡ уйынын уйнап алайыҡ.
Бармаҡ уйыны. «Минең ғаиләм»
Алып барыусы. Ниндәй сара йырһыҙ булһын инде! “Йыр – йән аҙығы”, – тиҙәр бит. Уҡыусылар башҡарыуында йыр яңғырай.
«Бала саҡ – күңелле саҡ» йыры (автор һүҙҙәре) яңғырай.
Алып барыусы. Олатайҙар, өләсәйҙәр тураһында бик күпте белергә, һөйләргә була. Балалар, ә һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кеше кем ул?
Уҡыусылар. Атай, әсәй, ағай, апай, һеңле, ҡусты.
Алып барыусы. Афарин. Ә хәҙер шигыр яратыусы балаларыбыҙ иң яҡын кешеләренә бағышлап шиғырҙар уҡып үтәсәктәр.
Ғаилә ағзаларына бағышланған шигырҙар уҡыу.
Әсәйем
Әсәй-әсәкәйем, тиеп
Яратып ҡына әйтәм
Шулай яғымлы булырға
Ҡустымды ла өйрәтәм.
Әсәйем-әсәкәйгенәм,
Һөйөклөм, берҙән-берем.
Бәхетле ғүмер теләйем
Һиңә, минең ҡәҙерлем! Атайым
Атайым-атаҡайым,
Таяныс беҙҙең өйҙә.
Бер ҡарашы ла етә,
Кәрәкмәй сыбыҡ сөйҙә.
Атайым-атаҡайым,
Өндәшәмен яратып.
Эштән ҡайта ашығып.
“Балам!”-тиеп, йән атып.
Ҡартатайым
Атайымдың атаһына
“Ҡартатай!”- тип өндәшәбеҙ.
Уның әкиәтен тыңлап,
Серләшәбеҙ, һөйләшәбеҙ. Ҡартәсәйем
Атайымдың әсәһе
Ҡартәсәй була беҙгә.
Гел яҡшылыҡ, изгелек
Тарата бөтәбеҙгә.
Олатайым
Әсәйемдең атаһын
Олатай тип ҙурлайбыҙ.
Тыуған көнө менән ҡотлап,
Күңелле йыр йырлайбыҙ.
Һеңлем
Апаһынан кесерәк,
Ағаһынан кесерәк.
Һеңлем бәләкәсерәк,
Шаян инде бигерәк. Өләсәйем
Әсәйемдең әсәһе
Өләсәй-өләсәйем.
Яндарына ултырып,
Ҡоймаҡлап сәй эсәйем.
Ҡустым
Бәләкәй генә малай,
Ҡустым-ҡустыҡай бит ул.
Тиҙ үҫәм тип йүгерә,
Уттай остоҡай бит ул.
Апайым
Апайым ҙур бит минән,
Мине ҡурсып торғанға,
Эш боҙоп йөрөмәйем,
Унан бер аҙ шөрләйем.
Аяҡтарым бәләкәс,
Мин шәп атлай алмайым. Ағайым
Ағайым ҙур булғанға,
Шуға тарта еңемнән.
Тартма, тартма еңемдән,
Апайым-апаҡайым!
Ҡустым
Сәп-сәп-сәпәкәй,
Минең ҡустым бәләкәй.
Ҡулын күтәргән була,
Сәпәкәй иткән була.
Рәсимә Ураксина Әсәйемә
Яғымлым, матурым –
Әсәйем һин минең.
Доньяла иң яҡын
Кешем дә һин минең.
Был тормош юлында
Һин – терәк бит миңә.
Ҙур бәхет, шатлыҡтар
Теләйем мин һиңә.
(автор һүҙҙәре)
Сәскәләр
Матур ғына сәскәләр
Ялан-ҡырҙа үҫәләр.
Наҙлы елдә баш һелкеп,
Миңә ҡарап торалар.
Сәскәләрне йыйып мин
Бүләк итәм әсәйгә.
Тыныс тормош, шатлыҡтар –
Яҡты теләк әсәйгә.
(автор һүҙҙәре) Алып барыусы. Афарин! Бик матур шиғырҙар!
Өләсәйҙәрҙең бик матур һандыҡтары ла булған. Улар унда нимә һаҡланылар икән?
Балаларҙың яуаптары.
Алып барыусы. Эйе, был һандыҡтарҙа матур-матур иҫтәлекле таҫтамалдар, балаҫтар, сигеүҙәр, ашъяулыҡтар, ҡулъяулыҡтар, яулыҡтар, күлдәктәр һ.б. һаҡлағандар. Ә һеҙҙең өләсәйегеҙҙең һандығы бармы? Унда ниндәй иҫтәлекле әйберҙәр һаҡлана икән?
Дүртенсе сығыш – “Өләсәйемдең һандығы”.
Уҡыусылар үҙҙәре алып килгән
иҫтәлекле әйберҙәр тураһында һөйләйҙәр.
Алып барыусы. Йә, ҡыҙҙар, һандыҡта һаҡланған сигеүҙәр менән бейеп ебәрегеҙ әле.
Сигеүҙәр менән бейеү.
