Статья Лексико-стилистические особенности произведений М.Гафури


УДК 811.512.141Ҡолһарина А.И.,
БДУ магистранты, Өфө ҡ.
Ғилми етәксеһе: Ғәләүетдинов И.Ғ.,
филол.фәнд.докт., БДУ проф., Өфө ҡ.
МӘЖИТ ҒАФУРИ ӘҪӘРҘӘРЕНЕҢ
ТЕЛ ҺӘМ СТИЛЬ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадында ХХ быуат башы йәмғиәтенең мөһим проблемалары төрлө яҡлап һүрәтләнеш алған. Уның әҫәрҙәрендә шул осор әҙәбиәтенең һәм халыҡ теленең үҙенсәлектәре асыҡ сағылыш алған.
М.Ғафури әҫәрҙәрендә иҫкергән һүҙҙәр байтаҡ ҡулланыла. Уларҙың төп ике төрө йыш осрай: архаизмдар һәм тарихи һүҙҙәр. Шулай уҡ үҙләштерелгән һүҙҙәр ҙә байтаҡ. Уларҙы түбәндәге төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин: 1) ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр; 2) фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр; 3) рус теленән һәм рус теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәр.
Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе түбәндәге лексик-семантик төркөмдәргә бүлергә мөмкин: а) дини тематиканы билдәләгән һүҙҙәр: алла, мулла, йәннәт, хәйер, зәҡәт һ.б. Мәҫәлән:
Ҙур байҙарҙың зәкат, хәйерҙәре,
Намаҙҙары, ураҙа, хәждәре,
Батшаларҙың киҫкен фармандары,
Баштарына кейгән таждары;
Дин әһленең изге китаптары
Мәғбәдтәре, алтын хачтары
Яҙылып биҙәкләнгән “ләүхелмәхфуз”
Таҡтаһын емереп ватабыҙ! [1, 90].
Был осраҡта “зәкат” – һатыу малының хәйергә бирелә торған өлөшө, “хач” – тәре, “мәғбәд” – ғибаҙәтхана, “ләүхелмәхфуз таҡтаһы” – яҙмыштар яҙылған мифик таҡта мәғәнәләрен аңлата.
Быларҙы күреп, эстән ҡалтырап,
Динле кешеләр тора шаҡ ҡатып.
Ҡурҡаҡ кешеләр ҡурҡып өркәләр,
“Донъя бөтә!..” тип, мәхшәр көтәләр [1, 89]. Мәхшәр – дини китаптар буйынса, үлеп яңынан терелеү көнө.
“Элекке ”ул” инде кеше булды” шиғырында ла ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр йыш осрай:
Шулай хайуан төҫлө һатҡандан һуң
“Уның” оҙон, бөтөн бер ғүмерен,
Мулла никах уҡып, баҫа ине
“Уға” мәңге ҡолоҡ мөһөрөн [1, 97].
б) тормош-көнкүреш, хеҙмәт, ғаилә һәм ғөрөф-ғәҙәт төшөнсәләре менән бәйләнгән һүҙҙәр: ваҡыт, әйбер, ғаилә, мәжлес, нәфрәт, хеҙмәт, вазифа, ҡаһүә, мәҙәниәт һ.б. Мәҫәлән:
Бер ҡарағыҙ әйҙә диңгеҙ артына,
Диңгеҙ артының мәҙәни халҡына:
Беҙгә мәғлүм: ҡаһүәһе һәм һөттәре,
Бик матур һәйкәл һалынған эттәре [1, 62].
М.Ғафури ижадында ҡулланылған фарсы һүҙҙәрен, лексик-семантик принциптан сығып, түбәндәге төркөмсәгә бүләбеҙ: а) йорт-йыһаз предметтары менән бәйле лексика: майҙан, зиндан, баҡса, балаҫ һ.б. Шағирҙың “Гөлдәр баҡсаһында”, “Харап баҡса” әҫәрҙәре киң билдәле; б) кеше менән бәйләнешле тематик һүҙҙәр төркөмө: дошман, дуҫ, баһадир, сауҙа, батша, шәкерт һ.б. Мәҫәлән: “Бер шәкерттең бер кешегә юлыҡҡаны”, “Дуҫтар” һ.б.