Алып барыусы. Һай, афарин! Бына ниндәй беҙҙең ҡыҙҙар!
Ә һеҙ, өлкәндәр, балаларығыҙҙың тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һөйләгеҙ әле.
Бишенсе сығыш – “Баласаҡ – ҡыҙыҡлы саҡ”.
Видеосюжеттар ҡарау, балаларҙың тормошонан
ҡыҙыҡлы мәлдәр, ваҡиғалар тураһында һөйләү.
Алып барыусы. Бына көлөп тә, ял итеп тә алдыҡ. Инде һүҙҙе уҡыусыларыбыҙға бирәйек. Улар башҡарыуында башҡорт телендә таҡмаҡтар яңғырай.
Таҡмаҡтар әйтешеү.
Таҡмаҡтар
Эй, мышнаған, мышнаған
Мейес башында йоҡлаған.
Тирләшмәгән, бешмәгән,
Тирләшмәһә лә үҫмәгән.
Һаҡау һалма бешергән,
Биш тараҡан төшөргән.
Биш тараҡан алам, тип
Биш бармағын бешергән.
Картуфты яраталар,
Картуфты яраталар.
Таҡмаҡ әйтергә белмәйҙәр,
Һөйләргә яраталар.
Йөҙөп тә килмәм инде,
Йөҙөп тә килмәм инде.
Ауыҙымды энә менән
Тегеп тә килмәм инде.
Улай итә башлайыҡ,
Былай итә башлайыҡ.
Был таҡмаҡты тамам итеп,
Уйын уйнай башлайыҡ.
Алып барыусы. Афарин! Хәҙер мин үҙемдең бала сағымда бик яратып уйнаған бер уйын тәҡдим итәм.
«Алтын ҡапҡа» (автор варианты) уйыны.
Һүҙҙәре: Алтын ҡапҡанан балалар сығалар.
Уйын барышы. Балалар парлап баҫалар. Ҡулдарын бергә тотоп, “ҡапҡа” яһайҙар. Арттағы пар ҡулға-ҡул тотоношоп, “ҡапҡанан” алға үтә. Ә башҡалар һүҙҙәрҙе әйтәләр. (Рус халыҡ уйыны “Ручеек” кеүек).
Алып барыусы. Сарала ҡатнашыусы һәр ғаилә, күреүебеҙсә, бик тырышып, яҡшы итеп сығыш яһай. Байрамға улар музыкаль бүләк тә әҙерләгәндәр.
Алтынсы сығыш «Музыкаль бүләк».
(йырҙар, бейеүҙәр, инценировкалар)
Алып барыусы. Өләсәйҙәр һандыҡтарында сигеүҙәрҙән, шәжәрәнән, йырҙарҙан башҡа доғалар ҙа һаҡлаған.
Уҡыусы.
Эҙләмә һин, балам, ынйыларҙы,
Ваҡыттарың әрәм булмаһын.
Иҙге ядҡарь булған ололарҙың
Онотма һин иҙге доғаһын!
Алып барыусы. Хәҙер уҡыусылар Р. Миңнуллиндың «Әсәйем доғалары» йыры менән сығыш яһай.
Р. Миңнуллин. «Әсәйем доғалары».
Алып барыусы. Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн беҙҙә “Нарыштау” гәзите корреспонденты ….. ҡунаҡта. Гөлфирә апай, рәхим итегеҙ, һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ.
Ҡунаҡ сығышы
Алып барыусы. Эйе, олатай-өләсәйҙәрҙең мираҫын, тәрбиәһен быуындан-быуынға тапшырыу – беҙҙең бурысыбыҙ. Үткәндәрҙе барлап, киләсәккә ынтылып, нәҫел ептәрен өҙмәй генә йәшәү кәрәк. Үткәндәрҙе тоташтырып торған нәҫел ебе, нәҫел тамыры ҡоромаһын ине. Нәҫел ағасыңды белеү, эҙләү – барыбыҙҙың да иҙге бурысы!
Бөгөнгө байрамыбыҙҙа тормош тәжрибәләрен уҡыусыларыбыҙ менән уртаҡлашҡан, матур кәңәштәрен биргән әсәйҙәргә, ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт. Ғаиләләрегеҙ татыу, тигеҙ булһын. Балаларығыҙ аҡыллы, игелекле булып үҫһендәр! Бәхетле булығыҙ! Беҙ өлкәндәрҙең васыяттарын һаҡларға тейеш, сөнки беҙ һәр беребеҙ тамырҙарыбыҙҙы белергә тейеш. Ә үҙ тамырыңды, быуыныңды белеү – изге бурысыбыҙ! Быуындарҙы барлайыҡ, һаҡлайыҡ! Йәш быуынға үрнәк булайыҡ! Сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!
Ҡатнашыусыларҙы бүләкләү. Интерактив таҡтала алдағы йылдарҙа уҙғарылған шәжәрә байрамдарынан, дәрестәрҙән, күренештәр күрһәтелә.
Дәртле ҡурай моңо яңғырай. Уға ҡушылып, ҡумыҙҙа уйнау. Күмәк бейеү.