М.Ғафури ижадында шулай уҡ рус теленән үҙләштерелгән һәм рус теле аша ингән һүҙҙәр байтаҡ урын биләй:
Доға менән нығытмаҡсы була
Ҡаҡшап бөткән сиркәү нигеҙен,
Набат һуғып, туҡтатмаҡсы була
Тулҡынланған эшсе диңгеҙен.
Капиталдың дары төтөнөнә
Ҡатнаштырып ладан төтөнөн,
Советтәргә поход яһау өсөн
Йыймаҡ була дошман төркөмөн [1, 225]. Набат һуғыу – сиркәү ҡағыу, саҡырыу. Ладан – сиркәүҙә яндыра торған нәмә.
“Памфлет” шиғырында ла үҙләштерелгән лексика байтаҡ:
Ҡай бер эттәр мәшһүр әҙәмдәр менән
Бергә ашайҙар, ти, мадамдар менән.
Был йәһәттән эш шулай ул донъяла,
Үҙҙәре мәғрур улар фәүҡылғаҙә [1, 62] .
ХХ быуат тарихи ваҡиғалары менән бәйле аббревиатуралар ҙа шағир ижадынды йыш осрай:
Яңғырата хәҙер ерҙең йөҙөн
Эшселәрҙең көслө нидаһы,
Хәҙер СССР-ға антын биреп,
Килә сикһеҙ эшсе имзаһы [1, 133].
М.Ғафури ижады эмоциональ яҡтан хис-тойғоға бай. Шиғырҙарының исемдәрендә үк был үҙенсәлек ярылып ята. Мәҫәлән: һорау, өндәү һөйләмдәрҙән торған атамалар: “Ниңә кәрәк ине?”, “Икмәк!”, “Һарыҡты кем ашаған?”, “Эшлә, мужик!”, “Әйҙә, ҡыҙым, мәктәпкә!”, “Юҡтырһың да, алла!..”, “Иптәштәрем – шәкерттәр!” һ.б.
М.Ғафури әҫәрҙәрендә антитеза нигеҙендә төҙөлгән берәмектәр ҙә бик йыш осрай. Автор урыны менән прозаик предметтарҙы йәки кешеләрҙе бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйыу юлы менән контраслы образдар тыуҙыра. Был алым әҫәрҙәрҙең исемдәрендә лә йыш ҡулланыла: “Бай һәм хеҙмәтсе”, “Бесәй менән сысҡандар”, “Улар – улай, былар –былай” һ.б.
Шағир ижадына образлы сағыштырыуҙар ҙа хас:
Беҙҙе иҙгән империалистәргә ҡаршы
Барырбыҙ берҙәм булып көрәшергә.
Шәректең ҙур байлығын, матурлығын
Сәнғәт, фән-белемгә ҡушып бергә.
Асманда осҡан данлы шоңҡар кеүек,
Осабыҙ ҡарға, ҡоҙғон етмәҫ ергә [1, 138].
Шулай итеп, М.Ғафури ижады – сикһеҙ даръя. Яҙыусының тел-стиль үҙенсәлектәрен өйрәнеү бөгөнгө башҡорт филологияһында мөһим һәм кәрәкле йүнәлештәрҙең береһе булыуын дауам итә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:
Ғафури М. Әҫәрҙәр. Т.3. – Өфө: Бшҡортостан китап нәшриәте, 1955. – 324 б.
Ғафури М. Күңелгә: Шиғырҙар. – Өфө, 2005. – 200 б.
Академический словарь башкирского языка в десяти томах. Под редакцией Ф.Г.Хисамитдиновой. – Уфа: Китап, 2011-2013.
© Кульсарина А.И., 2015 г.